Рөстәм ХӘМИТОВ: “Асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә әҙермен”Өфөлә Рәсәй төбәктәренән ИТАР-ТАСС агентлығы хәбәрселәренең йыйыласағы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Кисә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ИТАР-ТАСС етәкселеге һәм
төбәк хәбәрселәре менән осрашты.
Башҡортостан "Рәсәйҙең мәғлүмәт телеграф агентлығы (ИТАР-ТАСС)" федераль дәүләт унитар предприятиеһы менән оҙаҡ йылдар хеҙмәттәшлек итә.
Быйыл апрелдә Башҡортостан Хөкүмәте ИТАР-ТАСС агентлығы менән мәғлүмәти хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Маҡсаты – республикабыҙҙың сәйәси, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни тормошон яҡтыртыу, төбәккә инвестициялар йәлеп итеү.
// Уҡынылар: 1171 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөҙимәндәрҙең йөҙө яҡты— Мәктәптәре ҡайҙа икән? — Ғафури районының Йөҙимән ауылына килеп инеп, апаруҡ барғас, юлдаштарымдан шулай тип һорағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Ғәҙәттә, күпселек ерҙә белем усағы ике ҡатлы итеп кирбестән һалына, мин бында тигәндәй әллә ҡайҙан күренеп тора.
— Мәктәп бинаһы иҫкерәк инде, — тине “Табын” гәзите мөхәррире Мәрхәбә Собханғолова, уңайһыҙланғандай.
— Шулай булһа ла мах бирмәйҙәр, — тине район хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Әлфиә Шаһиева. — Тырыштар, шәптәр. Районда үҙ йөҙҙәре бар. Күптән түгел генә Таңсулпан Рәхмәтуллинаға “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” исеме бирелде.
Ул арала машинабыҙ тәпәшерәк кенә мәктәп алдына килеп туҡтаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1414 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үзбәкстан башҡорттары һоҡландырҙы!Үзбәкстанда башҡорттар байтаҡ йәшәй тиһәң, ҡайһы берәүҙәр ғәжәпләнеп тә ҡуя. Ысынлап та, унда милләттәштәребеҙ күмәк — 40 меңгә яҡын. Ниндәйҙәр бит әле: рухтары менән үҙебеҙҙә йәшәүсе ҡайһы берәүҙәргә ҡарағанда күпкә көслөрәктәре лә бар! Шулай булмаһа, сит төбәктә генә түгел, хәҙер инде сит илдә йәшәп тә, үҙҙәрен милләт булараҡ һаҡлап ҡала, балаларына ла телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе тапшыра алмаҫтар ине, моғайын.
Шул тарафтарға юл төшкәс, шатланып командировкаға йыйындым. Берҙән, сит ил, быға тиклем таныш булмаған мәҙәниәт ҡыҙыҡтырһа, икенсенән, унда йәшәүсе башҡорттарҙың тормош-көнкүрешен күреү, ҡаҙаныштары һәм ихтыяждары менән танышыу, аралашыу форсаты ҡәҙерле ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2425 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илештекен һайлағыҙРеспублика, ил күләмендә продукцияһы танылған, ҡулланыусылар баҙарында ҙур ихтыяж менән файҙаланған “Илешит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ эшмәкәрлеген 1989 йылда башлай. Үҙгәртеп ҡороуҙар заманында ҡыйынлыҡтар кисереп, хатта ябылыуға тиклем барып еткән булһа, бөгөн — предприятие яңынан сафта. Ул “Селена-Агро” компанияһы ярҙамында яңырыу кисерә. Тиҙҙән магазин кәштәләрендә данлыҡлы Илеш колбасаһы үҙ урынын алыр тигән ышаныс бар.
Бында күләмле реконструкция үткәрелгән, инвестор аҡсаһы иҫәбенә ремонт яһалған. Цех сит илдә, Рәсәйҙә етештерелгән өр-яңы һыуытыу, термо-эшкәртеү ҡорамалдары, вакуум шприцтар менән йыһазландырылған. Эш бер сменала башҡарыла. Бында колбасаның 38 төрө етештерелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1175 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тыныс ҡартлыҡ көтөп ҡалам...”Редакциябыҙға сираттағы борсоулы хат килеп төштө. Уны республикабыҙҙың баш ҡалаһында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, II группа инвалиды Шәфҡәт Рөстәмов яҙып ебәргән. Хатта ветеран йәшәгән йорттоң 5, 8 һәм 11-се фатир хужаларының да ҡултамғалары бар. Авторҙы торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы айырым мәсьәләләр тамам аптыратҡан һәм ул һуңғы өмөт менән “Башҡортостан”ға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған.

Ветеран ниңә зарлана?

“Борсоғаным өсөн, зинһар, ғәфү итегеҙ. Әммә түҙер әмәлем ҡалманы, үҙ-үҙемә ҡул һалырлыҡ хәлдәмен!” тип башлаған хатын олатай. Бындай йөрәк өшөткөс һүҙҙәргә нимә сәбәпсе һуң?
Ком: 0 // Уҡынылар: 832 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һандуғастар моңо түгелдеЙыр-моң һөйөүселәр быйыл телевизор экрандарында “Гәлсәр һандуғас” продюсерлыҡ үҙәге конкурсының туҡталып ҡалыуына һағайып ҡалды. Ни булды икән? Әллә барыһы ла яратып өлгөргән тапшырыуҙы бөтөрөп ҡуйҙылармы?
Халыҡтың шөбһәләнеүе тиккә түгел ине. Ун бер йыл элек ойошторолған проект ошо осорҙа әллә күпме талантты табып, уларҙың исемен тамашасыға еткерҙе. Йондоҙ булып балҡыусылар араһында кемдәр генә булманы: махсус белем алып, тормошон сәнғәт менән бәйләп тә, халыҡҡа үҙенең моңон еткереүҙән мәхрүм булған йәштәр, уҡытыусылар, иҡтисад белгестәре. Ҡайһыларының хатта махсус белеме лә юҡ. Шулай ҙа аһәңле, хис-тойғоло, һағышлы, иң мөһиме — халыҡсан, күңелгә инерҙәй итеп йырлауы менән һиммәтле ине улар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1418 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нур өләшә НурсиләСәнғәттең һоҡланғыс төрө — бейеүҙе мөкиббән яратҡан, уны йәшәү булмышы итеп алған Нурсилә Фәхретдинова хаҡында һүҙем.
Нурсилә – Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан. Йыр-моңға, бейеүгә һөйөү ғаиләлә һалына уға. “Үҙемде белә башлағандан бирле бейейем”, — ти Нурсилә. Ауылда үткәрелгән төрлө байрам, хатта туй тантаналары ла бәләкәй “әртис”һеҙ үтмәй. Ныҡышмал, теремек ҡыҙ бөтөнөһөнә өлгөрә: Ҡөрьән аяттары һәм сүрәләр уҡый, ҡобайыр башҡарыу буйынса район конкурстарында тәүге урындарҙы яулай, еңел атлетикала ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә, “Сулпылар” телевизион конкурсында II урынды яулай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1142 тапҡыр // Тотош уҡырға
2012 йылда пенсионерҙарҙы ике яңылыҡ көтә: беренсенән, 1 февралдән пенсия күләме — 7, ә апрель башынан 2,7 процентҡа артасаҡ. Был — Дәүләт Думаһына һайлауҙарға әҙерлек барышында Хөкүмәт башлығы В. Путиндың граждандарға ишеттергән вәғәҙәһе. Икенсе яңылыҡ: Рәсәй парламентының яңы составының пенсия тураһында законға яңы йүнәлеш бирергә йыйыныуына бәйле. Был турала ноябрь урталарында ваҡытлы матбуғат хәбәр итте.
Закон проектын РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы әҙерләгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1005 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үткән аҙна ваҡиғаларға бай ғына булды. Донъяның ҡайһы бер илдәрендә власть һәм байлыҡ өсөн ҡыҙыу көрәш барһа, Рәсәй йәмғиәтенең кәйефендә тотороҡлолоҡҡа ынтылыш өҫтөнлөк итә.
Ливияның баш ҡалаһында һәм уның әйләнә-тирәһендә барған ҡораллы бәрелештәрҙе һуңғы айҙарҙағы иң ҡурҡыныс һуғыштарҙың береһе тип баһалайҙар. Триполиҙағы халыҡ-ара аэропортты баҫып алырға тырышыу, Ливия армияһы етәксеһе генерал Халиф Хафтарға һөжүм итеүҙәре билдәле. Күҙәтеүселәр фекеренсә, ҡасандыр оппозиция булараҡ тупланған төркөмдәрҙең хәҙер өҫтөнлөк яулау өсөн бер-береһен үлтерешеүе яңы һуғыш, илдең тарҡалыуы менән янай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1070 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ун һигеҙ йыл элек 12 декабрҙә Рәсәйҙең яңы Төп Законы ҡабул ителде
Конституция ябай булмаған сәйәси шарттарҙа эшләнде. Был хәл ил өсөн ошо мөһим документтың йөкмәткеһендә сағылмай ҡалманы. РСФСР халыҡ депутаттарының I съезы 1990 йылда Рәсәйҙең яңы Конституцияһы проектын эшләү бурысын ҡуйҙы. 1991 йылдың октябрендә Президент Борис Ельцин тәүге проектты Рәсәй халыҡ депутаттарының V съезында тикшереүгә сығарҙы. Әммә документ ҡабул ителмәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 930 тапҡыр // Тотош уҡырға
8 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүдов Өфө ҡалаһының “Союз Чернобыль” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фәрит Бахметов һәм Өфө ҡалаһы Октябрь районының “Союз Чернобыль” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Николай Толстиков менән Рәсәй Федерацияһының Төбәктәр үҫеше министрлығында бер нисә осрашыу үткәрҙе.
Министрлыҡтың идаралыҡ начальнигы Анатолий Бабарицкий, 2012 йылда чернобылселәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһе “Торлаҡ” айырым маҡсатлы федераль программаһы буйынса тотонолмаған аҡса иҫәбенә хәл ителәсәк, тип ышандырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 928 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөйөк Британияның элекке премьер-министры Маргарет Тетчер үҙен һуңғы юлға оҙатыу планын раҫлаған.
86 йәшлек "тимер леди" матәм ваҡытында ҡайһы бер дәүләт кимәлендәге ҙурлауҙарҙан, атап әйткәндә, хәрби самолеттарҙың осоп үтеүенән һәм киң йәмәғәтселек ҡатнашлығындағы граждандар панихидаһынан баш тартҡан.
Табутты иһә ил парламентының ҙур залында – Вестминстер холда ҡуйыуҙарын теләй, сөнки унда депутаттар һәм саҡырылған кешеләр генә инә аласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1090 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алыҫ Көнсығыш федераль округы Рәсәйҙә наркомандар һаны буйынса беренсе урынды биләй. Бында 100 мең кешегә 513 наркоман тура килә, рәсми теркәлгән сирлеләрҙең һаны – 32 мең кеше.
Уларҙың 32 проценты каннабис төркөмөнә ҡараған (гашиш, марихуана) матдәләр ҡуллана, был илдәге дөйөм күрһәткестән биш тапҡырға артыҡ.
Рәсәй буйынса 100 мең кешегә 383 наркотик матдә ҡулланыусы тура килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1094 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөн Башҡортостандың Милли музейында "Көс һәм намыҫ. Һуғыш сәнғәтенең йөҙ быуаты" тип аталған күргәҙмә асыла. Унда тамашасыларға һалҡын һәм утлы ҡорал коллекцияһы тәҡдим ителәсәк. Экспозицияға 200-ҙән ашыу әйбер ҡуйылған.
Бында ҡоралдың иң боронғо төрҙәренән алып Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡулланылғандарына тиклем күрергә мөмкин. Таш балта, уҡ остары, бысаҡ, ҡылыс, һөңгө кеүек археологик табыштар ҡыҙыҡһыныу тыуҙырасаҡ, шулай уҡ винтовка, пистолеттарҙың да төрлөһөн ҡарарға мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 999 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һаҡланғанда ла һаҡ ҡыланырға кәрәк – Өфөлә йәшәүсе берәүҙең миҫалы ошо хаҡта иҫкәртә.
Баҡса участкаһынан металл плиталарҙы сәлдергән уғрының кем икәнлеген белгәс, хужа уны эҙләп тапҡан да таяҡ менән аяуһыҙ туҡмаған. Ирҙе дауаханаға оҙатһалар ҙа, бер ни тиклем ваҡыттан һуң ул йән биргән.
Шулай итеп, милкен енәйәтсенән һаҡлайым тип, 28 йәшлек уҙаман – элекке хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре – 4,5 йылға тимер рәшәткә артына үҙе эләккән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 916 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына