Поэма

"Ат биреп тор әле, ағай..."
Мохтажлыҡ ине атҡа.
Күпме тапҡыр мин ат һорап,
Йөрөнөм бала саҡта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1370 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юлға сыҡтым.
Юл сатында яҙыу,
Икеләнеп ҡалдым
Шуға ла:
"Уңға китһәң —
Башһыҙ ҡаласаҡһың,
Һулға китһәң —
Атың юғала!"
Ком: 0 // Уҡынылар: 909 тапҡыр // Тотош уҡырға
(шаярыу ҡатыш)

Әкиәтең хаҡлы һинең, урыҫ,
Бәхет юлдаш һәр саҡ
Дүрәккә:
Йоҡлап ятып,
Алтын һарай һала,
Батша ҡыҙын ала,
Кәрәкһә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1118 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дуҫтар һорай:
"Хәлдәр нисек әле?"
Һәйбәт, тимен,
Һәйбәт әлегә.
Эстән генә рәхмәт әйтеп ҡуям,
Кергән өсөн
Минең хәлемә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1044 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ер әйләнә тәгәрмәстәй,
Сейләнә
Күсәрҙәре.
Ғүмер — арба,
Ә секундтар —
Арбаның
Күсерҙәре.
Ком: 0 // Уҡынылар: 958 тапҡыр // Тотош уҡырға
Минең хаҡта,
Көсөк кеүек,
Бер һүҙ сабып китте
Бер көн.
Ҡул һелтәнем:
Зыяны юҡ,
Өрә икән, әйҙә,
Өрһөн.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1032 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йырҙарымды
Шарап итеп,
Бокал итеп
Йөрәкте,
Кешелеккә
Тост әйтергә
Мине
Донъя өйрәтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 898 тапҡыр // Тотош уҡырға
Диоген шәм тотоп
Йөрөр булған,
Көпә-көндөҙ
Кеше эҙләгән...
Шул ҡарт кеүек,
Йөрәгемде тотоп,
Алдарыңа барып
Теҙләнәм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1149 тапҡыр // Тотош уҡырға
Даны... орден булып ҡайттыОшо көндәрҙә Байғаҙы ауылында ғәҙәти булмаған сара үтте, сөнки уның геройы беҙҙең арала күптән юҡ инде. Миллионлаған ҡорбандар аша яуланған Еңеүгә 66 йыл үтеп китһә лә, уның шаңдауы бөгөн дә ишетелә.
Байғаҙынан һуғышҡа 62 ир-егет китеп, шуның 24-е яу яланында ятып ҡалған, ә 38-е төрлө тән яралары менән әйләнеп ҡайтып, ең һыҙғанып тыныс тормош төҙөүҙә ҡатнаша, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә. Һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан һалдаттар араһында Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған өлкән сержант Дамулла Фазулла улы Баязитов та була. Хәйер, Дан ордены биреү тураһындағы бойороҡто ишетеп, уны ҡулына ала алмағанына ғүмере буйы әсенеп йәшәй ветеран. Бына ҡанлы һуғыш тамамланыуға 66 йылдан ашыу ваҡыт үткәс, ниһайәт, орден батырҙы эҙләп тапты.
Орденды тәүҙә ветерандың улы Марс Баязитов юллай башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1182 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уйҙар, уйҙар...“Хәсрәт хәсрәткә оҡшамай, хәсрәт һауыттары бушамай”, — тигәндәй, донъя мәшәҡәттәрҙән, ҡайғы-михнәттәрҙән генә торған кеүектер. Мәҫәлән, үткән быуаттың 90-сы йылдарында илдәге ҡоролош үҙгәртелгәс, халыҡ шаңҡып ҡалды. Нисәмә йылдар хәсрәтте лә, шатлыҡты ла уртаҡлашып йәшәгән тотош бер ил тарҡалһын әле?! Ярай, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендәге кеүек колхоз һәм совхоздар шунда уҡ таратылманы. Күрәһең, халыҡҡа илдең ҡайҙа барасағын, алда нимә буласағын күҙаллау өсөн ваҡыт бирелде. Мөлкәт шәхси ҡулдарға күсә башлағас, элекке эш урындары юҡҡа сыҡты, кешегә йән аҫрау өсөн мөмкинлектәр кәмене.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1070 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына