Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2012 йылды республикала Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы сараларын тормошҡа ашырыу буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланды. Ойоштороу комитетына 10 февралгә тиклем тейешле саралар планын эшләргә һәм раҫларға ҡушылды.
Бынан тыш, Башҡортостандың ҡала һәм район хакимиәттәренә Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеттары төҙөү, шулай уҡ тейешле саралар планын эшләү, раҫлау һәм уларҙың үтәлешен тәьмин итеү тәҡдиме индерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1099 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе, ил Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путиндың икенсе программа мәҡәләһе милли мәсьәләгә арналғайны. Уны йәмғиәттә, айырыуса милли республикаларҙа төрлөсә ҡабул иттеләр. Беҙ ҙә ошо мәҡәлә буйынса ғалимдарҙың һәм милли ойошмалар вәкилдәренең фекерҙәрен уртаҡлашыуын һораныҡ.

Румил АҘНАБАЕВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары:
— Ниһайәт, милли мәсьәлә буйынса тәҡдимдәребеҙҙе иң юғары кимәлдә лә ишеттеләр. Был мәҡәләлә беҙҙең барлыҡ проблемалар аҙағына тиклем асылып бөтмәһә лә, иң мөһиме — эш башланды. Рәсәй — күп милләтле дәүләт. Беҙ уның ҡанаты аҫтында татыу йәшәргә, һәр халыҡ үҙ милләтен, мәҙәниәтен, телен һаҡлай һәм үҫтерә алырға тейеш. Әлеге мәҡәләнең килеп сығыуына шатмын, Владимир Путинды яҡларға саҡырам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1111 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тубырсыҡ”та “Ер-һыу атамалары” тигән рубрика асылыуға бик ҡыуандым. Әсәйем менән атайым да шатланды. Уларҙың һөйләүе буйынса үҙебеҙҙең яҡтағы бер ҡая исеменең тарихын яҙып үтмәксемен.
Борон-борон заманда беҙҙең төбәктә бер һунарсы йәшәгән, ти. Бик оҫта булғанлыҡтан, исеме тирә-яҡҡа танылған. Бүре, айыу, шәшке, ҡуян — ниндәй генә йәнлек алмаған ул!
Ком: 0 // Уҡынылар: 878 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йондоҙ һымаҡ яуа ергә
Ем-ем итеп аҡ ҡарҙар.
Тауҙан аҫҡа елдереп үтә
Йылғыр саңғы-саналар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1076 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хөрмәтле бәләкәстәр! “Башҡортостан” гәзитенең ҙур байрамы — 95 йыллыҡ юбилейы уңайынан “Тубырсыҡ” махсус бите яңы бәйге иғлан итә. Унда 5 — 11 йәштәге балаларҙы ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Һеҙҙән “Минең ғаиләм”, “Бәхетле бала саҡ”, “Дуҫлыҡ”, “Яратҡан әкиәт геройҙарым”, “Тыуған ауылым”, “Ватаным — Башҡортостан” темаларына һүрәттәр көтәбеҙ. Уларҙы, сағыу булһын өсөн, майлы буяу, гуашь менән төшөрһәгеҙ, һәйбәт булыр. Һүрәт менән бергә үҙегеҙ хаҡында мәғлүмәт мотлаҡ булырға тейеш. Иң яҡшы тип табылған һүрәттәр “Тубырсыҡ” битендә урын аласаҡ. Ҡәләмгә тотонайыҡ, дуҫтар!
Ком: 0 // Уҡынылар: 834 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғәзизәгә һеңлекәш алып ҡайттылар. Ҡыҙыҡай бәпесте әллә ни оҡшатып етмәне.
— Ниңә һөйләшә, атлай белгәнен алманығыҙ инде? — тип уфтанды ул. — Ни уйнап булмай, ни йүнле исеме юҡ.
Әсәһе бәпәйгә Кәримә тип “йүргәк исеме” ҡушҡан да ул, атаһы оҡшатмай.
Дуҫ ҡыҙҙары Ғәзизәнең һеңлеһенә исем һайлаша башланы.
— Әйҙә, Эльвира тип ҡушығыҙ, — тине Эльвира.
Лиана, Анжела, Альбина, Флорида, Карина, Регина, Адель — тағы әллә ниндәй исемдәр әйтеп бөттө әхирәттәре. Ғәзизә быларҙы түкмәй-сәсмәй өләсәһенә һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1074 тапҡыр // Тотош уҡырға
Минең өләсәйем, Сәриә Аҫылғужина, башланғыс кластарҙа уҡытыусы булып эшләгән. Мәғариф отличнигы, хеҙмәт ветераны тигән исемдәре бар. Өләсәйем яҡшы хеҙмәте өсөн бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙарын, төрлө йылдарҙағы фотоларҙы ҡәҙерләп һаҡлай.
Пенсияла булһа ла, бер ҙә буш ятмай ул. Ауылдың ветерандар советын етәкләй, беҙгә өйгә эштәрҙе башҡарырға ярҙам итә, дәрестәргә лә бара.
Өләсәйебеҙҙе ныҡ яратабыҙ. Йыл да тыуған көнөндә бүләктәр менән һөйөндөрәбеҙ: һүрәт төшөрәбеҙ, шиғыр ятлайбыҙ, йырлайбыҙ, бейейбеҙ. Ҡәҙерлемә оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйем!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1037 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тышта ҡотора буран —
Ҡарға күмелде урам.
Саңғыла тауға ҡарай
Урау-урау юл ярам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 905 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тышта бөгөн ыжғыр буран
Ҡарҙы тауҙай өйөп ҡуйған.
Шулай ҙа ҡурҡмайбыҙ унан —
Гөрләп тора беҙҙең урам!
Ком: 0 // Уҡынылар: 903 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күптән түгел республика Мәғариф министрлығы заказы буйынса, Башҡортостан Фәндәр академияһының социаль-сәйәси тикшеренеүҙәр институты төбәгебеҙҙәге йәштәрҙең рухи-әхлаҡи, патриотик, физик тәрбиә һәм мәҙәни сараларҙы, ялды ойоштороу мәсьәләләре буйынса социологик тикшеренеү үткәргәйне. Сарала һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыусылары һәм студенттары ҡатнашты.
Дөйөм алғанда, тикшеренеү һөҙөмтәһе йәштәрҙең ыңғай йүнәлештә икәнлеген күрһәткән. Һорауҙарға яуап биреүселәрҙең 61 проценты — киләсәгенә ышаныс менән ҡарай (ышанмаусылар — 18,5, яуап бирә алмаусылар — 21,5 процент).
Ком: 0 // Уҡынылар: 706 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 48 Алға
Бит башына