Р. Шәғәлиев һүҙҙәре, Б. Хәйретдинов көйө

Ал мине лә үҙең менән бергә
Китә күрмә яңғыҙ ҡалдырып.
Айырылып ҡалған аҡҡош һымаҡ
Мин йөрөрмөн һинһеҙ ҡаңғырып.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1207 тапҡыр // Тотош уҡырға
З. Ғәлиуллина һүҙҙәре, В. Фәйзуллин көйө

Болонда бер ҡолон
Әсәһе янында,
Бармы һуң уның да
Хәсрәтле сағы ла?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1501 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тянь-Шандә елберҙәй Башҡортостан флагыЯңы йыл байрамдарының иң ҡыҙыу мәлендә Башҡортостан альпинистары Тянь-Шань тауҙарының Ҡаҙағстан ерендәге иң юғары түбәләренең береһенә республика флагын ҡаҙаны.
2011 йылдың 31 декабренән 2012 йылдың 9 ғинуарына тиклем Тянь-Шандә Башҡортостан Республикаһы Альпинизм федерацияһының уҡыу-күнекмә йыйындары үтте. Ун кешенән торған төркөм, шул иҫәптән өлкән тренер Әхмәҙулла Миңлебаев һәм хәүефһеҙлек өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелгән Владимир Медведев Төйәк-Һыу лагерына килә. Был лагерь Бәләкәй Алматы тарлауығында 2 250 метр бейеклектә урынлашҡан.
— Беҙ килеп еткәндә Яңы йылға дүрт сәғәт ҡалғайны, — ти сараның етәксеһе альпинист Андрей Иванюта. — Алда ҙур эш – күнекмәләр, тауға бер нисә артылыш тора. Яңы йылды иҫерткес эсемлектәрһеҙ ҡаршыланыҡ, әлбиттә. Егеттәрҙең яртыһы тиерлек төнгө сәғәт 1-ҙә йоҡларға ятты. Көндөҙ спортсыларҙы тәүге яраҡлашыу күнекмәһе көтә ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1175 тапҡыр // Тотош уҡырға
Намыҫлылар уларҙан ҡурҡмай«Прокурор» тиһәләр, элек ҡырыҫ, тәкәббер, шиксел, аҙ һүҙле кешене күҙ алдына килтерә торғайным. Һуңғы йылдарҙа был һөнәр эйәләренә ҡарашым ҡырҡа үҙгәрҙе, сөнки прокуратура хеҙмәткәрҙәре хәҙер эшмәкәрлеген башҡасараҡ ойоштора, йәмәғәтселек өсөн асыҡ булыуҙы, мәғлүмәт саралары менән даими бәйләнештә тороуҙы төп нигеҙ итеп алған.
Шулай ҙа Башҡортостан Прокуратураһының Енәйәт эштәренең судта ҡаралыуында прокурорҙарҙың ҡатнашыуын тәьмин итеү буйынса идаралығы етәксеһе Азамат Мөхөтдинов менән тынышырҙан алда күңелдә бер ни тиклем шик-шөбһә бар ине. «Эш ваҡытын бүлдереп йөрөмәгеҙ, һеҙҙең ҡайғы юҡ әле, тип кире бороп сығарып ебәрмәҫме?» – тигән уй борсоно. Ни тиһәң дә, хеҙмәттәре ифрат яуаплы, етди.
Бәхеткә күрә, бинаның тупһаһынан уҡ үҙебеҙҙе тыныс, иркен тоя башланыҡ. Барлыҡ хеҙмәткәрҙәр, хатта ҡораллы һаҡсы ла йылмайып ҡына иҫәнләшә, бер кемгә лә ятһыныулы, һынсыл ҡараш юҡ бында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1299 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына өндәмә“Һәр заманда әҙәмде әҙәм итеп, йәмғиәтте ырыҫлы йәшәткән, тотороҡло иткән бер алтын терәк бар. Кешелеклелек, әхлаҡ, әҙәп ул. Ваҡыт уҙа килә кеше тормошо, рухиәте сәйәси ваҡиғалар, иҡтисади, ижтимағи сәбәптәр арҡаһында үҙгәрә.
Ил, ер-һыуҙың һаҡланыуы, ҡурсаланыуы, уның әхлаҡи, рухи йөҙө, ҡото өсөн фәҡәт ҡатын-ҡыҙҙың бөгөн нығыраҡ борсолоуы ғәжәп түгел. Уның ген, ҡан хәтеренә һалынған, йөрәгенә уйылған бурыс һәм теләк ул. Илде, тимәк, үҙен үҙе һаҡлау, яҡлау тигән хәҡиҡәт ҡатын-ҡыҙҙың булмышына быуаттар төпкөлөндә һалынған. Шуға күрә башҡорт ҡатын-ҡыҙы кеше асылын, тыуған ер-һыуын ҡурсыр өсөн дә үтә яуаплы”.
Филология фәндәре докторы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВАНЫҢ ҡатын-ҡыҙға шундай оло бурыстарҙы йөкмәтеүе урынлы кеүек. Әммә тауҙай ҙур, үтә яуаплы эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн аҫыл зат үҙе ниндәй булырға, нимәгә ынтылып йәшәргә тейеш һуң? Ошо йәһәттән ғалимәнең нәсихәттәрен иғтибар менән өйрәнергә, фекер алышырға саҡырабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1526 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өмөтбаевтар нәҫеленәнҠышҡы һыуыҡ көн. Ҡаҡса ғына үҫмер малай әсе елгә ҡаршы атлай. Хәле бик мөшкөл булһа ла бирешмәй, алға ынтыла. Дәрескә өлгөрөргә кәрәк. Уҡырға теләге көслө уның. Шулай булмаһа, үҙҙәренән ун биш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Боҙаяҙ ауылындағы мәктәпкә йәйәү йөрөп уҡыр инеме ни? Белем алыуҙың зарурлығын аңлай ул. Ни тиһәң дә, ғалим затынан бит! Олатаһы Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе, ғалим, Баязит олатаһы ла уҡымышлы мулла булған, атаһы Фәрит — журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре. Был уй уны тағы ла рухландыра, ныҡышмаллыҡ, ғорурлыҡ, яуаплылыҡ өҫтәй.

Ағас матурлығы — тамырҙан

Тырышлыҡ, көслө рухлылыҡ, үткерлек Рихард Өмөтбаевтың бар ғүмер юлын биҙәй төҫлө. Һәр ваҡыт белемгә, яҡтыға ынтылып, алдына ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеп, тирә-йүндәгеләрҙең уй-кисерештәрен үҙенекеләй ҡабул итеп, һәр саҡ башҡаларҙы ҡайғыртып йәшәүе ғүмеренең асылын билдәләй. Рихард Фәрит улына ҡарайһың да, ни тиклем аҡыл һәм рухи көс туплағанына һоҡланып ҡуяһың.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1480 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыр йәшәртә йөрәктеБыл донъяны һәр кем үҙенсә күрә һәм ҡабул итә. Кешелектең бөтә яҡшы сифаттары — диндарҙа, тиер күптәр. Ә бит күңелең менән мосолман булып йәшәү — намаҙ уҡыу, саҙаҡа биреү һәм ғибәҙәт ҡылыу ғына түгел, ә тирә-яҡтағыларыңа, бөтә тереклеккә, йән эйәләренә миһырбанлы булыу һәм уларҙың хәлен үҙ йөрәгең аша үткәреү. Кешеләрҙе рәнйетеүҙән тыйылыу ғына түгел, ә бер кемгә лә үпкәләмәй йәшәү өсөн үҙеңдә көс табыу рухи юғарылыҡҡа күтәрелеүҙән килә торғандыр. Бөтә булмышы менән изгелеккә сорналып, кешеләргә тик сафлыҡ, нур сәсеп йәшәгән заттарҙы күреп һоҡланабыҙ. Ундайҙарҙан донъябыҙ йәм, күңелдәребеҙ нур ала.
Шул йәһәттән Әбйәлил районының Тал Ҡусҡары ауылында йәшәүсе Гөлнур Мәмлиева инәй күптәр өсөн өлгө булыр ине. Уның донъяны, тормошто аңлау даирәһе киң ҡоласлы: ил инәһе, сәсәниә, уҡытыусы, әсә. Халҡымдың бар рухи хазинаһы һыйған уның йыһандай күңеленә. Бөтә эпостарҙы ла яттан һөйләү, йолаларыбыҙҙың нескәлектәрен тәрән аңлай белеү һәм уны йәш быуынға еткерергә тырышыу — был һирәктәргә генә төшкән өлөш.
Гөлнур инәй дан-шөһрәт менән мауыҡҡандарҙан түгел. Бөгөн ул быуаттарҙан килгән рухи хазинабыҙҙы халыҡҡа йомарт өләшә. Шуға ла фән өлкәһендә эшләгән күп кенә ғалимдарҙың Әбйәлил тарафтарына юлланыуының сәбәбе юҡҡа түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1472 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мин яратам был тормоштоБик күп рухи ҡомартҡыларҙы һаҡлай был төбәк. Ошо ерҙә йәшәгән һәм үҙ халҡына терәк булған сәсәндәр риүәйәттәрҙә йылы һүҙ менән иҫкә алына. Бигерәк тә халыҡ ижадына өҫтөнлөк бирәләр Европа менән Азия сиктәш булған районда йәшәүсе кешеләр. Башҡорт халыҡ йырҙарын юғары профессиональ кимәлдә башҡарып, уны донъяға танытҡан сәхнә оҫталары ғына ни тора! Учалы районында тыуып үҫеп, башҡорт йыр сәнғәтен яңы бейеклеккә күтәргән шәхес, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Флүрә Килдейәрова хаҡында һүҙем. Ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләүсе сәхнә оҫтаһы менән тормош һәм ижад асылы хаҡында әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.
— Флүрә апай, ваҡыт уҙыуға ҡарамаҫтан, тауышығыҙҙың көсө һис кәмемәй. Бының өсөн Фәриҙә Ҡудашева көн һайын ҡаймаҡ эскән, тиҙәр. Бәлки, һеҙ ҙә ниндәйҙер алым ҡулланаһығыҙҙыр?
— Юҡ. Минең улайтҡаным булманы. Тауыштың һаҡланып килеүе үҙләштерелгән вокаль техникаға бәйлелер. Заманында яҡшы педагог Рима Юлдашбаева-Мусинаның уҡыусыһы булыу бәхете тейҙе. Нәҡ уның вокаль мәктәбен үтеүем хәҙерге ваҡытта тауышымды, тембрымды юғалтмаҫҡа булышлыҡ итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1471 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан Республикаһында капитал һалыуҙар формаһында инвестиция эшмәкәрлеге алып барған инвесторҙарға ойошма табышына һалымдың түбән һалым ставкаһын билдәләү тураһында”ғы һәм “Ойошмалар мөлкәтенә һалым тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 3-сө статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Башҡортостан Республикаһының ике Законы 2012 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инде. Документтар былтыр октябрҙә республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ултырышында ҡабул ителгәйне. Тәүге документҡа ярашлы, капитал һалыуҙарҙың күләменә ҡарап, бер йылдан алып биш йылға тиклемге осорҙа инвесторҙарға 13,5 процент күләмендә (база ставкаһы 18 процент булғанда) Башҡортостан Республикаһы бюджетына индерелергә тейешле ойошмалар табышына һалымдың түбән һалым ставкаһын билдәләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1339 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыуандырҙы ҠыуандыҡУйламағанда, көтмәгәндә ҡулыма “Ҡыуандыҡ энциклопедияһы” (“Кувандыкская энциклопедия”) тип аталған белешмә килеп эләкте. Был китап (мәғлүмәттәргә бик тә бай) Ҡыуандыҡ ҡалаһында
С.М. Стрельников нәшриәтендә донъя күргән. Башҡортостанда берәй кешенең нәшриәте бармы? Ә бына Ҡыуандыҡта бар. Энциклопедияны нәшер итеүсе лә, баш мөхәррире лә, төҙөүсеһе лә Сергей Михайлович.
Ул булмышы менән журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе, нәшриәтсе. Күпме ер-һыу атамаларының тарихы, этимологияһы буйынса хеҙмәттәр яҙған! Бармаҡтарҙы йомоп ҡына һанап сығырлыҡ түгел һәр хәлдә. Сергей Михайлович — Урыҫ географик йәмғиәте академигы. Башҡорт, татар, ҡаҙаҡ телдәренең грамматикаларын бик яҡшы белә. Шулай булмаһа, был ҙур төбәктең топонимияһын фәнни кимәлдә яҡтырта алмаҫ ине. Күпме күренекле кешеләрҙең тормошо һәм эшмәкәрлеге сағылыш тапҡан был хеҙмәттә. Шуны ла әйтергә кәрәк: Башҡортостан энциклопедияларында арҙаҡлы шәхестәрҙең йәшәйеше дүрт-биш юлға ҡыҫырыҡлап индерелә. Сергей Михайлович (1953 йылда тыуған) энциклопедик стандартты ла (ҡалыпты) ныҡлап үҙләштергән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1256 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына