Мөфтөй яуап бирә

30-04-2015, 19:34 // --- // Баҫып сығарырға
Ергә эйелер мәл

– 1 Май байрамы элек ифрат күңелле үтә, демонстрацияға сыға торғайныҡ. Хәҙер ундай саралар ҡайһы бер урындарҙа ғына уҙғарыла. Өс-дүрт көнлөк был ялды ерҙә ҡаҙынып ҡына уҙғарырға тура килә...

З. КӘРИМОВА.
Сибай ҡалаһы.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бисмилләһир-рах­мә­нир-рахим!
Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрә­кә­түһ, хөрмәтле ҡәрҙәш­тәр! Иң тәүҙә барығыҙҙы ла Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы ме­нән ихлас күңел­дән тәбрик­ләйем! Ата-ба­ба­быҙ һалған юлдан тайпылмайынса тырышып эш­ләйек, шул уҡ ваҡытта ял итергә лә ваҡыт та­байыҡ, йәш быуын да ошондай күркәм тәрбиә алып үҫһен.
Әле айырыуса игенселәр өсөн тынғыһыҙ мәл. Бураҙналарға тәүге орлоҡ төшә, тимәк, ҙур эш башлана. Сәскәнеңдең баш ҡалҡытыуы, уны тәрбиәләп үҫтереү, йәй буйы хәстәрләү, аҙаҡ уңышты йыйып алыу... Баҫыу эшсәндәре ошо ауыр хеҙмәтенән кинәнес тапһын, Аллаһ Тәғәлә шифалы ямғыр­ҙарҙан өҙмәһен, көҙгө муллыҡҡа күмәкләп ҡыуа­нырға яҙһын, иншаллаһ!
Ә әлеге һорауға килгәндә, “ерҙә ҡаҙынып ҡына уҙғарырға тура килә” тигән һүҙҙәр мосолман өсөн бөтөнләй ят. Һәр кеше өсөн хеҙмәт ана шул өй эсенән, ихатанан башлана бит. Яҙҙың матур көндәрендәге бер нисә көнлөк ялды баҡсалағы эштәр менән булып, йорт эргәһен таҙартып үткәреү элек-электән күркәм ғәҙәткә ингән. Ғөмүмән, паклыҡ Исламда ифрат юғары баһалана. “Таҙалыҡ – имандың иң ҙур өлөшө”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Тәү сиратта әҙәм балаһының күңеле саф булырға тейеш. Асыу һаҡлау, яуыз ниәт менән йәшәү кешене ауырыуға һабыштыра, яҙмышын боҙа. Икенсенән, тәндең таҙа булыуы мөһим. Ул йәндең паклығына, күңелдең сәләмәтлегенә алып килә. Шуның өсөн дә Исламда йыуыныуға ҙур иғтибар бүленгән. Был ғәмәлде башҡарған әҙәм балаһы паклана, гонаһтан арына, һәм уның тормошона, һис шикһеҙ, бәрәкәт килә.
Тимәк, еребеҙ ҙә таҙа булырға тейеш. Ул беҙҙе һыйындыра, туйындыра. Бөтөн ризығыбыҙ – ерҙә. Ҡәҙерен белмәһәк, һаман да бысратһаҡ, киләсәктә ниндәй хәлгә төшөрөбөҙҙө күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. “Ҡөрьән Кәрим”дә: “Эй, әҙәм балалары, беҙ һеҙҙе Ерҙән яралттыҡ”, – тиелгән икән, йән һәм йүн биргән ҡиммәтебеҙҙе ҡәҙерләп һаҡларға бурыслыбыҙ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Эргә-тирәбеҙҙәге тәбиғәткә хәстәрлекле булыу менән бергә баҡсаны, ишек алдын таҙа тотоуға ла ҙур иғтибар бүлеү мөһим. Пәйғәмбәребеҙ шулай ҡушҡан. Баҡсала, ейер еләк-емеш, йәшелсә үҫкән урында, ерҙең таҙа, тәрбиәле булыуы зарур. Ошо матурлыҡ, шулай уҡ ихатаның бөхтәлеге, йәшел­леккә күмелеүе әҙәм балаһының тормошона ҙур бәрәкәт бирә. Әле бит һоҡланып туймаҫлыҡ мәл: ағас-ҡыуаҡ япраҡ яра, күптән көткән тупраҡ еҫе аңҡый, ҡоштар кемуҙарҙан һайрай... Тәбиғәттә яңы тормош башланыуы үҙе үк көстө, йәшәү дәртен арттырып, эшкә ҡеүәт бирә.
Аллаға шөкөр, республикабыҙҙа тәбиғәтте һаҡлауға иғтибар арта бара. Йыл да тирә-йүнде таҙартыу өмәләре уҙғарыла. Был – борондан килгән изге ғәмәлебеҙ. Элек-электән ауылдың аҡһаҡал­дары, имамдар тирә-яҡтың таҙалығына ҙур өлөш индергән, йәштәрҙе үҙ өлгөһөндә тәрбиәләгән. Ошо эш артабан да дауам итһен ине.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә ерҙе яратырға, уның ҡәҙерен белергә, таҙалығын, именлеген хәстәрләргә насип ҡылһын. Был үҙ сиратында милләтебеҙҙең, рухыбыҙҙың сәләмәтлеген тәьмин итер, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.