Метеорҙай оса боҙ өҫтөнән
Шайба ҡаршы яҡтың ҡапҡаһына,
«Атлант» ауа – ул албырғап ҡалған,
Сөнки «Салауат» бит ҡаршыһында!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1993 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балалар өлкәндәр өлгөһөндә үҫәДауаханала аҡ халатлыларҙың арба этеп барғанын күреү һәр саҡ күңелдә хәүеф, борсолоу тыуҙыра. Тимәк, кемдеңдер хәле бик ауыр. Әммә кисә бындай арбалар Республика балалар клиник дауаханаһы пациенттарына ҡурҡыу түгел, шатлыҡ ҡына алып килде. Уларға Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Координация советының Яңы йыл бүләктәре тейәлгәйне.
Дауахананың баш табибы Рөстәм Әхмәтшиндең әйтеүенсә, тәртип һаҡсыларының хәйриә акциялары бында матур йолаға әүерелеп килә. Былтыр улар яңаҡҡа һәм биткә операция яһау өсөн ҡоролма алыуға 1 миллион һум бүләк иткән. Был юлы гастроэнтерология, нефрология һәм эндокринология бүлексәләрендә дауаланыусы балаларға 40 мең һумлыҡ тәм-том, уйынсыҡ тараттылар.
Өфөнән дүрт йәшлек Софияны кисә көтмәгәндә дауаханаға һалғандар. Аҙыҡ-түлеккә аллергия менән яфаланыусы балаға ит һәм йәшелсә генә ашарға ярай икән. “Бындағы мөхиткә өйрәнә алмай көйһөҙләнеп йөрөгән ҡыҙым бүләктәргә сикһеҙ ҡыуана, һыҙланыуын да онотто”, – ти әсәһе Анна Вельможина. София хатта шатлығынан ҡунаҡтарға Яңы йыл байрамы тураһында шиғыр ҙа һөйләп ишеттерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1597 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киләсәктең нигеҙе — сифаттаЗаман технологиялары киң үҫеш алған мәлдә баҫма мәғлүмәт саралары үҙ урынын һаҡлап ҡала алырмы? Гәзит-журналдарыбыҙҙың киләсәген тәьмин итер өсөн ниҙәр эшләү мөһим? “Комсомольская правда” гәзите редакцияһында үткән матбуғат конференцияһында ошо һорауҙарға яуап эҙләнде.
— Тәү сиратта баҫма һәм электрон мәғлүмәт саралары араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу зарур, — тине Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов. — Улар йәмғиәткә берҙәй кәрәкле, тимәк, бер-береһен тулыландырып, уртаҡ маҡсатта эшләргә бурыслы.
Борис Николаевич ике төр мәғлүмәт сараһының да отошло яҡтары булыуын билдәләне. Мәҫәлән, реклама биреүселәр өсөн электрон вариант уңайлыраҡ. Унда үҙ-ара бәйләнеш өсөн яҡшы шарттар булдырылған, мәғлүмәттәрҙе ҡыҫмайынса, тулыһынса баҫтырырға мөмкин. Гәзит-журналдарҙың иһә төп өҫтөнлөгө шунда: уларҙа һәр хәбәр, һөҙгөстән үткәндәй, һайлап алына, ҡара яғыуҙарға юл ҡуйылмай.
Электрон конкуренттары тарафынан баҫылып ҡалмау, үҙ урынын һаҡлау өсөн матбуғат баҫмаларының сифатын күтәреү ҙә мөһим. Бының өсөн, әлбиттә, тәү сиратта журналистарҙың мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1289 тапҡыр // Тотош уҡырға
[/right]Хеҙмәткә дан йырланыҡ  та ул....Элек колхоздың машина-тракторҙарын ҡуя торған урынға еткәс, автомобилде кинәт туҡтаттым – анау иң ситтәге трактор яғынан атай килә түгелме? Ҡулында майы тамып торған тимер ҙә бар, өҫ-башы ла майға ҡатҡан. Ә ниңә был томра селләлә башына ла кеймәне икән, эҫе ҡаба бит хәҙер... “Нишләп туҡтарға булдыҡ?” — ти эргәмдә ултырған ҡустым. “Атайым килә...” – тим шым ғына, үҙем дә аптырай төшөп. Ҡустым сәйерһенеп миңә ҡарай: “Һаташаһыңмы әллә, егерме йыл элек үлгән атай ни эшләп йөрөһөн бында...”
Мин машинанан сыҡтым. “Эйе, ҡайҙалыр йөрөргә мөмкин, бында килә алмай инде һинеңсә”. Ана бит — механизаторҙар, ҡайһыһы тубыҡ сәнсеп ултырып, ҡайһыныһы ҡырын ятып, ашарға әҙерләнә. Ашнаҡсы апай (кашауар) йүгереп йөрөп алюмин тәгәстәр менән аш ташый. Ә ниңә минең атайҙы көтмәйҙәр, ул да ашарға тейеш түгелме ни? Ҡабаландырайым тип, ул килгән яҡҡа ҡарайым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1769 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауылым тип өҙгөләнә йөрәк...Ғәзиз тыуған еренә ҡайтырға атлығып йәшәмәгән әҙәм балаһы бармы икән ул?! Булһа ла, бик һирәктер. Бик йыраҡтан, ҡайтырға теләһәләр ҙә, ҡайта алмаған өлкән кешеләрҙең барлығын да беләм. 1997 йылда Эстонияла ҙур тантанала ошондай яҙмышлы яҡташтар менән осрашырға тура килгәйне. Уларҙың йөҙөндәге моңһоулыҡ, һағышлы ҡараш, мөлдөрәмә күҙ йәштәре әле булһа күҙ алдынан китмәй. Тыуған яҡты һағынып һарғайыуҙары шулдыр инде, күрәһең...
Ярай әле беҙҙең яҙмыш ундай түгел. Шуға ихлас һөйөнәбеҙ. Ҡалала йәшәгәндә лә бик йыраҡта командировкала булғанда ла, сит илдә ял иткәндә лә, тыуған ауылымды һәр саҡ һағынып ҡайттым. Заманында атайым “алтын” ҡулдары менән үҙе биҙәкләп эшләгән йортондағы ҡунаҡ һыйын, күпереп бешкән икмәк еҫен, ҡаҙ өмәләрен, һуғым мәлдәрен, туғандар менән гөрләшеп ултырған мәжлестәрҙе нисек онотаһың инде. Атай-әсәйҙәрҙең (улар мәрхүм инде) йылы ҡарашы, ярҙамы иҫтән сыҡмай, әлбиттә. Ҡайтҡан һайын ҙур-ҙур сумкаларҙы тултырып, ит-һөт ризыҡтары, йомортҡа, ҡайнатма, хатта бәлешенә, бәрәңгеһенә тиклем алып китә инек. Ҡулдан килгәнсә йорт эштәрендә ярҙам иткеләнек. Баш эйеп, оло рәхмәт әйтәм уларға бөгөн дә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1154 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тура юлды тел табырГоризонталь буйынса: 1. Үлсәм итеп билдәләнгән күләм, дәүмәл. 4. Бер ерҙән икенсе ергә тиклем алыҫлыҡ. 6. Мең йыл йәшәп бик хәйләкәргә әйләнгән, төрлө һүрәткә инә алған йылан. 8. Автомобилдең корпусы. 10. Дүрт ишекле, 2-3 рәтле еңел автомашина кузовы. 11. Ағастың юнғандан, сапҡандан һуң ярылып уңалған урыны, йөйө. 13. Ниҙер тураһында хәбәр килтереүсе. 16. Машинаны күтәртә торған механизм. 19. Үҙе ауҙарған кузовлы автомашина. 22. Ағыулы үрмәксе. 25. Оҙаҡ ваҡыт оборона тотоу өсөн эшләнгән ҡоролма. 26. Тиҙлекте акселераторға баҫмай үҙгәртә алыусы автомашина. 27. Муйыл япраҡлы, ваҡ ҡыҙғылт сәскәле, ҡара емешле ҡыуаҡ. 28. Балалар “икмәге”. 30. Велосипедтың төп өлөшө. 31. Ҡайһы бер ижтимағи-сәйәси йөкмәткеле документтарҙың исеме. 32. “Йәшел күҙле” машина. 35. Оҙон епкә теҙелгән эре ҡармаҡ. 36. “Йыртыҡ (...)тән көлгән”. 39. Уҡыусыны фекер йөрөтөргә өйрәтеү маҡсатында билдәле бер темаға үткәрелгән яҙма эш. 40. Еңел автомашина кузовы. 41. Тренерҙың сәғәте. 42. Шайтандар башлығы. 43. “Ҡурҡаҡ эт (...) аҫтынан өрөр”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1154 тапҡыр // Тотош уҡырға
Машина байлыҡ түгелҠалала тиһеңме, ауылда булһынмы – бөгөн тормошто техникаһыҙ күҙ алдына килтереүе ауыр. Ысынлап та, автомобилдең өҫтөнлөктәре бихисап, ғаиләлеләргә бигерәк тә. Мәҫәлән, бишәү икәнһең, берәй ергә юлланыу өсөн автобусҡа барыһына ла билет алырға кәрәк, ваҡыт яғынан да отолаһың, теләгән ерҙә туҡтау ҙа мөмкин түгел. Ҡыҫҡаһы, үҙ автомобилеңә ни етә!
Машина һатып алыуҙың төрлө юлы бар. Һаҡлыҡтағы аҡсаң ярҙамында техникалы булаһыңмы йәки автокредит юллайһыңмы? Һәммәһе лә һинең ҡарамаҡта.
Мәҫәлән, Рәсәй Хөкүмәте бынан ике йыл элек федераль ҡаҙна иҫәбенә еңел автомобиль алыу өсөн субсидия биреү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне.
Ил етәкселегенең маҡсаты – Рәсәй автосәнәғәтенең бөлөүенә юл ҡуймау, ватан автомобилдәрен күберәк һатыуға сығарыу, машина баҙарына яңы һулыш биреү.
Тәүҙә уға ныҡ шикләнеп ҡарағайныҡ, һуңынан программаны энәһенән-ебенә тиклем өйрәнгәс, күңелгә йылы булып китте. Хөкүмәттең ярҙамын беҙ ҙә үҙ иңебеҙҙә тойҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1358 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тиран менән нисек йәшәргә?“Башҡортостан” гәзитен күптән алдырып уҡыйым. Һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Айырыуса “Тормош һабаҡтары” рубрикаһында сыҡҡан мәҡәләләр оҡшай. Йөрәгем һыҙлауға, балаларҙың киләсәге борсоғанға түҙә алмайынса, үҙем дә яҙырға булдым. Бәлки, кемдер кәңәш менән ярҙам итер, кемдер ғибрәт алыр.
Тормош иптәшем менән осраҡлы таныштыҡ һәм бер йыл хат аша ғына аралашып өйләнештек. Хаттарын бик матур итеп, иркәләү һүҙҙәрен йәлләмәй яҙа ине. 18 йыл бергә йәшәйбеҙ. Ҡыҙыбыҙға – 17, улыбыҙға – 13 йәш. Туйҙан һуң иремде алмаштырҙылармы ни! Тупаҫ, өндәшмәҫ, ҡатҡыл кешегә әйләнде лә ҡуйҙы. Мине лә, балаларҙы ла яратмай. Үҙеңдең фекереңде белдереп тә, бер ҡаршы һүҙ әйтеп тә булмай. Ҡулында нимә бар, шуның менән елгәрә. Балта булһынмы ул, бысаҡмы, һәнәкме – ҡарап тормай. Балаларға ла ҡул күтәрергә тартынмай. Айырыуса ҡыҙымды йыш туҡмай. Балам яҡшы уҡый, быйыл ХI класты тамамларға тейеш. Температурам күтәрелгәндә лә түшәктә ятҡаным юҡ, гел йүгерәм дә йүгерәм: күпләп мал-тыуар тотабыҙ, баҡсабыҙ ҙур.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1079 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эскелек кешене яҡындарынан, һөйгән йәрҙәренән, ғәзиз балаларынан, туғандарынан, дуҫтарынан, тапҡан малынан яҙҙыра. Ата-әсәһе “йәшел йылан” менән дуҫлашҡандан һуң, гонаһһыҙ балаларҙың ыҙа сигеүе бигерәк аяныс. Эскеселәр янында балалыҡтың ни тиклем хоҡуҡһыҙ, ярҙамға мохтаж булыуы тетрәтә.
Үҙем йәшәгән райондағы етем балалар өсөн социаль приютҡа йыш ҡына юл төшөп тора. Бында барлығы 15 бала тәрбиәләнә. Приютта балалар, артабанғы яҙмышы асыҡланғансы, ваҡытлыса йәшәү урыны таба. Артабан уларҙы йә патронат тәрбиәгә алалар, йә балалар йортона юллайҙар.
Яңы тормош башлауҙарына ҡарамаҫтан, приюттағы балаларҙың күбеһе ҡатмарлы һынауға дусар булған. Уларҙың әлеге көнгә ҡалыуында тик эскелек ғәйепле — аңдары томаланған ата-әсә киләсәк быуын алдында яуаплылыҡ тойғоһон тамам юғалтҡан.
Ағалы-һеңлеле Артем менән Элинаның ата-әсәһе бер ваҡытта ла иҫерткес эсемлектәргә битараф булмаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1483 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шәүрә ҒИЛМАНОВА:“Беҙ халыҡты ижадҡа, хеҙмәткә өйрәтәбеҙ”Шәүрә Ғилманова — тележурналист, педагог. Ул 1974 – 1990 йылдарҙа радиожурналистикала, ә һуңғы ике тиҫтә йыл телевидениела хеҙмәт итә. Оҙаҡ йылдар әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт, рухи хазиналарға бәйле тапшырыуҙарҙы берләштергән “Тамаша” ижад берекмәһен, һуңынан телевидение студияһының баш мөхәрририәтен етәкләй. Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы ғүмер буйы журналистиканы уҡытыу эше менән бәйләп алып бара. БДУ-ла уҡыта, ә 2005 йылдан ул — “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһы директоры. Шәүрә Ғилманованың эфир журналистикаһында ҡаҙанған табыштары, асыштары “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән юғары почетлы исемдәр менән билдәләнде.
2009 йылда баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә уға “Евразия телевидение һәм радио академияһының ысын ағзаһы” тигән танытма тапшыралар.
2010 йылда ул Башҡортостан журналистар конкурсының төп номинацияһында еңә. Ә күптән түгел юғары һөнәри оҫталығы һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Шәүрә Ғилманова Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Рәсәй матбүғаты көнө алдынан уның уйланыуҙары ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1947 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр миҙгелдең үҙ йырыҠыш миҙгеленең үҙенсәлеге республикабыҙҙың мәҙәниәт усаҡтарының гөрләп тороуындалыр. Оҙайлы ғинуар байрамдарында, унан һуң да халыҡҡа күп төрлө ҡыҙыҡлы тамашалар тәҡдим ителә. Теләйһең икән, театрҙарға йөрөү мөмкинлеге бар, йыр кисәләре ойошторола, бейеүҙәрҙе кинәнеп ҡарайһың. Мәҫәлән, дәртле йырҙары менән күңелебеҙҙе әсир иткән билдәле йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Әминева өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына ҡышҡы күстәнәс әҙерләне. Кисә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 14 ғинуарҙа уҙасаҡ.
– Серҙәшем әйтмешләй, һәр миҙгелдең – үҙ йыры, – ти Резеда Әминева, – Борон-борондан йыр кешенең юлдашы булған, әҙәм балаһы йырлап хәсрәтен таратҡан, йөрәген ял иттергән. Халыҡ мәҙәниәт усаҡтарына донъя хәстәрен әҙгә генә булһа ла онотоп, күңел тыныслығы алыу өсөн килә. Маҡсатым – сәнғәтте һөйөүселәргә күңелле ял сәғәттәре бүләк итеү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 932 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡауарҙыла күңел ағарҙыҠауарҙы — районда ғына түгел, республикала данлыҡлы ауылдарҙың береһе. Ғилемгә ынтылышлы, йыр-моңға маһир халыҡ йәшәй бында. Шуға ла етәксе урындарҙа, сәнғәт донъяһында бихисап улар. Таһыллы көрәшселәре менән дә дан тоталар, районда, республикала үткән ярыштарҙа еңмәй ҡайтҡандары юҡ. Шахмат буйынса ла ҡауарҙылар хәҙер өфөләргә бирешмәй.
Ана шулай тос уңыштары менән һоҡландырып йәшәй ауыл халҡы.
Тормош бит, төрлөһө була. Ҡайһы саҡта ваҡ-төйәк тип әллә ни әһәмиәт бирмәгән нәмәләрҙең тора-бара ҙур мәсьәләгә әйләнеүе ихтимал. Быны халыҡты шәхси мәсьәләләр буйынса ҡабул иткәндә яҡындан тойҙоҡ.
– Улыма 32 йәш, килен, балалар бар. Ул торлаҡ өсөн субсидия юллай аламы? – Ана шундай һорау бирҙе мәғариф ветераны Рим Насиров гәзитебеҙҙә “Юрист кәңәштәре” рубрикаһын алып барған “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары Таһир Мансуровҡа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 915 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уйлап ҡараһаң, тотош донъя, һәр кемдең тормошо тәгәрмәсте хәтерләтә, ҡайҙалыр бик шәп тәгәрәй, ҡайҙалыр шығырлап булһа ла, алға бара.
Хәтеремдә, бала саҡта ауылдың түбәнге яҡ һәм үрге яҡ малайҙары ике команда булып, “тәгәрмәс” уйынын уйнай торғайныҡ. Йыуан ағастан бысып алған тәгәрмәсте барлыҡ көсөң менән алға тәгәрәтеп ебәрәһең. Ҡайһы команда ҡаршылыҡтарҙы еңеп, ауыл осона икенсеһен ҡыҫырыҡлап сығара, шул еңеүсе тип һанала. Әммә һәр кем ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә бурыслы, юғиһә ул уйындан ҡыуып сығарыла.
Артабан дүрт тәгәрмәсле арбаға ат йәки үгеҙ егеп көлтә, һалам-бесән, иген, утын ташырға тура килде. Бер ваҡыт дүрт — биш ылау менән ауылдан 40 саҡрым алыҫлыҡтағы элеваторға иген тейәп киттем. Көн бик эҫе, үгеҙҙәр себенләй, түҙә алмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1212 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр кешегә бер саҡ әжәл килә,
Әжәлдәрҙән юҡтыр ҡотолоу.
Ғүмерҙәрҙе бары оҙонайта
Йәшәүҙәргә булған ынтылыу.
Аяҡһыҙҙар — тороп, атлап китә,
Дәлилләһәң, кеше ышанмаҫ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1006 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙе урындарҙа ойоштороусылар өсөн көҙгө кампания йомғаҡтарына һәм яҙғы һынауға әҙерлек мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрҙе.
Комиссия рәйесе Хәйҙәр Вәлиевтең әйтеүенсә, уҙған һайлау ҡатмарлы ғына булды, шулай ҙа республикалағы һөҙөмтәләр, дөйөм илдәге менән сағыштырғанда, күпкә яҡшыраҡ. Бының сәбәбе: беренсенән, халыҡтың төбәк етәкселегенә ышанысы ҙур, икенсенән, тауыш биреүҙе ойоштороусылар үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай. Хәйҙәр Вәлиев һайлаусыларға мәғлүмәт биреү эшенең һәйбәт барыуын да билдәләне.
Үҙәк һайлау комиссияһына килгән ялыуҙарҙың күпселеге нигеҙһеҙ тип табылған. Ғәмәлдә булмаған участкаларға, бөтөнләй билдәһеҙ кешеләргә ҡарата дәғүәләр килә икән. Ҡайһы бер партияларҙың күҙәтеүселәре, ҡағиҙәләрҙе күрәләтә боҙһа ла, үҙҙәрен һайлау барышын ҡарауҙан ситләтеүҙе законға ярашлы түгел тип баһаларға тырыша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 984 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына