Зыя Юлмөхәмәтовтың “Башҡортостан”дың былтырғы 17-се һанындағы “Ә тыл ветерандарын кем ҡайғыртыр?” тигән мәҡәләһе һәм гәзиттең 224-се һанында шул фекерҙе ҡеүәтләгән Булат ағай Аҡмановтың яҙғандары менән тулыһынса килешәм.
Мин — ул йылдарҙағы юҡлыҡ әсеһен үҙ иңемдә үткәргән быуын вәкилдәренең балаһы. Атайыбыҙ мәрхүм инде, әсәйебеҙ былтыр 70 йәшен билдәләне. Атайһыҙ үҫкән, етемлек әсеһе үҙәгенә үткән, үҙен белә-белгәндән ауыр эштә көсөн бөтөргән иң яҡын кешем бөгөн һыҙланыуға бик зарлана. Пенсияһы коммуналь хеҙмәттәргә, дарыуҙарға саҡ етә, ә шифаханала һауығыу тураһында хыялланмай ҙа. Бер ниндәй льгота ла юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 59 тапҡыр // Тотош уҡырға
Торлаҡты сафҡа индереү буйынса айырым маҡсатлы республика программаһында билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн муниципаль берәмектәр хакимиәттәренә кисекмәҫтән үҙҙәренең торлаҡ программаларын эшләп бөтөрөргә кәрәк. Шунһыҙ республиканың торлаҡты сафҡа индереү планына хәүеф янай. 2013 йылдан был пландың ҡырҡа артыуын да иҫәпкә алыу талап ителә.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының былтыр февралдә үткәрелгән коллегияһында муниципаль берәмектәргә 2015 йылға тиклем торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүҙең муниципаль программаларын эшләүҙе 2011 йылдың 1 майына тиклем тамамларға тәҡдим ителгәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 62 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡәйенбикәм Хәмдиә Теүәлеваның (Иҫәнсурина) арабыҙҙан китеүенә теүәл бер йыл тулды. Төплө, тәрән аҡыллы, һоҡланғыс шәхес ине...
Ул — ҡайнымдың тәүге никахынан тыуған ҡыҙы. Оҙаҡ йылдар хат аша ғына аралаштыҡ. Байрамдарҙа бүләктәр менән алыша торғайныҡ. Яҙмыш беҙҙе 2008 йылда яҡындан таныштырҙы. Ҡайҙа бит әле — Өфө — Аҡъяр автобусында. Ошо осрашыуҙан беҙ Хәмдиә Фазыл ҡыҙы менән айырылмаҫ дуҫтарға, әхирәттәргә әйләндек. Ул минең бар күңелемде яулап алды. Аҡыллы ҡарашы, төплө фекер ҡәүәһе, һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы була белеүе менән әсир итте. Әйтерһең дә, өлкән апайымды осраттым.
Ком: 1 // Уҡынылар: 68 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ