Маладис, маладис!
Ҡурайҙа башҡарылған “Любизар” һәм Ватан һуғышына арналған башҡа йырҙар кисә республиканың Хәрби дан музейын яңғыратты. Унда Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуға арналған “Юҡҡа ғына хәтерләмәй Рәсәй...” күргәҙмәһе асылды.
Музейға килеп инеү менән шул тарихи осорҙағы хәрбиҙәрсә кейенгән кешеләр осраны. Улар араһында “башҡорттар” ҙа, “урыҫтар” ҙа бар ине. Башҡорт хәрби кейемдәрен — “Төньяҡ амурҙары”, ә урыҫтарҙыҡын “Өфө пехота полкы” клубтары ағзалары күрһәтте.
Музейҙың икенсе ҡатында урынлашҡан экспозиция өс өлөштән тора. Тәүгеһендә — график эштәр һәм гравюраларҙың фотокүсермәләре. XIX быуат башындағы билдәле һәм билдәһеҙ авторҙарҙың эштәрендә башҡорт хәрбиҙәре һүрәтләнгән, улар музейҙарҙа һәм республика архивтарында һаҡланған. Икенсе өлөшөндә — хәҙерге ваҡытта үткәрелеп торған хәрби-тарихи реконструкцияларҙа ҡатнашыусыларҙың фотоһүрәттәре. Ә өсөнсөһөндә республиканың хәрби-тарихи клубтарында файҙаланылған атрибуттар, тарихи костюмдар ҡуйылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 101 тапҡыр // Тотош уҡырға


