Бонус от республики. Башкортостан формирует условия для привлечения серьезных инвесторовПрезидент Башкортостана Рустэм Хамитов в интервью журналистам "РГ" оценил экономический потенциал региона и назвал перспективные точки роста республики.
Российская газета: Рустэм Закиевич, что можно сегодня сказать об экономическом "пульсе" Башкортостана?
Рустэм Хамитов: Я только что получил данные по экономике республики за январь - октябрь 2011 года. Индекс промышленного производства составил 109,6 процента, при этом по всем видам и отраслям промышленного производства объемы растут. В строительстве это 109 процентов, в сельском хозяйстве - 140, оборот торговли - 105 процентов. Сократилось количество безработных. Эти цифры свидетельствуют о хорошем самочувствии республики и ее динамичном развитии, практически все показатели выше среднероссийских.
// Уҡынылар: 98 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ярай әле пенсионерҙар барКрупская исемендәге ауыл хужалығы кооперативында быйыл мал аҙығына ҡытлыҡ булмаясаҡ, сөнки ике йылға етерлек запас тупланған.
– Ҡышты имен-һау үткәрергә өмөт ҙур, биналарға ремонт та үткәрелде, – ти хужалыҡ рәйесе Валерий Михайлов. – Әлбиттә, ҡайһы бер хыялдар тормошҡа ашмай ҡалды. Тулыһынса ремонт үткәрергә әлеге лә баяғы аҡса мәсьәләһе бәкәлгә һуға.
Хужалыҡтың Һуҡкүл һөтсөлөк фермаһында, ысынлап та, иҫке биналар күп. Етәкселек киләсәктә ошондай биналарға ремонт үткәреп, мал һанын арттырырға уйлай. Ауыл хужалығы техникаһы ла күптән инде иҫкергән, уларҙы ла яңыһына алмаштырырға хыялланалар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 132 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был донъяла була төрлө хәлдәр...Кемде нимә борсой: берәү торлаҡ мәсьәләһен хәл итә алмай, бәғзеләр эшһеҙ йонсой... Ижтимағи-сәйәси, тәбиғәтте һаҡлау, ауыл хужалығы һәм башҡа мөһим проблемаларҙы хәл итеү өсөн янып-көйгәндәр ҙә етерлек. Килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын да һәр кем үҙенсә эҙләй: төрлө кимәлдәге чиновниктарҙың тупһаһын тапай, судлаша, йәмәғәтселек яҡлауына өмөт бағлай. Ахыр сиктә, ғәҙеллектең ҡасан да булһа тантана итеренә ышанып, Башҡортостан Президенты
Рөстәм Хәмитовтың блогына хат яҙырға йөрьәт итә...
Гәзитебеҙҙең үткән һандарының береһендә хәбәр итеүебеҙсә, Бүздәк районының Уран ауылында йәшәүсе Ирек Ғабдрахманов та – шундайҙарҙан. Тик уның үтенесе башҡаларҙыҡынан бер ни тиклем айырылып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 161 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡоролоҡ беҙгә һабаҡ бирҙе Былтырғы ҡоролоҡ осоро һыу менән тәьмин итеүҙең ни хәтлем әһәмиәтле икәнен күрһәтте. Шуға ла һыу мәсьәләһе менән шөғөлләнеүсе предприятиелар бик ҡәҙерле хәҙер. Башҡортостанда “Башмелиоводхоз” дәүләт унитар предприятиеһы тарафынан, мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа унлаған ҡеүәтле һыу һаҡлағыс төҙөлдө.
Берҙән, халыҡ һыу менән тәьмин ителде. Икенсенән, ауыл хужалығы ерҙәрен һуғарыу башланды. Өсөнсөнән, балыҡ үрсетеү, һыу инеү, ял ойоштороу өсөн шарттар тыуҙы. Дүртенсенән, ерҙәге дым запасы тулыланды, кибә башлаған ҡоҙоҡтарҙа һыу күтәрелде. Бөгөн һүҙебеҙ “Башмелиоводхоз” дәүләт унитар предприятиеһына ҡараған “Ейәнсура” филиалы эшмәкәрлеге хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 134 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыҙҙары — күҙ нурҙарыФларида менән Юлай Ҡоҙабаевтарҙың күркәм йортонда суҡтай кейенгән, толомдарын икегә ярып үргән сибәр ҡыҙҙар ҡаршы алды. Ҡыҙлы йорт — наҙлы йорт шул, тирә-яҡтан нур бөркөлә, өй бөхтә итеп йыйыштырылған.
Был ғаиләлә һөйкөмлө дүрт ҡыҙ үҫә. Өлкәне Зөлфиә Башҡорт дәүләт университетында уҡый, Айгөл VII класта белем ала, Фидалия әҙерлек класына йөрөй, кескәй Мәҙинәгә ун ай ғына әле.
— Ҡыҙҙарым — күҙ нурҙарым. Эштән ҡайтып инеүгә һәр береһе йүгереп килеп, ҡосағыма һыйына, кескәй Мәҙинәгә тиклем ҡулдарын һоноп талпына. Ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?! — ти ғаилә башлығы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 242 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ