Быйылғы һайлауҙар һуңғы ун йыллыҡта иң ауырҙарҙың береһе булмаҡсы. Был хаҡта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары, Өфөнөң почетлы граждандары, ветерандар һәм баш ҡаланың йәмәғәт әүҙемселәре менән осрашҡан сағында белдерҙе.
Бөгөн партияға һәм дәүләтебеҙ етәкселәренә ҡаршы тыйылған юлдар менән көслө көрәш бара.
— Партияға үҙенең дөрөҫлөгөн һәм көсөн күрһәтер ваҡыт етте. Бөгөн, ун йыл элекке менән сағыштырғанда, хәлдәр бөтөнләй башҡа. Әммә халыҡтың ихтыяжы беҙҙең йүнәлештән алдараҡ бара, һәм был дәғүәселәргә тәнҡит өсөн урын ҡалдыра, — тине Рөстәм Хәмитов. — Шуға күрә хәҙер беҙ “Власть халыҡ өсөн” тигән лозунг буйынса эшләйбеҙ. Бары халыҡҡа таянып ҡына ыңғай һөҙөмтәләргә, алға китешкә өлгәшә аласаҡбыҙ.
// Уҡынылар: 957 тапҡыр // Тотош уҡырға
2012 йылдың 4 мартында ил Президентын һайлау буласаҡ. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы исеменән кандидат итеп Владимир Путин күрһәтелде. Был хаҡта уҙған ял көндәрендә Мәскәүҙә үткән партия съезының икенсе этабында билдәле булды.
— Рәсәйгә аҡыллы һәм көслө етәксе кәрәк. Ул беҙҙең граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡларға ғына түгел, бурыстары тураһында ла иҫтәренә төшөрөргә тейеш. Ундай кеше беҙҙә бар. Ул — Владимир Путин, — тине Рәсәйҙең халыҡ артисы, кинорежиссер Станислав Говорухин.
Владимир Путиндың кандидатураһын шулай уҡ Бөтә Рәсәй “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы, Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронты вәкилдәре, улар араһындағы күп балалы әсәләр, эшселәр һәм көс структуралары вәкилдәре хупланы.
// Уҡынылар: 1220 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙең башҡа илдәр алдында абруйы нығынғандан-нығына. Хәҙер барыһы ла беҙҙең менән иҫәпләшергә мәжбүр. Илебеҙ үҙ баһаһын белеп кенә, һис ашыҡмай, ел-дауылға бирешмәй, ышаныслы алға барған карапты хәтерләтә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер дәүләттәрҙең хата аҙым яһап, терһәген тешләр хәлгә етеүе күҙәтелә.
Пакистан АҠШ менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрен ҡырҡа үҙгәртмәксе: үҙ биләмәһендә урынлашҡан Америка авиабазаһын ситкә күсереүҙе талап итте һәм «тыныслыҡ урынлаштырыусылар»ға Афғанстанға көньяҡтан юлды ябыу менән янаны. Быға афған талиптарына ҡаршы хәрби операцияла ҡатнашыусы НАТО самолеттарының, яңылышып китеп, Пакистан армияһының һаҡ посын бомбаға тотоуы, һөҙөмтәлә 30 кешенең һәләк булыуы сәбәпсе. Ошондай уҡ хәл быйыл сентябрҙә лә булғайны: бомбаларҙың яҙа китеүе арҡаһында өс һалдатын юғалтҡас, Пакистан НАТО армияһын хеҙмәтләндереүсе йөк транспортының 70 проценты үткән «көньяҡ коридор»ҙы ике аҙнаға япты.
// Уҡынылар: 1133 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика Советының күсмә ултырышы быйыл 25 ноябрҙә Малаяҙҙа үтте. Унда төньяҡ-көнсығыш төбәктәрҙең — Салауат, Балаҡатай, Дыуан, Мәсетле, Ҡыйғы райондары халҡының һаулығын һаҡлау мәсьәләләре ҡаралды.
Киңәйтелгән ултырышта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең баш дәүләт санитар табибы Геннадий Онищенко, Рәсәй мотлаҡ медицина страховкалауы системаһын модернизациялау идаралығы етәксеһе Ольга Царева, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев, ҡала, район хакимиәттәре башлыҡтары, уларҙың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, дауаханаларҙың баш табиптары, шифаханалар директорҙары ҡатнашты.
Төшкә тиклем Башҡортостан Президенты һәм Мәскәү ҡунаҡтары тулыһынса төҙөкләндерелгән Малаяҙ дауаханаһында булды, ҡала, район хакимиәттәре башлыҡтары Дыуан районын сәфәр тотоп, яңыртылған Мәсәғүт дауаханаһын ҡараны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1396 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуңғы осорҙа "Салауат Юлаев" хоккей клубы тураһындағы хәбәрҙәр спорт донъяһын түгел, ә фронт яңылыҡтарын хәтерләтә. Көйәрмәндәр араһында команданың киләсәгенә бәйле байтаҡ имеш-мимеш йөрөй, һәр кем был миҙгелдәге уңышһыҙлыҡтың сәбәбен үҙенсә аңлатырға тырыша. Әммә шуныһы бәхәсһеҙ: Континенталь хоккей лигаһы чемпионы насар уйнарға тейеш түгел. Ни тиһәң дә, "Салауат" өсөн Өфө генә түгел, ә тотош республика халҡы "ауырый".
"Ҡара октябрҙән" һуң команда уйынсылары араһында "таҙартыу"ҙар башланды. Иң тәүҙә легионерҙарға эләкте: клуб хужалары "Салауат"та чемпион исемен яулаған Якуб Клепиш менән Роберт Нильссондан баш тартты. Һуңынан баш тренер Сергей Михалев менән дә "хушлаштылар". Команданың "теҙгене" Венер Сафиндың ҡулына күсте. Беҙгә "Нефтехимик"ка юлланған Владимир Голубовичты, фин Раймо Сумманенды һәм башҡаларҙы баш тренер итеп "ҡоҙалап" ҡаранылар. Әммә клуб етәкселеге үҙебеҙҙең кадрға өҫтөнлөк бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1206 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Яртың бармы?"Ҡырҡ йыл ситтә йөрөгәндән һуң, тыуған ауылымды бер күреп китәйем әле тип, ҡайтып киләм. Үҙгәргәндер инде. Ә минең күҙ алдымда элекке ауыл тора. Мал-тыуарын йыйғас, киске һалҡында Әхмәт бабай ҡапҡа төбөнә сығып ултырған да, уның янына Сәмиғулла бабай килеп Туҡайҙың: “Ә шулаймы? Аҡса барҙа барыһы ла дуҫ та, барыһы ла йәр. Аҡса еҫе сыҡмай торһа, барыһы ла яныңдан тайыр”, — кеүек һүҙҙәре менән телмәрен һөйләйҙер һымаҡ. Фәрхиямал әбей ҙә, әле булһа ауырыуҙар янына килеп, өшкөрөп-төкөрөп, матур-матур һүҙҙәр әйтеп, йыуатып йөрөйҙөр кеүек.
Беләм, уларҙың күптән йәндәре йәннәттә. Мин үҙем дә пенсиялағы олоғайған кеше...
Ком: 0 // Уҡынылар: 1244 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә Ай тотолдоОшо ғәжәйеп күренеште ҡарарға халыҡ күп йыйылды. Көтөлмәгән хәл бит, был хаҡта хатта астрологтар ҙа иҫкәртеп өлгөрә алмай ҡалды, сөнки башҡа тарафтарҙың күгендә һин дә мин йөҙгән Ай нәҡ Өфөбөҙҙә килеп тотолһонсо әле! Ләкин шуныһы ҡыҙыҡ: Ай тотолоуҙан донъяны ҡараңғылыҡ баҫманы, киреһенсә, ғаләм яҡтырып киткәндәй тойолдо.
Ниндәй сәйер күренеш һуң ул, тип аптырайһығыҙмы? Улайһа, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына барып ҡарағыҙ, үҙ күҙегеҙ менән күрерһегеҙ: Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһы буйынса театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов ҡуйған спектакль бара унда.
Әлбиттә, был классик әҫәр күптән инде драматургиябыҙҙың алтын фондына инеп, республикабыҙ театрҙары сәхнәһенән төшкәне юҡ. Уны ҡасан һәм ниндәй режиссер ҡуйһа ла классик әҫәр һис әһәмиәтен юғалтмаҫ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1569 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәмиҙе сәхнәлә күреп...Рәми Ғариповтың исеме яңғырағанда һәр саҡ күңел тетрәп, йөрәк һыҙлап китә. Шағирҙың: “Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ!” – тигән ялҡынлы юлдары һәр кемде, бигерәк тә йөрәгендә халҡы булғандарҙы тағы ла дөрләтеп ебәрә. Шуға ла Рәми Ғарипов исеме милләт тип янған ижад кешеләрен һәр саҡ уйға һала, уның аяныслы яҙмышы тотош халыҡ яҙмышы булараҡ иҫкәртеп, әленән-әле хәтерҙе уятып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1520 тапҡыр // Тотош уҡырға
28 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә
Башҡорт дәүләт филармонияһының Зур залында
«Башҡортостан» гәзите редакцияһы
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты менән берлектә
«Йүнселлекте ҙурлай «Башҡортостан» тигән театрлаштырылған тамаша үткәрә.
Матбуғат байрамында танылған артистар, билдәле эшҡыуарҙар, гәзиттең даими авторҙары, редакция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ.
Кисәлә һеҙҙе лотерея уйыны, ҡиммәтле бүләктәр көтә.
Ошонда уҡ «Башҡортостан» гәзитенә яҙылыу ойоштороласаҡ.
Инеү бушлай.
Рәхим итегеҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1358 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелдәрҙә йәшәй ышанысКонцертҡа һуңлап ҡуймайым тип, мәҙәниәт һарайына ашығып китеп барам. Ҡараһам, гәзит киоскыһы алдында таныш кеше баҫып тора. Бәй, был бит “Юлдаш” йыры-2010” конкурсында ҡатнашып, танылып өлгөргән һәүәҫкәр йырсы Риф Бикбаев икән дәһә.
Радиола көн һайын тигәндәй уның “Булмаһын юғалтыуҙар” исемле йыры яңғырай. Иҫәнләшмәй булмаҫ тип, уға табан атланым:
— Сәләм, ағай, ни эш ҡылып йөрөйһөң?
— Концертта сығыш яһарға саҡырғайнылар әле. Күгәрсен районы менән Өфө араһын йыш тапап, ҡайһы саҡта өйгә алдырған гәзитте уҡырға ла өлгөрөп булмай. Бына, милли баҫмаларыбыҙҙың һуңғы һандарын алып кинәнмәксемен. Үҙең ҡайҙа юл тотаһың?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1445 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 24 Алға
Бит башына