
Башҡорт ҡымыҙы һәм аты бренд булараҡ күптән бөтә ил буйынса танылыу яуланы. Уларҙы яҡлау һәм һаҡлау кәрәклеген Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та билдәләгәйне. Беҙҙә ҡымыҙҙы яратып эсәләр, башҡорт аты ла күптән ихтирам яуланы. Бындай уңышҡа ошо тармаҡта ал-ял белмәй эшләгәндәрҙең фиҙакәр хеҙмәте һалынған. 119-сы йылҡысылыҡ заводы ла, һис шикһеҙ, шундайҙар рәтендә.
Был хужалыҡтың бөгөнгөһө нисек? Өфө янында милли йылҡысылыҡ паркы буласаҡ, тиҙәр, ул ҡасан төҙөләсәк? Ҡымыҙ етештереү табышлымы? Ошолар һәм башҡа мәсьәләләр тураһында завод директоры Рәдиф ХАЛИҠОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Рәдиф Рәйес улы, данлы тарихлы 119-сы йылҡысылыҡ заводының бөгөнгөһө тураһында бер аҙ һөйләп үтһәгеҙ ине. Ниндәй уңыштарығыҙ менән ҡыуандыраһығыҙ, ниндәй маҡсаттар ҡуйып эшләйһегеҙ?
– Беҙҙең завод йылҡы үрсетеү, ҡымыҙ етештереү, уҙыш аттары әҙерләү менән шөғөлләнә. 700 башҡорт тоҡомло ат менән 150 юртағыбыҙ бар. Шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә: 1936 йылда нигеҙ һалынған предприятиебыҙҙың былтыр 75 йыллығын билдәләнек.