Тик ятҡандан һаулыҡ та “мүкләнә”Яңы йыл каникулында ял итеүҙе нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Йомшаҡ кәнәфигә ултырып телевизор ҡарауҙы йәки яҡындарығыҙ менән сәғәттәр буйы табында ултырыуҙы ял тип иҫәпләйһегеҙ икән, шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: бындай ял организм өсөн файҙаһыҙ. Сарыф ителгән көстө кире ҡайтарыу һәм эшләү һәләтен арттырыу өсөн һәйбәт ял итеү зарур. Эштән һуң арыу-талыуҙан арыныу өсөн буш ваҡытты нисек дөрөҫ файҙаланырға һуң?
ХIХ быуатта уҡ ғалим-физиолог И.М. Сеченов организм тыныс хәлдә булғанда түгел, ә эшмәкәрлек төрөн алмаштырғанда талсығыуҙың тиҙерәк юҡҡа сығыуын иҫбатлаған. Бөйөк ғалим эш барышында бер төрлө мускулдарҙың һәм уларҙы көйләүсе нервы үҙәктәренең эшмәкәрлеге икенселәренә йылдам күсһә, арыған мускул сүстәре лә эшкә һәләтен тиҙерәк ҡайтарыуын әйткән. Ошондай физиологик процестар әүҙем ялдың организмға файҙаһы хаҡында һөйләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 102 тапҡыр // Тотош уҡырға
Берәүҙән икәү яҡшы...Бүребай ҡасабаһында йәшәүсе Тамара менән Александр Потякиндарҙы районда күп балалы ғаилә булараҡ беләләр. Татыу, өлгөлө, уңған ғаиләлә, үҙҙәренең дүрт балаһынан тыш, тағы ла һигеҙ сабый күңел йылыһын татып, ата-әсә наҙын тойоп үҫә.
Тамара менән Александр тыумышы менән Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһынан. Ғаилә башлығы, эшҡыуар булғас, төрлө йомош, эш сәфәре менән Хәйбулла районына йыш йөрөй. 1990 йылда илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, улар, көнкүреш шарттарын үҙгәртергә теләп, күптән инде үҙ иткән Башҡортостанда төпләнергә ҡарар ҡыла. Ҡуртымға фатир алып, йәй айҙарында Бүребайҙа йәшәйҙәр. Тора-бара бөтөнләйгә күсеп киләләр. Бына ун бер йылдан ашыу Потякиндар Бүребай ҡасабаһында матур донъя көтә. Тамараның әсәһе Ефросинья Васильевна (хәҙер мәрхүм инде) балаларға тәрбиә биреүҙә ҙур ярҙамсы була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 67 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көрәш һәм ғилем майҙанындаТәүге еңеү

– Ҡайҙан килеп сыҡҡан был егет?
– Өфөнән, тиҙәр.
Борай районында һабантуй гөж килә. Ҡарап тороуға ҡураныс ҡына күренгән егеттең таһыллығын, дәғүәселәрен берәм-берәм баш аша сойорғотоп тороуын барыһы ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Үҙҙәренекен майҙан батыры итеп күрергә теләгән райком секретарҙары, ыуаланып, ни эшләргә лә белмәй.
Бына майҙанға ҡунаҡтан бер башҡа бейегерәк әзмәүер килеп сыҡҡас, барыһы ла, йә, егет, бик шәп булғас, хәҙер быныһын еңеп ҡара тигәндәй, һынамсыл баға. Әммә алыш башланып, барса халыҡ күҙ асып-йоморға өлгөрмәй, быныһы ла салҡан барып төшмәһенме!
– Ах! Танауға сиртте бит!
Ком: 0 // Уҡынылар: 84 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙмыш юлдан яҙҙырмаҫОлоғая килә әллә зиһен тарҡала, әллә инде хистәр нескәрә, иллә уларҙы, нисек кенә нуҡтала тоторға тырышма, үҙең теләгән юлдан ғына йүгертеү мөмкин түгел. Көньяҡ Уралдың иҫәпһеҙ-һанһыҙ һырттарын артылып, Ағиҙел үҙәне, Ҡыраҡа тауы күҙгә салыныу менән ҡорҙашым Сафуан Әлибайҙың “Сермәнемдең ниндәй серҙәре бар? Әйләнә лә ҡайта уйҙарым...” тигән шиғыр юлдары иҫкә килә лә төшә.
Шуның һымаҡ, Стәрлебаш тиһәләр, Стәрле, Өршәк, Димгә ҡойған Тәтер, һыуын Ашҡаҙарға ҡушҡан Күндерәк йылғалары, Айҙарәле ауылы эргәһендәге Шишмәләр тауы, Ҡарағош менән Табылды араһындағы сейәлек тә әле сиселмәҫ сер һаҡлайҙыр. Хәйер, юлың был тарафҡа бер һуғылһа, ғүмерлеккә әсир булдың! Стәрлебаштың тарихына сумһаң да, шул әсирлектән сыға алмауың ихтимал. Уйлап ҡарағыҙ: Стәрлебаш мосолман үҙәген заманында Бохара, Мысыр менән тиңләгәндәр. Уның мәҙрәсәләрендә Шәмсетдин Зәки, Ғәли Соҡорой, Мифтахетдин Аҡмулла, Мирсалих Биксурин, Зәйнулла Рәсүлев, Һибәтулла Сәлихов, Төхфәт Йәнәби, Мирсәйет Солтанғәлиев, башҡорт, татар әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең ғорурлығы булырлыҡ йәнә тиҫтәләрсә шәхес уҡыған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 116 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика башлығының «Российская газета» хәбәрселәре менән әңгәмәһендә Башҡортостандың етештереү тармағын киңәйтеү хаҡында ҡыҙыҡлы фекерҙәр яңғыраны.
Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, Салауат ҡалаһындағы яңы технопаркка өҫтәмә эш урындары асыу, яңы эшләнмәләр йәлеп итеү, иҡтисадыбыҙҙың конкуренцияға һәләтен арттырыу, һалым базаһын нығытыу йәһәтенән ҙур өмөт бағлана. Тик был проекттың киләсәге сеймалдың булыу-булмауына бәйле. Әле республикаға химия продукцияһының даими килеүен тәьмин итеүҙең бер нисә варианты ҡарала, тине Президент.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан иҡтисадын үҫтереүгә ҡамасаулаған ҡайһы бер мәсьәләләргә туҡталып үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 107 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 164 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ