Яңы үрҙәргә ҡанатӨфөнөң 39-сы гимназияһы уҡыусылары өсөнсө сиректе ҙур шатлыҡ менән ҡаршыланы — туған уҡыу йорттарының элекке бинаһы тулыһынса яңыртылды.
Бында эштәр теүәл бер йыл элек башланғайны. Балалар был осорҙа белем усағының 5640 квадрат метр майҙанды биләгән өр-яңы төкәтмәһендә уҡыны. ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбен киңәйтеү тәү сиратта уҡыусыларҙың мәнфәғәттәренән сығып башҡарылды. Хәҙер, төп бина реконструкцияланғас, уларҙың барыһы ла беренсе сменала уҡыясаҡ, төрлө өҫтәмә дәрестәрҙә, түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү мөмкинлеген аласаҡ. Барлыҡ төҙөлөш эштәре өсөн аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1165 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуғыш ваҡытынан алда өлгөрттөБөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 66 йылдан ашыу ғүмер үтһә лә, ул ваҡыттағы кисергән михнәт, ҡайғы, аслыҡ-яланғаслыҡ һаман йөрәктәребеҙҙе әрнетә, күңелдәребеҙҙе әсендерә. 1930 — 1945 йылдарҙа тыуғандарҙы электән үк “һуғыш балалары” тип атанылар. Миллиондарса сабыйҙың атайҙары яу яландарында тыуған илебеҙ азатлығы өсөн үҙҙәрен ҡорбан итте, ҡатындары — тол, балалары һәм әсәләре етем ҡалды.
Һуғыш балалары еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн ололар менән бер рәттән колхоз, совхоз баҫыуҙарында, фермаларында, завод-фабрикаларҙа алһыҙ-ялһыҙ тир түкте, аслыҡтан шешенде, сирләне, өшөп туңды, әммә теш-тырнағы менән йәшәргә тырышты, түҙҙе... Улар шулай фиҙакәр эшләмәһә, Бөйөк Еңеү яҙын да ҡаршыларға тура килмәҫ ине, моғайын. Хәҙер инде уларға 67 — 81 йәш, хаҡлы ялдалар. Шуныһы ҡыҙғаныс, тылда эшләүселәр хеҙмәтенә бөгөн дә лайыҡлы баһа бирелмәгән, пенсиялары түбән, күптәре бик яфа сигеп донъя көтөргә дусар ителгән. Ләкин әле һаман уларға айырым статус, өҫтәмә льготалар биреү мәсьәләләре хәл ителмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1494 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙең ғаилә ағзаһыГәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Булат Ғайса улы – республикабыҙҙа киң билдәле, дөйөм педагогик стажы 400 йылдан ашыу булған Аҡмановтар династияһы вәкиле.
– Ғаиләбеҙгә “Башҡортостан” 1920 йылдан бирле килә. Тәүҙә уҡытыусы булып эшләгән атайым, шунан, ул яу ҡырында һәләк булғас, Миңзифа апайым алдырҙы. 1948 йылдан ошо көнгәсә үҙем дә яратҡан баҫмама яҙылмай ҡалғаным юҡ, – ти ул.
Булат Ғайса улы Ейәнсура районының Байыш урта мәктәбендә 40 йыл буйы балаларға математика фәненән белем бирә, шуның 25 йылын директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары булып эшләй.
Атаһы Ғайса Ғәлиәхмәт улы гәзитте ауылда пропагандалаусы ла булған, үҙе лә яҙышҡан. Был матур ғәҙәт улына ла күскән – Булат ағай байтаҡ йылдарҙан бирле беҙҙең гәзит менән хеҙмәттәшлек итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1229 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бүлешкәндән дуҫлыҡ артаМәжит Ғафури исемендәге мәҙәни фонд сит илдәр менән рухи бәйләнештәрҙе нығытыу йәһәтенән ҙур эш алып бара. Былтыр ул Болгария менән Македония араһында дуҫлыҡ күпере һалды.
Илдәр араһындағы ижади хеҙмәттәшлек мул емештәрен бирмәксе. Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры исемен йөрөткән мәҙәни фондтың Болгарияла халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыуы — быға асыҡ миҫал. Ойошманың директоры, журналист Мадриль Ғәфүров, Фонд советы рәйесе Люциә Камаева, эшлекле осрашыуҙарҙан яҡты тәьҫораттар алып, әлеге көндә яңы идеялар менән янып йөрөй.
“Ҡунаҡ ашы ҡара-ҡаршы” тигәндәй, өфөләр ҙә бурыслы ҡалманы. Дуҫлыҡ ебен нығытыу өсөн Болгариянан килгән билдәле тарихсы Ангел Христовты башҡорт ерендә ҡабул иттеләр. Ҡунаҡ Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранда ла булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1048 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡояш йөҙлө уҡытыусыУның йөҙө ҡояш кеүек балҡып, күҙҙәре көлөп тора. Ярҙам, кәңәш һорап барһаң, бер ваҡытта ла юҡ тимәй, ҡулынан килгәнсә хәлеңә инә. Беҙгә — туғандарына, дуҫтарына ҡарата ғына түгел, коллегаларына, уҡыусыларына, бөтөнләй сит-ят кешеләргә лә йылы мөнәсәбәттә ул. Һүҙем — Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Әлмира Ғәлина тураһында.
Апайыбыҙҙың белем биреү өлкәһендә арымай-талмай эшләүенә — 35 йыл. Ул — юғары категориялы уҡытыусы, хеҙмәте Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы президиумының Почет грамотаһы менән баһаланды.
Уҡытыусының ниндәй белгес булыуын белергә теләһәң, уҡыусыларына ҡара, тиҙәр. Сер түгел, бөгөн сит телде уҡытыуҙа иң ауыры — уҡыусыларҙы был телдә һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Иң тәжрибәле һаналған педагогтарҙың дәресендә лә уҡыусыларҙың күп тигәндә бер-ике һөйләм менән генә сикләнеүҙәрен иҫәпкә алғанда, был проблеманың ни тиклем киҫкен тороуын аңлайһың. Был йәһәттән Әлмира Ноғман ҡыҙының һабаҡтары күптәрҙе һоҡландыра һәм ғәжәпләндерә: ул уҡытҡан балалар инглиз телендә иркен аралаша. Бының сере нимәлә һуң?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1755 тапҡыр // Тотош уҡырға
Устарымдан ҡоштар ем сүпләйЫсынлап та, ҡыш аҡ бәҫ ҡунған ағастары, тәҙрәгә семәрләп төшөрөлгән һүрәттәре менән әсир итә. Ҡышҡы урманда йөрөү әкиәт донъяһына сәйәхәт менән бәрәбәр.
Мин Нефтекама ҡалаһы эргәһендәге урманда ял итергә яратам. Форсат сыҡҡанда, бер тапҡыр булһа ла ошо хозур ерҙе саңғы менән урап сыҡһаң, бер йылға етерлек күтәренке кәйеф алаһың. Урман аша ике километрлыҡ “Һаулыҡ һуҡмағы” тип аталған юл һалынған. Иртән дә, кисен дә олоһо ла, кесеһе лә күп була бында. Өлкән йәштәгеләр һөйләшә-һөйләшә яйлап ҡына атлаһа, бәләкәстәр ҡыҫҡа саңғыла ярыша-ярыша шыуа йә конькиҙа йөрөй. Саф һауала иҙрәп йоҡлаған бәпестәр менән йәш әсәйҙәр ҙә байтаҡ. Саңғы юлы ла һалынған.
Ҡарағай урманының файҙаһы тураһында йыш яҙалар. Билдәле шифаханаларҙың ҡарағай урманы янында урынлашыуы юҡҡа түгел. Бындай урында микробтар булмай, яҙ талпан да юҡ, тиҙәр. Һомғол буйлы хуш еҫле ҡарағайҙар, аҡ шәлдәрен бөркәнеп, тын ғына тора.
Урманда ҡоштар ҙа, йәнлектәр ҙә күп. Бының сере – тубырсыҡтарҙа. Уның эсендәге тәмле орлоҡтар – тумыртҡа, ҡарабаш турғай, сысҡан һәм тейендәр өсөн тәмле һый.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1198 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт матбуғатын ихтирам итәләрИшбулды урта мәктәбе – Әбйәлил районының иң абруйлы белем усаҡтарының береһе. Бөгөн бында 110 бала уҡый. Тәжрибәле һәм талапсан директор Айбулат Хәйбуллин етәкселегендәге мәктәп "Башҡортостан" гәзите иғлан иткән акцияға дәррәү ҡушылды.
Мәктәптә көслө коллектив тупланған. Рәйлә Хәлисова, Айрат Хәлисов, Зөлфиә Хамматова — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғылары. 2007 йылда хеҙмәт уҡытыусыһы Айрат Хәлисов Рәсәй Президентының юғары бүләгенә — 100 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Ғөмүмән, Айрат Хөббөтдин улы хаҡында әллә күпме һөйләргә булыр ине. Ул уҡыусыларҙың һәләтен күрә белә һәм уны үҫтереүгә ҙур көс һала. Уҡытыусы "Ағасты художестволы эшкәртеү" түңәрәген алып бара. Түңәрәк эшен милли һөнәрселек мәктәбе тиергә лә мөмкин, сөнки һәр ижадта башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары һаҡлана. Балаларҙың эше район, республика күргәҙмәләренә ҡуйыла, юғары баһалана, гел призлы урындар ала. Айрат Хөббөтдин улы олимпиадаларға ла етди ҡарай. Былтырғы уҡыу йылында ғына уның уҡыусылары һыҙма буйынса район олимпиадаһында беренсе урынды алып ҡайтты.
Ғөмүмән, былтырғы уҡыу йылы Ишбулды мәктәбе өсөн уңышлы булды. Уҡыусылар төрлө фән буйынса олимпиадаларҙа — 11, конкурстарҙа — 8, спорт ярыштарында 60 призлы урын алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 970 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тормошто көйгә һалып..."Йыр һәр кемдең үҙе менән йәшәй. Уны шатланғанда ла, моңланған саҡта ла, күңел килгәндә, теләгән ваҡытта, теләгән ерҙә йырларға, һис тә булмаһа, эстән генә көйләргә мөмкин", – тигән арҙаҡлы ғалим, фольклорсы Салауат Ғәлин. Был һүҙҙәр менән килешмәү мөмкин түгел. Кемде генә алмайыҡ, күңел торошоноң нисек булыуына ҡарамаҫтан, һис ҡасан да йырҙан айырылмай, йыр — уның ғүмерлек юлдашы. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флүрә ҮҘӘНБАЕВА менән осрашып һөйләшкәндә, ул, йыр әҙәм балаһын йәшәтә һәм йәшәртә тиеү һис кенә лә арттырыу түгел, тине. Уның менән әңгәмәбеҙҙә һүҙ — ошо хаҡта.
– Һеҙ сәхнәгә балҡып килеп сыҡтығыҙ һәм шунда уҡ тамашасыларҙың һөйөүен яуланығыҙ. Күптәрҙе һеҙҙең тыуып үҫкән яҡтарығыҙ ҡыҙыҡһындыра.
– Мәләүез ҡыҙымын. Ағиҙел йылғаһына һыйынып ҡына ултырған Түләк – тыуған ауылым, шунда буй еткерҙем, ҡанат нығыттым. Һәр кемгә лә үҙенең тыуған төйәге ҡәҙерле, яҡын булған һымаҡ, мин дә Мәләүеземә һәр саҡ ҡайтырға ашҡынып торам, тәбиғәтенә үлеп ғашиҡмын. Күпме ижадсыларҙы, һоҡланғыс кешеләрҙе биргән был төбәк: әҙиптәр, артистар, һүҙ оҫталары – һанап бөтөрөрлөк түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1189 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бергә саҡта гөрләп йәшәйек...”Шағир Радик Хәкимйән (Радик Закирйән улы Хәкимйәнов) 1941 йылдың 25 авгусында Башҡортостандың Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуып үҫкән. Урта мәктәпте тамамлағас, Совет Армияһы сафтарында Байконурҙа хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, байтаҡ йылдар яуаплы вазифалар башҡара.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Радик Хәкимйән шиғриәттән айырылманы, ғүмере буйы хеҙмәт һәм ижад йөгөн бергә тартты. Бөгөн ул — ун шиғыр китабы авторы, 500-гә яҡын шиғырына Башҡортостан һәм Татарстан композиторҙары көйҙәр яҙҙы, йырҙары төрлө йыр конкурстарының лауреаты булды. Уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1547 тапҡыр // Тотош уҡырға
Затына ырыҫ, ауылына ҡот бирәләрЯңы Собханғол ауылында Йәнифә менән Мәжит Манаповтарҙың ғаиләһендәге ҡыҙ бала 1941 йылдың аҙағында донъяға тәүге ауазын һалған. Ул заман өсөн хас күренеш: әсәһе ҡырҙа малсылыҡта эшләй, атаһы — һуғышта. Ҡурайсы, гармунсы, бейеүсе Мәжит Манаповтың фронттан алты ғына хаты килә, ә һуңынан “хәбәрһеҙ юғалды” тигәне йөрәктәрҙе телә.
Үҙ ауылында — ете класс, Иҫке Собханғолда йәнә ике йыл уҡыған Шәкирә тома һуҡыр Камила өләсәһен ҡарарға өйҙә ҡала. Биш намаҙын ҡалдырмай өләсәһе, ейәнсәренә терәк булып, бөтөнләй күрмәһә лә, йөн иләй. Операция яһатайыҡ, тиһәләр ҙә: “Аллаһы Тәғәлә белеп һуҡыр иткәндер”, — тип риза булмай.
Шәкирәнең эсәр һыуы Ҡараташта булғандыр, күрәһең. 1963 йылда Ҡыпсаҡ ауылына килгән теремек ҡыҙ февраль башында эш башлай һәм март аҙағында Булат Шәмиғоловҡа кейәүгә сыға. Ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған, ҡулы оҫта Булат Мөбәрәк улы менән алты балаға йән биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр. Эшкә талымһыҙ Шәкирә фермала һауынсы, интернатта ашнаҡсы, ауыл хакимиәте һәм колхоз идараһында йыйыштырыусы булып, хаҡлы ялға сыға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1140 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына