Әсәлекте яҡлау — тормош нигеҙен һаҡлауКисә Өфөлә әсәләрҙең V Бөтә Рәсәй форумы асылды. “Әсәй” хәйриә фондтарының халыҡ-ара йәмәғәт ассоциацияһы башланғысы менән Башҡортостан Хөкүмәте ойошторған сара “Рәсәйҙең киләсәге — әсәләр ҡулында” Бөтә Рәсәй акцияһының йомғаҡлау өлөшө булараҡ уҙа. Унда илдең 44 төбәгенән, республиканың ҡала һәм райондарынан 550 тирәһе делегат ҡатнаша. Улар араһында Рәсәйҙең Үҙәк, Төньяҡ-Көнсығыш, Төньяҡ Кавказ, Көньяҡ, Волга буйы, Урал, Себер, Алыҫ Көнсығыш федераль округтары етәкселәренең урынбаҫарҙары, ил субъекттарының министрлыҡ һәм ведомстволары етәкселәре, Йәмәғәт палатаһы ағзалары, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр, ғилми ойошмалар вәкилдәре бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1099 тапҡыр // Тотош уҡырға
Битарафлыҡ ҡайҙа илтер?Бына егерме йыл инде Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла ер-аграр реформаһы бара. Рәсәй Федерацияһының Ер кодексы ерҙе тәғәйенләнеше буйынса ете категорияға бүлә. Уларҙың һәр береһе норматив-хоҡуҡ нигеҙендә көйләнә. Ерҙең ҡайһы бер категориялары ныҡлы үҙгәреш кисермәне, үҙенең әүәлге тәғәйенләнешен, хоҡуҡи нигеҙен һаҡлап ҡалды. Шул уҡ ваҡытта илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин иткән ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер категорияһы үҙгәртеп ҡороу барышында етди тетрәнеүҙәргә дусар булды. Был хәл әле Ауыл хужалығы ерҙәре — ил халҡының йәшәү нигеҙе. Донъялағы аҙыҡ-түлектең 90 проценттан ашыуы ошонда етештерелә. 120 миллион гектар самаһы (элегерәк 130 миллион гектар ине) һөрөнтө ере булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәй әле аҙыҡ-түлекте аҙ етештерә һәм ситтән килтерелгән продукттарға ҙур ихтыяж кисерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1288 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сабыйҙар арта


Быйылғы йылдың туғыҙ айында республика халҡы 307 кешегә артҡан.
Йыл башынан 41 708 бала тыуған. Яңы тыуған сабыйҙар һаны вафат булыусыларҙан 0,7 процентҡа күберәк.

Иҡтисадҡа – файҙа, тәбиғәткә – зыян


Прокуратура Бәләбәй ҡалаһындағы "Автонормаль" предприятиеһында экология ҡануниәтен боҙоу осраҡтарын теркәгән.
Заводҡа таҙартыу ҡоролмаларын яңыртырға тура киләсәк: предприятиеның ҡалдыҡ һыуҙары Өҫән йылғаһын бысратыуы асыҡланған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1225 тапҡыр // Тотош уҡырға
“РБК” журналы 2010 йыл йомғаҡтары буйынса “Бизнес өсөн шарттар булдырыу йәһәтенән Рәсәйҙең иң яҡшы ҡалалары” йыллыҡ рейтингын билдәләне. Өфө бизнес өсөн шарттар булдырыу йәһәтенән Рәсәй ҡалалары араһында өсөнсө урынды яулаған. Исемлеккә бөтәһе 68 ҡала ингән.
Рәсәйҙең иң яҡшы ҡалалары — Краснодар һәм Екатеринбург, улар беренсе һәм икенсе урындарҙы бүлешкән. Дүртенсенән алып унынсы баҫҡысҡа тиклем Новосибирск, Красноярск, Омск, Ҡазан, Сорғот, Воронеж һәм Һамар урынлашҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1276 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән ике дөйөм белем биреү мәктәбе республиканың күренекле шәхестәре исемен йөрөтәсәк. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте ошо хаҡта хәбәр итте.
Был мәктәптәрҙең тәүгеһе — Өфө ҡалаһының Калинин районындағы 140-сы башҡорт гимназияһы. Уға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, шағирә, драматург, прозаик Зәйнәб Биишеваның исеме бирелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1281 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә 19 йәшкә тиклемгеләр араһында теннис буйынса Рәсәйҙең команда беренселеге тамамланды. Башҡортостандың үҫмерҙәр командаһы, Санкт-Петербург һәм Краснодар крайы спортсыларын үтеп, беренсе урынды яуланы.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Теннис буйынса олимпия резервындағы республика балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Фаил Хафизовҡа, Башҡортостан Республикаһы командаһының еңеүе менән ҡотлап, телеграмма ебәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1026 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшәү мәғәнәһе — тыуған ерен биҙәүБашҡортостанда “ҡара алтын” сығарыусы “Башнефть”, “Газпром”, “Роснефть”, “Лукойл” һәм башҡа ҡеүәтле предприятиеларҙы хеҙмәтләндереүсе байтаҡ йәмғиәт барлыҡҡа килде. Күмертау ҡалаһында ошо йүнәлештә эшләүсе “ЮжУрал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — шундайҙарҙан. Бөгөн 10 йыллығын билдәләүсе был ойошманың эшмәкәрлеге бөтөн Рәсәйгә билдәле, ә ҡалала ул — ҡаҙнаға иң күп һалым түләүселәрҙең береһе.
Предприятиеға тәүге көндән алып Рәсәйҙең почетлы нефтсеһе, Башҡортостандың Эшҡыуарҙар ассоциацияһы союзы ағзаһы Зиннур Исхаҡов етәкселек итә. Бөгөн юғары һөнәри оҫталыҡҡа эйә ҙур, татыу коллектив үҙенең юбилейын фиҙакәр, тырыш хеҙмәте менән оло абруй яулап ҡаршы ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1291 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үткән аҙнала Рәсәй Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһына инеү буйынса әҙерлекте тамамланы тиергә була. Бөгөн сит илдәр менән эш иткән күп эшҡыуарҙар яңы мөмкинлектәрҙе фаразлап ҡыуана. Ә ҡайһы берәүҙәр, киреһенсә, был аҙымдан ниндәй юғалтыуҙар булыуы мөмкин, тип уйлана. Әммә был аҙымдың көнүҙәк булыуын бер кем дә инҡар итә алмаҫ, моғайын. Үҙ ҡаҙаныңда ҡайнап ҡына иҫ китерлек уңышҡа өлгәшеп булмауы аңлашылалыр.

Рейтингын төшөрөп
яңылышҡандар...


АҠШ-тың оҙайлы кредит рейтингын кәметеп бөтөн донъяны хәүефләнергә мәжбүр иткән "S&P" агентлығы йәнә иғтибар үҙәгендә. Хәтерегеҙҙәлер, август башында донъяның иң ҡеүәтле иҡтисадына тышҡы бурысы 14,1 триллион доллар тәшкил иткән өсөн бер аҙ "хурлыҡ" кисерергә тура килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1392 тапҡыр // Тотош уҡырға
…94 йыл элек илебеҙ яңы дәүер — иҡтисади һәм мәҙәни осош, сәйәси һәм хеҙмәт еңеүҙәре, Георгий Жуков һәм Константин Рокоссовский, Сергей Королев һәм Игорь Курчатов, Алексей Стаханов һәм Юрий Гагарин, Михаил Шолохов һәм Константин Симонов, Вера Мухина һәм Сергей Бондарчук дәүерен асты.
Быйылғы 7 ноябрь айырым мәғәнәгә эйә. Теүәл 70 йыл элек фашистар ҡамауға алған Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙанда легендар парад үтте. Уның тарихи әһәмиәтенең мөһим хәрби операцияларға тиңләнеүе осраҡлы хәл түгел. Был көндө донъя Совет халҡындағы хәрби рухтың ныҡлығына инанды. Бер айҙан, 1941 йылдың 5 декабрендә, Ҡыҙыл Армия илбаҫарҙарҙы баш ҡалабыҙ эргәһендә тар-мар итте. Был Гитлер армияһының тәүге ҙур еңелеүе ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1202 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы өсөн тауыш бирегеҙ, һәләкәткә юл ҡуймағыҙ!
2011 йылдың 4 декабрендә Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлау үтәсәк. Уның яҡынлашыуы тойолмай ҙа, һайлау алды кампанияһы бик һүлпән һәм тыныс бара. Асылда иһә, был — дауыл алдынан була торған тынлыҡ. Ғаиләләрегеҙҙең фәҡирлеккә төшөүенә, ҡышты һалҡын фатирҙарҙа үткәреүгә һәм балаларыбыҙҙың киләсәген юҡҡа сығарыуға юл ҡуймауҙың берҙән-бер ысулы — Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы өсөн тауыш биреү. Беҙ быны һеҙгә иҫбат итәсәкбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1294 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына