Ауылда төпләнә йәштәрШишмә районында 2003 йылдан башлап йәш ғаиләләрҙе һәм белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса республика маҡсатлы программаһы уңышлы эшләп килә. Төбәктә күп кенә йәш ғаиләләр, фатир мәсьәләһен хәл итеп, өй туйлаған, субсидия алып, үҙ йортон һалып ингән.
Ҡара Яҡуп районда элек-электән төҙөк һәм матур ауылдарҙан һанала, торлаҡ төҙөлөшө бында йылдан-йыл киң ҡолас ала. Йәштәр ауылды ҡалаға алмаштырырға уйламай, атай нигеҙен һаҡлай. Айгөл менән Ленар Ибраевтарҙың ғаиләһе лә быйыл "Йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү" программаһына индерелде һәм дәүләттән 800 мең һумға яҡын субсидия алыуға өлгәште.
Улар 1998 йылда ғаилә ҡорғас та йорт һалырға тип ер биләмәһе юллай. Күмәк тырышлыҡ менән 2000 йылда мунсанан саҡ ҡына ҙурыраҡ йорт һалып инәләр. Йәштәрҙең улдары Данил, ҡыҙҙары Айгүзәл донъяға килә. Ғаилә ишәйгәс, яңы иркен йорт һалып сығырға хыяллана башлайҙар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1074 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы үрҙәргә илһамЯңы йыл алдынан ҡул тейеп етмәгән эштәрҙе киләсәктә мотлаҡ теүәлләү маҡсаты нығына, уңыштар иһә тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә дәртләндерә. 21 декабрҙә төбәктең матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәре тап ошондай йылды барлау кисәһенә — Матбуғат байрамына йыйылды.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ойошторолған матур кисәгә Башҡортостандың 300-ҙән ашыу матбуғат баҫмаһынан вәкилдәр килде. Республиканың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, ҡотлау һүҙе менән сығыш яһап, башҡарылған эштәргә ҡыҫҡаса байҡау яһаны.
— Йыл емешле булды, — тине ул. — Былтырғы Матбуғат байрамын “Үҙгәрештәр еле” исеме аҫтында үткәреп, журналистика өлкәһенә бер ни тиклем яңылыҡ индереүебеҙ тәүге һөҙөмтәләрен бирҙе. Әлеге сараны “Яңы стиль” тип атаныҡ. Тимәк, изге башланғыстарҙы дауам итергә, нығытырға, үҫтерергә тейешбеҙ. Әммә, ниндәй генә яңылыҡ булмаһын, төп ҡағиҙәбеҙ — әҙәп нормаларына тоғро ҡалыу.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1329 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр эшең емеш бирерКеше — тәбиғәт балаһы. Бигерәк тә ауыл ерендә тыуып үҫкәндәр был хәҡиҡәткә нығыраҡ төшөнә. Алмағастың сәскә атыуы ла, еләктәрҙең ҡыҙарып бешеүе лә, алтын төҫлө иген баҫыуҙары ла баланың күңелендә шиғри юлдар тыуҙыра, йыр-моңға этәрә, тәүге фәнни эҙләнеүҙәргә килтерә. Белем тауҙарына үрмәләп, тыуған ауылдан айырылғас та күңел һәр саҡ ҡайындар сауҡалығына, хәтфә болондарға талпына.
Кешенең үҙе йәшәгән йортонда төрлө гөл-сәскәләр үҫтерергә тырышыуы, көнкүреш мөхитен йәшелләндерергә ынтылыуы — тәбиғи күренеш.
Филология фәндәре докторы, профессор Миңһылыу Усманованың да үҙе булдырған “йәшел донъяһы” бар. Ниндәй генә гөлдәр, ҡыуаҡлы ағастар, емеш биреүсе үҫемлектәр юҡ уның фатирында. Һәр ҡайһыһы сәскә атып йә емеш биреп ҡыуандырып тора ғалимәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1062 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юрист кәңәштәреГәзит уҡыусыларыбыҙҙан хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса килгән һорауҙар артҡандан-арта. Уларға “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары, хоҡуҡ белгесе Таһир Мансуров яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Яңы итегем йыртылды

— Ноябрь баштарында Өфөлә ҙур, билдәле магазиндан итек һатып алғайным. Гарантияһы бер ай, тинеләр. Ошо арала итегем йыртылып сыҡты, ә бер ай үтеп китте. Әгәр сифатһыҙ тауарҙы кире магазинға алып барһам, улар миңә аҡсаһын ҡайтарырмы икән? Баш тартһалар, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Ком: 0 // Уҡынылар: 975 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кем булып ҡалғыбыҙ килә?Шатлығым эсемә һыймай: ҡыҙым тыуҙы минең! Бала табыуы ул тиклем ауыр түгел, исем һайлауы ҡатмарлы, тигәйне берәү. Дөрөҫкә сыҡты бит, әй! Бына икенсе ай китте — исем ҡуша алмайбыҙ. Мин әйткәнде башҡалар яратмай, уларҙыҡы минең күңелгә ятмай...
Әле лә уйлана-уйлана йорт алдына сығып ултырҙым. Күрше өйҙә йәшәүсе Маруся әбей ҙә янымдан урын алды. Яңыраҡ ҡына Белоруссиянан күсеп килгәйне ул.
— Ниңә бойоҡһоң? Ҡыҙ тыуғас, түбәң күккә тейергә тейеш, — ти был.
— Исемдәр баҡсаһына инеп аҙаштым, — тип яуаплайым.
— Баҡсаға инеү үҙе бәхет ул! Аһ, тағы бер инеп сығырға ине!.. — тип әҫәрләнде күршем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1379 тапҡыр // Тотош уҡырға
Булдыҡлы ир-уҙаманТаныш булығыҙ: Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Сафиулла Вилданов.
Үҙ ғүмеренең байтаҡ өлөшөн хәрби хеҙмәткә бағышлаған егет, бер аҙ һалым полицияһында эшләп алғас, Һамар ҡалаһы баҙарында директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Булдыҡлы ир-уҙаман бөгөн “Тимер юл сауҙа компанияһы” директоры урынбаҫары булып эшләй.
Өлкә башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булараҡ, Сафиулла Наил улы фекерҙәштәре менән халҡыбыҙҙың мәҙәни-рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү, милли йолаларҙы тергеҙеү һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында ҙур эштәр менән мәшғүл. Йылдың-йылы һабантуй, ҡарға бутҡаһы һәм башҡа байрамдар үткәреүҙә уға үҙе кеүек үк аҫыл ир-егеттәр — билдәле эшҡыуарҙар Ғәбделбәр Сауғанов, Минғәзим Мәмбәтов һәм Ғәбделхәй Усманов тос ярҙам күрһәтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1399 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дандарына саң ҡунмаҫБашҡорттарҙың француздарға ҡаршы тәүге һуғышы Пруссия ерендә 1806 – 1807 йылдарҙа була. Бында ун мең кешенән торған башҡорт полктары ҡатнаша. Француздар, беҙҙең халыҡтың батырлығын һәм уҡтан мәргән атыуын күреп, уларҙы “төньяҡ амурҙары”
тип атай.
1811 йылдың апрелендә Ырымбур губернаторы Волконский ике даими ғәскәр һәм кантон берәмектәрендә ярҙамсы полктар төҙөү тураһында ҡарар сығара. Баймаҡ төбәгендә лә, йәғни 6-сы башҡорт кантоны биләмәһендә, был йәһәттән әүҙем эш башлана. Ғәскәрҙәргә хәҙерге Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Учалы райондарынан ирҙәр туплана. Резерв команда Сибай ауылынан (кантон үҙәге) ун саҡрым алыҫлыҡтағы Ҡарағайлы үҙәк тигән ерҙә урынлаша.
Ҡарағайлы йылғаһының Төйәләҫкә ҡойған урынындағы аҡланда, өс полкты тәшкил иткән 1500-гә яҡын яугир йыйылып, хәрби күнекмәләр үтә. Улар ошонда уҡ ҡыуыш ҡороп йәшәй. Әҙерлек эшен кантон етәксеһе подпоручик Аҡҡол Биктимеров, йорт старшинаһы есаул Ибраһим Айсыуаҡов, дистанция начальниктары Буранбай Ҡотосов, Юлбарыҫ Бикбулатов һәм башҡалар үҙ иңенә ала, һуңғыһы полк командиры ла була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1338 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡытайға еткергән тырышлыҡТехник фәндәр кандидаты Рәхимйән Вәлиев — Бөрйән районынан сыҡҡан иң тәүге ғалимдарҙың береһе. Ул 1931 йылда Яңы Собханғол ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.
Биш-алты йәшендә үк Рәхимйән колхоз эштәрендә ҡатнаша башлаған: ер һөрөшкән, күбә тарттырған. Ферманан бесәнселәргә һөт, ойотҡан, ҡорот, эремсек ташыусы ла булған ул. Һигеҙ йәшендә атаһына ауыл һыйырҙарын көтөргә ярҙам иткән. Уға хеҙмәт көндәре яҙғандар.
Атаһы һуғышҡа киткәндә Рәхимйән ағайҙың әсәһе дүрт бала менән тороп ҡала. Күп тә үтмәй бишенсе бала тыуа. Сабирйән ағайҙың туғандарында өйҙәш булып йәшәйҙәр. Фатима инәй, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, балаларын тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға бик яуаплы ҡарай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1136 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халҡыбыҙ рухын дөрләтәләрТашкентта Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт милли-мәҙәни үҙәге, уның етәкселәре менән яңындан танышыу форсаты тейҙе. Ойошмала 1
6 йыл буйы рәйес булып эшләгән Илшат Хәсәнов — һоҡланғыс шәхес. Башҡортостандан алты ғына йәшендә сығып киткән ул. Атаһы хәрби булғанлыҡтан, улар күп илдәрҙе гиҙгән, аҙаҡ Ташкентҡа килеп төпләнгәндәр.
“Милләтем” тип янып йөрөгән Илшат Хәсән улының хеҙмәте баһаһыҙ ҡалмаған: Башҡортостандың да, Үзбәкстандың да юғары дәүләт наградаларына эйә. Әммә уның өсөн иң ҡәҙерлеһе — меңдәрсә саҡрым ситтә йәшәгән милләттәштәренең ауыҙ тултырып ғорур рәүештә: “Мин — башҡорт!” — тип әйтә алыуы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1283 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иҫән хандың рухы иҫәнПермь крайының Чернушка ҡалаһы һәм районы башҡорттары үткәргән шәжәрә байрамында ҡатнашыу форсаты сыҡҡайны. Милләттәштәребеҙҙең үҙ телен, мәҙәниәтен һаҡлауға, киләһе быуындарға башҡорт рухын тапшырыуға ни тиклем йөрәкһенеп ҡарауын күреүҙән ҡыуаныстың сиге булманы.
мБындай байрам ҡалала икенсе тапҡыр ойошторола. Край башҡорттары ҡоролтайы башлығы Рәсил Мөхәмәтйәновтың шәхсән тырышлығы һөҙөмтәһендә ғәмәлгә ашырыла ул. Бер нисә йыл элек кенә шәжәрәнең ни икәнен белмәгән, байрамдың мәғәнәһен аңламаған гәйнә башҡорттарының күбеһе бөгөн йыйында ҡатнашыуҙы мөҡәддәс бурысы тип һанай.
Ҡаланың мәҙәниәт һарайында уҙған быйылғы сараға 200-ҙән ашыу кеше килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1248 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына