Банк үҙ бурыстарын беләБашҡортостандың Милли банкында республикала банк секторының былтырғы эшмәкәрлеге, алда торған көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында кәңәшмә булды. Федераль һәм төбәк кредит ойошмалары етәкселәре менән һөйләшеүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Былтыр урындағы банк секторы Рәсәй һәм Башҡортостан банк системаларының 2015 йылға тиклемге үҫеш стратегияһына ярашлы эш алып барған. Ыңғай һөҙөмтәләр байтаҡ. Мәҫәлән, халыҡ тарафынан кредиттарҙы ваҡытында түләмәү осраҡтары кәмегән. Шулай уҡ төбәктә банк бүлексәләре артҡан — көрсөккә тиклемге кимәлде үтеп, 1 382 берәмеккә еткән. Банк хеҙмәтен дистанцияла алып барыу технологияһын әүҙемләштереү буйынса ла ныҡлы эш алып барылған. Республика банк карталары, электрон терминалдар, банкоматтар һаны буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урында килә.
Шулай ҙа проблемалар етерлек. Улар кредит ойошмалары капиталы кимәленең түбәнлегенә, юғары процентҡа һәм бик үк асыҡ булмаған шарттарҙа бурыс биреүгә, закон ҡағиҙәләрен иҫәпкә алмайынса башҡарылған шикле операцияларға ҡайтып ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1170 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сағыу йондоҙҙарҙың береһеКешенең яҙмышы — үҙ ҡулында. Йондоҙҙай балҡытамы уны, заяға уҙғарамы — әҙәмдең үҙенән тора. Халҡыбыҙ алдында баһалап бөтөргөһөҙ хеҙмәт күрһәтеп, ижади ҡаҙаныштары менән барыһын хайран ҡалдырып, мәңге хәтерҙә уйылып ҡалғандар байтаҡ, шөкөр. Шундайҙарҙың береһе — БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы
Бәҙәр Йосопова.
Һәр бер сәнғәт әһеленең тормош юлы ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс һәм һоҡланғыс та. Бәҙәр Йосопова хаҡындағы гәзит материалдары, шәхси яҙмалар, фоторәсемдәр менән танышҡан саҡта уның кеше араһында ихтирамлы ҡатын-ҡыҙ, тамашасыһы өсөн сағыу йондоҙ, туғандарына иһә терәк-таяныс булыуын аңлайһың. Шулай уҡ оло быуын артистарының хөрмәтләп телгә алыуы уның хеҙмәтенең ҙур баһаһы хаҡында һөйләй.
Бәҙәр Йосопованың йәш сағы ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары сикләнгән осорға тап килеүгә ҡарамаҫтан, ул үҫмер саҡтан сәхнә тормошон юлдаш итеп һайлай. Башта тиңдәштәренең “сабата кейгән артистка” тип көлөүҙәренә, муллаларҙың тиргәүҙәренә иғтибар итмәй, сәхнә тормошонда ҡайнап йөрөһә, 1916 йылда Орск Йәштәр союзы эргәһендәге үҙешмәкәр театрында ул Люси псевдонимы менән беренсе спектаклдә ҡатнаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1123 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңел һаман йәшБай тарихлы Юлдыбай ауылының ике меңгә яҡын халҡы араһында йөҙйәшәрҙәрҙе һанау өсөн бер ҡулдың бармаҡтары ла етә. Күптән түгел шуларҙың берәүһенә — Сәрбиямал Әбдрәхим ҡыҙына — 100 йәш тулды.
Сәрбиямал Һағынбаева — Баймаҡ районы ҡыҙы. Үҙ ғүмерендә күпте күргән, күпте кисергән инәй. Тормоштоң нужаһын байтаҡ татырға тура килә. Әсәһенең донъя ҡуйғанын аныҡ ҡына хәтерләмәй ҙә, ә атаһынан туғыҙ йәшендә ҡала. Ифрат ауыр, бола йылдарҙа етем балаға уҡыу тураһында хыялланырға ла тура килмәй.
— Мине бик ҡатмарлы һәм ҡытыршы тормош мәктәбе үҙе уҡытты. “Дәрестәр” йәште һораманы, ҡара таңдан башланып, көн һайын тиерлек ҡыҙыл эңергә тиклем һуҙыла торғайны, — тип хәтирәләрен уртаҡлаша ағинәй.
Әбделкәримдәге Ғәлиаслан олатаһы үҙҙәренә ала уны, әммә оҙаҡламай ул “кулак”тар исемлегенә эләгә. Ярай әле, йәйгеһен быҙау көтөп һәм бөтә йорт эштәрен башҡарып йөрөгән ҡыҙға “батрак” ярлығы тағып, тартып алынған мөлкәттән өлөш сығаралар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1171 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсүл Сәғитов автограф таратаБашҡортостан юлдаш телевидениеһының
29 ғинуарҙа 9 сәғәт 30 минутта эфирға сығасаҡ “Автограф” тапшырыуының геройы — журналист һәм яҙыусы, “Юлдаш” радиоһының ижтимағи-сәйәси һәм нәфис программалар бүлеге етәксеһе Рәсүл Сәғитов.
Шул уҡ ваҡытта ул – “Башҡортостан” гәзитенең дә күптәнге тоғро дуҫы, баҫманың 2010 йылғы лауреаты. Тапшырыуҙа әҙип үҙенең ижадына бәйле һорауҙарға яуап бирә. Ижадсының портретын кәүҙәләндереүҙә яҙыусылар Әмир Әминев, Сабир Шәрипов, шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина, шулай уҡ ғаиләһе лә ҡатнаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1461 тапҡыр // Тотош уҡырға
Таянырлыҡ  дуҫтар бар әле!Даирә – ул аралашыу, даирә – ул донъяға ҡараштың киңәйеүе, даирә – ул рухи яҡтан дуҫлыҡ. Ә ысын дуҫың булыу ниндәй бәхет! «Дуҫлыҡ – күңелдәр араһында йөрөгән илсе, ауыр ваҡытта бер-береңә ярҙамлашыуға сәбәп булған нәмә, аралағы яҡшы мөнәсәбәт», – тигән Ризаитдин Фәхретдин үҙенең яҙмаларында. Айырыуса башҡорт телендә сыҡҡан матбуғат баҫмалары араһындағы дуҫлыҡ, бер-береһен аңлау һоҡланыу уятмайынса ҡалмай. Гәзитебеҙ иғлан иткән “Барлыҡ коллектив менән – «Башҡортостан»ға!” акцияһына Ҡырмыҫҡалы районының «Даирә» гәзитенең ҡушылыуы ла ошоға бер миҫал.
– «Башҡортостан» гәзите республикабыҙҙың төп баҫмаһы булараҡ, беҙҙең өсөн бар йәһәттән өлгө, таяныс. Республикала барған хәл-ваҡиғалар менән ваҡытында танышырға, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәттәр алырға ярҙам итә ул. Шуға күрә был акцияға ихлас теләктән ҡушылдыҡ. Артабан да «Башҡортостан» район гәзиттәренең эшендә ярҙамсы, кәңәшсе булһын! – ти баҫманың мөхәррире Луиза Миңләхмәтова.
Былтыр үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләгән «Даирә» (“Хеҙмәт даны”) гәзите, бар ваҡиғаларҙы сағылдырып, райондың һәр һулышын тойоп йәшәй. Коллективтағы журналистар бер сараны ла күҙ уңынан ысҡындырмай, бөтә ерҙә лә өлгөрлөк күрһәтә, хатта бәпес туйҙарына йөрөргә, коллектив менән тауҙан шыуырға ла ваҡыт таба.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1290 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡәләмдәштең һүҙеКүренекле яҙыусы Әмир Әминевтең әле генә Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең “мейесенән” сыҡҡан “Ҡәләмдәштәргә һүҙ” тигән китабын ҡулыма алғас, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әйткән һүҙҙәр иҫкә килеп төштө: “Һүҙҙе үҙ ваҡытында әйтеп барырға кәрәк. Иҫкергән ризыҡтың ҡәҙере булмай ул”.
Шуныһы ҡыуаныслы: Әмир Әминевтең китабына ингән һәр һүҙ үҙ ваҡытында әйтелгән. Төрлө йылдарҙа ҡәләмдәштәренең айырым әҫәрҙәренә йә дөйөм ижадына бағышланған рецензиялары, мәҡәләләре, Башҡортостан Яҙыусылар союзының проза секцияһы рәйесе сағында съездарҙа, йыйылыштарҙағы сығыштары, шулай уҡ рәссамдар хаҡында фекерҙәре, әҙиптең үҙе менән әңгәмәләр урын алған унда. Әлбиттә, автор йыйынтығында сирек быуат дауамында яҙған барлыҡ мәҡәләләрен индермәгән, шуға ла “һайланма” һүҙен юҡҡа ғына ҡулланмай. Уҡыусылар Әмир Әминевтең ижадҡа талапсан булыуын яҡшы белә, уның ижади тирмәненән “мәкинә” сыҡмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1056 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сабира Иҙиәтуллина: “Ижадым менән һөйөндөрөргә теләйем”Арабыҙҙа шундай кешеләр осрай, улар үҙҙәренең һәләте һәм башҡарыу оҫталығы менән күңелдәребеҙҙе нурландыра, йәнебеҙгә рухи аҙыҡ өҫтәй. Октябрьский ҡалаһында йәшәгән күп яҡлы талант эйәһе, һәүәҫкәр композитор Сабира Иҙиәтуллина — ана шундай заттарҙың береһе. Ә бит сәнғәт донъяһында ижади бейеклектәргә күтәрелеү бер кемгә лә, бигерәк тә үҙешмәкәрлек менән шөғөлләнгән кешеләргә еңел бирелмәй. Илһам шишмәләре урғылып аҡһын өсөн үҙеңдә көс һәм дарман да таба белергә кәрәк. Бәхеткә күрә, тәбиғәт бындай сифаттарҙы беҙҙең геройыбыҙҙан бер ҙә йәлләмәгән.
...Белорет районының Мулдаҡай ауылында ул иманлы Ғариповтар ғаиләһендә туғыҙынсы бала булып донъяға килгән. Төрлө музыка ҡоралында уйнарға яратҡан ата-әсәһенә, өлкән туғандарына эйәреп, һөйкөмлө ҡыҙ дүрт-биш йәшенән үк йыр-моңға тартыла. Тәүҙә гармунда уйнарға өйрәнә. Урта кластарҙа уҡығанда Сабира оҫта баянсы булып китә, мәктәптә һәм ауыл клубында үткәрелгән кисәләрҙең күркенә әүерелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1250 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Урал”ға — “ур-ра!”Рәсәйҙең волейбол суперлигаһындағы чемпионатында Өфөнөң “Урал” командаһы менән Екатеринбургтың “Локомотив-Изумруд”ы көс һынашты.
Матч башланырға ярты сәғәт самаһы ваҡыт бар. Ике яҡ команда уйынсылары ла тәндәрен яҙа, күнекмәләр эшләй. Көйәрмәндәр үҙ-ара әңгәмәләшә. Башҡорт милли кейемендәге фан-клуб егеттәре лә күптән бында.
– Ауырға тура киләсәк, — тип шиген белдерҙе Ринат Дәүләтбаев.
Волейбол тип йән атыусыларҙың борсолоуы юҡҡа түгел ине. Һәр уйынды, һәр спортсының алымын күҙәтеп барған көйәрмәндәр дәғүәселәрҙең көсөн яҡшы тоҫмаллай. Үткән хаталарҙы ҡабатламаҫ өсөн, сәмләнеп, ышаныслы көрәште “Урал” егеттәре, һәм һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне. Тәүге мәлдән үк өҫтөнлөктө үҙ ҡулдарына алдылар. Артабанғы уйындарҙа ҡунаҡтар иғтибарлыраҡ булырға тырышһа ла, “Урал”дың еңеүгә булған ынтылышына кәртә ҡуя алманы. Һөҙөмтәлә еңеү “Урал” файҙаһына 3:0 иҫәбе менән тамамланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1027 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ысын журналист өсөн тарихтан ситтә тороуҙан да хурлыҡлыраҡ халәт булмайҙыр. Улай икән, ни өсөн беҙ иҡтисадтан ситләштек һуң? Эшләүселәр ҡайҙа? ...Ер һөрөүселәр, кейем тегеүселәр, уҡытыусылар тураһында йылы һүҙ әйтергә онотабыҙ”. “Уларҙа (ваҡытлы матбуғатта. — М.Х.) эшлекле мәғлүмәттәр, тәрән ентекле анализ торған һайын аҙая”. “Гәзит биттәрендәге ҡотороноу, телевизор экрандарындағы сикһеҙ ғиш-ғишрәт тә юҡтан тыумаған бит. Был күренештәргә лә аңлатма булырға тейеш”. Әлбиттә, Рәсәйҙә йәшәгән фекер йөрөтөргә һәләтле һәр кемде борсоған был күренештәргә аңлатма бар. Ул — баҙар мөнәсәбәттәре, либерализм, йәғни капиталистик ҡоролоштоң ситләтелгән һәм туранан-тура кәүҙәләнеше.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1317 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өй йылыһын бында тояларҮрге Ҡарыш ауылында балалар өсөн приют асылыуға – һигеҙ йыл. Ул элекке балалар баҡсаһы бинаһында урынлашҡан. Әле бында Балтас, Ҡариҙел һәм Борай райондарынан ун һигеҙләп бала тәрбиәләнә. Иң өлкәне Руслан Лаптевҡа — ун өс, ә Ратмила Бәҙретдинова менән Илнара Бакироваға өс кенә йәш.
— Балаларҙың уҡыуы менән көн дә ҡыҙыҡһынып торабыҙ, — ти мөдир Шамил Хажиев. — Уҡыуҙары уртаса, тәртиптәре һәйбәт, түңәрәктәргә теләп йөрөйҙәр, мәҙәни сараларҙа ихлас ҡатнашалар. Араларында матур итеп һүрәт төшөрөүселәр, йыр-бейеүгә оҫталар бар. Мәҫәлән, бер туғандарҙан Азалина менән Рөстәм Закировтар үҙҙәрен оҫта бейеүсе итеп танытты. Ирина Хәсәнова әсәһенә арнап “Минең фәрештәм” тигән шиғыры менән районда үткәрелгән нәфис һүҙ оҫталары бәйгеһендә беренсе урынды яуланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар был йортҡа үҙ теләге менән һәм яҡшы тормоштан килмәй.
— Тәүге ҡабул иткән егерме баланы күрһәгеҙ икән! Өҫ-баштары насар, аслы-туҡлы йәшәгәндәре йөҙҙәренә сыҡҡайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1248 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына