Тыва Республикаһында Рихтер шкалаһы буйынса 9,5 балл ҡеүәтендәге ер тетрәүе булған.
Төбәк тарихында бындай ҡурҡыныслы сейсмологик хәл ошоғаса теркәлмәгән. Әлеге ваҡытта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Себер төбәк үҙәге хеҙмәткәрҙәре әҙерлек хәлендә, улар ваҡиға урынынан мәғлүмәт көтә. Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Сергей Шойгу белдереүенсә, 9,5 балл ҡеүәтендәге ер тетрәүенән һуң емереклектәрҙең булмауы мөмкин түгел, сөнки 4 балл самаһында уҡ йорттарҙың ҡыйыҡтары һәм торбалары емерелә. Әйткәндәй, Тываның баш ҡалаһы Ҡыҙылдың яртыһы тиерлек шәхси йорттарҙан тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1429 тапҡыр // Тотош уҡырға
Браконьерҙарҙың намыҫы юҡлығын белһәк тә, Өфөләге хәл күптәрҙе хайран ҡалдырҙы: кемдер баш ҡалалағы парктарҙың береһендә үҫкән шыршыны ҡырҡырға йөрьәт иткән.
Менделеев урамындағы "Урмансылар" паркындағы йәшел һылыуҡайға 30 йәш самаһы булған, бөтә һуҡмаҡтар ҙа ошо күркәм ағас эргәһенән үткән. Намыҫһыҙ әҙәмдәр ағасты йығып ҡына ҡалмаған, ә уның күркәм урынын – өҫкө өлөшөн генә ҡырҡып алып киткән. Енәйәтсене йыраҡтан эҙләмәйҙәр: моғайын, был яҡында йәшәгән кешелер тигән фекер өҫтөнлөк итә. Ни тиһәң дә, бурға ҡала буйлап шыршы ташып йөрөү бик тә уңайһыҙ булыр һәм тиҙ арала шаһиттар табылыр ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1322 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан юлдаш каналы 2012 йылдың 1 ғинуарында балалар өсөн "Боронзаман илендә" фильм-әкиәтен күрһәтәсәк.
Уны "Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалы оҫталары – режиссер Ләйсән Солтанғолова, рәссам Альбина Шәһретдинова һәм оператор Марат Йоносов төшөргән. Сценарий авторы – Гөлназ Ҡолһарина. Фильмда Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары һәм "Тамыр"ҙың йәш йондоҙҙары ҡатнаша. Әкиәт мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы сюжетҡа ҡоролған: унда Аждаһа, Дейеү, Мәскәй кеүек тылсымлы персонаждар бар, ике төп герой иһә, Ҡарһылыуҙы ҡотҡарам тип, төрлө мажараларға тарыясаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1423 тапҡыр // Тотош уҡырға
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, киләһе ике көндә республикала ҡар яуасаҡ һәм көслө ел буласаҡ.
Һауа торошо ҡатмарланыу сәбәпле, республиканың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы автомобиль йөрөтөүселәргә һаҡ булырға, юл ситендә "ҡорос ат"тарын ҡалдырмаҫҡа, юл таҙартыу хеҙмәтенә ҡамасауламаҫҡа кәңәш итә. Буранлы осорҙа сәфәрҙәрҙән тыйылып тороу урынлы. Юлға сыҡҡан осраҡта тиҙлек режимын һәм интервалды һаҡлау мөһим.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1305 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә Йылайыр ауылында тәүге тапҡыр Ҡыш бабайҙар парады үтте.
Сарала райондың 13 ауыл биләмәһе, предприятиелары, ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты, 40 дәғүәсе төп Ҡыш бабай исеме өсөн көс һынашты. Еңеүсе 31 декабрҙә яҡташтарын ҡотлау хоҡуғын алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1351 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Өфө" халыҡ-ара аэропортында белдереүҙәренсә, быйыл ойошма 1 687 700 кешене хеҙмәтләндергән. Үткән йылғы күрһәткес менән сағыштырғанда, был 10,8 процентҡа күберәк. Әйткәндәй, былтыр 1,5 миллионынсы пассажирҙы 29 декабрҙә билдәләгәндәр, ә быйыл ошондай сара 18 ноябрҙә үк үткән.
Һауа юлдарын һайлаусы кешеләр йылдан-йыл арта, бигерәк тә сит ил йүнәлештәрен үҙ итеүселәр күп – яҡташтарыбыҙ йылы яҡтарҙа ял итергә әүәҫ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1129 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың ауыл-ҡалалары урамдарын яҡтыртыу буйынса эш 2015 йылға тиклем дауам итәсәк, был маҡсатҡа 1,7 миллиард һум аҡса бүленә.
Һүҙ Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы эшләгән, быйылдан тормошҡа ашырыла башлаған "Башҡортостан Республикаһының тораҡ пункттарында тышҡы яҡтыртыу системаһын яңыртыу" программаһы хаҡында бара. Быйыл cарала 30 район, шулай уҡ Өфө, Ағиҙел, Күмертау, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары ҡатнашҡан, 190 миллион һум аҡса үҙләштерелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1098 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әле республика мәктәптәрендә урыҫ милләтенән булмаған балаларҙың 71,5 проценты туған телен өйрәнә. Бындай күрһәткес Рәсәйҙең башҡа бер төбәгендә лә юҡ.
Башҡорт телен иһә, дәүләт теле булараҡ, 87 процент тирәһе бала үҙләштерә. Ыңғай һөҙөмтәләр менән бер рәттән проблемалар ҙа юҡ түгел. Заман туған телдәрҙе уҡытыу алымдарын үҙгәртеүҙе талап итә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов рәйеслегендә үткән “Башҡортостан телдәре тураһында” Законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия ултырышында тап ошо мәсьәләләр тикшерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1311 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республика Хөкүмәтенең “Башҡортостан Республикаһының Инвестиция фонды тураһында”ғы ҡарарына ҡул ҡуйылды.
Фонд бюджет ассигнованиелары иҫәбенә ойошторола. Аҡса төбәк һәм төбәк-ара әһәмиәттәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға тотоноласаҡ. Өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ҡарау һәм уларға булышлыҡ итеү буйынса республика комиссияһы ошо проекттарҙы һайлап алыу менән шөғөлләнәсәк.
Проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы контроллек итәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1075 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Эксперт» журналындағы интервьюһында билдәләүенсә, төбәктә алып барылған асыҡлыҡ сәйәсәте республикалағы тормошто нисек бар, шулай күрергә, ҡарарҙар ҡабул иткәндә төрлө кешеләрҙең мәнфәғәттәрен күҙ уңында тоторға мөмкинлек бирә.
Республика башлығы Башҡортостандың Рәсәй иҡтисадын тотоп тороусы төбәктәрҙең береһе булыуын, әммә беҙҙә тормош сифатының тейешле кимәлгә етмәүен билдәләй. Президенттың фекеренсә, бының өсөн өҫтәмә һалым керемдәре кәрәк. Тимәк, яңы етештереү объекттары асыу, иҡтисадты яңыртыу, нефткә бәйлелекте кәметеү, инвесторҙарҙы арттырыу талап ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1068 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 82 Алға
Бит башына