Аждаһаның күңеле киңЯңы йыл байрамы дауам итә, дуҫтар! Баш ҡалабыҙ халҡы ла был көндәрҙә рәхәтләнеп ял итә, яңы үрҙәргә көс-дарман йыя.
Йомарт Аждаһаның күңеле киң, бүләктәре мул. Яңы йыл кескәйҙәрҙе мажаралы тамашалары менән һөйөндөрөүен дауам итә. Майҙансыҡтарҙың түренә ҡунаҡлаған ҡупшы шыршыҡайҙарҙың да балаларҙы өйөнә һис ҡайтарғыһы килмәй: бында көноҙоно төрлө уйындар ойошторола, ярыштар үткәрелә, һырғалаҡтар ҙа буш тормай.
Өфө халҡы, ҡунаҡтар мәҙәниәт һәм ял парктарында һыбай йөрөп, саңғыла, санала, боҙҙа шыуып кинәнә. Кинотеатр, театр, музей, күргәҙмә залдарының да ишектәре асыҡ.
Әле күп кенә мәктәп уҡыусылары республиканың, Рәсәйҙең ҡалалары буйлап сәйәхәт ҡыла. Баш ҡала хакимиәте һәләтле, әүҙем, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән йәки күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр хаҡында хәстәрлек күрергә лә онотмаған. Уларға 9 ғинуарға тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма, Өфө дәүләт ҡурсаҡ театрҙарында ойошторолған байрам кисәләрендә ҡатнашыу мөмкинлеге булдырылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1114 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нәжиб АСАНБАЕВ: “Милли йәнебеҙҙе һаҡлайыҡ!”Яңы йыл тыуғас, әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевҡа шылтыратып, хәлен белештек. Шөкөр, унынсы тиҫтәһен ваҡлаған ағайыбыҙҙың кәйефе көр. “Байрам көндәрендә кешеләргә әйтер һүҙегеҙ барҙыр”, – тигәс, ул: “Туҡтағыҙ әле, редакцияға үҙем барайым. Телефон аша түгел, күҙгә-күҙ ҡарап әйтәһе һүҙҙәрем, теләктәрем бар”, — тип дәртләнде лә китте. Күп тә үтмәне, телефонда өҙөлгән әңгәмәбеҙ редакция бүлмәһендә ялғанды.
— Һүҙемде оло Ватаныбыҙҙан — Рәсәйҙән башлағым килә, — тине Нәжиб Асанбаев. — Әле яңыраҡ ҡына Рәсәй Дәүләт Думаһына депутаттар һайланыҡ. Мин уларҙың барыһын да тиерлек яҡшы беләм. Дәүләт кимәлендә фекер йөрөтөрлөк һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем эшләгән кешеләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, ышаныслы кешеләр. “Берҙәм Рәсәй” һәм КПРФ сәйәси партияларынан һайланған депутаттарға өмөтөм айырыуса ҙур.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1609 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өлгәшелгәндәрҙе нығытасаҡбыҙ!Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡын Яңы 2012 йыл менән ҡотланы. Унда былай тиелә:
“Ҡәҙерле дуҫтар! 2011 йыл тарихта ҡала. Унда ҡыуаныслы хәлдәр көйөнөстәр менән алмашынды һәм, киреһенсә, уңышһыҙлыҡтарҙан һуң еңеүҙәр килде. Беҙ уны һәр беребеҙ төрлөсә үттек. Кемдәрҙеңдер хеҙмәте алға китте, ә икенселәр ҡыйынлыҡтарға осраны. Инештәрҙән йылға барлыҡҡа килгән кеүек һәр беребеҙҙең эше, һәр ғаиләнең тормошо тыуған Башҡортостаныбыҙҙың уртаҡ яҙмышына барып тоташа.
2011 йылда оптимизм өсөн сәбәптәр етерлек булды, тип ышаныслы әйтергә була. Йыл дауамында республикала 55 меңдән ашыу сабый донъяға килде. Иҡтисад йылдам үҫә һәм кешеләр мәнфәғәтендә эшләй башланы. Бураларыбыҙ тулы, ә бюджет — дефицитһыҙ. Йәмғиәттә ихласлыҡ һәм дөрөҫлөк өҫтөнлөк ала бара. Иң мөһиме — тормошобоҙҙо ғәҙелерәк, замансараҡ итеү буйынса һеҙҙең менән бергә татыу эшләнек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1318 тапҡыр // Тотош уҡырға
Серле ташРедакциябыҙға килгән көләс йөҙлө ағайҙы сырамытҡандай итәм, ҡайҙалыр күргәйнем дә шикелле, исеме лә тел осонда ғына торған кеүек, ләкин һис кенә лә иҫләй алмайым. Үҙенән һорарға уңайһыҙландым. Уның ҡарауы, ҡунағыбыҙ бигерәк телсәр булып сыҡты, шунда уҡ үҙе менән таныштырыуҙы урынлы тапты, бынан тыш төпсөр ҙә. Хәл-әхүәлде белеште, йәшәйешебеҙ менән ҡыҙыҡһынды.
– Мөғжизәләр иле Күгәрсендән һеҙгә ҡайнар сәләм алып килдем, – тине ул. – Ҡуян йылы шул тиклем уңышлы булды, шөкөр. Айырыуса игендең уңыуына һәм күплегенә ҡыуанам. Ә инде Аждаһа йылына бигерәк тә ҙур өмөт бағлайым. Борон ярты телем әпәйгә зар-интизар булған саҡтарҙы оноторлоҡ түгел. Өлкәнәйгән һайын артҡа күберәк әйләнеп ҡараусанмын, үткәндәрем тураһында йыш хәтирәләргә биреләм. Элек нисек ине лә бөгөн ҡайһылай?!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1444 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙгә бөгөн нимә ҡиммәт?Башҡортостандың Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы — кеше тормошондағы бөтә ваҡиғаларҙы теркәүсе, барлаусы, дөйөмләштереүсе һәм конституцион хоҡуҡтарҙы тоғро яҡлаусы етди ойошма. Бығаса Башҡортостан Юстиция министрлығы “ҡыйығы” аҫтында эшләгән идаралыҡ үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң 2010 йылдың 31 декабрендә айырым үҙаллы ойошма булараҡ теркәлде.
Яңы йыл алдынан өлгәшкән уңыштарҙы, киләсәккә пландарҙы барлау ғәҙәте бар, шуға күрә Башҡортостандың ЗАГС идаралығы начальнигы Зифа ӘБҮБӘКИРОВАҒА тарих йылъяҙмаһында ҡалған иҫке йылды оҙатыу мәлендә үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
— Зифа Әҙһәм ҡыҙы, эшегеҙҙең күп яҡлы – нескә лә, ҡатмарлы ла мәсьәләләрҙе үҙ эсенә алғанын яҡшы аңлайбыҙ. Шулай ҙа ЗАГС төшөнсәһенә ниндәй бурыстар йәшеренгәнен асыҡлайыҡ әле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1386 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңышҡа төплө нигеҙ һалындыБашҡортостандың агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре, былтыр бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙан мул уңыш үҫтереп, дәүләт бураларына һаҡлауға 3 миллион 200 мең тонна ашлыҡ һалды. 1,4 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө, 260 мең тонна көнбағыш йыйып алынды. Картуф, йәшелсә, ҡарабойҙай ҙа ишелеп уңды. Был республика ихтыяжы өсөн йыл ярымға етерлек. Артып ҡалғанын ситкә һатырға ла мөмкин.
Мал аҙығы ла етерлек әҙерләнде. Һәр шартлы баш малға уртаса 33 центнер аҙыҡ тупланды. Хәҙер ауыл эшсәндәре алдында йыл дауамында тир түгеп үҫтергән уңышты әрәм-шәрәм итмәй һаҡлау бурысы тора. Республиканың 32 элеваторы, ашлыҡ ҡабул итеү пункты һәм икмәк продукттары комбинаты игенде һаҡлау мәсьәләһен ыңғай хәл итте. Улар тәүлегенә 46 мең тоннаға ҡәҙәр иген ҡабул итеп, ике миллион тоннаға тиклем ашлыҡ һаҡлау ҡеүәтенә эйә. Аграрийҙарҙың үҙ келәттәрендә шул тиклем үк күләмде һаҡлау мөмкинлеге бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 991 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡаф тауына илткән сәфәрКәрәкле әйберҙәремде, фотоаппаратымды алып, уҙған йылдың 13 октябрендә үҙем үҙләштергән “автостоп” менән юлға сығып киттем. Татарстан, Ҡалмығстан һәм Кавказ республикаларында булып, уларҙағы хәл-әхүәлде, халыҡтың йәшәйешен үҙ күҙем менән күреп ҡайтыу, мәктәптәрҙә туған телдәрҙең ниндәй кимәлдә уҡытылыуын белеү ине ниәтем. Алдағы йылда алыҫыраҡ илдәргә барырға иҫәп — шуға әҙерлек тә булыр, исмаһам.

Татарстан

Иртәгәһенә таң менән Ҡазан ҡалаһында инем. Халыҡ үҙ мәшәҡәттәре менән ҡайҙалыр ашыға. Аҙыҡ-түлек магазиндарының алтаҡтаһына “ашам”, “ашамлыҡ” тип яҙылған. Сит телдәгеләре беҙҙәгенән аҙыраҡ. Ә бына транспортта водитель, кондуктор булып күберәген Тажикстандан килгән халыҡ эшләй. Элегерәк күршеләрҙә Кавказ, Урта Азия халҡы бик күренмәй торғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1785 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһыЖан Лоҡман әҙәбиәтебеҙҙә тәнҡитсе булараҡ эҙ ҡалдырҙы. “Әҙәби жанрҙар тураһында”, “Һуғышсан политик поэзия өсөн”, “Әҙәбиәттәге вульгарлаштырыуға ҡаршы”, “Башҡорт әҙәбиәтендә Ватанға мөхәббәт темаһы” кеүек хеҙмәттәре башҡорт әҙәби тәнҡите үҫешендә билдәле урындар биләй.
Жан Лоҡман Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтында доцент вазифаһын башҡарып йөрөгән сағында, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтҡа китә. Рота командиры, штурмлау батальоны командиры булып хеҙмәт итә, ике тапҡыр яралана.
Һуғыштан ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт педагогия институтында эшен дауам итә. Ул VII класс уҡыусылары өсөн башҡорт әҙәбиәтенең дәреслек-хрестоматияһын төҙөй, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләүҙә күңел биреп эшләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1121 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңел күҙе үткер инеБашҡортостандың халыҡ сәсәне Фәррәх Дәүләтшин 1897 йылдың 31 ғинуарында тыуған.
5 йәшендә етем ҡала һәм хәлле кешеләргә көтөүсе булып яллана. Үҫә төшкәс, эш эҙләп Урал заводтарына сығып китә.
1913–1916 йылдарҙа “Аҡшишмә” тигән ҡағыҙ фабрикаһында эшләй, ошонда пар ҡаҙаны шартлап, уның күҙе һуҡырая. Бер кешегә лә кәрәге ҡалмаған Фәррәх кире ауылына ҡайта һәм, халыҡ араһында йөрөп, йырҙар, бәйеттәр сығара. Йыр-бәйеттәрендә халыҡ мәнфәғәтен, уй-хыялдарын, азат тормошҡа ынтылышын сағылдырып, дан яулай.
1928 йылда “Һуҡыр Фәррәх әңгәмәләре” тигән китабы баҫыла. Һуңғараҡ “Йырҙар һәм бәйеттәр”, “Сәсәндең кәңәштәре” йыйынтыҡтары донъя күрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1152 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуғыш өҙҙө йырын1912 йылда Салауат районының Беренсе Иҙелбай ауылында яҡты донъяға килә Мазһар Абдуллин.
Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Өфөләге Ленин исемендәге белем усағында уҡый. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, бер нисә йыл Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир, “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитендә мәҙәниәт һәм әҙәбиәт бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.
Һуғыштың тәүге көндәренән үк Мазһар Абдуллин армияға алына, танкистар мәктәбен тамамлап, Мәскәү янындағы ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылда Калинин өлкәһендә барған яуҙа батырҙарса һәләк була.
Яҙыусының “Тормош”, “Кимәл” исемле китаптарын халыҡ яратып ҡабул итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1090 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына