28 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә
Башҡорт дәүләт филармонияһының Зур залында
«Башҡортостан» гәзите редакцияһы
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты менән берлектә
«Йүнселлекте ҙурлай «Башҡортостан» тигән театрлаштырылған тамаша үткәрә.
Матбуғат байрамында танылған артистар, билдәле эшҡыуарҙар, гәзиттең даими авторҙары, редакция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ.
Кисәлә һеҙҙе лотерея уйыны, ҡиммәтле бүләктәр көтә.
Ошонда уҡ «Башҡортостан» гәзитенә яҙылыу ойоштороласаҡ.
Инеү бушлай.
Рәхим итегеҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1358 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелдәрҙә йәшәй ышанысКонцертҡа һуңлап ҡуймайым тип, мәҙәниәт һарайына ашығып китеп барам. Ҡараһам, гәзит киоскыһы алдында таныш кеше баҫып тора. Бәй, был бит “Юлдаш” йыры-2010” конкурсында ҡатнашып, танылып өлгөргән һәүәҫкәр йырсы Риф Бикбаев икән дәһә.
Радиола көн һайын тигәндәй уның “Булмаһын юғалтыуҙар” исемле йыры яңғырай. Иҫәнләшмәй булмаҫ тип, уға табан атланым:
— Сәләм, ағай, ни эш ҡылып йөрөйһөң?
— Концертта сығыш яһарға саҡырғайнылар әле. Күгәрсен районы менән Өфө араһын йыш тапап, ҡайһы саҡта өйгә алдырған гәзитте уҡырға ла өлгөрөп булмай. Бына, милли баҫмаларыбыҙҙың һуңғы һандарын алып кинәнмәксемен. Үҙең ҡайҙа юл тотаһың?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1445 тапҡыр // Тотош уҡырға
5600 ҡатын-ҡыҙ миҙалға лайыҡРеспубликабыҙҙа күп балалы әсәләргә тәүге тапҡыр “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыу тантанаһына 13 йыл ваҡыт үтеп тә китте. 1998 йылдың
16 апрелендә әсәлекте данлаусы ошо награданы булдырыу хаҡындағы Указды уҡып, бик күптәр ысын күңелдән һөйөнгәйне. Ошо уҡ йылдың көҙөндә күптән көтөп алынған ҙур награданы биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе
18 әсәнең алып ҡыуанғаны иҫтә, күп тә үтмәй 12 әсә, ә декабрҙә йәнә
34 ҡатын-ҡыҙға лайыҡлы бүләкте тапшырыу тантанаһы булды.
Туҡһанынсы йылдарҙа ҡеүәтле СССР-ҙың кинәт тарҡалыуы, Юғары Советтың бөтөрөлөүе ил яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеүе, әсәлек, балалыҡ, ғаилә мәсьәләләренең көн үҙәгенән ситләшеүе, “Герой-әсә” исемен биреү, “Әсәлек даны” орденын һәм “Әсәлек миҙалы”н тапшырыу туҡтатылыуын яҡшы беләбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1084 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балалы йорт ҡотло булаБаҡалы районы үҙәгендә йәшәүсе Булыгиндар ғаиләһенең тормошо — күркәм, донъяһы — түңәрәк. Туғыҙ һәм дүрт йәшлек Ульяна һәм Милана исемле ҡыҙҙары үҫә, иркен, яҡты йорттары әйләнеп сыҡҡыһыҙ, һәр ғаилә ағзаһының заманса йыһазландырылған үҙ бүлмәһе, бөтә уңайлыҡтар бар.
Баҡалылағы 2-се мәктәптә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләгән Оксана тормошонан ҡәнәғәт.
— Беҙгә яйы сығып ҡына торҙо, — ти ул. — Ауылда йәшәүсе йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса федераль программаға ярашлы, тәүҙә 391 мең 600 һумлыҡ субсидия алыуға өлгәштек. Төҙөлөш материалдары алдыҡ.
Икенсе ҡыҙҙары Милана донъяға килгәс, йәш ғаиләнең бәхете тағы ла арта төшкәндәй, донъялары йәмләнгәндәй була. Әсәлек капиталына сертификат алғас, аҡсаны торлаҡ төҙөлөшөнә тотонмаҡсы итәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1355 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡташыбыҙ — күңел түрендәОлуғ ғалим, башҡорттар араһынан сыҡҡан беренсе фән докторы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың 100 йыллыҡ юбилейын республика йәмәғәтселеге киң билдәләне. Ошо көндәрҙә уның тыуған яғында — Ғафури районында үткән ғилми-ғәмәли конференцияла төрлө төбәктәрҙән мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды. Юбилей саралары Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә башланып китте.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ғалимдың тормошона һәм ижадына арнап асыҡ дәрестәр күрһәтте. Ҡунаҡтар араһында ғалимдың кесе улы, социология фәндәре докторы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Морат Кейекбаев та бар ине.
Жәлил Кейекбаевтың мәшһүр ғалим ғына түгел, сәсән телле, халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле башҡарыусы йырсы ла булыуы билдәле. Шуғалыр ҙа уның яратҡан йырҙарының береһе “Үткән ғүмер”ҙе Рәмил Ҡотдосов башҡарыуында халыҡ тын да алмай йотлоғоп тыңланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1450 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оҫта етәксе ул Рәмилә!“Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһының филиалы — Башҡортостан почта элемтәһе идаралығының Мораҡ почтамты етәксеһе, район Советы депутаты Рәмилә Салауатова яңыраҡ үҙенең күркәм юбилейын билдәләне.
Ул 1956 йылда ер өҫтөн ап-аҡ ҡар ҡаплаған көндә Шәрифулла Ғәлийән улы менән Мәрфуға Ғәлимйән ҡыҙының ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға тыуа. Тик сабыйға ата-әсәһе наҙына ҡойонорға насип булмай. Рәмиләгә алты ай тигәндә, көтмәгәндә әсәһе мәрхүм була. Шәрифулла япа-яңғыҙ өс бала менән тороп ҡала. Әсәне һуңғы юлға оҙатҡан көндә үк уның һеңлеһе Гөлфариза ире Йосоп Исмәғилев менән Рәмиләне Муса ауылына алып ҡайтып китә. Ҡыҙҙы үҙ балалары кеүек күреп, наҙлап, уҡыу йәшенә ҡәҙәр тәрбиәләп үҫтерә улар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1434 тапҡыр // Тотош уҡырға
2011 йыл, 21 ноябрь № Ц-88/2-4
Өфө
“Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау тураһында”ғы Федераль закондың 13-сө, 26-сы статьяларына ярашлы, Рәсәй Федерацияһында йәшәгән урыны буйынса теркәлмәгән граждандарҙың әүҙем һайлау хоҡуғын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар итә:
1. 110-сы һайлау участкаһын (участка һайлау комиссияһының адресы: Өфө ҡалаһы, Посад урамы, 26) һәм 685-се һайлау участкаһын (участка һайлау комиссияһының адресы: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ленин проспекты, 47) Рәсәй Федерацияһында йәшәгән урыны буйынса теркәлмәгән граждандарҙың тауыш биреүе өсөн һайлау участкалары тип билдәләргә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1117 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Хөкүмәтендә Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса республика Советының “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты кредитлау мәсьәләләре” тигән темаға ултырышы булды.
— Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн административ кәртәләрҙе бөтөрөү буйынса саралар тураһында”ғы бик мөһим Указға ҡул ҡуйҙы, — тине Азамат Илембәтов. — Бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн артыҡ административ кәртәләрҙе бөтөрөү мәсьәләһен системалы хәл итеү зарурлығы күптән өлгөрөп етте. Был ҡаршылыҡ дәүләт сәйәсәтенә халыҡтың ышанысын кәметә, эшҡыуарҙарҙы “күләгәлә” эшләүгә этәрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1159 тапҡыр // Тотош уҡырға
24 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мораҡ ауылына эш сәфәре барышында Күгәрсен һәм уға күрше райондарҙың халҡын ҡабул итте. Сара һөҙөмтәләре буйынса тейешле күрһәтмәләр бирелде, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
Ауыл биләмәһе депутаты Мораҡ – Побоище автомобиль юлының насарлығына зарланды. Депутат әйтеүенсә, юл Мораҙым тарлауығына илтә, йәй машиналар күп йөрөү арҡаһында район үҙәгенең “Көньяҡ” биҫтәһе туҙан эсендә ҡала. Рөстәм Хәмитов Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусинға мәсьәләне 2012 йылда хәл итергә ҡушты.
“Йылылыҡ селтәрҙәре” предприятиеһы хеҙмәткәре Башҡортостан Президентына Мораҡ ауылындағы йылылыҡ селтәрен һәм биологик таҙартыу ҡоролмаларын төҙөкләндереүҙе, “Йәштәр” биҫтәһенә канализация селтәре үткәреүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
// Уҡынылар: 1199 тапҡыр // Тотош уҡырға
15 – 16 декабрҙә Өфөлә социаль туризм мәсьәләләре буйынса беренсе Бөтә Рәсәй форумы буласаҡ.
Тәҡдим Президент Рөстәм Хәмитов исеменә алдан уҡ килгәйне һәм республика башлығы уны хупланы, сөнки Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһында ошо проектты ғәмәлгә ашырған берҙән-бер төбәк. Рәсәйҙең спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте буйынса федераль агентлығы етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Михеев белдереүенсә, Башҡортостан бөтә талаптарға ла яуап биргән туристик продукт тәҡдим итә, уртаҡлашыр тәжрибәһе байтаҡ. Тупланған белемде артабан камиллаштырырға кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1429 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына