Бәхетен ауылда тапҡан"Агро-Альянс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшсәндәре игенселектә лә, малсылыҡта ла һынатмай, йыл һайын юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Бында эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ юҡ, сөнки ололар менән бер рәттән мәктәпте тамамлаған йәш егет һәм ҡыҙҙар ҙа яҙмышын туған хужалығы менән бәйләй. Быҙау ҡараусы Оксана Әхмәрова, мәҫәлән, мәктәпте тамамлағас, күп иптәштәре кеүек ҡалаға йә район үҙәгенә эшкә китмәй, ә тыуған ауылында ҡала.
– Атай-әсәйем дә ҡасандыр колхозда эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Миңә бәләкәйҙән фермала йыш булырға тура килде, быҙауҙарҙы ифрат ярата инем, – ти Оксана. – Шуға ла мәктәптән һуң фермаға эшкә килдем һәм һис үкенмәйем. Тәүҙә һауынсыларға ярҙамлашһам, уларҙы алмаштырып торһам, әле үҙаллы эшләйем.
Йәш булыуына ҡарамаҫтан ул бөгөн 40-тан ашыу быҙау тәрбиәләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 83 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәләфләргә ярамаған  “утрауҙар”Үткән быуат аҙағында киң билдәле Америка геологы һәм антропологы У. Дж. Макги үҙенең “Өс йөҙ йыллыҡ һуғыш” тигән китабында (кешенең тәбиғәткә ҡаршы һуғышы тураһында һүҙ бара!) былай тип яҙғайны: ”Ҡырағай йәнлектәрҙе буйһондорғанда кеше уларҙың ҡулға эйәләштереп булғандарын ғына ҡалдырырға, бүтәндәрен ҡырып бөтөрөргә тырышҡан”. Хәҙер кешене тәбиғәттең хужаһы тип иғлан иткән лозунгтар күренмәй, йыш ҡабатланған ҡоролоҡтар һәм оло ташҡындар ҙа хәлдең ҡатмарлана барыуын аңғарта. Ной үҙенең кәмәһенә берәр пар булһа ла йәнлектәрҙе йыйған һымаҡ, планетаның айырым өлөштәрен ҡурсаулыҡтар итеп ҡалдырырға ынтыла бөгөн әҙәм балаһы.
Беҙҙең республикала “Башҡортостан Уралы” биосфера резерватын ойоштороу тураһында гәзитебеҙ яҙып сыҡҡайны инде. Ҡурсаулыҡтар көнөн билдәләгәндә, ошо темаға ҡабаттан әйләнеп ҡайтыу зарур: был яңы эш беҙҙең туған тәбиғәтебеҙ өсөн үтә мөһим, һәм ул һүнеп ҡағыҙҙа ғына тороп ҡалмаһын өсөн йәмәғәтселектең иғтибарынан ситтә булырға тейеш түгел.
Тәүҙә буласаҡ резерват эсенә инәсәк тәбиғәт урындарын иҫкә төшөрәйек. Ер йөҙөндә тиңе булмаған хазина бына ошолар:
Ком: 0 // Уҡынылар: 118 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ике уҙаманРим Сырлыбаев менән Петр Божеховский заманында халыҡ хужалығының төрлө тармағында уңышлы эшләгән етәкселәр булып танылды, райондың үҫешенә күп көс һалды, шуға күрә абруй һәм хөрмәт ҡаҙандылар. Былтыр уларҙың икеһе лә “Баймаҡ районы һәм ҡалаһының почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Рим Сырлыбаев 1938 йылда Торф ауылында тыуа, Мерәҫ ауылы, Баймаҡ ҡалаһы мәктәптәрендә белем ала. Артабан Стәрлетамаҡ педагогия институтында математика уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Баймаҡҡа ҡайтҡас, төрлө мәктәптә уҡытыусы, директор урынбаҫары, директор булып эшләй. 1973 йылда ойоштороу һәләтенә эйә булған тәжрибәле педагогты партия район комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире итеп һайлайҙар. Ете йылдан һуң ул район башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә.
Рим Әшрәф улының әйтеүенсә, тормошоноң һынылышлы мәле 1982 йылға тура килә — ул район башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана. 1988 — 1990 йылдарҙа тыуған төбәгенә партия район комитетының беренсе секретары булараҡ етәкселек итә. Был осорҙа район ауылдарында социаль-мәҙәни төҙөлөшкә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. 1982 — 1990 йылдарҙа йыл һайын 2-3 типовой мәктәп, 1-2 балалар баҡсаһы, берәр мәҙәниәт йорто төҙөлә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 65 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бала саҡ тәмеАуылда тыуып үҫеп, ҡалала төпләнгән кеше өсөн иң ҙур шатлыҡ нимә? Тыуған яғының биҙәктәрен күреү, хуш еҫтәрен, тәмдәрен тойоу, бала саҡтан таныш ризыҡтарҙан ауыҙ итеү. Өфөлә йәшәүсе элекке ауыл балалары ул яҡтан бәхетле. Бала саҡ икмәге Ҡырмыҫҡалыла бешерелә һәм баш ҡала магазиндарына килтерелә.
Өфөләге иҫәпһеҙ-һанһыҙ магазин кәштәләре тауарҙан, аҙыҡ-түлектән һығылып тора. Икмәк-ҡаластың ниндәйе генә юҡ, ҡайҙа ғына бешерелмәгән! Этикеткаларын уҡып ҡараһаң, ошо ябай ғына ризыҡҡа ла әллә ниндәй тәмләткестәр, өҫтәмәләр ҡушылғанын күрәһең дә бүтән алмаҫҡа ҡарар итәһең. Шулар араһынан халыҡтың нәҡ Ҡырмыҫҡалы икмәгенә өҫтөнлөк биреүе һис ғәжәп түгел. Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинатындағы ҡәҙимге кирбес мейестә бешерелә телеңде йоторлоҡ ҡаластар. Башҡа етештереүселәр иһә күптән инде мәшәҡәтһеҙ тимер мейестәрҙән файҙалана. Ҡамырҙы шыйыҡ ҡомалаҡ менән әсетәләр. Әйтерһең дә, атайың күрше баҫыуҙа үҫкән игенде төбәктәге тирмәндә тарттырған да яҡындағы урмандан ғаиләһе менән барып ҡомалаҡ йыйып алып ҡайтҡан, шунан әсәйең тәмле итеп икмәк һалған. Ошондай хәтирәләргә сорнай Ҡырмыҫҡалы икмәге.
Ком: 0 // Уҡынылар: 65 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хыял тормошҡа ашаСибайҙа күп ата-әсәләрҙең буш хыялға әүерелә яҙған бер теләге тормошҡа ашты. Ҡалала утыҙ урынға иҫәпләнгән шәхси балалар баҡсаһы асылды.
Әлбиттә, бер баҡса тотош проблеманы хәл итеп бөтмәй, әммә өс тиҫтә сабыйҙы ҡайҙалыр урынлаштырыу мөмкинлеге табылған икән, тимәк, Сибайҙа был йәһәттән аныҡ саралар күрелә. Ҡалала беренселәрҙән булып балалар баҡсаһы асырға йөрьәт итеүсе Илнара Ғәтиәтованың башланғысы хуплауға лайыҡ.
– Барыһы ла ҡыҙымды балалар баҡсаһына урынлаштыра алмауҙан башланды. Инде өмөтөмдө өҙҙөм тигәндә, шәхси баҡса асыу уйы тыуҙы. 2010 йылды ҡаршылар алдынан әсәйем менән бизнес-план төҙөнөк. Ҡала хакимиәте етәкселеге ниәтемде хупланы, “Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү” программаһына ярашлы 300 мең һумлыҡ ярҙам күрһәттеләр. Балалар баҡсаһына иллегә яҡын ғариза ҡабул ителде, әммә урындар сикле. Штатта дүрт кеше: өс тәрбиәсе, бер ашнаҡсы. Үҙем педагог, шуға күрә эштең нескәлектәрен беләм. Өс йәшкә тиклемгеләр һәм өлкәнерәктәр айырым ике төркөмдә шөғөлләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 65 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ