Әбйәлил районының "Красная Башкирия" ауыл хужалығы кооперативы (етәксеһе – Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Раил Фәхрисламов) элек-электән баҫыусылыҡ менән ныҡлап һәм ентекле шөғөлләнеүсе хужалыҡтарҙан һанала. Йәмғиәт ерҙең уңдырышлылығын күтәреү, баҫыуҙарҙа иген һәм мал аҙығы культураларының тослоғон арттырыу маҡсатында төрлө тәжрибәләрҙе ҡулланыуы менән республикала ғына түгел, хатта илдә билдәле
Хужалыҡ баҫыуҙарын, беҙҙә етештерелгән агрегаттарҙан тыш, сит ил техникаһы ла иңләй. Быйылғы яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы атҡарып сығыуҙа Аргентинанан һатып алынған 9 миллион һумлыҡ сәскестәр тос өлөш индергән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1100 тапҡыр // Тотош уҡырға
Саҡмағош – республиканың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә иң тос өлөш индергән райондарҙың береһе. Төбәк хеҙмәтсәндәре йылды матур һөҙөмтәләр менән тамамлай. Тулайым етештереү күләме буйынса ла, финанс күрһәткестәре йәһәтенән дә саҡмағоштарҙың йөҙө ҡыҙарырлыҡ түгел.
Бында быйыл да иген ишелеп уңды. Район эшсәндәре, һәр гектарҙан уртаса 34,9 центнер уңыш алып, 141 мең тонна тулайым иген йыйҙы. Урып йыйыуҙы, шәкәр сөгөлдөрө алыуҙы республикала тәүгеләрҙән булып тамамлауға МТС комбайндарын йәлеп итеү ҙә булышлыҡ итте.
Йыл, ысынлап та, уңай килде. Шәкәр сөгөлдөрө лә, көнбағыш та уңды. Был техник культураларҙың тәүгеһе буйынса гектарынан 270 центнер уңыш, 72 мең 900 тонна тулайым продукция йыйып алынды. Көнбағыштың дөйөм уңышы 3370 тонна тәшкил итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 944 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нано тантанаһыПрофессор Александр Зайцев “ЕСМ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен асыуға бихисап асыштар аша 15 йылдан ашыу килгән. Әле был инновацион предприятиеға тиңдәр илебеҙҙә генә түгел, бөтә донъя кимәлендә һирәк.
Проектты “Роснанотех” дәүләт корпорацияһы һәм “РВТ-инвест” фонды финанслай. Уның дөйөм бюджеты 285 миллион һум тәшкил итә. Шуның 120 миллион һумын “Роснанотех” бүлгән.
Дәүләт корпорацияһы тап ошондай проекттарҙы финанслау, илдә ҡалдырыу күҙлегенән сығып төҙөлгән. Илебеҙҙең автомобиль, авиадвигателдәр, медицина тармаҡтары өсөн мөһим булған предприятиеның киләсәге өмөтлө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1279 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кәштәләрҙә — үҙебеҙҙең тауарЙыл башында уҡ Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика магазиндарында һәм сауҙа нөктәләрендә үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарҙың бик аҙ булыуы йәки бөтөнләй юҡлығы өсөн борсолоуы тураһында блогында яҙып сыҡҡайны.
Ысынлап та, был хәл республиканың бөтә магазиндарына ла хас һәм ҙур проблемаға әүерелгән. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәре бынамын тигән сифатлы, экологик яҡтан таҙа тауарҙарын ҡайҙа һатырға белмәй әрәм итә ине. Ә халыҡ меңәр саҡрым үтеп ситтән килтерелгән, инде боҙола башлаған йәки химикаттар менән эшкәртелгән йәшелсә, емеш-еләк, ит һәм һөт ризыҡтары һатып алырға мәжбүр булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1383 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыһандан – Башҡортостанға!Быйыл Рәсәйҙә Космонавтика йылы билдәләнде. Ошо йүнәлеш буйынса илдең төрлө төбәктәрендә саралар үткәрелде, шул иҫәптән Башҡортостанда ла бер нисә әһәмиәтле ваҡиға булып уҙҙы.
Сентябрҙә республикаға бер төркөм космонавтар “десанты” килеп төштө. Улар араһында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты Владимир Коваленок, осоусы-космонавтар, Советтар Союзы Геройҙары Анатолий Арцебарский, Игорь Волк, Александр Баландин, Рәсәй Геройы Михаил Корниенко ла бар ине. Арҙаҡлы шәхестәр Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты, төбәктә космонавтика үҙәге булдырыу хаҡында фекер алышты. Унан тыш, космонавтар бихисап осрашыуҙарҙа ҡатнашты, йәш быуын вәкилдәре менән аралашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 773 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тау башында балҡый ӨфөРеспубликабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөнө оҡшатмаған, уға һоҡланмаған кеше һирәктер. Башҡортостаныбыҙҙың “йөрәге”ндә тормош ҡайнай, ул үҫә, бында ил һәм донъя кимәлендәге мөһим ваҡиғалар йыш үтә. Өфөбөҙҙө беҙ генә түгел, ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа һәр ваҡыт йылы һүҙҙәр менән телгә ала, уға киренән ҡат-ҡат әйләнеп килә.
Беҙҙең баш ҡаланы быйыл ил кимәлендә үткәрелгән төрлө рейтинг һәм конкурстарҙа юғары баһаланылар. Өфө — тормош кимәле, мәғариф, медицина, мәҙәниәт үҫеше, төҙөклөк, торлаҡ менән тәьмин ителеш, юлдар һалыныуы, енәйәтселектең кәмеүе һәм башҡа күрһәткестәр буйынса илдә алдынғылар рәтендә.
Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалалары рейтингында баш ҡалабыҙ алтынсы урынға лайыҡ булды. Ул хәҙер Сорғот, Төмән, Краснодар, Нижневартовск һәм Санкт-Петербургтан ғына ҡалыша. Баһа бирелгәндә бихисап күрһәткестәр иҫәпкә алынған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1363 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың 28 сентябрҙә “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” Законға үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Законға ҡул ҡуйыуы ҡайһы бер ғаиләләр өсөн күптән көтөлгән яҡшы хәбәр булды. Белеүегеҙсә, закон өс йәки унан да күберәк бәлиғ булмаған балалы граждандарға, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бер тапҡыр бушлай ер участкалары биреүгә ҡағыла.
Уҡыусыларҙы ошо мөһим закон менән ҡыҫҡаса таныштырып китмәксебеҙ. Шуныһы мөһим: ата-әсә өсөн йәш буйынса бер ниндәй сикләү ҙә юҡ. Шулай уҡ кинйә сабыйҙарының 2011 йылдың ғинуарына тиклем йәки 1 ғинуарҙан һуң тыуыуы ла әһәмиәтле түгел. Төп талап — балаларҙың бәлиғ йәшкә етмәүе.
Законға ярашлы, ҡаланыҡылар үҙҙәре йәшәгән ҡала эргәһенән йәки сиктәш район биләмәләренән ер аласаҡ, ә район халҡына үҙҙәре ғүмер иткән төбәктән бүленә. Участкаларҙың майҙаны — һигеҙ сутыйҙан 20 сутыйға тиклем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1057 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ленин хәҙер урынындаНоябрҙә Өфөнөң Ленин һәм Коммунистик урамдары сатында Совет дәүләтенең юлбашсыһы Владимир Ильич Лениндың яңыртылған һәйкәлен асыу тантанаһы булды. Унда Рәсәйҙең Коммунистар партияһы рәйесе Геннадий Зюганов та ҡатнашты.
Тарих биттәренә күҙ һалһаң, Ленинға һәйкәл илебеҙҙә тәүгеләрҙән булып 1924 йылда Өфөлә ҡуйыла. Ә уның янындағы сквер халыҡтың яратҡан ял итеү урынына әүерелә.
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында гипстан яһалған монумент эшлектән сыға, шуға ла Ленинград (хәҙерге Санкт-Петербург) ҡалаһына реконструкцияға оҙатыла. Уны тейешенсә тергеҙәләр, әммә, үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас, төрлө сәбәп менән һәйкәл Өфөгә кире әйләнеп ҡайтмай. Бынан һуң ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт уҙҙы. Былтыр октябрь айында һәйкәл Санкт-Петербургтағы Рәсәй художество академияһы фондында табылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1274 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әсә һыны Сибайҙа ла барСибай ҡалаһының Никах йорто янында Әсәне данлаусы һәйкәл асылды. Уның тап бында ҡуйылыуы осраҡлы түгел. Йәштәр нәҡ ошо йортта ғаилә ҡора, сабыйҙары донъяға килгәс, тыуыу тураһында таныҡлыҡ өсөн йәнә әлеге бинаға аяҡ баҫа. Йәштәр өсөн Никах һарайынан оло тормошҡа тәүге һуҡмаҡтар һалынһа, алтын һәм гәүһәр туйҙарын билдәләүсе өлкән парҙарҙы тәбрикләү ҙә бында атҡарыла.
Әсә — бөйөк исем. Күпме шағир уға арнап шиғыр яҙған, күпме йырсы уға бағышлап йырҙар йырлай, күпме рәссам картиналар ижад итә! Һәр кемгә ҡәҙерле һәм яҡын булған әсәгә һәйкәл илебеҙҙә бик һирәк. Волгоградта Тыуған ил-Әсә һәйкәле бар, Нью-Йорктағы Тыныслыҡ статуяһында ла әсә һыны тора. Сибайҙа асылған һәйкәл кешелекте дауам итеүсе ҡатын-ҡыҙ хөрмәтенә ҡойолдо. Изге һын һәр беребеҙгә үҙенең иң ҡәҙерле кешеһен хәтерләтеп торһон, сөнки әсә — ҡурсалаусы ла, яҡлаусы ла. Әсә фатихаһы менән ғаилә ҡорған йәштәрҙең тормоштары яҡты һәм мөхәббәтле булһын!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1221 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илгиҙәр Бөрйән ҡыҙы58 йәшлек Сания Сәғитова Рәсәйҙе, Монголияны арҡырыға-буйға гиҙгән, Францияла, Италияла, Германияла, Грецияла, Югославияла, Венгрияла, Испанияла, Голландияла, Данияла булған.
Күптән түгел ул беҙҙең “Башҡортостан” гәзитенә Татарстан, Ҡалмыҡстан, Дағстан, Чечняға ҡылған сәфәренән юлъяҙма алып килде. “2012 йылда алыҫыраҡ илдәргә юлланыу ниәтем бар”, — ти тынғыһыҙ сәйәхәтсе.
Сания Сәғитова Бөрйән районында Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Етеҙ, көслө ҡыҙ булып үҫә ул. Үҙе акробатик күнекмәләр уйлап сығарып, ата-әсәһе, күршеләре алдында сығыш яһарға әүәҫ була. Мәктәп китапханаһын баштан-аяҡ уҡып сыға — урыҫ, сит ил әҫәрҙәрен өйрәнә, айырыуса сәйәхәттәр тураһындағы китаптарҙы үҙ итә. Бәләкәйҙән килгән ошо ҡыҙыҡһыныуы бөгөн Сания апайҙы оло юлдарға илтә, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осраштыра, республиканы башҡа яҡтарҙа танытырға мөмкинлек бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1162 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы үрҙәр һеҙгә, йәштәр!Быйыл фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт республика йәштәр премияһына Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының бер төркөм хеҙмәткәрҙәре лайыҡ булды.
Артур Хәбибуллин, Гүзәл Бикбова һәм Наил Баймөхәмәтов, моғайын, лауреаттар араһында иң йәшелер. Уларға әле ни бары 26 — 27 тирәһе.
Табиптар йөрьәт итеп тотонған тема үтә етди: “Күҙ мөгөҙсәһендәге сирҙәрҙе дауалауҙа яңы технологиялар” тип атала.
Йәш хирург-офтальмологтар күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында 2003 йылдан бирле эшләй. Шул ваҡыттан уҡ фән серҙәрен асыуға әүҙем тотонғандар. Һөҙөмтәлә Башҡортостан табиптары илдә тәүгеләрҙән булып күҙ мөгөҙсәһендәге сирҙәрҙе дауалауҙа яңы технология ҡулланырға мөмкинлек биргән “УФалинк” аппаратын уйлап тапҡан. Ул молекуляр кимәлдә эшләй, йәғни нанотехнология емеше.
Ком: 0 // Уҡынылар: 963 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Салауат”тың еңеүҙәре алда!“Салауат Юлаев” хоккей клубы, быйыл көсөргәнешле плей-офф уйындарында еңеп сығып, Гагарин кубогын яуланы һәм Континенталь хоккей лигаһы чемпионы исеменә лайыҡ булды. Мытищеның “Атлант” командаһын һуңғы хәл иткес уйында “Өфө-Арена”ла теҙ сүктергәндән һуң, еңеүселәрҙе тәбрикләргә баш ҡалала ғына меңәрләгән кеше урамдарға сыҡты. Был еңеү, ысынлап та, халыҡ байрамына әүерелде. Өфө генә түгел, бөтә республика “Салауат – чемпион!”, “Өфө – чемпион!”, “Беҙ – еңеүселәр!” тип ҡысҡырыуҙан, шундай байрам бүләк иткәндәргә рәхмәт һүҙенән гөрләп торҙо.
Ысынлап та, “Салауат Юлаев” хоккей клубы хәҙер Рәсәйҙең генә түгел, ә Европаның иң көслө командаһы һанала. Һуңғы дүрт миҙгелдә өфөләр ике “алтын”, бер “бронза” яуланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1092 тапҡыр // Тотош уҡырға
Француздыҡы ары торһон!“Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге” дәүләт учреждениеһы етештергән косметика сит илдәр баҙарын яулай. Бығаса Америкаға, Францияға оҙатылған продукцияны быйыл Кувейтҡа ла һата башланылар.
Ниндәйерәк тауарҙар һуң ул? Нимәнән эшләнә? Косметика һәм парфюмерияны бөтөн донъяға таратҡан француздар ни өсөн беҙҙә етештерелгәненә өҫтөнлөк бирә?
Был предприятиеның үҫеше менән ҡыҙыҡһыныусылар хәбәрҙар: коллектив бал, балауыҙ, прополис, инә ҡорт һөтө нигеҙендә төрлө крем, шампунь, гель, ванна өсөн күбек, шыйыҡ һабын һәм төрлө бәлзәм етештереү менән уңышлы шөғөлләнә. Тауар исемлеген һәм төрөн арттырыуҙы ла туҡтатҡандары юҡ. “Тылсымлы ҡорт”, “Прополис”, “Алтын ҡорт”, “Ҡорт һағы” косметика серияһы — быға асыҡ дәлил.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1095 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл республикабыҙ ил кимәлендәге шау-шыуға сәбәпсе булды: Өфөнән бер кеше, Башҡортостанда Ҡорбан һәм Ураҙа ғәйеттәрендә ял итеүгә федераль ҡануниәт нигеҙендә баһа биреүҙе һорап, судҡа мөрәжәғәт итте. Имеш, был рәсми байрамдар уның хеҙмәткә хоҡуғын боҙа.
Үкенесле, әммә, Рәсәйҙең Юғары суды сығарған ҡарарға ярашлы, Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдары айҡанлы ялдар илдең Конституцияһына һәм Хеҙмәт кодексына ҡаршы килә. Был Башҡортостанда ғына түгел, барлыҡ милли республикаларҙа, тотош Рәсәй мосолмандары араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Беҙҙә йәшәүсе бүтән дингә ҡараған кешеләр ҙә Исламдағы төп байрамдарға өҫтөнлөк бирелергә тейешлеген билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 952 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рухлы башҡорт һылыуыСентябрҙә Украинала уҙған Халыҡ-ара шашка чемпионатында яҡташыбыҙ Тамара Танһыҡҡужина чемпион исемен яуланы. Спортсы 2001, 2003, 2004, 2007 йылдарҙа ла, донъя кимәлендәге еңеүҙәргә өлгәшеп, республикабыҙҙы данға күмгәйне.
Тамара Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында тыуып үҫә. Бәләкәйҙән шашка буйынса уңыштары менән билдәлелек яулаған ҡыҙҙы 16 йәшендә Ишембай ҡалаһындағы Шашка мәктәбендә шөғөлләнергә саҡыртып алалар. Уҡыуын Зәки Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназия-интернатында дауам итә.
— Башҡортостан — ҡәҙерле төйәгем. Бәләкәй саҡтан Күгәрсен районының Аралбай ауылына, өләсәйем менән олатайым янына, йыш килә торғайным, — ти Тамара Танһыҡҡужина. — Башҡорт телен яҡшы белеүем менән дә ҡәҙерлеләремә бурыслымын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 976 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 55 Алға
Бит башына