Рөстәм Хәмитов - НуримандаБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Нуриман районы ауылдарында булды. Республика башлығы урындағы предприятиеларҙың етештереү эшмәкәрлеге менән танышты, шулай уҡ социаль инфраструктура объекттарын тикшерҙе.
“Тирәкле” крәҫтиән (фермер) хужалығында Рөстәм Хәмитов һарыҡсылыҡ фермаларын ҡарап сыҡты, финанс хәлдәре менән ҡыҙыҡһынды. Предприятиела малсылыҡ менән шөғөлләнәләр, йылҡы, кәзә, һарыҡ үрсетәләр. Бында бөтәһе ике меңдән ашыу мал иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа комплексты ойоштороуға 24 миллион һум күләмендә инвестиция һалынған. Әммә аграрийҙар етештереүҙе киңәйтеү өсөн кредит алыуҙағы ҡыйынлыҡтарға зарланды.
“Беҙ һеҙҙең уңышлы эшләп китеүегеҙ яҡлыбыҙ”, — тине Рөстәм Хәмитов һәм ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн һарыҡ ите етештереүҙе киңәйтеү мөмкинлектәрен ҡарарға тәҡдим итте.
Саруа ауылындағы “Саруа плюс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте предприятиеһында Рөстәм Хәмитов минераль һыу һәм хуш еҫле эсемлектәр ҡойоу цехын ҡарап сыҡты. 2011 йылда предприятие 5,4 миллион һумлыҡ продукция һатҡан. Шешәләргә тултырылған шишмә һыуы бәләкәй магазиндарҙа ла, ҙур ритейлор селтәрҙәрендә лә һатыла. Республика Президенты шишмә скважинаһындағы дебет менән ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, ул сәғәтенә 3600 кубометр тәшкил итә. Был иһә предприятиеға етештереү күләмен арттырыу мөмкинлеген бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1166 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дуҫлыҡ еңдеЭштә генә түгел, спортта ла һынатмай әлшәйҙәр
Донъяла барған хәл-ваҡиғаларҙы гәзит уҡыусыларға еткереү кеүек изге бурыс – хәбәрселәрҙең иңендә. Әлбиттә, һәр ваҡыт ҡәләм генә тотоп, мәҡәлә яҙып ултырмайбыҙ, ә бүтән сараларҙың уртаһында ҡайнарға, ялды иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырышабыҙ. Рәсәй Матбуғаты көнө айҡанлы Әлшәй районында республика кимәлендә Ҡышҡы спорт спартакиадаһында журналистарҙың ҡатнашыуы быны тулыһынса раҫланы.
Раевка ауылындағы "Ыласын" балалар-үҫмерҙәр спорт клубында иңдәренә сумка аҫҡан мыҡты кәүҙәле үҫмерҙәр "Салауат Юлаев"тың "Авангард" хоккей командаһын ҡыйратыуы тураһында ҡыҙыу бәхәс ҡора, бөгөн нәҡ яҡташтары шикелле уйнарға һүҙ ҡуйыша. Оҙон буйлы егеттәр эскә инеп китте – волейболсылар икән. Көйәрмәндәр ҙә күп күренә.
Спорт фестивалендә Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедовтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы.
– Раевкалағы заманса спорт комплексы күптәрҙе көнләштерерлек, бында спорттың бөтә төрө буйынса ла күнекмәләр алып барырға мөмкин, ысынлап та, шөғөлләнеү өсөн һәр йәһәттән дә уңайлы шарттар булдырылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1063 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рудик Исҡужин — тулы хоҡуҡлы вәкилРәсәйҙең Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко яҡташыбыҙ Рудик Исҡужинды юғары палатаның Үҙәк һайлау комиссияһындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләне.
Рудик Исҡужин был вазифаға Валентина Матвиенконың 2011 йылдың 30 декабрендәге бойороғона ярашлы тәғәйенләнгән. Федерация Советында яҡташыбыҙ Башҡортостандың закондар сығарыу органынан вәкил булып эшләй, Оборона һәм именлек комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләй.
1995 йылдан алып Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы составына 15 ағза инһә, уларҙың бишәүһен Федерация Советы тәғәйенләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1067 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡурайлы ғүмер юлыМин ингәндә, Зәбирйән ағай һыңар ҡулы менән пианинола уйнап:
Иртәнсәккәй тороп, ай, ҡараһам,
Ҡаҫмарт буйы ята күгәреп.
Шул яҡтарға ҡарап мин
йырланым,
Тауышымды алыҫ ебәреп, —
тип беҙҙең яҡтарҙа киң таралған “Ҡаҫмарт буйы”н йырлап ултыра ине. Зоя еңгәй йүгереп йөрөп сәй әҙерләй. Миңә ултырғыс тәҡдим итһәләр ҙә, ултырырға ашыҡманым, күңелде әсир иткән моңдо баҫып тыңларға булдым. Керпек остарынан күҙ йәштәре лә тәгәрәй башланы. Ағайым башҡарған мәшһүр йыр мине Ейәнсура районының матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Сәғит ауылы тарафтарына алып китте...
Зәбирйән Ғүмәров 1926 йылда ошо ауылда донъяға килгән. Бала сағы тиҫтерҙәре менән уйнап, Ҡаҫмарт йылғаһында һыу инеп үтә. Үҫә төшкәс, колхозда ер һөргән, бесән сапҡан, һалам-бесән ташыған. Атайым менән әсәйем уны уҡытырға тырыша, оло ағайым Ғәфүрйән кеүек булыуын теләй. Колхозда бухгалтерлыҡ эшен алып барған өлкән туғаныбыҙ райондың абруйлы кешеһе ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1346 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшәү башы — бала, тиҙәр ҙә бит...Туғыҙ ай буйы йөрәк аѕтында әсәһенең ҡан тибешен тыңлап үѕкән сабыйҙың яҡты донъяға тыуыуын күреү, уның бар булыуын иѕбатлап асманды яңғыратып яр һалыуын ишетеү — йәнде ялмаған, булмышты тетрәндергән илаһи күренеш. Ер йөҙөндә кешенән дә бөйөк, әҙәм балаһынан да камил зат юҡ, ул — йәшәйештең ҡабатланмаѕ мөғжизәһе. Был күп тапҡыр яңғыраған, ҡабатланған хәҡиҡәтте тәҡрарлап, ниндәйҙер яңылыҡ әйтмәгәнлегем һәр кемгә мәғлүм. Әле һеҙгә еткерер бер кәлимә һүҙем — быуындар сылбырын тоташтырып, уны киләсәккә дауам иттереүсе сабыйҙар, йәнә бөгөнгө кеше, уның көнитмеше, күңел торошо, йәмғиәттә тотҡан урыны хаҡында.
Мине бер көн эштән ҡайтышлай заманса кейенгән, йәш һылыу ҡыҙ туҡтатты ла, исемемде әйтеп, йылы ғына иѕәнләшкәс, шундайыраҡ һорау бирҙе: “Ваҡытһыҙ мөрәжәғәт иткәнем өсөн ғәфү итегеҙ берүк, һеҙ йәш сағығыҙҙа беҙҙең ауылда фельдшер булып эшләгәнһегеҙ шикелле?” “Эйе... Тик һине танып еткермәйем бит әле, һылыу...” “Мин — Таңһылыу, һеҙ тыуырға ярҙам иткән бала булырмын. Рәхмәт һеҙгә!” Ҡыҙ һөйкөмлө йылмайҙы ла үҙ юлы менән китеп барҙы.
Иѕемде йыя алмай, албырғап, аңҡы-тиңке тороп ҡалдым. Күңелгә шатлыҡ эркелде. Ҡайһылай ҙа сибәр ҡыҙҙы донъяға тыуҙырғанмын икән дә баһа, ошоғаса шуны ла белмәй йөрөгәнмен...
Ком: 0 // Уҡынылар: 1616 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Өлгөрмәнем, өлгөрмәнем!..”Сиртергә ине ҡылдарҙы
Бармаҡтар ҡанағанса...
Күңелде әрнетерлек был юлдар Буранбайҙы белгәндәргә генә шулай тәьҫир итәлер, сөнки һүҙҙәрҙең үҙендә иҫәңгерәтерлек бер ни ҙә юҡ бит, ябай һүҙҙәр... Әгәр был хыял-теләктең ҡулһыҙ кешенең йән ауазы икәнен генә иҫәпкә алмағанда. Хәйер, “ябайлыҡта — бөйөклөк” тигәндәре тап Буранбайға ҡарата әйтелгәндер ҙә ул. Ул ғүмер буйы ябай ҙа, бөйөк тә булды. Тормошта ла, ижадында ла.
Мин шиғриәттә ниҙер аңлай башлап, мәктәп программаһынан тыш та шиғри китаптарға ғына түгел, ә ул заманда күберәк халыҡтың “ауыҙ-тел ижадында” йөрөгән шиғырҙарға һәм йырҙарға өҫтөнлөк биргән осорҙа рәсми рәүештә яңғырамаған Владимир Высоцкий, Александр Галич кеүек авторҙар менән бергә башҡорт әҙәбиәтендә Буранбай Исҡужиндың исеме лә йөрөй ине инде. Юҡ, диссидент булманы ул, тормошҡа һәм системаға дәғүәләре лә үҙенсәлекле сағылды — әсе кинәйәле шиғырҙары аша:
Баймаҡ ҡалаһының уртаһында
Һәйкәл тора — В.И. Ленинға.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1398 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уйы тәрән, рухы юғарыКиң йәмәғәтселеккә яҡшы таныш, ижадтары күңелгә һеңгән шәхестәр хаҡында ниндәйҙер ваҡиға айҡанлы һүҙ әйтеүе еңелдән түгел. Бының сәбәбе аңлашылалыр: ундай саҡта бер кемде лә ҡабатламау, яҙырға теләгән кешең тураһында яңы фекер әйтеү зарур. Шулай ҙа йылдар үткән һайын ҙур шәхес һәм маһир ижадсының бығаса беленмәгән һыҙаттары, яҙғандарының яңы табыштары асыла бара.
Башҡорт шиғриәтенә ХХ быуаттың 70-се йылдарында аяҡ баҫып, тәүге шиғырҙарынан уҡ ижадының лирик һәм фәлсәфәүи йүнәлешен, халыҡтың эске донъяһы менән эстетик зауығын, рухи биографияһы юҫыҡтарын билдәләгән Хәсән Назар күҙ алдыма оҫталыҡтың иң юғары баҫҡысына күтәрелгән, күңел ҡылдарын илаһи бер ҡалыпҡа көйләр ғәзиз дә, аяулы ла моң эйәһе булып килеп баҫа.
Шиғриәтебеҙҙең төп йөгөн тартыусыларҙың береһе булараҡ, Хәсән Назар үҙе лә, хисе менән фекере, уйы менән моңо бер бөтөн булған мәртәбәле ижады ла ҡәләмдәштәренең һәм тәнҡиттең даими иғтибар үҙәгендә булды. Миҫалға башҡорт шиғриәтенең буҫағаһына аяҡ баҫҡан йәш шағирға ихлас фатихаһын биргән Рәми Ғариповты, һуңынаныраҡ үҙ фекерҙәрен еткергән Рауил Бикбаевты, Әхиәр Хәкимде, Рәшит Солтангәрәевте, Назар Нәжмиҙе, Ғайса Хөсәйеновты, Нәжиб Асанбайҙы, Ғәзим Шафиҡовты атап китеү ҙә етә. Башҡорт әҙәбиәтенең алтын бағаналары булған был шәхестәр Хәсән Назар ижадының үҙенсәлектәрен асыҡлап, ентекле анализ яһап, уның шиғриәтебеҙ майҙанында тотҡан тәғәйен урынын билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2257 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ял көндәрендә Италияла булған фажиғәле хәл барлыҡ донъя йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгендә булды: 13 ғинуарҙа, Мәскәү ваҡыты менән киске 11-ҙә Джильо утрауы эргәһендә һәләкәткә осраған Costa Concordia лайнерының батыуын бәғзеләр хатта "икенсе "Титаник" тип атаны.
Ысынлап та, караптарҙың мөһабәтлеге һәм ҡеүәте йәһәтенән уртаҡлығы бар, улар хаҡында "бер ваҡытта ла батмаясаҡ" тигән инаныу йәшәүе лә билдәле. Әммә тормоштоң үҙ ҡанундары... Шулай ҙа Costa Concordiaның пассажирҙары бәхетлерәк – уларҙың күбеһе иҫән-һау, әле Италия ҡунаҡханаларына урынлаштырылған, тиҙҙән тыуған яҡтарына ҡайтасаҡтар. Әйткәндәй, карапта Италия, Франция, Филиппин, Германия, Перу, Рәсәй һәм башҡа ил граждандары булыуы билдәле. Экскурсия лайнерында 1500 каюта, дүрт бассейн, биш ресторан, 13 бар һәм башҡа бихисап күңел асыу урыны булған, караптың һуңғы сәйәхәтенә 4,2 мең пассажир юлланған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1026 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәскәүҙә Рәсәй Премьер-министры Владимир Путин Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыу үткәрҙе. Унда һүҙ республиканың һуңғы йылдағы социаль-иҡтисади үҫеше тураһында барҙы. Әйтергә кәрәк: һөҙөмтәләр насар түгел, ә сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш тармаҡтары буйынса күрһәткестәр тотош ил буйынса уртаса кимәлдән юғарыраҡ.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йыл йомғаҡтары тураһында һөйләне һәм тулайым төбәк продукты буйынса республиканың 110 процент кимәленә сығасағын белдерҙе.
— Быйыл иһә тулайым төбәк продукты мотлаҡ 1 триллион һумға етәсәк, — тине Рөстәм Зәки улы. — Сәнәғәт етештереүе индексы ноябргә ҡарата 109,7 процент тәшкил итте, дөйөм һөҙөмтә тағы ла юғарыраҡ буласаҡ. Предприятиелар килеме буйынса күрһәткестәребеҙ һәйбәт: уларҙың 80 проценттан ашыуы табышлы эшләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 968 тапҡыр // Тотош уҡырға
Маңлайыңа ни яҙылһа...Сит илдәрҙә күпме йәшәргә ҡалғанды белергә тырышып күрәҙәлек итеү һис тә ғәжәп түгел, кемдең “кеҫәһе” ҡалын, шул мотлаҡ ошо хеҙмәттән файҙалана.
Амстердам ҡалаһындағы Ирекле университет ғалимдары 115 йәшкә тиклем үҙ аҡылында, зиһенендә йәшәгән голланд ҡатынының геномын асыҡлай алған. Алдынғы ҡарашлы, ҡыйыу әбей үҙенең кәүҙәһен фәнгә васыят итеп ҡалдырған.

Күпме ғүмер йәшәргә ҡалған?

Белгестәр әйтеүенсә, оҙайлы ғүмер кисергән кеше геномын өйрәнеү ҡартайған көндә уны сирҙәрҙән һаҡлаусы механизмдарҙы асыҡларға ярҙам итәсәк. Монреалдә (Канада) кеше генетикаһын өйрәнеүсе Америка йәмғиәтенең йыл да үткәрелеүсе конференцияһында ошо хаҡта ғалимдарҙың отчеты тыңланған. Ҡатын организмында, белгестәр фекеренсә, бик күп сирҙәрҙән аралаусы мутациялар (ҡапыл хасил булған генетик үҙенсәлектәрҙең үҙгәреүе) табылған, шуға күрә уға альцгеймер, паркинсон, ҡарт кешеләргә хас мейе тамырҙары атеросклерозы хәүефе янамаған.
Генрикье ван Андел-Схиппер 1890 йылда донъяға килә һәм 2005 йылда 115 йәшендә вафат була. Был осорҙа ул Ер шарындағы иң ҡарт кеше иҫәпләнә. 82 йәшендә үҙенең кәүҙәһен Гронинген университетына васыят итә, 29 йыл үткәс, ҡатын йәнә уҡыу йортона шылтыратып, васыяты тураһында иҫтәренә төшөрә. Йөҙ йәшендә Андел-Схиппер һөт биҙе яман шешенән операция үткәрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1605 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына