Буйҙаҡтар ниңә һимермәй?Барлыҡ һимеҙҙәргә: “Айырыл!” — тип әйтергә һис кенә лә йыйынмайбыҙ. Ә бына туҡланыу буйынса белгес Пенни Гордон-Ларсенды (АҠШ) туйға тиклем һомғол һәм нескә биллеләрҙең ни өсөн ғаилә ҡорғандан һуң бер нисә йыл үтеүгә ҡалынайып китеүе ҡыҙыҡһындырған.
30 йәшкә тиклемге йәштәрҙең байтағы — никахта торғандары ла, яңғыҙаҡтары ла — күҙгә күренеп һимерә. Биш йылға уртаса 7—13 килограмға арталар. Шулай ҙа өйләнешкән йәштәр буйҙаҡ тиҫтерҙәренә ҡарағанда өс-биш килограмға ауырыраҡ тарта, тип иҫәпләй доктор Гордон-Ларсен.
Туйға тиклем осрашып, дуҫлашып йөрөгәндә уларҙың зифа буйлы, нескә билле булып ҡалыуы өсөн сәбәп байтаҡ. Өйләнмәгән йәштәр йышыраҡ хәрәкәтләнә, телевизор ҡарап аҙыраҡ ултыра һәм башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн тырыша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1378 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы быйылғы һайлау кампанияларын яҡтыртҡан киң мәғлүмәт саралары һәм айырым журналистар араһында республика кимәлендә ойошторолған конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Ошо көндәрҙә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы булды.
– Иң яҡшыларҙы асыҡлау еңел бирелмәне, – тине Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев. – Журналистар халыҡты уйландырырлыҡ, бәхәскә индерерлек, рухландырырлыҡ бихисап хеҙмәт башҡарҙы. «Тура элемтә», һайлау темаһына инша конкурстары, һорау алыуҙар – тауыш биреү әүҙемлеген тәьмин итеү маҡсатында барыһы ла ҡулланылды. Алда торған һайлау кампанияһын яҡтыртыуҙа ла шундай уҡ тырышлыҡҡа өмөт итәбеҙ. Дөрөҫлөккә тап килгән мәғлүмәт күберәк булған һайын уйҙырмаларға, ялғанға урын кәмей.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1721 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ватансылыҡ төшөнсәһен күпселек осраҡта Бөйөк Ватан һуғышына бәйле ҡабул итәбеҙ. Ысынлап та, дәһшәтле йылдарҙың ауырлығын барлыҡ ил менән күтәреү, тыуған ер өсөн утҡа-һыуға инеп еңеү яулау — оло ғорурлыҡ.
Бөгөнгө йәштәребеҙҙә илһөйәрлек тойғоһо ниндәй кимәлдә? Улар Тыуған иле менән ғорурланһын өсөн ниҙәр эшләргә? Башҡортостан Хөкүмәте йортонда йәштәр сәйәсәте буйынса ведомство-ара ултырышында ҡатнашҡан министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, уҡыу йорттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре тап ошо һорауҙарға яуап эҙләне.
— Йәштәребеҙ Тыуған илен яратһын, үҙҙәрен кәрәкле кешеләр итеп тойһон өсөн уҡыу йорттары, йәмәғәт ойошмалары һәм дәүләт структураларының бер маҡсатта эшләүе мөһим, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов.
Ком: 0 // Уҡынылар: 978 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелдәрҙә сик булмаһынАлты йәшен тултырған Әлфиә — Гүзәл менән Фәриттең ҡайнар мөхәббәт емеше. Ул да бүтән ҡыҙҙар кеүек ҡурсаҡ уйнарға ярата, матур хыялдар ҡороп, төҫлө ҡәләм менән һүрәт төшөрә.
Бына ул бөхтә кейенеп мәктәпкә бара, көндәлегенә яҡшы билдәләр генә ҡуйылған. Ә был һүрәттә ҡыҙ йүгереү буйынса ярышта беренселәрҙән булып финишҡа етеп килә. Тағы дүрт-биш аҙым яһаясаҡ та, донъя марафонында беренсе урынды алып, барлыҡ ғаләмгә таныласаҡ... Тик былар барыһы ла кескәй ҡыҙҙың хыялы ғына шул.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ауыр сир менән тыуған. Әйтерһең дә, һәр көн — үҙе бер һынау, сөнки ҡыҙҙың быуындары тотмай, шунлыҡтан ҡәҙимге кеше кеүек атлай алмай. Балаһына төшкән ауыр өлөштө күтәрешеүҙә Гүзәл менән Фәрит яңғыҙ кеүек. Коляскаға ултыртып урамға алып сыҡһалар ҙа, берәй концертҡа алып барһалар ҙа, Әлфиәгә башҡалар сәйер ҡарай. Шуғалыр ҙа ҡыҙҙың йәмәғәт урынында әллә ни күренергә теләге юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 980 тапҡыр // Тотош уҡырға
Асылыбыҙға тоғро ҡалдыҡРеспубликабыҙҙың мәҙәниәт усаҡтары тамашасыларҙы өр-яңы концерт программалары менән йыш ҡыуандыра. Ошо көндәрҙә генә йәше лә, ҡарты ла әллә күпме йыр-моң һәм бейеү кисәһе ҡарап кинәнде. Мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ла тос өлөш индерә. Уның директоры Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл ҠАРАБУЛАТОВ менән әңгәмә шул хаҡта.
— 2011 йылды филармония өсөн уңышлы булды тип әйтергә мөмкинме?
— Уҙған йыл уңыштары менән һөйөндөрҙө, үҙенсәлекле эш алымына күстек. Мәҫәлән, күп йылдар буйы ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында башҡарылмаған эштәр тормошҡа ашырылды. Республика етәкселегенең хәстәрлеге менән артистарыбыҙҙың эш хаҡы артты, филармония матди-техник яҡтан яҡшырҙы. Бының өсөн Рөстәм Зәки улына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1458 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл арифметикаһы ниҙән башлана?Ҡоштар өҙҙөрөп һайраған йәйге сихри таңдарҙы, көтөүсенең сыбыртҡы шартлатыуынан уянып киткән матур иртәләрҙе күптәребеҙ хәтерләйҙер. Ауыл урамдарына һыйыша алмайынса, көтөү артынан көтөү үткәне, мөңрәшкән һыйырҙарҙың ялҡау ғына атлап уҙыуы, көтөүсе этенең һирәк-мирәк өрөп алыуы әле лә күҙ алдында тора. Былар иһә иртәнге тынлыҡҡа ниндәйҙер биҙәк өҫтәй. Ошо ҡабатланмаҫ ваҡытты һағынаһың да ауылдың бөгөнгө йөҙөнә күҙ һирпәһең, әлеге һулышына ҡолаҡ һалаһың.
Һайрар ҡоштарын алып килгән ҡояшлы яҙҙар ҙа, эҫе йәйҙәр ҙә үтеп китте. Хәҙер көн һайын иртәнге сихри тынлыҡты боҙоп, ихата ҡапҡалары шығырҙап асыла, ихатаға мал-тыуар ағыла. Әммә яҙ яҡынлашҡан һайын ауыл халҡын бер һорау борсой: миҙгеле еткәс, махсус рәүештә ялланып эшләүсе көтөүсе табылырмы? Элек ауылда бындай проблема булманы. Һәр урамда халыҡ яллаған көтөүсе бар ине, килешеү буйынса йорт хужалары көтөүсене иртәле-кисле ашатты, хатта мунсаһын яҡты, уға тейешле аҡсаһын, бәрәңгеһен, ашлығын бирҙе. Малың — көтөүҙә, үҙең — эштә: йәнең тыныс.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1104 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күҙ нурыңдан мәхрүм ҡалмаДонъяла биш секунд һайын бер өлкән кеше һуҡырая, һәр минут һайын бер сабый күҙ нурҙарынан мәхрүм ҡала.
Шуға ла Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөн билдәләү, Бөтә донъя күреү көнөн үткәреү изге йолаға әүерелгән. Кеше организмының бүтән бер ағзаһы ла бындай хөрмәткә һәм иғтибарға лайыҡ түгел, сөнки күҙ нурҙарының әһәмиәте кеше өсөн баһалап бөткөһөҙ. Һуңғы осорҙа бөтә донъяла күҙ ауырыуҙары һиҙелерлек арта, ә белгестәрҙең фараздары тағы ла хәүефлерәк.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы күптән инде саң ҡаға: әгәр ҙә яҡын арала ашығыс саралар күрелмәһә, 2020 йылға планетала һуҡырҙар һаны 75 миллионға етәсәк! Күҙгә көсөргәнеш артҡан һайын (ә уның көсәйеүе бәхәсһеҙ), күҙ сирҙәре лә йәшен тиҙлегендә үҫешә, шул иҫәптән тома һуҡырлыҡҡа килтереүселәре лә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1059 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ишетеү һәләте тауыш ифрат көслө булғанда — бер йылдан, ә уртаса булғанда 10—12 йылдан һуң насарлана башлауы ихтимал.
Санитар нормаларға ярашлы, тауыш кимәле торлаҡ бинанан ике метр алыҫлыҡта 55 децибелдан артмаҫҡа тейеш. Һәүетемсә һөйләшкәндә тауыш кимәле 40—50 децибелға етә. Ярты метр арыраҡ торған сәйнүк ҡайнағандағы тауыш 50—60 децибел самаһы була. Үтеп китеүсе автомобиль тауышы 70 децибелға етә. Шундай уҡ тауыш 15 метр арыраҡ эшләп торған тракторҙан да килә. 7,5 метр алыҫлыҡта елеүсе мотоцикл тауышы — 86, автобустыҡы — 91, йөк машинаһының 90 децибел самаһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1227 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡан баҫымың күпме?Ҡан баҫымы түбән кешеләр оҙаҡ йәшәй, тиҙәр. Әммә барыһы ла ал да гөл түгел: баш ауыртыуы йонсота, арыу-талсығыу һәм шуға бәйле насар кәйеф яфалай.
Кардиологтарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, гипотония, зыянһыҙ күренһә лә, улай уҡ яҡшы түгел икән. Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр ҡан баҫымы 90/60 булғанда ла үҙҙәрен яҡшы хис итә. Улар өсөн был ғәҙәти һанала. Әгәр кеше үҙен насар тойһа һәм шул уҡ ваҡытта ҡан баҫымы түбән икән, гипотония сире тураһында һөйләргә мөмкин.
Ҡан баҫымына бәйле проблема барлығын кешенең үҙ-үҙен тотошона ҡарап та билдәләргә була. Ул ҡуҙғыусанға әүерелә, башы ауырта, хәтере насарлана. Йыш ҡына ундайҙар һауа торошона һиҙгер, йоҡонан оҙаҡ ҡына арына алмай һәм эшкә ауырлыҡ менән тотонорға мәжбүр. Ә бына кис кәйефтәре элекке хәленә ҡайта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1291 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илебеҙҙә – ике бәлә...“Рәсәйҙә ике бәлә: юлдар һәм ахмаҡтар” тигән әйтем киң таралған. Ә шул ике бәлә бергә ҡушылһа, нимә була? Юл-транспорт фажиғәләре хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе уҡыһаң, сәс үрә торорлоҡ: йылына илдә 30 меңгә яҡын кеше юлда һәләк була, тимәк, йыл һайын бәләкәй генә бер ҡала халҡы юҡҡа сыға тигән һүҙ. Ҡорбандарҙың күбеһе – йәшнәп йәшәрлек йәштәр, араларында тормоштоң гүзәллеген тойоп та өлгөрмәгән балаларҙың булыуы бигерәк аяныс... Дәүләткә ябырылған ниндәй үләт һуң был? Ҡыҫҡаһы, демографик көрсөк кисергән илебеҙ өсөн юлдарҙағы хәл – уғата оло фажиғә.
Уның сәбәптәрен асыҡлау, юл хәрәкәтен хәүефһеҙ итеү йәһәтенән йәмәғәтселектә лә, власть органдарында ла етди һөйләшеүҙәр булып тора, яңы ҡағиҙәләр ҡабул ителә. Әммә әүәлгесә насар юлдар һәм хәүефһеҙлек мәсьәләһенә ҡул һелтәп ҡараған “ахмаҡтар” төп бәлә булып ҡала бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1223 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 82 Алға
Бит башына