Тотороҡлолоҡҡа ынтылышРәсәйҙең Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау Башҡортостанда тыныс, эшлекле шарттарҙа барҙы. Халыҡтың әүҙемлеге һәм сәйәси йәһәттән уяулығы, сараны ойоштороусыларҙың үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауы арҡаһында етди етешһеҙлектәргә юл ҡуйылманы.
Барлыҡ ҡала һәм райондарҙа ла халыҡҡа гражданлыҡ бурысын үтәү өсөн һәр йәһәттән уңайлылыҡ булдырырға тырыштылар: физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең, хәрби хеҙмәттәгеләрҙең, ваҡытлыса иркенән мәхрүм ителгәндәрҙең янына комиссия ағзалары үҙҙәре килде; мөһим сара мәлендә республиканан ситкә сығырға мәжбүр кешеләр башҡа ерҙә һайлауҙа ҡатнашыу өсөн махсус танытма алды; тәғәйен йәшәү урыны булмағандарҙы ла онотманылар; йола буйынса, һайлау участкаларында беренсе булып тауыш биреүселәргә бүләктәр, грамоталар тапшырылды.
// Уҡынылар: 1079 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киләсәккә яҡты өмөт менән“Һайлау беҙҙең ғаилә өсөн һәр ваҡыт байрам кеүек!” — ти Өфөнөң Дим районында йәшәүсе Миңлейәровтар. Беҙ уларҙы тауыш биргән саҡтарында күреп ҡалдыҡ. Һайлау участкаһына бишеһе бергә килгәндәр, хатта әлегә тауыш биреү хоҡуғы булмаған кескәй Батыр ҙа эйәргән.
— Дөрөҫөн генә әйткәндә, тотош ғаиләбеҙ менән һайлауға быйыл тәүге тапҡыр барабыҙ. Быға тиклем малайҙарҙың йәше етмәгәйне, бер осорҙа армияла булдылар, шуға күрә төрлөбөҙ төрлө ваҡытта бара инек, — ти Сәғирә Әхмәт ҡыҙы.
Сәғирә һәм Рәфит Миңлейәровтарҙың ғаиләһендә өс ул үҫә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1265 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сеймал баҙарында тәртип юҡТуймазы районында беҙҙе уратып алған мөхиттең таҙалығы менән бәйле уникаль предприятие бар. Ул полимер ҡалдыҡтарын эшкәртә. Ошо төбәк өсөн әһәмиәте нимәлә уның? Табыш килтерә аламы был шөғөл?
— Бер тотонғас, ныҡлы етештереү базаһы булдырырға кәрәк, — ти эшҡыуар Фәнис Ғәниев. — Элекке район йылылыҡ селтәрҙәре цехына яңы ҡорамалдар ҙа ултырттыҡ. Бөгөн бында 50-гә яҡын кеше эшләй.
Предприятиеның асылыуы күрше Раевка ауылына яңы һулыш бирә, сөнки унда көн күргән халыҡ элек район йылылыҡ селтәрҙәрендә эшләгән. Цех ябылғас, эшһеҙ ҡалған ауыл халҡы яҡында ғына яңы производство барлыҡҡа килеүен ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1050 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ул йығылды, ләкин башҡаларға ғүмер бирҙе, юҡҡа ауманы...”Һуңғы һалдатты ер ҡуйынына бирмәйенсә, һуғыш тамамланған тип иҫәпләнмәй
Бөйөк Ватан һуғышы тиҫтә-тиҫтә йылдар төпкөлөндә ҡалһа ла, миллиондарса кешенең күңеле тынысланмай. Хәҙер һуғыштың афәтен, утты-һыуҙы үткән ветерандар, тылдың аслы-туҡлы михнәттәрен кисергән инәйҙәр ҙә бик аҙ. Хатта бала саҡтарында кәлйемә, ҡыҫыр башаҡ, үлән эҙләп тамаҡ аҫраған, билдән ҡар йырып урман киҫкән, нығынып та етмәгән иңдәрендә йөҙәр саҡрымда ятҡан станцияларҙан орлоҡ ташыған, станоктар артында баҫып торған 10–14 йәшлек малай-ҡыҙҙарҙы ла шул заманда алған ауырыуҙары арабыҙҙан алып китә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2019 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Урал батыр” — төрлө телдәрҙәБашҡорт халҡының "Урал батыр" эпосын башҡарыусыларҙың республика конкурсын ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан комитеты, республикабыҙҙың Мәғариф министрлығы, Мәскәү хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Башҡорт социаль технологиялар институты филиалы ойошторҙо.
Маҡсаты – балаларҙа фольклорға һөйөү уятыу, әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, республикабыҙҙы төйәк иткән халыҡтарҙа тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, йәштәрҙе фәнгә ылыҡтырыу.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2009 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туҡтатырлыҡ түгел туҡһан даУларҙың өсөһөн бергә күргән һайын күҙ алдыма өс баһадир, өс бәһлеүән килеп баҫҡандай була. Һуңғы ваҡытта уҙған әҙәби сараларҙа, оло юбилей кисәләрендә уларҙы бергә күреп шатланам. Өсөһөнөң береһе булмаһа ла нисектер күңел бөтөнлөгө юғалып киткәндәй.
Бына тағы уларҙы бергә күреп ҡыуандым. Ваҡиға ла ҙур ине, әлбиттә. Өсөһө лә бергә булмау мөмкин дә түгел.
Баһадирҙарҙың да баһадиры Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевҡа 90 йәш тулыуҙы барлыҡ республика йәмәғәтселеге байрам итә башлаған көндәр ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1775 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ауыл уттары” ла ҡушылдыЙылайыр районының “Ауыл уттары” редакцияһы коллективы “Барлыҡ коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына ҡушылып, гәзиткә яҙылып та ҡуйҙы. Баҫманы яратып уҡыйбыҙ, эшебеҙҙә файҙаланабыҙ, ул — төп кәңәшсебеҙ, ти улар. Редакцияла ҡырҡ йылға яҡын эшләгән матбуғат ветерандары Фәрит Мортаев, Ильяс Такалов, Борис Солтанов “Башҡортостан”дан айырылғандары юҡ.
— “Башҡортостан” — беҙҙең өҫтәл баҫмаһы, — тип башланы һүҙен баш мөхәррир Ильяс Исмәғил улы. — Гәзит беҙгә һәр яҡтан өлгө. Һуңғы ваҡытта уның халыҡҡа яҡын булыуы оҡшай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2748 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙенсәлекле байрам: күптәр ҡалды хайран!«Башҡортостан» гәзите яңыраҡ үҙ дуҫтарын Башҡорт дәүләт филармонияhының ҙур залына үҙенсәлекле байрамға йыйҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты hәм билдәле башҡорт эшҡыуарҙары ярҙамында ойошторолған кисәнең «Йүнселлекте ҙурлай «Башҡортостан» тип аталыуы осраҡлы түгел: hуңғы осорҙа гәзиттә баҙар иҡтисады шарттарында, шәхси кәсепкә таянып, етеш йәшәүсе замандаштар хаҡында мәҡәләләр йыш баҫыла, редакция ошо йүнәлешкә етди иғтибар биреүҙе, милләттәштәребеҙҙе бизнесҡа күберәк йәлеп итеүҙе өҫтөнлөклө бурыстарҙың береhенә әйләндерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1747 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күп кенә дәүләттәрҙең зиндандарына Рәсәй граждандарын ябыу мауыҡтырғыс бер уйынға әүерелде, ахыры. Йә Норвегия күршебеҙ, Рәсәй һыуҙарынан беҙҙең үк балыҡсыларҙы ҡыуып, уларҙы әсир төшөрөргә маташа. Йә Бөйөк Британияла, йә Алманда, йә Грузияла Рәсәй “шпиондарын” күпләп тотоп алалар. Америка Ҡушма Штаттары осоусы Ярошенконы, наркотиктар ташыуҙа ғәйепләп, төрмәгә япты. Ғәйебе асыҡлап та еткерелмәгән эшҡыуар Бут зинданға ғүмерлеккә бикләнеүе ихтимал. Үрмәксенән күрмәксе тигәндәй, тажик туғандар ҙа урыҫ милләтле ике осоусыны оҙаҡ ваҡытҡа тотҡонлоҡҡа хөкөм иткәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1315 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикабыҙ халҡына видеомөрәжәғәтендә белдереүенсә, Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау ойошҡан рәүештә һәм уңышлы үтте.
– Һайлаусыларҙың барыһына ла яуаплылыҡ күрһәткәндәре, гражданлыҡ позицияһы, илебеҙ яҙмышы өсөн әһәмиәтле һәм кәрәкле эштән ситтә ҡалмағандары өсөн рәхмәт белдерәм, – тине ул.
// Уҡынылар: 1141 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йохан БЕКМАН, Финляндиянан килгән күҙәтеүсе:
– Һайлау бик тыныс үтте, халыҡтың ихласлығы ҡыуандырҙы. Тауыш биреү бюллетендәрен эшкәртеүсе аппараттарҙың көйлө эшләүен күрҙек, был ҡорамал – Европа өсөн һәйбәт яңылыҡ. Үҙәк һайлау комиссияһы эште оҫта ойоштора, уларға ҡарата бер ниндәй дәғүә юҡ. Күтәренке кәйефтә ҡайтабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 937 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең милли һәм олимпияға ҡарамаған спорт төрҙәре комитетының Попечителлек советына инде. Спорт ойошмаһы идараһының 1 декабрҙә Мәскәүҙә уҙғарылған ултырышында республика башлығының кандидатураһы бер тауыштан раҫланды.
Ултырышта шулай уҡ комитеттың Попечителлек советы тураһындағы положение раҫланды һәм 2012 йылға эш планы тикшерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1051 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт халҡы тарихында Батыршалар күп булған. Уларҙың иң танылғаны, даны быуаттарҙан быуаттарға күсә килгәне — 1755 — 1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәксеһе Батырша. Заманына күрә уҡымышлы был башҡорт шәриғәт белгесе мәҙрәсә тотҡан диндар, үҙ халҡының яҙмышы өсөн йәнен фиҙа ҡылыр шәхес булған.
Батырша башҡорттоң башын эйҙерергә, ергә сүктерергә маташҡан батша власына ҡаршы сыға — халыҡҡа өндәмәләр яҙып тарата, ихтилал әҙерләй, динде яҡлап көрәшә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 914 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бынан бер нисә йыл элек йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн район хакимиәтенең йәштәр бүлегендә сиратҡа торҙоҡ. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң шылтыраталар: “Һеҙҙең мәсьәлә ыңғай хәл ителде. Тиҙҙән фатир аласаҡһығыҙ, шуға өс көн эсендә белешмәләрҙе яңыртығыҙ”. Бына һиңә мә! 15 төрлө белешмә йыйыуҙы өс көн эсендә түгел, өс аҙна эсендә саҡ теүәлләргә мөмкин. Нисек йүгергәнебеҙҙе белһәгеҙ! Әгәр был хәл алдағы 2012 йылда булһа, ул тиклем ыҙаламаҫ инек, сөнки 1 июлдән граждандарға дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеү күпкә еңелләшәсәк. Кәрәкле документтарҙы, мәҫәлән, йәштәр бүлеге төрлө ведомстволарҙан үҙе юллап алырға тейеш буласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 717 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйылғы йәй, ниһайәт, Асылыкүлде барып күрергә булдым. Исмаһам, данлыҡлы күлебеҙҙә рәхәтләнеп һыу инермен, кинәнеп балыҡ ҡармаҡлармын, ҡаҡшаған нервыларым тынысланыр тигәйнем.
Таң менән юлға сыҡтым. Көн шундай матур! Кәйеф шәп. Йырға әллә ни маһирлығым булмаһа ла:
Асылыҡай буйы — аҫыл таш,
Юрмый буйҡайҙары — йәшел таш, — тип көйләп ебәргәнемде лә һиҙмәй ҡалдым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1281 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына