Йыл үҫәһен, ай үҫә ул,
Ай үҫәһен, көн үҫә...
Өфөм, һине уйлағанда
Әкиәт иҫкә төшә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1136 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туйҙа атылған шампандар
Тормошҡа
Старт ҡына.
Ҡарҙай аҡ туй күлдәгенә
Күпме
Бысраҡ ҡуна.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1004 тапҡыр // Тотош уҡырға
И, балалыҡ уйындары:
"Мин — бейектә,
Һин — түбән..."
Бәүелсәктә бер атынһаң,
Күккә тейерҙәй
Түбәң.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1005 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мин бушлыҡта йөҙөп
Йөрөгәнмен
Ташлағандай карап
Ер шарын.
Орбитаңа
Килеп кергәс кенә
Белдем һиндә
Хәтәр көс барын:
Ком: 0 // Уҡынылар: 854 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Бүләк" һүҙе "бүлә" тигән һүҙҙән,
Беләм уны кемдәр бүлгәнен.
Үҙем дә ҡул сабып торғаным бар,
Тапшырғанда дәүләт бүләген.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1085 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөхәббәтем
Иҫке шарап һымаҡ,
Ул иҫкергән һайын,
Көслөрәк...
Йөрәгемдә
Оҙаҡ һаҡланғанға
Тоноҡлана
Һәм хуш еҫлерәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1007 тапҡыр // Тотош уҡырға
* * *
(шаярыу)
Р.Д.С.
Эсә тиҙәр ҙә һөйләйҙәр...
(Үҙҙәре кемдәр әле!)
Беҙ эскәнгә, ҡулды ҡыҫып,
Рәхмәт әйтһендәр әле:
Ком: 0 // Уҡынылар: 997 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гонаһһыҙҙар булһа әгәр
Һәм саф икән
Берегеҙ,
Ғәйепләмәм, ул саҡта таш
Башлап миңә
Бәрегеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1144 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер маҡталыр өсөн бәғзе
Кәмселеккә төшә.
Ғәжәп.
Юғала намыҫ, илтифат,
Юғала унда
Әҙәп.
Ком: 0 // Уҡынылар: 881 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелемдә
Шатлыҡ табын ҡора,
Күңелемдә бөгөн
Туй мәле.
Был мәжлестең
Мин кейәүе булып,
Бер тост әйткем килә,
Ҡой әле!
Ком: 0 // Уҡынылар: 888 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 15 Алға
Бит башына