Кешеләр өсөн эшләйБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов өсөн әлеге йыл етди имтихан булды, тип әйтергә мөмкин. Был ил кимәлендәге мөһим сәйәси ваҡиғаларға ла, республика әһәмиәтендәге мәсьәләләргә лә бәйле. Шуныһы ҡыуаныслы: төбәк башлығы барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтте.
Йыл дауамында Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау мәсьәләһе көн ҡаҙағынан төшмәне. Тауыш биреү һөҙөмтәләре халыҡтың илдә әле алып барылған дәүләт сәйәсәтенә ниндәй ҡарашта икәнлеген күрһәтә, шуға ла йәмғиәтте болғандырырға, властың эшмәкәрлегенә аяҡ салырға, ялған мәғлүмәт менән аңды бутарға маташыусылар ишәйеп китте. Ошондай шарттарҙа тотороҡлолоҡто һаҡлау етәкселек өсөн төп бурысҡа әйләнде. Башҡортостан Президенты, йылды милләт-ара татыулыҡты нығытыу мәсьәләләренә арнап, бик дөрөҫ эшләне: Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә неофашизм, ксенофобия кеүек күренештәр артҡанда, беҙҙең республика халҡы быуаттар дауамында һыналған дуҫлыҡҡа, берҙәмлеккә тоғро ҡалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1198 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөт урғылды баш ҡалалаБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов башланғысы менән үткәрелгән байрамға Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Елена Скрынник, Рәсәйҙең баш дәүләт санитар врачы Геннадий Онищенконың килеүе уның әһәмиәтен тағы ла арттырҙы.
— Бөгөнгө фестиваль һөт ҡулланыусылар һәм уны етештереүселәр өсөн оло байрамға әүерелде, — тине Елена Скрынник. — Башҡортостан элек-электән һөт етештереүҙә алдынғы урынды биләй, халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә. Төбәк һөт етештереүселәренә дәүләт ярҙамы буласаҡ. Артабан тармаҡты үҫтереү өсөн республикаға өҫтәмә рәүештә 300 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Байрамда урғылған 10 метрлыҡ һөт фонтаны күптәрҙе таң ҡалдырҙы, ул республикабыҙҙың һөткә бай булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Ком: 1 // Уҡынылар: 997 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафиндың йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, төбәктә төрлө кимәлдәге ярыштар ойоштороу, һәләтлеләрҙе дәртләндереү буйынса башҡарған ҡолас еткеһеҙ эштәре хаҡында бер ни тиклем хәбәрҙар булһаҡ та, 53 йәшлек уҙамандың әле һаман конькиҙа оҫта шыуып, сәкәнде ҡулдан төшөрмәгәненә, спорт формаһын һаҡлауына нисек һоҡланмайһың!
Һүҙ ҙә юҡ, вазифалы етәксенең үҙе юл башлап, йәштәргә матур үрнәк булыуы — күптәр өсөн иң яҡшы маяҡ. Артыҡ һүҙ һөйләп, ноҡот уҡып тороу ҙа кәрәкмәй. Ауыл хужалығының төрлө тармағында, халыҡ тормошондағы бихисап эреле-ваҡлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә бер команда булып эшләгән хакимиәт хеҙмәткәрҙәренең боҙ өҫтөндә лә ир-егеттәрсә берҙәмлек, ҡыйыулыҡ өлгөһө күрһәтеүе, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ. Спорт уйындарының һәммәһе лә, яҡшы кәйеф, сәләмәтлек бүләк итеүҙән тыш, кешегә йыйнаҡлыҡ, теүәллек, егәрлелек тәрбиәләүгә булышлыҡ итеүе сер түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1336 тапҡыр // Тотош уҡырға
— Әсәй, ҡара әле, Ҡыш бабай!
— Ана, тағы берәү, икәү, өсәү... Бигерәк күп тә баһа улар...
Кисә Өфө ҡала Советы янындағы Ленин майҙанына килгән бала-саға ауыҙынан ошоноң кеүек һүҙҙәр туҡтауһыҙ яңғыраны. Ысынлап та, күп ине ҡыш бабайҙар. Яндарында ҡарһылыуҙар, Яңы йылдың буласаҡ хужаһы аждаһалар һәм башҡа йәнлектәр ҙә бихисап булды. Ни хәл һуң был? Өлкәндәрҙең күбеһе аптыраһа ла, балалар өсөн бик тә тәбиғи хәл ине. Тәбиғи булмай ни — тиҙҙән Яңы йыл етә бит, ә Ҡыш бабайһыҙ ниндәй байрам булһын инде?!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1142 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хөкүмәт башлығы йәш, әммә тәжрибәлеБыйыл Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 38-се ултырышында депутаттар Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тарафынан Хөкүмәт Премьер-министры вазифаһына тәҡдим ителгән кандидатура буйынса тауыш бирҙе. Һөҙөмтәлә республиканың юғары башҡарма дәүләт власы органына етәксе итеп Азамат Илембәтов тәғәйенләнде.
Шуныһын билдәләргә кәрәк: Башҡортостан Президенты вазифаһын ҡабул итеп алғандан һуң Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт Рәйесенең вәкәләттәрен бер йылға яҡын үҙе үтәне. Быны киң мәғлүмәт саралары төрлөсә баһалап өлгөрҙө: берәүҙәр ике вазифаның берләштерелеүен күҙалланы, икенселәр яңы Президенттың урындағы кадрҙарға ышанмауын иҫбатларға тырышты, өсөнсөләр аныҡ исемдәрҙе атарға ла баҙнат итте. Нисек кенә булмаһын, юраусыларҙың барыһы ла хаталанды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1137 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күп милләтле Башҡортостаныбыҙ һәр саҡ башҡа төбәктәргә төрлө халыҡ вәкилдәренең татыу йәшәү өлгөһө булды. Беҙҙә милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә ҙур тәжрибә тупланған. Быны федераль кимәлдә лә юғары баһалайҙар. Республикала барлыҡ халыҡтарҙың мәнфәғәттәре тигеҙ ҡайғыртыла, барыһына ла йәшәү, үҫеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостанда 120-нән ашыу милләт вәкиле дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йортонда 38 милли-мәҙәни, 14 тарихи-мәҙәни үҙәк эшләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1665 тапҡыр // Тотош уҡырға
Февралдә Өфөлә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы Президиумының илдә милләт-ара татыулыҡты нығытыу буйынса сараларға арналған ултырышы үтте. Уға Президент Дмитрий Медведев рәйеслек итте.
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев:
“Милләт-ара берҙәмлеккә һәм тыныслыҡҡа булышлыҡ итеү һәр саҡ дәүләт хәстәре булды”.
Дәүләт башлығы дини ойошмаларҙың милләт-ара дуҫлыҡты нығытыуға ҙур өлөш индерә алыуын билдәләне.
“Иң тәүге сиратта был – толерантлыҡ тәрбиәләү. Ул мәктәптән һәм университеттан башланырға тейеш, сөнки тап уҡыу йылдарында кешенең аңында донъяға ҡараш нигеҙҙәре барлыҡҡа килә.
// Уҡынылар: 801 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауылдарҙа ҡарт-ҡоро ғына ҡала, йәштәр тыуған төйәгенән китеү яғын ҡарай, тип хәүефләнгән һәм зарланған мәлдә, райондарҙа яңы төҙөлөш майҙандары барлыҡҡа килеүенә бик ышанғы ла килмәй. Шулай ҙа һөйөндөрөрлөк яңылыҡтар бар. Мәҫәлән, Белорет районының Сермән ауылы хакимиәте ҡарарына ярашлы, ошо биләмәлә яңы ауылға нигеҙ һалынды. Уға Иҙел тигән матур исем дә ҡушылды. Исеме есеменә тап килеп тора — Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында, шул төбәккә хас ғәжәйеп хозур тәбиғәтле ерҙә урынлашҡан ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1078 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әбйәлил районының "Красная Башкирия" ауыл хужалығы кооперативы (етәксеһе – Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Раил Фәхрисламов) элек-электән баҫыусылыҡ менән ныҡлап һәм ентекле шөғөлләнеүсе хужалыҡтарҙан һанала. Йәмғиәт ерҙең уңдырышлылығын күтәреү, баҫыуҙарҙа иген һәм мал аҙығы культураларының тослоғон арттырыу маҡсатында төрлө тәжрибәләрҙе ҡулланыуы менән республикала ғына түгел, хатта илдә билдәле
Хужалыҡ баҫыуҙарын, беҙҙә етештерелгән агрегаттарҙан тыш, сит ил техникаһы ла иңләй. Быйылғы яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы атҡарып сығыуҙа Аргентинанан һатып алынған 9 миллион һумлыҡ сәскестәр тос өлөш индергән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1100 тапҡыр // Тотош уҡырға
Саҡмағош – республиканың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә иң тос өлөш индергән райондарҙың береһе. Төбәк хеҙмәтсәндәре йылды матур һөҙөмтәләр менән тамамлай. Тулайым етештереү күләме буйынса ла, финанс күрһәткестәре йәһәтенән дә саҡмағоштарҙың йөҙө ҡыҙарырлыҡ түгел.
Бында быйыл да иген ишелеп уңды. Район эшсәндәре, һәр гектарҙан уртаса 34,9 центнер уңыш алып, 141 мең тонна тулайым иген йыйҙы. Урып йыйыуҙы, шәкәр сөгөлдөрө алыуҙы республикала тәүгеләрҙән булып тамамлауға МТС комбайндарын йәлеп итеү ҙә булышлыҡ итте.
Йыл, ысынлап та, уңай килде. Шәкәр сөгөлдөрө лә, көнбағыш та уңды. Был техник культураларҙың тәүгеһе буйынса гектарынан 270 центнер уңыш, 72 мең 900 тонна тулайым продукция йыйып алынды. Көнбағыштың дөйөм уңышы 3370 тонна тәшкил итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 944 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нано тантанаһыПрофессор Александр Зайцев “ЕСМ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен асыуға бихисап асыштар аша 15 йылдан ашыу килгән. Әле был инновацион предприятиеға тиңдәр илебеҙҙә генә түгел, бөтә донъя кимәлендә һирәк.
Проектты “Роснанотех” дәүләт корпорацияһы һәм “РВТ-инвест” фонды финанслай. Уның дөйөм бюджеты 285 миллион һум тәшкил итә. Шуның 120 миллион һумын “Роснанотех” бүлгән.
Дәүләт корпорацияһы тап ошондай проекттарҙы финанслау, илдә ҡалдырыу күҙлегенән сығып төҙөлгән. Илебеҙҙең автомобиль, авиадвигателдәр, медицина тармаҡтары өсөн мөһим булған предприятиеның киләсәге өмөтлө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1279 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кәштәләрҙә — үҙебеҙҙең тауарЙыл башында уҡ Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика магазиндарында һәм сауҙа нөктәләрендә үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарҙың бик аҙ булыуы йәки бөтөнләй юҡлығы өсөн борсолоуы тураһында блогында яҙып сыҡҡайны.
Ысынлап та, был хәл республиканың бөтә магазиндарына ла хас һәм ҙур проблемаға әүерелгән. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәре бынамын тигән сифатлы, экологик яҡтан таҙа тауарҙарын ҡайҙа һатырға белмәй әрәм итә ине. Ә халыҡ меңәр саҡрым үтеп ситтән килтерелгән, инде боҙола башлаған йәки химикаттар менән эшкәртелгән йәшелсә, емеш-еләк, ит һәм һөт ризыҡтары һатып алырға мәжбүр булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1383 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыһандан – Башҡортостанға!Быйыл Рәсәйҙә Космонавтика йылы билдәләнде. Ошо йүнәлеш буйынса илдең төрлө төбәктәрендә саралар үткәрелде, шул иҫәптән Башҡортостанда ла бер нисә әһәмиәтле ваҡиға булып уҙҙы.
Сентябрҙә республикаға бер төркөм космонавтар “десанты” килеп төштө. Улар араһында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты Владимир Коваленок, осоусы-космонавтар, Советтар Союзы Геройҙары Анатолий Арцебарский, Игорь Волк, Александр Баландин, Рәсәй Геройы Михаил Корниенко ла бар ине. Арҙаҡлы шәхестәр Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты, төбәктә космонавтика үҙәге булдырыу хаҡында фекер алышты. Унан тыш, космонавтар бихисап осрашыуҙарҙа ҡатнашты, йәш быуын вәкилдәре менән аралашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 773 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тау башында балҡый ӨфөРеспубликабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөнө оҡшатмаған, уға һоҡланмаған кеше һирәктер. Башҡортостаныбыҙҙың “йөрәге”ндә тормош ҡайнай, ул үҫә, бында ил һәм донъя кимәлендәге мөһим ваҡиғалар йыш үтә. Өфөбөҙҙө беҙ генә түгел, ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа һәр ваҡыт йылы һүҙҙәр менән телгә ала, уға киренән ҡат-ҡат әйләнеп килә.
Беҙҙең баш ҡаланы быйыл ил кимәлендә үткәрелгән төрлө рейтинг һәм конкурстарҙа юғары баһаланылар. Өфө — тормош кимәле, мәғариф, медицина, мәҙәниәт үҫеше, төҙөклөк, торлаҡ менән тәьмин ителеш, юлдар һалыныуы, енәйәтселектең кәмеүе һәм башҡа күрһәткестәр буйынса илдә алдынғылар рәтендә.
Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалалары рейтингында баш ҡалабыҙ алтынсы урынға лайыҡ булды. Ул хәҙер Сорғот, Төмән, Краснодар, Нижневартовск һәм Санкт-Петербургтан ғына ҡалыша. Баһа бирелгәндә бихисап күрһәткестәр иҫәпкә алынған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1363 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың 28 сентябрҙә “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” Законға үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Законға ҡул ҡуйыуы ҡайһы бер ғаиләләр өсөн күптән көтөлгән яҡшы хәбәр булды. Белеүегеҙсә, закон өс йәки унан да күберәк бәлиғ булмаған балалы граждандарға, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бер тапҡыр бушлай ер участкалары биреүгә ҡағыла.
Уҡыусыларҙы ошо мөһим закон менән ҡыҫҡаса таныштырып китмәксебеҙ. Шуныһы мөһим: ата-әсә өсөн йәш буйынса бер ниндәй сикләү ҙә юҡ. Шулай уҡ кинйә сабыйҙарының 2011 йылдың ғинуарына тиклем йәки 1 ғинуарҙан һуң тыуыуы ла әһәмиәтле түгел. Төп талап — балаларҙың бәлиғ йәшкә етмәүе.
Законға ярашлы, ҡаланыҡылар үҙҙәре йәшәгән ҡала эргәһенән йәки сиктәш район биләмәләренән ер аласаҡ, ә район халҡына үҙҙәре ғүмер иткән төбәктән бүленә. Участкаларҙың майҙаны — һигеҙ сутыйҙан 20 сутыйға тиклем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1057 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына