Йәйғор балҡышыКитапҡа аннотация, ғәҙәттә, нәшриәт исеменән бирелә, Рафаэль Аҙнағолов иһә уны үҙе яҙған. “Һәр шағирҙың, яҙыусының, драматургтың әҫәрҙәре — үҙе бер серле донъя. Мин уны ҡояшлы көндә ҡалҡҡан йәйғорға оҡшатам. Ана шул йәйғорҙоң нурҙарын һанай-һанай тилмерәм, һоҡланам, ғорурланам. Йәйғорҙоң һәр нуры, үҙенсәлекле моң булып, күңелемде балҡыта, һағышландыра, уйҙарға һала. Шул нурҙың илаһи көсөн уҡыусыларға ла еткергем килде”, — тиелә унда. Һүҙем Башҡорт дәүләт университеты профессоры, педагогия фәндәре докторы Рафаэль Аҙнағоловтың З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Йәйғор төҫтәре” тигән йыйынтығы тураһында.
Автор ҡәләмдәштәренең шәхесенә ҡарап тормайынса, фәҡәт уларҙың ижадына, үҙе күҙ алдына килтергәнсә, анализ биргән. Шуға күрә китапта арҙаҡлы яҙыусыларыбыҙ менән бер рәттән әҙәбиәт донъяһында тәүге аҙымдарын яһаусылар тураһындағы ижади портреттарҙың да урын алыуы тәбиғи.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1933 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киләсәккә өмөт менән90-сы йылдар башы... Донъяларҙың ҡатмарлы мәле. Мин балалар баҡсаһы мөдиремен. Тәрбиәсе — яңы ғына колледж тамамлаған йәш ҡыҙ. Балалар иртән баҡсабыҙға йүгерешеп килә, тәрбиәсе апайҙары артынан бер тотам ҡалмай, ул ни ҡушһа, шуны теүәл үтәйҙәр. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, был ҡыҙҙың эшенә мөкиббәнлегенә, оҫталығына, балаларҙы ихлас яратыуына, ҡулының алтынлығына һоҡланмау мөмкин түгел ине.
Иртән килеүебеҙгә тәрбиәсебеҙ ябай ғына ҡатырғанан да иҫ китмәле матур сәғәттәр, төрлө йәнлектәр, ҡоштар эшләй ҙә ултыртып ҡуя. Уйынсыҡтарға ҡытлыҡ кисергән ваҡытта был беҙҙең өсөн дә, балалар өсөн дә оло ҡыуаныс ине. Был тиклем һөнәргә ҡайһы ерҙә өйрәттеләр һине, тип һорағас, мин бит 1-се педагогия колледжын бөтөрҙөм, тигәйне йылмайып. Һоҡландым да, көнләштем дә шул саҡ тәрбиәсемә. Бер нисә йылдан һуң үҙем дә ошо уҡ колледжға эшкә килдем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1359 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туғанлыҡ ул — ҡандағы йырБашҡорт теле

Башҡорт теле! Уралымда
Затым өсөн һин рух түле.
Миңә һин — яҙмыш, ә кемгә —
Сәхнәләгесә роль теле.

Башҡорт теле! Тарихында
Бер кемгә лә юҡ ләғнәте.
Тик үҙенсә иретмәктә
Көсәнмәне кем лөғәте.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1509 тапҡыр // Тотош уҡырға
Пакистан хөкүмәте АҠШ-ҡа һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына протест менән мөрәжәғәт итте. Ошо көндәрҙә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Хәрби-Һауа көстәре Пакистан сигендәге блокпосҡа һөжүм иткән. Һөҙөмтәлә 25 хәрби һәләк булған, 14 кеше төрлө тән йәрәхәте алған.
Пакистандың Премьер-министры Сәйет Йософ Раза Ғиллани был һөжүмде “илдең суверенитетына ҡул һуҙыу” тип баһалай. Исламабад Вашингтонға артабан “Шамси” авиабазаһын ҡулланырға бирмәйәсәген белдерҙе, уны 15 тәүлек эсендә бушатырға ҡушҡан. Шулай уҡ Афғанстанға автомобиль маршруттарының ябыласағын да иҫкәрткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1292 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ирланд диңгеҙенең Уэльс ярҙары эргәһендә бәләгә тарыусы судноның моряктарын ҡотҡарыу операцияһы туҡтатылған. Уларҙың иҫән ҡалыуы икеле.
Судно Уэльс ярҙарынан Уайт утрауына өс мең тонна эзбиз ташы алып барған. Йәкшәмбе төндә ул штормға эләгә. Көслө ел арҡаһында карап икегә ярыла һәм бата. Судно командаһы һигеҙ кешенән торған, уларҙың бөтәһе лә – Рәсәй граждандары. Ике морякты ҡотҡаралар, улар иҫән-һау. Тағы берәүҙең мәйете диңгеҙҙән табыла. Биш кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Фажиғә булған урында һыуҙың йылылығы 15 градус ҡына, шуға моряктарҙың иҫән ҡалыуына ҡотҡарыусылар шикләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1114 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан юлдаш телеканалында башҡорт телендә тәүге тапҡыр “Аҙна яңылыҡтары” тип исемләнгән тапшырыу эфирға сыҡты.
Хәбәрселәр Рафиҡ Әхмәтшин, Илдар Байбулатов, Рәмзиә Кәримова, Лилиә Тунасова сюжеттарында аҙнаның көн үҙәгендә торған хәл-ваҡиғаларҙы сағылдыра. Тапшырыуҙы алып барыусы Айнур Кәбиров оператив мәғлүмәткә, төплө аналитикаға ҡоролған сюжеттарға өҫтөнлөк биреүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Тапшырыу һәр йәкшәмбе 12 сәғәт 30 минутта эфирға сығасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1998 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыл башынан республикала 4 200 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 580 кеше һәләк булған. Миллиондан ашыу административ хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуйылған.
Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, юлдарҙа хәл тотороҡло, авариялар һаны кәмегән. Иҫерек килеш рулгә ултырыусылар, йәйәүлеләрҙе тапау кеүек юл-транспорт ваҡиғалары һирәгәйгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1015 тапҡыр // Тотош уҡырға
Федераль антимонополия хеҙмәте республикала социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы анализлағандан һуң, үткән аҙнала ҡарабойҙайға хаҡтың 39 процент самаһына кәмеүен белдерҙе. Шулай уҡ ондоң хаҡы төшкән.
Юғары сортлы ондоң хаҡы 30 – 60, беренсе сортлы ондоҡо — 25 – 55, арыштыҡы 13 – 26 процентҡа арзанайған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1252 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы граждандарҙың мөрәжәғәте буйынса үткәргән тикшереүҙәренән һуң, белем биреү усаҡтары эргәһендә тәмәке менән сауҙа итеүсе 60 нөктә булыуын асыҡлаған.
Мәҫәлән, баш ҡаланың Ҡулса урамындағы шәхси эшҡыуарҙың кибете Башҡорт лицей-интернатынан 50 метр алыҫлыҡта ғына урынлашҡан. Ошондай уҡ хәл Мәләүез ҡалаһында теркәлгән. Йыл башынан күҙәтеү ведомствоһы Федераль законды боҙған өсөн 86 административ штраф һалған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1716 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ял көндәрендә үткән йәрминкәләрҙә хужалыҡтар 389 тоннанан ашыу ит һатҡан. Ҡала халҡы, ғәҙәттә, һыйыр итенә өҫтөнлөк бирә ( 187 тонна), сусҡа ите – 93,2 тонна, һарыҡ ите – 58,8 тонна, йылҡы ите 8,4 тонна һатылған.
Шулай уҡ ҡош-ҡорт ите лә кәштәләргә мул сығарылған: 11,5 тонна ҡаҙ, 10,6 тонна тауыҡ, 3 тонна өйрәк. Ит йәрминкәләре республиканың 12 ҡала һәм өс районында үткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1184 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 24 Алға
Бит башына