Һыуытмайыҡ араларҙыФинляндия делегацияһының республикаға сәфәре дауам итә. Кисә Конгресс-холда башҡорт-фин эш төркөмөнөң ултырышы булды. Һүҙ иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу тураһында барҙы.
Сит ил ҡунаҡтарын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов сәләмләне. Ул Башҡортостан менән Финляндия араһындағы бәйләнештең тарихы 1994 йылдан башланыуын хәтергә төшөрҙө, әлеге осрашыуҙың 15-се булыуын билдәләне.
— Ошо ваҡыт эсендә финдар үҙҙәрен эшлекле һәм ышаныслы партнер итеп күрһәтте. Беҙ машиналар эшләү, телекоммуникациялар, урман хужалығы, ауыл хужалығы комплексы, нефть һәм нефть химияһы буйынса, шулай уҡ башҡа бик күп өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа аралар бер ни тиклем алыҫайҙы, — тине ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1039 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәмғиәт заводҡа әүерелмәксеШишмә районының "Агро-Альянс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәренең кәйефе күтәренке, йыл ярымға етерлек мал аҙығы тупланған. Ихаталарға 6,5 мең тонна бесән, һалам ҡайтарылған, 900 тонна сенаж һәм силос һалынған.
Йәмғиәткә бер нисә йыл элек Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған Руслан Хәмитов етәкселек итә. Әйткәндәй, уның атаһы Марат Хәмитов та ошо хужалыҡта оҙаҡ йылдар директор булып эшләгән, уны күптәр оҫта ойоштороусы, тәжрибәле рәйес итеп хәтерләй.
– Ауыл халҡының уңғанлығына һоҡланам, үҙ ихатаһында ла тырыша, хужалыҡта ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә, – ти Руслан Марат улы. – Уҙып барған йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамлайбыҙ, киләһе йылда ла етештереү кимәлен төшөрмәҫбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1065 тапҡыр // Тотош уҡырға
Антти Пильстремға Өфө бик оҡшайБашҡортостанға килгән Финляндия делегацияһы “Өфө-Арена”ла милләттәштәре менән осрашты. Хоккей буйынса донъя чемпионы Антти Пильстрем әлеге мәлдә “Салауат Юлаев”тың һөжүмсеһе, ә Илари Някель – ҡапҡасылар тренеры.
Башҡортостанға эш сәфәре менән килгән Финляндияның Европа һәм тышҡы сауҙа эштәре буйынса министры Александер Стубб “Өфө-Арена”ны урап үтмәне. “Мин үҙем дә 16 йәшкә тиклем хоккей уйнаным, атайым да спорттың ошо өлкәһендә эшләй, бер мәл Финляндияның хоккей ассоциацияһының башҡарма директоры булды”, – тип белдерҙе ул.
Ҡунаҡтарҙы боҙ һарайы менән “Салауат Юлаев” хоккей клубының генераль директоры Рөстәм Ишалин таныштырҙы. Финляндия министры “Өфө-Арена”ны “бишле”гә баһаланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1727 тапҡыр // Тотош уҡырға
Салауат Сәғитов — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары13 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Салауат Сәғитовты республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне, тип хәбәр итә Президенттың матбуғат хеҙмәте.
Салауат Тәлғәт улы Сәғитов 1977 йылдың 22 апрелендә Өфөлә тыуған. 1999 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. Ошо уҡ йылда Өфө ҡалаһы хакимиәтендә төп белгес булып эшләй башлай. Төрлө йылдарҙа Өфө хакимиәтенең Мәҙәниәт идаралығы начальнигы урынбаҫары, Йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы, унан һуң комитет рәйесе, республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры урынбаҫары була. 2010 йылдан — Өфө ҡалаһы ҡала округының Киров районы хакимиәте башлығы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1239 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл иҡтисадына бер ҡарашБашҡортостан дәүләт аграр университетының Көньяҡ Урал филиалы — республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары өсөн ауыл хужалығы белгестәре әҙерләүсе берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Уның етәкселегенең киләсәккә уй-хыялдары нисек, ниндәй мәсьәләләр борсой? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән филиал директорының фән буйынса урынбаҫары, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Әҙеһәм Әғзәм улы БАРЛЫБАЕВҠА мөрәжәғәт иттек.
— Филиал етенсе йыл эшләп килә. Ошо ваҡыт эсендә коллектив ниндәй уңыштарға өлгәште?
— Төбәктең иҡтисадында ауыл хужалығы ҙур урын биләй. Халыҡтың яртыһы тиерлек ауыл ерендә йәшәй, эшкә һәләтлеләрҙең өстән бер өлөшө ауыл хужалығында мәшғүл.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1425 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кеше һаулығын һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлап“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” йәмғиәте нефть сығарыу буйынса Рәсәй Федерацияһының — ун, нефть продукттарын эшкәртеү буйынса биш иң ҙур предприятиеһы иҫәбенә инә. “Ҡара алтын” сығарыу темпын арттырыуға килгәндә, Башҡортостан компанияһы ил предприятиелары араһында 2009 йылдан алып беренсе урынды биләй.
Етештереү ҡеүәтен үҫтереү менән бер рәттән “Башнефть” АНК-һы йыл һайын тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ла ҙур иғтибар бүлә. Был әһәмиәтле эш биш йүнәлештә алып барыла: тирә-яҡ мөхитте һаҡлау; һыу ресурстарын бәрәкәтле тотоноу; тирә-яҡ мөхиттең бысраныуын даими күҙәтеү; ерҙе һәм урманды һаҡлау; хәүефле етештереү ҡалдыҡтарын юҡ итеү. Был маҡсатта уртаса 1,8 – 1,9 миллиард һум аҡса тотонола. Мәҫәлән, быйыл тәбиғәтте һаҡлау сараларына 1,96 миллиард һум йүнәлтелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1836 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тормош үҙе яңыса эшләргә өйрәтәРеспублика Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләүенсә, башҡарма власть халыҡ файҙаһына, кешеләрҙең тормош-көнкүрешен яҡшыртыуға хеҙмәт итергә тейеш. Был йәһәттән яңы закон нигеҙендә ярайһы уҡ киң мөмкинлектәргә эйә булған муниципалитеттарҙың әһәмиәте бермә-бер арта. Халыҡҡа яҡын торғаны өсөн дә үҙидара органдары урындағы хәлде яҡшы белә, көн үҙәгендәге мәсьәләләргә лә улар нығыраҡ үтеп инә.
Ҡандра ауыл Советы биләмәһе Туймазы районында ғына түгел, көнбайыш төбәктә лә иң ҙур муниципаль берәмектәрҙән һанала. Ул 15 меңгә яҡын кеше йәшәгән туғыҙ ауылды берләштерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1310 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡәләмдәштәр өлгө күрһәтәҠәләмдәштәребеҙ хаҡында яҙырға уйлағанда: “Атҡарған эштәре энәһенән-ебенә тиклем тигәндәй яҡшы таныш, кемдәрҙең күҙ нуры түгелеүенә, уҡыусыға барып еткәнсе гәзиттең нисәмә ҡул аша үтеүенә ҡәҙәр билдәле”, — тип үҙемде дәртләндергәндәй иткәйнем. Әммә ҡыҫҡа ғына мәҡәләлә ижад кешеләренең, коллегаларыбыҙҙың күркәм сифаттарын, геройҙарына йылы мөнәсәбәтен һәм һөнәри оҫталыҡтарын тулыһынса еткереү бик үк еңелдән түгел икән.
Һүҙем — “Бакалинские зори” (урыҫ телендә) — “Авыл таңнары” (татарса) һәм айына бер тапҡыр башҡортса нәшер ителеүсе “Мираҫ” гәзиттәре коллективы хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1434 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ — тормоштоң үгәй балаларыУҙып барған йылда түңәрәк бер дата кисерһәм дә, был яҙмалар — хәтирәләр түгел. Була ла алмайҙар, сөнки ниндәй ҙә булһа күләмле дөйөмләштереүгә дәғүә итмәйҙәр. Егерменсе быуаттың икенсе яртыһындағы бихисап ваҡиғалар шаһиты булһам да, йәмғиәттә ҙур урын тотмауым сәбәпле, хәл-ваҡиғаларҙы ситтән күҙәтеүсе генә булдым. Тик был хәлдең дә үҙ өҫтөнлөктәре бар. Ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнашыусы, ғәҙәттә, алдан билдәләнгән була. Әгәр кеше ваҡиғалар барышына йоғонто яһай ала икән, уларҙы баһалағанда рыяһыҙ булып ҡалыу бик ҡыйын.
Кеше ғүмере ҡыҫҡа ғына булһа ла, оҙаҡ уйнаусы пластинка ул. Йылдарҙы, айҙарҙы, көндәрҙе кирегә әйләндереп ҡарағанда, күпме ваҡиғалар, тәьҫораттар, кисерештәр хәтергә төшә!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1552 тапҡыр // Тотош уҡырға
Талмаҫ ике ҡанатымБашҡортостандың данын арттырыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләренең күп булыуына аптырайһы түгел. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Асҡаров — шуға асыҡ миҫал. Шул уҡ ваҡытта яҡташыбыҙ республикабыҙҙың ғына түгел, тотош илебеҙ мәҙәниәте үҫешенә тос өлөш индерә. Салауат Әхмәт улы репертуарҙы һайлай белеү һәм даими байытып тороуҙың башҡарыусыға бөтә осраҡта ла уңыш килтереүен билдәләне. Танылған композитор Заһир Исмәғилевтең ижадына ла мөкиббән ғашиҡ. Ысынлап та, йырсының төрлө партияларҙы ҙур кинәнес менән башҡарыуына нисек һоҡланмайһың!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1346 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына