Шулай йәшәй СалауатБашҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың уҙған шәмбелә Салауат ҡалаһында үткән сәфәре ҡаланың предприятиелары, социаль-көнкүреш объекттары менән танышыуҙан башланды.
Тәүге туҡталыш — металл конструкцияларын тутығыуҙан һаҡлау өсөн цинк менән ҡаплаусы “Салауатметалл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Белгестәр әйтеүенсә, бындай ысул менән ҡапланған конструкцияларҙың файҙаланыу ваҡыты илле йылға тиклем оҙая. Артабан Рөстәм Хәмитов “Битум” предприятиеһының эше менән ҡыҙыҡһынды. Бында төрлө тармаҡтарҙа киң ҡулланыу мөмкинлегенә эйә булған битумды Башҡортостан предприятиеларының һатып алмауы асыҡланды. Баҡтиһәң, салауаттар үҙҙәре етештергән продукцияны республиканан ситкә оҙатырға мәжбүр икән.
// Уҡынылар: 1433 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хабаровскиҙа яңыртыу мәсьәләләре буйынса Дәүләт Советы президиумы ултырышы булып үткәйне. Уның йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ошондай аңлатма бирҙе:
— Рәсәй Президенты Дмитрий Анатольевич Медведев ҙур иғтибар бүлгән яңыртыу, һис шикһеҙ, ил үҫешенең өҫтөнлөклө мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора. Өҫтәүенә, ул иҡтисадта ғына түгел, социаль өлкәлә һәм сәйәсәттә лә мөһим.
Сәйәсәттә яңырыу — властың асыҡлығы һәм уның менән бөтәһе лә файҙалана алыу принцибын тормошҡа ашырыу, кешеләрҙең проблемаһын хәл итеүгә булышлыҡ итеү. Эшемдә “Власть — кешеләр өсөн!” принцибын тормошҡа ашырыуҙы иң мөһиме тип иҫәпләйем, һәм ул властың барлыҡ кимәлдәрендә — республика Президентынан башлап ҡасаба Советтары башлыҡтарына тиклем эш итә башланы ла инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1092 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Хакимиәте эш сәфәре барышында “Потемкин ауылдары” ойоштороуҙы һәм республика етәкселеген ҡаршылау өсөн балаларҙы йәлеп итеүҙе рәсми тыйҙы.
Тейешле документ тиҙ арала әҙерләнеп, Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса 12 ноябрҙә ҡала һәм район хакимиәттәренә ебәрелде.
Башҡортостан Президентының матбуғат секретары Артем Вәлиев аңлатыуынса, Рөстәм Хәмитовтың эш сәфәрҙәрен әҙерләүҙе тәьмин итеүселәр урындарҙа республика етәкселеген көткән ваҡытта яһалма тантана мөхитен тыуҙырмауҙы һәм Президент барасаҡ предприятиеның туранан-тура эшмәкәрлегендә ҡатнашмаған кешеләрҙе йәлеп итмәүҙе күҙәтеп барасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1375 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғалим иҫтәлегенә

Бөгөн Башҡорт дәүләт университетында күренекле тарихсы, этнограф, профессор Рим Янғужиндың тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференция башлана.
Ике көн дауамында барасаҡ сарала Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Саранск, Пермь, Ижевск, Новосибирск һәм башҡа ҡалаларҙан, шулай уҡ Латвия һәм Ҡаҙағстандан 80-дән ашыу ғалим ҡатнаша. Конференцияла Урал һәм Волга буйы халыҡтарының этник тарихы, төбәктәрҙең тарихын, этнологияһын өйрәнеү һәм уҡытыу проблемалары методологияһы, профессор Рим Янғужиндың Башҡортостандың этнология фәненә индергән өлөшө һәм башҡа темалар ҡараласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1519 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке Премьер-министры Раил Сарбаев дәүләт мөлкәтен туҙҙырыуҙа ғәйепләнә, тип хәбәр итә “Волга буйы Интерфаксы” агентлығына Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы Светлана Абрамова.
“Дүшәмбе Р. Сарбаевҡа ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 160-сы статьяһы буйынса бюджет аҡсаһын туҙҙырыу хаҡында ғәйепләү эше асылды”, — тине ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1381 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика Хөкүмәтендә һөт биҙе рагын иртә диагностикалау маҡсатында Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген диагностикалау үҙәге асыу мәсьәләһенә арналған кәңәшмә булды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов үткәргән кәңәшмәлә үҙәкте урынлаштырыу варианттары ҡаралды.
2010 йыл аҙағында ил етәксеһенең ҡатыны Светлана Медведева Рәсәйҙә ошондай уҡ диагностика үҙәге булдырыу башланғысы менән сығыш яһағайны. Тәүге үҙәк Санкт-Петербургта асыласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1480 тапҡыр // Тотош уҡырға
12 ноябрҙә республика Хөкүмәтендә “Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновацион үҫешендә өҫтөнлөклө йүнәлештәр” темаһы буйынса кәңәшмә үтте. Уның эшендә Хөкүмәт Премьер-министры Азамат Илембәтов, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары, инвестиция вәкиле Алексей Кубрин, Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Петр Капишников, республика Хөкүмәте ағзалары ҡатнашты.
Алексей Кубрин инвестиция вәкилдәре институты булдырыуҙа дәүләт власы органдарына ҡарата ҡуйылған талаптар менән таныштырҙы.
Тулы хоҡуҡлы вәкил урынбаҫары, төбәктәргә инвесторҙар килһен өсөн норматив хоҡуҡ базаһын эшләүҙе индереп, уңайлы инвестиция мөхите тыуҙырыуҙың округ механизмын, шулай уҡ документтар ҡабул итеүҙең ябайлаштырылған системаһын булдырыуҙы яҡын киләсәктәге төп бурыс тип билдәләне.
// Уҡынылар: 1447 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан — республиканың муниципаль берәмектәрен барлыҡ йәштәгеләр өсөн уңайлы ҡалалар селтәренә индереүҙе раҫлап, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы сертификатын алған Рәсәйҙең берҙән-бер төбәге.
Сертификат Мәскәүҙә үткән “Әүҙем оҙон ғүмер донъяһы” форумында тапшырылды. Был Башҡортостандың өлкән йәштәгеләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу өлкәһендәге ҡаҙаныштарын таныуҙы аңлата.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1233 тапҡыр // Тотош уҡырға
Октябрҙә Монополияға ҡаршы федераль агентлыҡ “ТНК-ВР Холдинг“ һәм “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең “Конкуренцияны яҡлау тураһында”ғы Законды боҙоуы хаҡында эш асты. Улар баҙарҙа ҡатнашыусы вағыраҡ предприятиеларҙың мәнфәғәтен ҡыҫыуҙа ғәйепләнә. Монополияға ҡаршы федераль агентлыҡтың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева матбуғат конференцияһында ошо хаҡта һөйләне.
Бер ай элек был хеҙмәт, үҙенең мониторингы, мәғлүмәт-аналитика агентлыҡтары, баҙарҙа ҡатнашыусылар һәм киң мәғлүмәт саралары белешмәләренән сығып, 2011 йылдың мартынан башлап бензинға хаҡтарҙың бер төрлө генә артмауы хаҡында хәбәр иткәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1309 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл ерендә тырыштар, тәүәккәлдәр етеш, мул тормошта йәшәй. Дөрөҫ, бының өсөн иртә уянырға, кискә тиклем төрлө мәшәҡәттәр эсендә ҡайнарға кәрәк. Ауыл тормошон икенсерәк күҙ алдына килтереүе мөмкин дә түгел. Илеш районының Һеңрән ауылында йәшәүсе Бакировтар ғаиләһе был йәһәттән күптәргә үрнәк. Улар — ябай ауыл кешеләре, үҙҙәре һалып ингән матур йортта ғүмер кисерә.
Ғаилә башлығы Хәмзә Рәшит улы тыуған ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлап, уҡыуын Үрге Йәркәй һөнәрселек училищеһында дауам итә. Артабан армия сафына алына. Тыуған яғына имен-һау әйләнеп ҡайтып, хеҙмәт юлын М. Горький исемендәге колхозда башлап ебәрә. Бөгөн дә механизатор булып эшләй.
— Иң тәжрибәле механизаторҙарҙың береһе ул. Һәр эшкә яуаплы ҡарай, ваҡытында үтәй, намыҫ менән башҡара, — ти хужалыҡ рәйесе Иршат Ғилфанов.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1894 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бала бағыу – илаһи мәлҠатын-ҡыҙ өсөн иң матур биҙәүес – уны муйынынан ҡосаҡлаған сабый ҡулдары, тиҙәр. Ысынлап та, әсә бәхетен кисереүсе гүзәл заттың йөҙө башҡаларҙыҡынан нурлыраҡ, күҙ ҡарашы яғымлыраҡ тойола. Күңелендә иһә уның һөйөү һәм наҙ ғына. Өс бала әсәһе, Сибай ҡалаһының “Ирәндек” лицейы уҡытыусыһы Рәмилә Торомтаева бындай илаһи тойғоларҙы шиғырҙарында сағылдырған.
Бала бағыу шатлығы шиғри күңелле ҡатындың ижадын яңы биҙәктәр менән байытҡан. Ҡыҙы Йәмиләгә, улдары Ғәлим һәм Кәримгә бағышланған әҫәрҙәренән күңел йылыһы, моң урғыла. “Башҡортостан” гәзитенә тәҡдим иткән шиғыры кинйәһе Кәримде оҙаҡ йоҡлата алмай бәүеткән саҡта тыуған. Шуғалыр ҙа ул талғын уҡыла, бишек көйөнә тап килеп тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1792 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда башҡа төбәктәрҙәге кеүек күпләп хосусилаштырыуға юл ҡуймау, милекте бүлгәндә хеҙмәт коллективтарына предприятиеларҙың ысын милексеһе булыу мөмкинлеген биреп, республикалағы халыҡтың бөтә ҡатламдары өсөн социаль шарттар булдырып, ғәҙеллек тәьмин итеү буйынса эш башҡарылды. Шул уҡ ваҡытта етештереүҙе тейешле кимәлдә һаҡлап ҡалыу сараларын да күрҙеләр. Чек ярҙамында хосусилаштырыу халыҡты алдау алымы булды тигән фекерҙәр байтаҡ бөгөн. Бының сәбәбе шунда: закондарҙы белмәгән ябай халыҡ, аңлатыу эше алып барылыуға һәм даими иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, төрлө бысраҡ эштәргә йәлеп ителде, мутлашыусылар ҡулына эләкте. Ҡайһы бер намыҫһыҙҙар, кешеләрҙең ышанысынан һәм ҡанундарҙы белмәүенән файҙаланып, ҙур байлыҡ тупланы. Шул осорҙа федераль Хөкүмәт алып барған иҡтисади сәйәсәттең эҙмә-эҙлекле булмауы хосусилаштырыуҙағы байтаҡ етешһеҙлектәргә килтерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1477 тапҡыр // Тотош уҡырға
4 декабрь — Дәүләт Думаһына һайлау көнө. Киләһе йылдың яҙында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлаясаҡбыҙ. Былар — Рәсәйҙә сәйәси тотороҡлолоҡ өсөн шарттар булдырыуҙың мөһим этаптары, уларһыҙ иҡтисадты үҫтерә һәм граждандарыбыҙҙың мул тормошон тәьмин итә алмаясаҡбыҙ.
“Берҙәм Рәсәй” дәүләт кимәлендә сәйәси лидер булыуын дәлилләне, ул үҙ артынан эйәртеп кенә ҡалмай, ваҡ төркөмдәр мәнфәғәттәренән өҫтөн тора. Фекерҙәштәрен генә түгел, ҡаршы яҡты ла ишетергә һәләтле. Бер минутлыҡ файҙа өсөн түгел, ә стратегик маҡсаттарға өлгәшеү, барлыҡ төбәктәр, барлыҡ социаль төркөмдәр, илебеҙҙең барлыҡ граждандары мәнфәғәтендә эшләү, тулы мәғәнәһендә халыҡ һәм Бөтә Рәсәй партияһы булыу уның төп асылын билдәләй.
Беҙ илебеҙ үҫешендәге мөһим мәсьәләләрҙе халыҡ менән берләшеп хәл итеү өсөн Дәүләт Думаһына һайлауға Рәсәй йәмәғәтселегенең барлыҡ ҡатлам вәкилдәре менән бергә барабыҙ.
// Уҡынылар: 1446 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хөрмәтле һайлаусылар!

Беҙҙең республика бер нисә быуындың көсөргәнешле хеҙмәте менән булдырылған ҙур ҡеүәткә эйә. Бөгөн Башҡортостан — илебеҙҙең иң ныҡ үҫешкән төбәктәренең береһе. Беҙ көслө нефть-химия һәм ауыл хужалығы тармаҡтары, етди фәнни мәктәп һәм мәғариф системаһы менән ғорурланабыҙ. Барлыҡ уңыштарыбыҙ — тәү сиратта республикабыҙҙың ҡаҙанышына, ғорурлығына әүерелгән эшһөйәр, аҡыллы, талантлы кешеләрҙең хеҙмәте ул.
Сираттағы аҙымды яһар мәл етте. Шуны асыҡтан-асыҡ әйтергә кәрәк: бөгөн халыҡтың килеме һәм йәшәү кимәле еребеҙҙең ғәйәт ҙур ҡеүәте, республиканың Рәсәй күләмендәге әһәмиәте менән тап килеп етмәй. Дөйөм күрһәткестәр артынан ҡыуып, власть айырым кеше хаҡында оноторға тейеш түгел. Уның көндәлек мәшәҡәттәре, ғаиләһен, балаларын, оло йәштәге ата-әсәһен тәьмин итеү мәсьәләләре даими иғтибар үҙәгендә булырға тейеш.
// Уҡынылар: 1106 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фекерҙәребеҙ беректеГәзит уҡыусыларыбыҙ менән Күгәрсен районындағы осрашыуҙар данлыҡлы Хоҙайбирҙе ауылы клубында башланды.
— Беҙҙең төбәк кешеләре гәзит-журналдарҙы яратып уҡый. Мин үҙем иң башта район баҫмаһын ҡарап сығам да “Башҡортостан”ды уҡыйым. Ғилемгә ынтылған кеше, бигерәк тә йәш быуынға белем биргән педагогтар гәзитте мотлаҡ уҡырға тейеш, — тине район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин һәм төбәктәге ижтимағи, бигерәк тә социаль өлкәләге ыңғай үҙгәрештәрҙе телгә алды. Хоҙайбирҙеләр ҙә яңы клублы буласаҡ. Тағы бер мөһим, изге эш ҡылынған районда — Күгәрсен етәкселәре ябылырға тейешле ун мәктәпте һаҡлап ҡала алған!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1328 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына