“Айырылғанды — айыу, бүленгәнде бүре ашар”, “Күмәкләгән — яу ҡайтарған”, “Татыу аш татлы булыр” кеүек ҡанатлы һүҙҙәрҙе васыят итеп ҡалдырған ата-бабалар. Башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығы, башҡа халыҡтарға ҡарата йылы мөнәсәбәте хаҡында ҙур-ҙур әҙиптәр, фекер эйәләре лә әйткән.
Башҡаларға булған ихтирамын һүҙ менән генә түгел, изге эше менән дә иҫбатлаған башҡорт. Рәсәйгә ябырылған дошмандарға ҡаршы яуға сапҡан, бәләгә тарығандарҙы иленә һыйындырған, ярҙам иткән...
Ошо изге тойғолар аңыбыҙға ғына түгел, ҡаныбыҙға ла һеңгәндер. Башҡортостан бөгөн дә татыулыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө булып тора: йөҙҙән ашыу милләт иңде иңгә терәп донъя көтә беҙҙә. Әлбиттә, халыҡтар араһындағы татыулыҡ тигән гөлгә һыу һибеп тороу ҙа мотлаҡ. Быйылғы йылдың Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип аталыуы ла юҡҡа түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 110 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр дәүләттең, һәр йәмғиәттең ныҡлығы, камил үҫеше унда йәшәгән, уны тәшкил иткән халыҡтарҙың үҙ-ара мөнәсәбәтенә бәйле. Башҡортостан Республикаһында күпме дәүер нисәмә милләт дуҫ һәм татыу йәшәй, тимәк, беҙҙә был йәһәттән аҡыллы, дөрөҫ сәйәсәт алып барыла. Быйыл "Башҡортостан" гәзите биттәрендә Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған байтаҡ мәҡәлә донъя күрҙе. Декабрь башында ошо ваҡиға айҡанлы викторина ла ойошторолдо. Йыл тамамлана, шуға күрә әҙәби-интеллектуаль уйынға йомғаҡ яһар мәл етте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 120 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балаһы — бала, сағаһы булмаһын...Киләсәк быуындың физик һәм психик яҡтан һау булып үҫеүе ата-әсәнең сәләмәтлегенә ныҡ бәйләнгән. Әйтәйек, таҙа-һау ғаиләлә, нигеҙҙә, сәләмәт балалар тыуа, улар физик яҡтан да, психик яҡтан да камиллашып үҫә. Яҡшы тәрбиә алған балаларҙың холҡо һәйбәт була. Был — хәҡиҡәт.

Яҡшыһы ла, яманы ла — ғаиләнән

Закон буйынса беҙҙә 18 йәштән иртә никахҡа инеү тыйыла. Бының биологик төшөнсәһе шул: 18 йәштә генә организм тулы өлгөрөү кимәленә етә. Ә элегерәк никахҡа ингән ата-әсәнән йышыраҡ етлекмәгән, ғәрип, физик яҡтан насар үҫешкән бала тыуа. Күбеһенсә улар аҡылға ла зәғиф була. Ата-әсәнең алкоголизмға бирелеүе уларҙың үҙ сәләмәтлеген генә ҡаҡшатмай, киләсәк быуындың һаулығына ла ҡурҡыныс һала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 64 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күкрәк һөтөн имеҙеү малайҙарҙың интеллектын күтәрә, әммә ҡыҙҙарҙың аҡыл һәләтенә йоғонто яһамай икән. Австралия белгестәренең бер төркөмө ошондай һығымта яһаған.
Тикшеренеүселәр күкрәк һөтө имгән 2868 сабый миҫалындағы мәғлүмәтте өйрәнгән. Уларға 10 йәш тулғас, ғалимдар 1038 уҡыусының математика, уҡыу һәм матур яҙыу буйынса өлгәшен анализлаған.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, алты ай самаһы күкрәк һөтө имгән малайҙар әлеге фәндәр буйынса бындай туҡланыуҙан мәхрүм ителгән тиҫтерҙәренә ҡарағанда һәйбәтерәк өлгәш күрһәткән. Математика буйынса айырма 9, матур яҙыу буйынса — 7, уҡыу буйынса 6 процент тәшкил иткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 106 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡатын-ҡыҙға һаҡсыл ҡараш, әсәлек тураһында хәстәрлек – һәр дәүләттең үҫешен һәм әхлаҡи кимәлен күрһәтеүсе бизмән”, – тигәйне Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов әсәләрҙең V Бөтә Рәсәй форумына арналған “түңәрәк өҫтәл”дә. Фекерҙе дауам итеп, шуны өҫтәге килә: ҡатын-ҡыҙ һау-сәләмәт булһа, иртәгәһенә ышаныс менән баҡһа, яҡлау тойһа, ул илдең ырыҫы ла арта. “Эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие” республика конкурсы еңеүсеһе – Өфө ҡалаһының 17-cе балалар клиник дауаханаһы менән танышыу шуға инандырҙы. Коллективта күп балалы әсәләрҙең һаны алтмыштан ашҡан, араларында алтышар бала үҫтереүселәр бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 75 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 164 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ