13-сө халыҡ шағиры, 7-се халыҡ яҙыусыһыТәбиғәтте, тормошто шиғри күңел менән ҡабул итә белеү бала саҡта һалына. Әгәр кеше ғүмере дауамында шул балалыҡ хистәрен юғалтмай икән, тимәк, ул — шағир йә яҙыусы. Ҡәләм әһелдәре хаҡында, бала йәнле кеше, тип юҡҡа әйтмәйҙәр, күрәһең. Ләкин ул — “тәтәй”гә әүрәүсе сабый түгел, ә балаларса күңел сафлығы менән кешеләрҙең йөрәген имләүсе.
Кисә Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәт йортонда нәҡ ана шундай ике улын хөрмәтләү тантанаһы булды.
“Был бүләктәр лайыҡлы улдарын тапты.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1312 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тау-тау хәбәр” яңылыҡ көтәДуҫтар! “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалындағы “Тау-тау хәбәр” тапшырыуы ифрат шәп, эйеме? Әйҙәгеҙ, унда бергәләп аралашайыҡ!
Хәбәрҙәрҙе тапшырыуҙың электрон почтаһына (goranews@mail.ru) яҙып ебәрергә, 8 347 2731947 телефонына мөхәррирҙәргә шылтыратып әйтергә мөмкин. Иң ҡыйыуҙар Башҡортостан юлдаш телевидениеһында көн дә сәғәт дүртенсе яртыла, “Юлдаш” радиоһында шишәмбе һәм кесе йома көндәрендә дүртенсе ун биш минутта ойошторолған тура эфирға сыға ала. Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк!
Ком: 0 // Уҡынылар: 2431 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Сулпан” яҡтылыҡ өләшәҠәҙерле балалар! Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта — Пермь крайының Чернушка ҡалаһындағы “Сулпан” башҡорт ансамбле. Унда тиҫтерҙәрегеҙ ҙур теләк менән йөрөй.
Бәләкәс милләттәштәребеҙ башҡорт халҡының фольклорын, йолаларын үҙләштерә, бейергә, йырларға өйрәнә. Егеттәр ҡурайҙа оҫта һыҙҙыра, ҡыҙҙар милли аш-һыу серҙәренә төшөнә.
“Сулпан”дар Пермь крайының, башҡа күрше-тирә төбәктәрҙең тамашасыларын сағыу сығыштары менән йыш ҡыуандыра. Уларҙы һәр ерҙә көтөп алалар, яраталар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 986 тапҡыр // Тотош уҡырға
Татыулыҡҡа тау ҙа ҡыҙыҡҡан– Минең улым тыуҙы-ы-ы!
Донъяға сабыйы тыуған йәш атай ҡыуанысынан ни эшләрен белмәй.
Бәхетлене ҡотларға, шатлығын уртаҡлашырға туған-тыумасаһы, күрше-тирәләре, дуҫ-иштәре килеп етә, матур-матур теләктәр яуҙыра.
– Батыр бул!
– Тәүфиҡ ташламаһын!
– Хоҙай күңел киңлеге бирһен!
– Дуҫлыҡтың, туғанлыҡтың ҡәҙерен белеп үҫ!
Ком: 1 // Уҡынылар: 1234 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөйөк рәссамдың талантына иғтибар кәмемәйБашҡортостан мәшһүр урыҫ рәссамы, Башҡорт дәүләт художество музейына нигеҙ һалыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Васильевич Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуға әҙерләнә. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте ошо хаҡта хәбәр итте.
Өфөлә тыуған бөйөк рәссамдың талантына һәм мираҫына иғтибар әле лә һис кәмемәй.
— Михаил Васильевич сәнғәт донъяһында күренекле шәхес булып ҡала, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, юбилейҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина. — Бөйөк оҫтаның тыуыуына 150 йыл тулыу — республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда иҫтәлекле ваҡиға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1469 тапҡыр // Тотош уҡырға
Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү квитанциялары үҙгәрәсәк. Улар ярҙамында түләүҙең дөрөҫ иҫәпләнеүен тикшерергә мөмкин. Рәсәй төбәктәр үҫеше министры Виктор Басаргин яңы түләү ҡағыҙын раҫланы. Идарасы ойошмалар уларҙы барлыҡ төбәктәрҙә лә ҡулланырға тейеш.
Башҡортостандың Дәүләт торлаҡ инспекцияһында хәбәр итеүҙәренсә, яңы документтың төп айырмаһы шунда: бынан ары һәр ресурс (йылылыҡ, яҡтылыҡ, эҫе һәм һыуыҡ һыу) өсөн түләү ике өлөшкә — шәхси ҡулланыу (фатирҙағы иҫәп-хисап приборҙары йәки ҡулланыу нормативтары буйынса) һәм дөйөм йорт (йорттағы иҫәпләү приборҙары буйынса) ихтыяждарына бүленәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 963 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сөн буйындағы төбәктәШаран районының гүзәл тәбиғәте күңелдәрҙе ниндәйҙер сихри бер моңға күмә төҫлө. Көмөш һыулы шишмәләре, зәңгәр тулҡынлы күлдәре, һөҙәк тауҙар теҙмәһе был төбәккә айырыуса бер күркәмлек өҫтәй. Йырҙарҙа данланған Сөн йылғаһы ла үҙенең сығанағын ошо бәрәкәтле ерҙән ала. Районда башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, мариҙар, сыуаштар һәм башҡа милләт вәкилдәре үҙҙәренең көндәлек хеҙмәте менән шул ерҙе биҙәргә, элекке быуындар тарафынан йыйылған матур традицияларҙы ҡәҙерләп һаҡларға тырыша.
Һуңғы йылдарҙа район социаль-иҡтисади үҫештә ырамлы ғына аҙымдар яһаны. Шул уҡ ваҡытта хужалыҡ итеүҙә, тормош сифатын яҡшыртыуҙа заман үҙенең яңы талаптарын ҡуя.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1275 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тиҙерәк кил, Ҡыш бабай!Һаумы, Ҡыш бабай! Нисек йәшәп ятаһың? Беҙ һине шундай һағындыҡ!
Һиңә үҙем тураһында һөйләп китмәксемен. Мин йәйгеһен бесәнгә йөрөргә яратам: әҙерәк саба ла беләм, йыям да. Йыш ҡына урманда ҡунырға ҡалабыҙ. Таң менән бигерәк матур ул тирә-яҡ!
Мин еләк, көртмәле, муйыл йыйырға яратам, тәбиғәттең матурлығын фотоға төшөрәм. Шулай ҙа гел генә улайтып йөрөй алмайым: атайым кеҫә телефонын көн дә биреп тора алмай, үҙенә кәрәк шул. Их, үҙемдең фотоаппаратым булһа ине!
Ҙурайғас, ҙур өй һаласаҡмын, урман бөтмәһен өсөн ағас ултыртасаҡмын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1224 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шәп малай ул Айҙар!Был фотоһүрәттә дүрт йәшлек Айҙар Зариповты күрәһегеҙ. Ифрат сос, етеҙ, шул уҡ ваҡытта тыңлаусан малай ул. Техниканы үҙ итә. Атаһының машинаһында, мотоциклында ултырып йөрөргә ярата. Фотоға ла иң шәп каскаһын тотоп төштө. Ҙурайғас, бәлки, уҙышсы булып танылыр әле.
Айҙарҙың балалар баҡсаһында дуҫтары күп. Иғтибарлы, тәртипле, яҡшы иптәш булғаны өсөн яраталар уны. Бына шулай — маҡтап бөтмәҫлек, шәп малай ул Айҙар!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1070 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөйлә әле!— Әкиәтең ҡыҙыҡ булды,
Һөйлә әле, апайым.
Тағы берҙе һөйләмәһәң,
Мин йоҡларға ятмайым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1382 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эштә әүҙемлекте арттырып, ҡасандыр ҡул теймәгән проекттарға ҡайтанан тотонор мәл. Тормошоғоҙ һеҙ теләгәнсә бармауына һылтанмағыҙ. Бары тик ашыҡмаҫҡа кәрәк. Ваҡытығыҙҙы алдан самалап эш итегеҙ. Был аҙнала сәйәси структуралар, медицина һәм тирә-яҡ мөхит менән бәйле ауырлыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Ижад кешеләре өсөн уңышлы аҙна булмаҡсы. Үҙегеҙҙе күрһәтеү өсөн һәйбәт ваҡыт. Илһам киләсәк, мөмкин тиклем күберәк эшләп ҡалығыҙ.
Ошо осорҙа балаларығыҙҙың ыңғайына һыпырырһығыҙ. Һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, улар ҡушыуынса йәшәрһегеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1023 тапҡыр // Тотош уҡырға
Саңғыларыбыҙҙы күптән
Әҙерләгәйнек инде.
Ҡар ятыу менән тауға
Шыуырға тиеп килдек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 844 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үтте һуғыш, ҡалды һағыш
Ололар күңелендә.
Ҡабат болалар булмаһын,
Тип теләй улар көн дә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 895 тапҡыр // Тотош уҡырға
Килеп етте һыуыҡ ҡыш —
Шундай матур инде тыш!
Елбәҙәкләп ҡар яуа,
Һулап туймаҫлыҡ һауа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 843 тапҡыр // Тотош уҡырға
Буран яман ҡотора,
Әсе еле һыҙғыра.
Танау, ҡолағыңды һаҡла —
Һә тигәнсе туңдыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 905 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына