Майҙан — батырҙарҙыҡы!Кисә Өфөнөң “Динамо” стадионы Милли көрәш буйынса чемпионат һәм Рәсәй беренселеге ярыштарын ҡабул итте. Бөгөн унда финал алыштары үтә.
Республикала милли көрәште үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Быйылғы эштәрҙе генә барлағанда, был төр спорт буйынса Башҡортостан Президенты Кубогына һабантуй еңеүселәре араһында I асыҡ республика турниры, Салауат ҡалаһында чемпионат һәм Рәсәй беренселеге ойошторолдо. Әлеге ярышта илдең 28 төбәгенән 300 тирәһе, шул иҫәптән Башҡортостандан 17 спортсы көс һынаша (беренселектә — 8, чемпионатта — 9).
Ком: 0 // Уҡынылар: 970 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҫмаға ыңғай баһаӨфө районының Шамонин ауылы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинары үтте. Район уҡытыусылары был белем усағына тәүге тапҡыр аяҡ баҫты. Яҡты, иркен бина уларҙың барыһын да һоҡландырҙы.
Заманса йыһазландырылған уҡыу кабинеттары, спорт һәм тренажер залдары, оҫтахана, китапхана, 276 урынлыҡ ашханаһы булған мәктәптең дөйөм майҙаны — 9 мең квадрат метр. Бөгөн бында 213 бала белем ала.
Семинар “Хөкүмәт стандарттарына күсеү осоронда уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү” темаһы буйынса үткәрелде. Ҡунаҡтар асыҡ дәрестәрҙә һәм “Яратам мин илемде, яратам мин телемде” тигән кластан тыш сарала ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1357 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан сит илдәр менән хеҙмәттәшлек итеү даирәһен көндән-көн киңәйтә. Республикаға төрлө кимәлдәге эшлекле делегациялар йыш килә хәҙер. Кисә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Финляндия делегацияһы вәкилдәре менән осрашты.
Ҡунаҡтар араһында Финляндия Республикаһының Европа һәм тышҡы сауҙа эштәре буйынса министры Александер Стубб, Финляндияның Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Матти Анттонен, төрлө министрлыҡ һәм предприятие вәкилдәре бар ине.
Рөстәм Хәмитов делегация ағзаларына республикабыҙ һәм уның мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 974 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шоңҡар юлыЯҙыусылар араһында ниндәй генә һөнәр кешеһе юҡ: уҡытыусы, табип, йәмәғәт эшмәкәре, инженер, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре, сауҙагәр... Ә бына һауаларҙы байҡап осҡан кеше башҡорт яҙыусылары араһында берәү генә — Азат Мағазов.
Бер ҡараһаң, уның әҙәби ижад юлына аяҡ баҫыуы осраҡлы күренеш һымаҡ, ә инде тормошона ныҡлабыраҡ күҙ һалһаң, был хәлдең бер ҙә юҡтан ғына булмауын аңлайһың. Ул тәүге шиғыр һәм хикәйәләрен мәктәптә уҡып йөрөгән йылдарында уҡ яҙған икән. Кеше күңеленә атай-әсәй ҡаны менән һибелгән талант орлоҡтарын тормош ауырлыҡтары ла, хатта үлемесле йәшәү һуҡмаҡтары ла юҡҡа сығара алмай шул. Ватан һуғышының утлы юлдарын үтеп, утыҙ йылға яҡын хәрби хеҙмәттә булып, полковник дәрәжәһенә күтәрелгәндән һуң ғына ул ҡулына ҡәләм ала. Ә отставкаға сығыр алдынан уҡ әле Яҙыусылар союзына тәүге повесының ҡулъяҙмаһын тотоп килде. Шуға тиклем мин уны күреү түгел, исемен дә ишеткәнем юҡ ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1514 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡала мөхите”ндә – тормош сағылышыРекламаның нигеҙҙә теге йәки был тауарҙы маҡтауына күнегеп бөткәнбеҙ. “Уның ярҙамында көнүҙәк мәсьәләләргә иғтибар йүнәлтергә өйрәнәйек”, – тип оран һала “Ҡала мөхите” социаль реклама фестивален ойоштороусылар. Ете йыл эсендә был сара Өфөнөң үҙенсәлекле йолаһына әүерелде.
– Ошондай ижади эштәр тормоштағы кире күренештәргә ҡаршы көрәшергә ярҙам итә, – тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов фестивалде асыу тантанаһында.
Реклама өлгөләре фото, һүрәт, видео һәм аудиояҙма, сценарий рәүешендә әҙерләнгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1359 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бында Аҡмулла рухы йәшәйТуҡһанбайҙағы Мифтахетдин Аҡмулла музейына — 30 йыл. Ул бөйөк башҡорт шағирының тыуыуына 150 йыллыҡ юбилейын байрам иткән көндәрҙә асыла. Бинаһын ул саҡтағы “Башҡортостан” колхозы үҙ аҡсаһына төҙөй. Колхоз рәйесе Вәсим Хәсәнов, партком секретары Фәтих Зәкиев, профком рәйесе Мөбәрәкша Сәйетов, Йәнәби-Урсай ауыл Советы рәйесе Байтимер Ғилманов, бригадир Зөфәр Шафиҡов музейҙы төҙөүҙә, уны йыһазландырыуҙа һәм ауылды СССР-ҙың барлыҡ төбәктәренән килгән абруйлы ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырлыҡ итеп төҙөкләндереүҙә көндө төнгә ялғап эшләй. Ә музейҙы әйберҙәр, ҡомартҡылар менән тулыландырыуҙа Башҡортостандың Тыуған яҡты өйрәнеү музейының ул саҡтағы директоры Рим Ниязғолов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Әсғәт Мирзаһитов, Аҡмулла ижадын өйрәнеүсе яҙыусы-ғалимдар Рәшит Шәкүр менән Әхәт Вилданов төрлө яҡлап ярҙам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2068 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әүлиәләр рухы һаҡлай— Өләсәй, ауыл осонда ниндәй ҡәбер ташы тора ул?
— Әбйәлил тигән ишан ерләнгән унда, балам.
Ана шулай өлкәндәрҙән яҙа-йоҙа булһа ла ишетеп үҫтек Әбйәлил әүлиә хаҡында.
Әммә уның тураһында гәзит-китаптарҙа уҡымағанғамы, ниндәйҙер әкиәти зат һымаҡ та ҡабул иткәнбеҙҙер, бәлки. Ә ысынбарлыҡта ул 1766 – 1831 йылдарҙа йәшәгән ғилем эйәһе, дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Ғәбделжәлил Ҡанһөйәр улы Ҡылысарыҫланов (Әбйәлил ишан) була. Яҙыусы Лира Әхмәт-Яҡшыбаеваның эҙләнеп яҙған әҫәре матбуғатта донъя күргәс, Ғафури районының Сәйетбаба ауылында ғүмер кисергән был зат республикабыҙҙың башҡа төбәктәрендә йәшәүселәрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1310 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәхнә сәскәһеТеатрҙың бөгөнгө өлкән быуын артистары йыш ҡына Бәҙәр апай хаҡында иҫтәлектәре менән бүлешергә ярата. Аңлауыбыҙса, ул һүҙгә лә маһир, кәрәк урында күҙгә тура ҡарап әйтә лә белгән уҡытыусы, кешеләргә — эскерһеҙ, ярҙамсыл, йәштәргә — әсәйҙәрсә хәстәрле, ә сәхнәлә ғәжәйеп оҫта актриса булған.
Бәҙәр апай, тиһәм, үпкәләмә,
Ул образы барлыҡ апаның.
Ул күңелдә Кручинина булып,
Яровая булып һаҡланыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1180 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөрйән егеттәренең береһе һәм берәгәйлеһеБеҙгә иртәрәк осрашырға яҙмаған. Бөрйән егете Абдрахман Йосопов университеттың филология факультетын тамамлаған йылда мин унда уҡырға ингәйнем генә. Әммә яҙмыш икебеҙҙе бер һуҡмаҡҡа төшөргән: журналистика һөнәрен яулаған бер үк мәлдә осраштыҡ. Хатта бер ойошмала — “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһында. Быға тиклем күрешкәндә сәләм бирешеп кенә йөрөгән ерҙән бер баҫмала, бер төпкә егелеп эшләнек. Елдән етеҙ, һәр саҡ бөхтә кейенеүе менән айырылып торған, алсаҡ йөҙлө Абдрахман ағай — баш мөхәррир урынбаҫары, ә мин — бүлек мөдире. Татыу коллективта эш бүлешеү ҙә юҡ төҫлө, әммә “ҡыҙыл еп”те ысҡындырмау хаҡында етәксем һәр ваҡыт иҫкә төшөрөп торор ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1194 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фекерҙәр беректе, теләктәр берләште“Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре абруйлы баҫмабыҙҙың йөкмәткеһен, биҙәлешен, тематикаһын яҡшыртыу һәм төрләндереү, уҡыусылар менән бәйләнеште йәнләндереү маҡсатында Асҡын, Ҡариҙел райондары халҡы, Бөрө социаль-педагогия академияһы студенттары менән осрашты.
Асҡын районындағы осрашыу район хакимиәте башлығы Фларит Усмановтың ҡатнашлығында үтте. Етәксе райондың социаль-иҡтисади хәле тураһында һөйләне, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты, “Башҡортостан” гәзитенә лә байтаҡ ҡына теләктәрен белдерҙе. Осрашыуға урындағы мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, мәктәптән тыш учреждение етәкселәре лә килгәйне. Йәнле аралашыуҙа фекерҙәр беректе, уй-теләктәр берләште. Артабан баҫманың баш мөхәррир урынбаҫары Ришат Дихин менән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, журналист Сәлимйән Ғүмәров Ҡарт Киҫәк, Яңы Боғаҙ мәктәптәренә юлланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1336 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына