Иң ҙур бүләк — сәкән!Әлшәйҙә 19-сы хоккей ҡабы асылды
...Бит остарын семетеп-семетеп алған, һәр тарафтан сафлыҡ бөркөлгән ҡояшлы ҡышҡы көн. Аҡ миҙгелдең балҡып торған мәле. Селтәрле шәлен ябынған ағастарҙың матурлығына һоҡланып, аяҡ аҫтында шығырҙаған йымылдаҡ ҡарҙың талғын көйөн тыңлап, Себенле ауылында асылған катокка юл алдыҡ. Быныһы — Әлшәй районында быйыл барлыҡҡа килгән 19-сы хоккей ҡабы. Һис тә һуңғыһы түгел, егерменсеһе тиҙҙән Ниғмәтулла ауылында асыласаҡ, тиҙәр.
Ауыл өсөн бөтә уңайлыҡтары — хоккей ҡабы, тимер ҡапҡалары, электр уты булған ҡышҡы спорт майҙансығының төҙөлөүе — үҙе бер байрам. Себенлеләрҙең олоһо-кесеһе, мәктәп коллективы, уҡыусылар катокты асыу тантанаһынан һуң район хакимиәте һәм Себенле хоккейсылары араһындағы мауыҡтырғыс ярышты ла ҡараясаҡ.
Көйәрмәндәр ике яҡтан да етерлек. Район хакимиәте командаһы составында — эштәр идарасыһы, баш архитектор, иҡтисад буйынса урынбаҫар, полиция, МЧС хеҙмәткәрҙәре... Себенле намыҫын ауыл Советы хакимиәте етәкселәре, водителдәр, механизаторҙар яҡларға әҙерләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1148 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт дәүләт университеты — миллионер!Башҡорт дәүләт университеты юғары һөнәри белем биреүсе дәүләт мәғариф учреждениелары араһында ойошторолған Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Был — уҡыу йорто өс йыл дауамында (2012 — 2014 йылдарҙа) федераль бюджеттан субсидия рәүешендә йылына 100 миллион һумлыҡ финанс ярҙамы аласаҡ тигән һүҙ.
Конкурстың төп маҡсаты — федераль бюджет иҫәбенә вуздарҙың стратегик үҫтереү программаларына ярҙам итеү, уларҙың абруйын арттырыу, заманса йыһазландырыу. Конкурста бөтәһе 248 уҡыу йорто ҡатнашҡан. Еңеүселәр классик, инженер-техник, гуманитар-педагогик һәм башҡа йүнәлештәрҙә билдәләнгән. БДУ иһә, илдең 20 юғары уҡыу йорто менән бер тиң һөҙөмтә күрһәтеп, "Классик университеттар" номинацияһында еңеү яулаған.
Аҡса тәү сиратта уҡыу йортоноң матди-техник базаһын яңыртыуға тотоноласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1375 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл туғыҙ айҙа республикала 128 кеше наркотик һәм психотроп матдәләр менән ағыуланыу һөҙөмтәһендә донъя ҡуйған. Шуларҙың 34 проценты – 30 йәшкә тиклемгеләр. “Наркомания” диагнозлы ауырыуҙарҙың былтырғынан 3, 9 процентҡа артыуы һәм 3 847-гә етеүе лә проблеманың киҫкенләшеүен күрһәтә. Шуға бәйле Башҡортостан Республикаһының наркоманияға ҡаршы комиссияһы ултырышында сетерекле хәлдән сығыу планы төҙөлдө.
– Әсәйем Өфөнөң һөнәрселек училищеларының береһе янындағы йортта йәшәй. Уға барған һайын подъезда ятҡан энәләрҙе күрергә тура килә. Тимәк, наркомания “йәшәрә”, 14-15 йәшлек бала-сағаны ағыулай. Беҙҙең күҙ алдында тотош быуын юҡҡа сығыуы ихтимал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1089 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең советнигы Андрей Назаровты Башҡортостан Республикаһы Президентының инвестиция хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле итеп тәғәйенләне.
Был ҡарар инвестиция йәлеп итеү һәм инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу эшмәкәрлеген камиллаштырыу маҡсатында ҡабул ителде.
Башҡортостан Республикаһы Президентының инвестиция хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Мәскәү ҡалаһында эшләйәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1110 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был хаҡта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһы барышында белдерҙе. Кисә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда үткән сарала партияның төбәк сәйәси советы секретары, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Рәсәйҙең Федерация Советы ағзаһы Рудик Исҡужин, Дәүләт Думаһы депутаттары, райондарҙан килгән делегаттар ҡатнашты.
— Башҡортостан һайлаусыларының 70 проценттан ашыуы “Берҙәм Рәсәй” өсөн тауыш биреүе һөҙөмтәһендә партиянан 12 кеше Дәүләт Думаһына депутат булып үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 936 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе хәбәр итеүенсә, 2012 йылдың ғинуарында пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе халыҡҡа еткереүҙә өҙөклөк булмаясаҡ.
Почта элемтәһе ойошмалары 3, 4, 5 (бише һәм етеһе өсөн), 6 (алтыһы һәм һигеҙе өсөн), 9 ғинуарҙа барлыҡ социаль түләүҙәрҙе тормошҡа ашырасаҡ. 10 ғинуарҙан эш ғәҙәти тәртипкә күсәсәк. Кредит ойошмалары менән иҫәп-хисап, килешеүгә ярашлы, 12 ғинуарҙан башлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 841 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһының янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү буйынса баш дәүләт инспекторы Марат Латипов оҙайлы ҡышҡы каникул алдынан гәзит-журнал хәбәрселәре менән осрашты. “Яңы йыл байрамдары ваҡытында халыҡ хәүефһеҙлек тураһында онота кеүек. Шуға матбуғат саралары аша янғын сығыу ихтималлығы хаҡында тағы бер тапҡыр иҫкәртке килә”, – ти Марат Рәйес улы.
Йыл башынан республикала 4 315 янғын теркәлгән. Утта 320 кеше һәләк булған, шуларҙың ун етеһе – бәлиғ булмаған балалар. 325 кеше төрлө тән йәрәхәте алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 985 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Бер үк ваҡытта ике һәм унан күберәк бала тыуған ғаиләләргә социаль ярҙамдың өҫтәмә саралары тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Уға ярашлы 2012 йылдың 1 ғинуарынан бер үк ваҡытта ике (игеҙәк) һәм унан күберәк бала тыуған ғаиләләргә һәр сабыйға өс йәш тулғансы 500 һум күләмендә айлыҡ балалар пособиеһы түләнәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 755 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөн — Башҡортостан Конституцияһы көнө. Быйыл уның ҡабул ителеүенә 18 йыл тула.
Конституциябыҙ Башҡортостандың барлыҡ хоҡуҡ системаһы өсөн нигеҙ ташы булып тора. Ул ҡабул ителгәндән алып йәмғиәтебеҙҙәге демократик үҙгәрештәрҙе беркеткән, Федератив Рәсәй составында Башҡортостандың дәүләтселеген нығытҡан, төбәктә йәшәүсе кешеләрҙең хоҡуҡтарын һәм иркен яҡлаған төп көскә әйләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1247 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алһыу ДАУЫТОВА, кесе ғилми хеҙмәткәр:
— Президенттың төбәктәргә власть вәкәләттәренең байтаҡ өлөшөн тапшырыу, бюджет сәйәсәтен үҙгәртеү тураһында фекерҙәре ваҡытлы һәм ғәҙел, тип иҫәпләйем. Дәүләт башлығы идараны саманан тыш үҙәкләштереүгә юл ҡуймаҫҡа саҡырҙы, был да дөрөҫ. Башҡортостан — үҙ-үҙен тәьмин итә алған төбәк, байлығыбыҙҙы урындағы халыҡ мәнфәғәтендә киңерәк файҙалана алһаҡ, яҡшы булыр ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 783 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына