Фермер ҙур өмөт бағлап йәшәй— Эй, саҡ ҡына өлгөрмәнегеҙ, әле генә бер һыйыр быҙауланы, еңел аяғығыҙ менән, — тип ҡаршы алды беҙҙе “Яңы таң” крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Резеда Әхәт ҡыҙы. Cәфәр ауылында йәшәүсе йүнсел ғаилә менән танышыуыбыҙ ана шулай башланды. Шәмсетдиновтар бөгөн һөт һәм ит етештереү менән шөғөлләнә. Ә хужалыҡты Резеданың атаһы Әхәт Әсәҙуллин ойоштора.

Тәүгеләрҙең береһе

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында илдәге үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә фермерҙар хәрәкәте башланыу менән Әхәт Әсәҙуллин Шишмә районында ғына түгел, республикала иң беренселәрҙән булып үҙенең крәҫтиән (фермер) хужалығын булдыра. Ҡуртымға ер алып, иген культуралары, күп йыллыҡ үлән сәсә, уңыш ала. Әлбиттә, уға яңы эште башлауы, нығынып китеүе еңел булмай, төрлө ауырлыҡтарға осрай, ләкин төшөнкөлөккә бирелмәй, йәнтәслим башлаған юлын дауам итә, һөҙөмтәлә билдәле фермер булып китә. Баҫыусылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1549 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙыл да бүләк от!Гәзитебеҙҙә лотерея уйыны үткәреү матур йолаға әүерелде. Был юлы гәзит уҡыусыларыбыҙҙан өс йөҙҙән ашыу квитанция килде. Хәйер, иң тәүгеләрҙән булып гәзитебеҙгә яҙылған дуҫтарыбыҙҙың барыһына ла “Башҡортса дини календарь” бүләк иткәйнек инде.
Бына көтөп алған минуттар һуҡты: лотерея уйынына йомғаҡ яһалды.
Йөҙәрләгән хаттар араһынан иң бәхетлеләрҙе асыҡлау өсөн ярҙамға Фатима Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһының I класс уҡыусыһы Алтынай Исхаҡованы саҡырҙыҡ. Хәҙер еңеүселәрҙең исемдәрен атарға ваҡыт етте!
Кеҫә телефоны:
Зариф Сәйфетдинов – Ишембай районы, Көҙән ауылы;
Мәфтүха Атамбаева – Йылайыр районы, Йылайыр ауылы;
Сәйҙә Сәлиғәскәрова – Саҡмағош районы, Яңы Ҡалҡаш ауылы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1288 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дуҫлыҡты нығыттыҡМатбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы осоронда гәзит уҡыусылар менән аралашыу бермә-бер йышая. Декабрҙә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, арҙаҡлы шағир Хәсән Назар, билдәле драматург Мөҙәрис Багаев, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Ришат Дихин менән Стәрлебаш районына сәфәр ҡылдыҡ.
Иң тәүҙә Түбәнге Аллағыуатта туҡталдыҡ. Ауыл рәсми документтарҙа шулай нарыҡланһа ла, халыҡ уны “Сарлаҡ” тип йөрөтә. Башҡорттоң йолаһына тоғро сарлаҡтар матур ҡаршы алды. Стәрлебаш район Cоветы секретары Айгөл Мусаҡаева, урындағы хакимиәт башлығы Зифа Ҡолһарина, мәктәп директоры Юрис Рәжәпов беҙҙе күптәнге таныштарылай ҡабул итте. Осрашыуға уҡыусылар, уҡытыусылар менән берлектә ауыл халҡының да килеүе күңелгә дәрт өҫтәне.
Сарлаҡта “Башҡортостан” гәзитенең тоғро дуҫтары байтаҡ. Барлыҡ ғүмерен белем биреүгә арнаған уҡытыусы-ветеран Флүрә Барғусованың баҫма менән дуҫлығына быйыл алтмыш бер йыл тулған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1329 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ишембай ҡыҙы — донъя чемпионыТамара Танһыҡҡужина кеүек донъя чемпиондары тәрбиәләгән Ишембай шашка мәктәбе уңыштары менән ҡыуандырыуын дауам итә. Әле күптән түгел генә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге
2-се республика башҡорт гимназияһында VII класта уҡып йөрөгән Руфина Әйүпова донъя чемпионатында еңеү яуланы.
12 йәшлек чемпиондың үҙе менән аралаштыҡ.
— Алты йәшемдән шашка уйнай башланым. Тәүҙә гимназиялағы түңәрәккә йөрөнөм, әле шашка клубында шөғөлләнәм, — ти Руфина. — Ярыш ваҡытында республика алдында ҙур яуаплылыҡ тойҙом. Еңгәс, бик шатландым. Тренерыма ҙур рәхмәт.
Донъя чемпионатына эләгеү маҡсатында уға тәүҙә Ишембайҙа, аҙаҡ республика, Рәсәй һәм Европа кимәлендәге ярыштарҙа еңеү өсөн тырышырға тура килә. 13 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһындағы чемпионат Белоруссияның Слоним ҡалаһында үтә, унда 14 ил вәкиле ҡатнаша.
Был Руфинаның тәүге еңеүе түгел. Уның инде дүрт тиҫтәгә яҡын миҙалы, грамоталары, кубоктары бар. Күп тапҡыр Башҡортостан, Рәсәй чемпионаттарында ла еңеүгә өлгәшкән. 2008 йылда — Польшала, 2011 йылда Эстонияла үткәрелгән Европа чемпионаттары призеры ла булған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 910 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һин ҡатыныңа  бүләкме?Ир-ат өсөн тест
Хөрмәтле ир-егеттәр! Үҙегеҙгә күҙ һалғығыҙ, ҡатынығыҙға һеҙҙең менән йәшәүе нисек икәнен белгегеҙ киләме? Әйҙәгеҙ, түбәндәге тесты үтеп ҡарайыҡ. Һәр ыңғай яуапҡа ике балл ҡуйыла.
1. Ял көндәрендә ҡатыныңды аш-һыу бүлмәһендә алмаштыра алаһыңмы?
2. Иртәнге ашты әҙерләгәнең бармы?
3. Ҡатыныңа өйгә аҙыҡ-түлек алырға ярҙам итәһеңме?
4. Барлыҡ ғаилә ағзаларының ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерәһеңме?
5. Ҡатын-ҡыҙ иңендәге кер йыуыу, йыйыштырыу кеүек эштәрҙе теләп башҡараһыңмы?
6. Өй мәшәҡәттәрен еңеләйтеү өсөн тәғәйенләнгән махсус техникағыҙ етерлекме?
7. Йортоғоҙҙа лампочка янмаһа, уны гел һин алмаштыраһыңмы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1326 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шамил Кучуков: "Беҙҙең юлдар һәр саҡ ауылға илтә"Моңло бишекле тыуған нигеҙ, ҡәҙерле атай-әсәй, туғандар, яҡты йөҙлө ауылдаштар, яңы ғына бешкән икмәк еҫе... Ҡасан ғына ҡайтма, бында үҙеңде ожмахҡа килеп ингәндәй тояһың. Бындай хис-тойғо ауылда тыуып, ҡалала ғүмер итеүселәрҙең һәр береһенә таныш. Билдәле яҡташтарыбыҙҙың тыуған ерендәге шатлыҡ-һағыштарын үҙ йөрәге аша үткәреүсе Шамил Кучуков быны айырыуса яҡшы белә.
— Тыуған төйәгенән ситтә ғүмер итеүсе һәр кемдең күңелендә ниндәйҙер һағыш ята, — ти ул. — Моңло бишегендә бәүелтеп үҫтергән изге ерҙең ҡөҙрәте шундай ҙур — һәр ваҡыт үҙенә тарта, һағындыра. Унан дәрт-дарман алып, яңы үрҙәргә ҡанатланып юлға сығабыҙ.
— Башҡортостан юлдаш телевидениеһында һин алып барған “Ҡайтайым ауылыма” тапшырыуында был тойғолар айырыуса баҙыҡ сағыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1371 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайһыһын һайларға?“Ҡасан аҙна аҙағы етер, бер рәхәтләнеп йоҡлап алыр инем” тигән хыял берегеҙгә лә ят түгелдер, моғайын. Йоҡоно туйҙырыу, әлбиттә, яҡшы эш. Шулай ҙа, мәшәҡәттәрҙән тулыһынса арынып, алдағы эш аҙнаһын шәп кәйефтә башлау өсөн ял көндәрен аяғөҫтө, хәрәкәттә үткәреү күпкә файҙалы.
Шәмбе, йәкшәмбелә эш хаҡында онотоп тороу, күберәк һаулыҡты ҡайғыртыу, яҡындарың, ғаиләң менән бергә булыуҙың мөһимлеген һәр беребеҙ аңлай. Ошо йәһәттән хәҙер спортҡа ҙур иғтибар бүленә. Шулай ҙа “ағай-апайҙар” булып бөткән урта һәм өлкән йәштәге кешеләргә ҡапыл ғына уйлап, тиҙ арала коньки, саңғы эләктереп, сығып китеүе еңел эш түгел. Иң тәүҙә быға, әлбиттә, эске әҙерлек кәрәк. Шулай уҡ спорт кәрәк-ярағын дөрөҫ һайлау ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Ошоно иҫәптә тотоп, саңғы һәм конькиҙы алғанда иғтибар ителергә тейешле ҡайһы бер үҙенсәлектәренә туҡталмаҡсыбыҙ.
Саңғының спорт, туристар, һәүәҫкәрҙәр, тау спорты, һунар өсөн тәғәйенләнгән төрҙәре бар. Ял көндәрен файҙалы үткәреү ниәте менән янған кеше булараҡ, беҙ, әлбиттә, һәүәҫкәрҙәрҙекенә туҡталабыҙ. Өлкән йәштәгеләргә пластик саңғылар ҡулай буласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 933 тапҡыр // Тотош уҡырға
Еңел быу менән!Ял көндәре етеү менән барыбыҙ ҙа тиерлек мунсаға ашыға. Аҙна буйына йыйылған мәшәҡәттәр йөгөн күңелдән һыпырып алып ташларға ваҡыт!

Мунсаның да төрлөһө бар

Мунсаның һәр яҡлап таҙарыныу менән бергә дауалау көсөнә эйә икәнлеген элек-электән белгәндәр. Уны төрлө халыҡ үҙенсә төҙөгән һәм файҙаланған.
Мәҫәлән, боронғо грек тарихсыһы Геродоттың яҙмалары буйынса, скиф ҡәбиләләренең мунсаһы тирмәне хәтерләткән. Улар һайғауҙарҙы ҡыялатып һөйәп, иң остарын берләштергән һәм өҫтөн йөн кейеҙ менән ҡаплаған. Эстә һыу тултырылған ҡаҙан ултырған, уның аҫтына ҡыҙған таш һалғандар. Ә Американың ҡайһы бер индеецтары әле һаман конус формаһындағы тәпәш ҡыуышҡа оҡшаған мунсаларҙы хуш күрә. Уларҙың эсендәге ер, ҡаҙылып, бер аҙ тәрәнәйтелгән була, урталағы соҡорға ҡыҙған таштар ташлап, һыу һибәләр. Бындай алым туристар, экспедицияға йөрөүсе кешеләр араһында ла киң таралған.
Боронғо Көнсығыш илдәре — Һиндостан, Ҡытай, Мысырҙа иһә электән үк бар уңайлыҡтары булған мунсалар төҙөгәндәр. Мәҫәлән, Ҡытайҙа XVII быуатта уҡ йыуыныу урындарында дауалаусылар эшләгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1183 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алтмыш йылдан һуң табышыуШаранбаш-Кенәз ауылындағы ғәжәйеп яҙмышлы, көслө рухлы кешеләр менән осрашыу күңелдә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Ауырлыҡтар сыныҡтырҙы беҙҙе

— Беҙ һуғыш йылдарының ауырлығын татып үҫкән быуын. Рауил менән икебеҙ бер көндә тыуғанбыҙ. Яҙмыш шулай ҡушҡандыр инде — аҙаҡ тормош юлдарыбыҙ айырылды. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, 60 йыл үткәндән һуң ғына яңынан осраштыҡ. Икенсе никахыбыҙҙы уҡытҡанда 73 йәш тулып уҙғайны инде, — тип башта уҡ үҙенең күңел дәфтәрен аса биреп ҡуйҙы Нона апай Фәхретдинова.
Ул арала йорт хужаһы ла эшен бөтөрөп, беҙ ултырған яҡҡа үтте. Апайыбыҙ иһә уға йылы, һөйкөмлө ҡарашын ташланы.
— Ҡартайған көнөбөҙҙә бергә йәшәүебеҙгә һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Рауил — аҡыллы кеше. Ысын табип кеүек, мин хатта элекке һыҙланыуҙарымды ла оноттом.
— Бергә уҡыныҡ беҙ, — тип һүҙен тағы ялғап алып китте Нона апай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1250 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуңғы йылдарҙа халыҡ газға, электр энергияһына һәм йылылыҡ өсөн хаҡтарҙың Яңы йылдан артыуына күнегә лә башлағайны. 2012 йылда, үткән йылдарҙағынан айырмалы, тарифтар ғинуарҙан күтәрелмәйәсәк, тип алдан уҡ хәбәр ителгәйне. Ысынлап та, ғәҙәти хәлгә әүерелгән хаҡ артыуҙар менән икенсе ярты йыллыҡта ғына осрашасаҡбыҙ. Ярты йылға артҡараҡ күсереүҙе Рәсәй Хөкүмәте хәл иткән. Әйтеүҙәренсә, тарифтарҙың артыуына инфляция, энергия ресурстарының күмәртә хаҡы һәм башҡа күп кенә сәбәптәр йоғонто яһай.
Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Ирина Васимирская белдереүенсә, хаҡ артыу йыл дауамында ике тапҡыр буласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 835 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡала тормошо каруселгә оҡшаған: берәүҙәр транспорт көтә, икенселәре ултырып китә, өсөнсөләре туҡталышта тороп тора. Улары кем тиһәгеҙ, ҡарт-ҡоро пенсионерҙар йә булмаһа мәктәп балалары, сөнки уларҙың транспорты йә троллейбус, йә трамвай, һуңғы осор трамвайҙарынан да юлдарҙы “таҙарттылар”. Был төр транспорт һирәк йөрөй, онотҡанда бер осрай.
Йәйен ярай ҙа ул, өшөтмәй, ә ҡышҡы һыуыҡта бик оҙаҡ көтөлә бит. Башҡа сараң юҡ, аҡсаң шуға ғына етерлек. Беҙҙең ауылда бер апай: “Үҙең ярлы булһаң да, аҡсаң күп булһа ине”, — тиер ине. Шуның кеүек, автобусҡа ултырһаң, ике яҡҡа 40 һум, ярай ҙа бер транспортта ғына барырға булһа. Бына замана килде, тинеңде иҫәпләп кенә тотонмаһаң, ас йәшәүең ихтимал. Туҡ тигәнең дә шул: бутҡа, икмәк, картуф. Бутҡаһына һөтө лә кәрәк, ә ул 25–30 һум тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 537 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киләһе аҙнала түбәндәге етәкселәр граждандарҙы ҡабул итә:
24 ғинуарҙа 11-ҙән 13 сәғәткә тиклем һаулыҡ һаҡлау министры Г.А. Шебаев Благовещен районы хакимиәте бинаһында;
25 ғинуарҙа 16 сәғәттә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе И.Я. Мөниров Бөрө районы хакимиәте бинаһында;
26 ғинуарҙа 14-тән 16 сәғәткә тиклем хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Л.Х. Иванова Дүртөйлө районы хакимиәте бинаһында;
26 ғинуарҙа сәғәт 12-лә Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе И.И. Әхмәтшин Нуриман районы хакимиәте бинаһында;
Ком: 0 // Уҡынылар: 1042 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хирон Балыҡ билдәһе аҫтына инде, был ҡатмарлы көндәр етте тигәнде аңлата. Быға тиклем ҡул ҡуйған килешеүҙәрҙән баш тартырҙар йәки һеҙгә тәҡдим иткән шарттар артыҡ ҡаты тойолор. Уртаҡ фекергә килгәндә, ҡайҙан улар менән килештем, тигән көнгә төшөрһөгөҙ. Эштә һәм шәхси тормошта ла тотороҡлолоҡто һаҡлау ауыр булыр. Рөхсәт алыу, документтар юллау өсөн ҡулайһыҙ көндәр: власть вәкилдәре, етәксегеҙ һеҙгә төрлө ҡаршылыҡтар тыуҙырыр. Финанс ҡытлыҡ кисереүегеҙ ихтимал. Быға тиклем проблемалар йыйылып килгән икән, бына, рәхим итегеҙ, уларҙың барыһы ла өҫкә ҡалҡып сыҡты!
Дүшәмбе – көтөлмәгән башланғыстар, етди пландар, тиҙ генә тормошҡа ашыра торған ғәмәлдәр көнө. Сәйәхәттәр унышлы булыр. Шишәмбе, бик кәрәк булһа ла, ниндәйҙер ҡорбан килтерергә әҙер булмаҫһығыҙ. Шаршамбы әүҙем көн. Мәшәҡәттәрҙе барлап, төбөнә төшөп, аҙағына еткерә торған осор. Кесе йома шәхси ғәмәлдәр өсөн уңышлы. Йома мөһим эштәрҙе ҡуйып тороғоҙ, башланғыстарҙың уңышһыҙ булыуы ихтимал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 741 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә Олимпия чемпионы, иң ауыр категорияла донъяның элекке абсолют чемпионы, XX быуаттың иң шәп боксеры Мөхәммәт Алиға 70 йәш тулды.
Легендар шәхес был спорт төрөн популярлаштырыу йәһәтенән бокс тарихына баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән. 1960 йылда Олимпия чемпионы исемен яулаған, өс тапҡыр донъя чемпионы булған. "Үткән быуаттың 40 – 50-се йылдарында боксҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу кәмене. Мөхәммәт Али иһә был спорт төрөн тергеҙеүгә һәм иҫ киткес популяр итеүгә ҙур өлөш индерҙе, миллиондарса кешеләргә ышаныс бирҙе. Уның һәр уйыны – сәнғәт өлгөһө", – ти спорт белгестәре. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, билдәле спортсының һаулығы насар: һуңғы өс тиҫтә йыл инде Паркинсон сире менән яфалана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 907 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ил хөкүмәте ҡарары менән 2012 йылда льготаға эйә граждандар өсөн дәүләт ҡаҙнаһынан 27 миллиард һум самаһы аҡса бүленгән. Былтыр был сумма 27,7 миллиард һум тәшкил иткән.
Әлеге аҡса Рәсәй төбәктәрендә йәшәүсе, льготалар менән файҙаланыусы граждандарҙы дарыу, медицина изделиелары һәм дауалаусы туҡланыу менән тәьмин итеүгә тотонола. Иң ҙур сумма Мәскәүгә бүленгән (4,5 миллиард һум самаһы), икенсе урында — Санкт-Петербург (1,3 миллиард һум), өсөнсөлә — Мәскәү өлкәһе (1,23 миллиард һум).
Ком: 0 // Уҡынылар: 969 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына