Күңеле көрҙөң эше көйлөБашҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фердинанд Арыҫланов етәкселегендәге “Луч” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәктә алдынғы хужалыҡтарҙан һанала.
Ныҡлы әҙерлек булғас, мал ҡышлатыу бында яҡшы бара, йәй капиталь ремонт та үткәрелгән. Аҙыҡҡа ҡытлыҡ юҡ. Бесән, һалам, ҡатнаш аҙыҡ мал алдынан өҙөлмәй.
– Хужалыҡта бөгөн 560 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала, шуның 248-е – һауын һыйыры. Әле иң ҡыҙыу осор, тәүге быҙауҙар алабыҙ, – ти ферма мөдире Венера Ғәлимова. – Малсыларҙың күңеле күтәренке, эшкә дәртләнеп йөрөйҙәр, сөнки хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә.
Йәмғиәттә малсылыҡ тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Етәкселек киләсәктә мал һанын тағы ла арттырыу маҡсаты менән янып йәшәй, бының өсөн хужалыҡта ныҡлы нигеҙ булдырылған. Тоҡомсолоҡ эшен дә яйға һалғандар. Йыл һайын көтөүҙе таналар менән яңырталар. Бөгөн хужалыҡ етештергән продукцияһын Тәтешле һөт заводына оҙата.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1097 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һүҙ ҡөҙрәте — ил ҡеүәтеБылтыр гәзитебеҙҙә донъя күргән иң яҡшы яҙмалары өсөн "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Ләлә Бейешева, матбуғат ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Сәлимйән Ғүмәров, публицист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марсель Ҡотлоғәлләмов, шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назар, драматург, шағирә Гөлшат Әхмәтҡужина "Башҡортостан"дың 2011 йылғы лауреаттары тип билдәләнде. Ошо көндәрҙә танылған ҡәләм оҫталарына баҫмабыҙҙың махсус дипломдары тапшырылды.
Ниндәй генә заманда йәшәһәк тә, ташҡа баҫылған һүҙҙең баһаһы көслө. Әммә, төптән уйлап ҡарағанда, һүҙ ҡөҙрәтен, һүҙ бәҫен ваҡыттан да бигерәк тоғро уҡыусыларыбыҙ, бөгөнгө лауреаттарыбыҙ кеүек әүҙем, рухлы авторҙарыбыҙ билдәләй. Хәйер, "Башҡортостан" элек-электән ижадташ дуҫтары менән көслө булды. Көнүҙәк проблема күтәрһендәрме, матбуғат аша тура ярып үҙ һүҙҙәрен әйтһендәрме, теге йәки был сетерекле мәсьәләгә ҡағылышлы фекерҙәре менән уртаҡлашһындармы — улар һәр саҡ ваҡытында һәм урынлы яңғыраны. Иң мөһиме — халыҡтың күңеленә барып етте.
Сираттағы бүләкләү тантанаһында ла фекерҙәр гәзит — уҡыусы — халыҡ мәнфәғәтендә беректе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1423 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр ус тупраҡ тарих һөйләйҠолой ауылына табан юл алыуыбыҙ. Башта төрлө уйҙар ҡайнаша. Ирекһеҙҙән, башҡорт халыҡ йыры “Ҡолой кантон”дың һүҙҙәре иҫкә төшә, йөрәк өҙгөс, һыҡтау ҡатыш әрнеүле моң йәнде тереләй сапҡылай:

Ҡолой кантонды ла бай, тиҙәр,
Ҡамсат бүрке бар, тиҙәр.
Үҙ хөкөмдәре лә үҙ ҡулдарында,
Ни ҡылһа ла, ирке бар, тиҙәр.

Ҡолой кантондың да буйҙары
Буйға ғына үҫкән тармалай.
Ил күҙенән ҡанлы йәш ағыҙған —
Ҡолой кантон менән Ермолай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1519 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ейәнсәрҙәр менән Интернеттан аралашырбыҙ!”Бәхете — уңғанлығынан, тиҙәр уның хаҡында ауылдаштары. Ысынлап та, шулай булмаһа, ҡырҡ йылға яҡын тик бер урында эшләп, бер мәктәптә балаларға белем бирергә, ғаиләһен ҡарарға, өс балаһын үҫтерергә мөмкин булыр инеме ни?! Хәйер, уның хеҙмәт кенәгәһендә лә бер генә яҙыу: Иҫке Сибай мәктәбенең урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Хәтерләһәң, ул ваҡыттарға әллә күпме йыл үткән, уҡыусылары үҙҙәре күптән атай-әсәй, хатта өләсәй һәм олатай булып, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә. Ярата Флүрә Хөсәйенова мәктәп йылдарына әйләнеп ҡайтырға, уҡыусыларын иҫкә төшөрә, төрлө саҡтарҙы хәтерләй.
1958 йылда ауылдашы Хәлил Хөсәйеновҡа тормошҡа сыҡҡас, йәш ғаилә Иҫке Сибайҙа төпләнә. Бер-бер артлы ике улы, ҡыҙҙары донъяға килә. Башҡорт балаларын урыҫ телендә иркен аралашырға өйрәтеү, телдең нескәлектәренә төшөндөрөү, Пушкин әкиәттәренә, Есенин, Ахматова шиғриәтенә ҡарата һөйөү уятыу еңелдән булмай. Әммә Флүрә Йәғәфәр ҡыҙының үҙ эшенә үтә лә яуаплы ҡарауы, һәр теманы ентекләп аңлатыуы, талапсан һәм ғәҙел булыуы уҡыусылар араһында хөрмәт һәм ихтирам уята.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1140 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуғыш ваҡытынан алда өлгөрттөУчилище ятағы революцияға тиклем һалынған иҫке ағас бинала урынлашҡан. Нескәрәк күңелле тиҫтерҙәрем балауыҙ һығып алды, тәү тапҡыр тыуған яҡты ҡалдырып, алыҫ күҙ күрмәгән ергә килеүебеҙ бит.
Белорет ҡалаһына 1762 йылда нигеҙ һалынған. Ике-өс ҡатлы кирбес йорттар үҙәктә генә, ҡала тотошлайы менән тиерлек ағас йорттарҙан тора. Тирә-яғын ылыҫлы ағастар менән ҡапланған тауҙар уратып алған. Урамдарҙа асфальттың әҫәре лә юҡ. Тротуарҙар ҡалын ҡарағай, ҡарағас таҡталарҙан һалынған. Ҡала музейы бай, тарихи экспонаттар күп. Мәҫәлән, 1900 йылда Парижда донъя кимәлендә үткәрелгән күргәҙмәлә заводтың яҡшы сифатлы металл өсөн алтын миҙал менән бүләкләнеүе тураһында белдек. 1920 йылдың башында Бөтә Союз старостаһы М.И. Калинин да бында булып киткән. Ҡорос сым һәм канат етештереүсе завод продукцияһы күп илдәргә ебәрелә. Предприятие быуаның уң яҡ ярында урынлашҡан. Эшселәр сығып йөрөһөн өсөн быуа аша 300 метр оҙонлоғонда күпер һалынған.
Уҡырға ынтылыш ҙур булғандыр, күрәһең. Төркөмдән биш кенә кеше килмәне. Училище бинаһы 1916 йылда төҙөлгән, ике ҡатлы ҙур йорт. Беҙҙе Бөйөк Ватан һуғышы яугире, хәрби офицер, училище директоры Александр Иванович Кочнев йыйып алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1193 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҙашмағыҙ, балалар!Әбйәлил ҡыҙы, йәш йырсы Альбина Килдейәрова өс йәш ярымға тиклем сит ғаиләлә йәшәй
Күҙҙәренән ҡояш нуры
балҡый,
Йөҙҙәренән сафлыҡ сағыла.
Ниндәй бәхет – атай-әсәй
янда,
Күңелдәрҙән йырҙар урғыла.
Зәйнәп ханым Альбинаһының ошо йырын тыныс ҡына тыңлай алмай. Бына әле лә, телевизорҙан ҡыҙының тауышын ишетеү менән, баҫыла төшкән йөрәк яралары ҡайтанан асылғандай итеп, күңелен ҡорошторҙо…
1982 йылдың көҙө. Ҡушый ауылындағы йәш ғаилә – Зәйнәп менән Юлай тәүге сабыйын көтә. Икеһенең дә тулҡынланыуы сикһеҙ.
– Кем булыр икән? – тип Юлай кәләшенең күҙҙәренә баға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1432 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр һанға  күңел йылыһын бирәХеҙмәттәшебеҙ Булат Рәйес улының үҙ яҙмышын “Башҡортостан” гәзите менән бәйләүенә өс тиҫтә йыл да булып киткән. Ошо осор эсендә ил һәм республика тормошонда тәрән үҙгәрештәр булды, бер нисә баш мөхәррир алмашынды, коллектив та йәшәрҙе, эш алымдары ла заманға ярашлы үҙгәргәндән-үҙгәреп торҙо. Әммә һөнәренә мөкиббән бирелгән, бар булмышы менән “гәзитсе” Булат Әҙеһәмов һәр саҡ үҙе булып ҡала белде.
Баҫмабыҙҙың һәр хәрефе ҡурғаштан ҡойолған, ҡул хеҙмәте ҡулланылып донъя күргән осорҙа эшкә килгәйне ул. Тәүге мәлдә баҙнатһыҙ, йомшағыраҡ күренгән яңы хеҙмәткәрҙең типографияла сираттағы һанды әҙерләү буйынса яуаплылыҡты тейешенсә атҡара алыуы ҡайһы берәүҙәрҙә икеләнеү ҙә тыуҙырғайны. Ир-егет күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тиеүҙәренең хаҡлығына ышандырҙы Булат ағайыбыҙ. Ныҡышмаллығы, гәзит нәшерләүҙең серҙәренә төшөнөргә көслө ынтылышы арҡаһында һәм ололарға ололоҡло, кеселәргә кеселеклелеге менән тиҙ арала хеҙмәткәрҙәрҙең яратҡан кешеһенә әүерелде.
Гәзитте компьютерҙар ярҙамында әҙерләүгә күскәс, йәһәт кенә замана техникаһын үҙләштереп, нәшерләү буйынса инженер оҫталығын камиллаштырҙы. Бөгөн ул – үҙе йәштәргә остаз.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1155 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелдәрҙе яҡтыртыусы баҫмаКиң далалы Хәйбулла яҡтарында “Башҡортостан” журналистарының гәзит уҡыусылар менән үткән сираттағы осрашыуы Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йортонда ойошторолдо. Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, китапхана һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, урындағы ҡоролтай етәкселәре, рухлы һәм зыялы аҡһаҡалдар ҡатнашлығындағы сара, Илмир Ибраһимов башҡарыуындағы “Башҡортостан” йыры менән башланып, күңелдәргә рух һәм дәрт өҫтәне.
Республика баҫмаһына яҙылыусылар һанын арттырыу маҡсатында ойошторолған сараны асып, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина бындай осрашыуҙарҙың халыҡ өсөн файҙалы булыуын билдәләне.
— Хәйбулла районында “Башҡортостан”ды яратып уҡыйҙар, — тип башланы һүҙен Миңзәлә Ғөбәйҙулла ҡыҙы. — Бигерәк тә районыбыҙ хаҡындағы сығыштар, уның эшсән һәм тырыш халҡы тураһындағы һүрәтләмәләрҙе күҙәтеп барабыҙ. Киләсәктә лә хәйбуллаларҙың тормошон яҡтыртҡан мәҡәләләр гәзитте биҙәр тигән өмөттәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1230 тапҡыр // Тотош уҡырға
Татыулыҡты нығытыуҙа өлөшө ҙурЯңыраҡ “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Өфө епархияһын үҙгәртеп, Башҡортостан митрополияһын ойоштороу, бығаса Өфө һәм Стәрлетамаҡ архиепискобы булған Никондың (Николай Васюков) митрополит дәрәжәһе алыуы һәм Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһына ағза итеп һайланыуы тураһында һүҙ барҙы.
Митрополия составына Өфө, Нефтекама һәм Салауат епархиялары ингән. Архимандрит Амвросий Нефтекама һәм Бәләбәй епискобы вазифаһына һайланған. Өфө кафедраһына митрополит Никон һәм уның ярҙамсыһы — епископ Николай — етәкселек итәсәк. Салауат епархияһы өсөн кемдең яуаплы булыры әлегә билдәһеҙ.
Митрополит Никондың Рәсәй Йәмәғәт палатаһына һайланыуы, һис шикһеҙ, уның фиҙакәрлегенә һәм һәләтенә бәйле. Өфө епархияһы егерме йыл самаһы элек ни бары ете приходтан торған булһа, хәҙер улар 290-ға етте, һигеҙ монастырь эшләй. Ошо уңышта һәм һуңғы осорҙа төбәктә дини нигеҙҙә бер ниндәй бәхәс тыумауында, йәмғиәттә татыулыҡтың нығыныуында Никондың да өлөшө ҙур.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1073 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Наркотиктарҙың әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһындағы идаралығы начальнигы, генерал-майор Валерий Кокин менән бәхилләшеүҙә ҡатнашты.
“Республика ауыр юғалтыу кисерҙе. Валерий Иванович ихлас, намыҫлы, изге күңелле шәхес ине. Эшендә талапсан, яуаплы булды”, — тине Рөстәм Хәмитов үҙенең сығышында.
Ысынлап та, ул башҡарған эш — йәмғиәттең афәтенә әүерелгән наркотиктарға ҡаршы көрәш — иң ҡатмарлыларҙың береһе булғандыр. Валерий Иванович үҙен тап ошо эшмәкәрлеккә арнаны, һуңғы һулышына тиклем бурысын намыҫлы башҡарҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1014 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына