Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин Дәүләт Думаһында “Берҙәм Рәсәй” партияһы фракцияһы вәкилдәре менән осрашты. Владимир Владимирович уларҙың үткән дүрт йылдағы эшмәкәрлеген бик юғары баһаланы.
Владимир Путин билдәләүенсә, ошо ваҡыт эсендә граждандарҙың хеҙмәткә хоҡуғын нығытыуға йүнәлтелгән күп закон ҡабул ителде, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса ҡәтғи талаптар ҡуйылды. Шулай уҡ социаль өлкәгә лә етди иғтибар бүленде: дарыуҙарға, мотлаҡ медицина страховкаһына, табиптар, уҡытыусылар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ төҙөүгә ҡағылышлы ҡанундар камиллаштырылды.
// Уҡынылар: 1015 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сифат менән алдыраларБашҡортостан юлдарында заманса машиналарҙың көнләп түгел, сәғәтләп күбәйә барыуына сит ил маркаларының республикалағы сауҙа вәкилдәре ҙур өлөш индерә. Кемгә – кәсеп, кемгә – ихтыяж, тигәндәй, улар байый, ә беҙ яҡшы автомобилдәр алып һөйөнәбеҙ. Тағы ла күберәк кешене үҙенә йәлеп итеү өсөн эшҡыуарҙар яңынан-яңы сауҙа үҙәктәре аса.
Яңыраҡ Европала киң билдәле «Шкода» маркаһының Өфөләге рәсми вәкиле булған «МС Моторс» компанияһы ла дилер үҙәген асты. Уның директоры Альфред Хәйретдиновтың әйтеүенсә, төп маҡсат – һатып алыусыларҙың ихтыяжын нығыраҡ ҡәнәғәтләндереү, сауҙа һәм хеҙмәтләндереү сифатын үҫтереү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 988 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыш ҡарлы икән – йәй ямғырлы.
Ҡыш ҡоро һәм һалҡын булһа, йәй ҡоро һәм эҫе булыр.
Ҡарлы ҡыш үләндең яҡшы үҫеүенә булышлыҡ итә.
Йондоҙҙар ныҡ ялтыраһа – һалҡынға.
Ҡыш урман шаулай икән – көн йылыта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1090 тапҡыр // Тотош уҡырға
... ҡар кәртәгә терәлеп тора икән – йәй насар булыр, ҡар менән кәртә араһында бушлыҡ булған осраҡта, йәйгеһен яҡшы һауа торошон көт.
... сатлама һалҡындар, бурандар һәм күңелле ҡыш байрамдары була.
... һыу ятҡылыҡтарындағы боҙ ҡалынлығы тейешле кимәлгә етә. Шуға ла элек-электән ай башланғас ҡына кешеләр йылға ярҙарынан эйеп, боҙға табан шыуа башлаған.
... бүреләр ауылдарға яҡынлай башлар. Ошо ваҡытта айыу өңөнә инеп ята.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1001 тапҡыр // Тотош уҡырға
2 – Башҡортостан матбуғатын ойоштороусыларҙың береһе Муса Йосоповтың тыуыуына – 115 йыл (1896 – 1937).
3 – тау инженеры, Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры, техник фәндәр докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған уйлап табыусыһы Әбүбәкер Ишмырҙинға – 75 йәш (1936).
4 – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының рәссам-ҡуйыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ҡорбандурды Чарыевҡа – 70 йәш (1941).
6 – Салауат башҡорт дәүләт драма театрында оҙаҡ йылдар эшләгән БАССР-ҙың халыҡ артисы Рәйсә Сәйфуллинаға – 80 йәш (1931).
9 – 1951 йылдан Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың халыҡ артисы Әхәт Ураҙмәтовҡа – 80 йәш (1931).
Ком: 0 // Уҡынылар: 1145 тапҡыр // Тотош уҡырға
1 – Рәсәйҙә хәрби дан көнө. П. С. Нахимов етәкселегендәге урыҫ эскадраһының Синоп мороно эргәһендә төрөк эскадраһын еңеү көнө (1853).
– Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө.
3 – Халыҡ-ара инвалидтар көнө.
– Юристар көнө.
5 – Рәсәйҙә хәрби дан көнө. Совет ғәскәрҙәренең Мәскәү янындағы һуғышта немец-фашист ғәскәрҙәренә ҡаршы һөжүме башланған көн (1941).
7 – Халыҡ-ара граждандар авиацияһы көнө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1736 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 73 74 75 76 77 78 79 80 81 82 Алға
Бит башына