Рәсәйҙең иң яҡшы лоббистары булған төбәк лидерҙарының тәүге тиҫтәһендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың рейтингы үҫә бара. “Независимая газета” заказы буйынса иҡтисади яңылыҡтар агентлығы тарафынан 2011 йылдың декабрендә үткәрелгән тикшеренеү йомғаҡтары ошоно раҫлай.
Башҡортостан Президенты “көслө һөҙөмтәлелек” номинацияһында төбәк лидерҙары исемлегендә етенсе урынды биләй. 2011 йылдың ноябрендә уның рейтингы 4,06 балл тәшкил итһә, декабрҙә был күрһәткес 4,10 балл булған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 899 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Вьетнам баҙары” ниңә туҡтауһыҙ яна?22-се янғын һүндереү отрядына Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге баҙарҙа ут сығыуы тураһында хәбәр килә. Халыҡта “Вьетнам баҙары” тип йөрөтөлгән был урында ҙур павильондар бихисап. Янғын 6-сы павильонда сыҡҡан. Еңел тоҡаныусы әйберҙәр һәм төҙөлөш материалдары янғанлыҡтан, ут бинаны тиҙ арала солғап та алған. Уны һүндереүҙә 73 янғын һүндереүсе һәм 16 берәмек техника ҡатнаша. Бинанан 23 кеше эвакуациялана. Шәхси эшҡыуарҙарҙың әйтеүенсә, уйынсыҡтар, кейем-һалым, сувенирҙар көлгә осҡан. Янғын 900 квадрат метрҙа ҡоторған. Бәхеткә күрә, яраланыусылар һәм һәләк булыусылар юҡ. Ҡотҡарыусылар утты ярты сәғәт эсендә һүндерә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында эшләүселәр янғын хәүефһеҙлеге тураһында бик уйланмай шикелле. Коридорҙар тар, бөтә урын әйбер менән тулған. Һауа бик тынсыу. Тәҙрәләр юҡ. Павильондар, ғөмүмән, һатыу өсөн яраҡһыҙ. Улар ҡасандыр келәт булған. Йәйгеһен бында инеү менән түҙеп торғоһоҙ эҫенән баш әйләнә башлай. Ә кешеләр көнө буйы ошонда эшләргә мәжбүр. Нисек кенә булмаһын, бындай шарттарҙа янғын сығыуына бер ҙә аптырарға түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1186 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Аҡ тирмә” йылыһыОш ҡалаһында “Аҡ тирмә” башҡорт мәҙәни үҙәге 2008 йылдың ғинуарында ойошторолдо. Уның төп маҡсаты һәм бурысы — Ҡырғыҙстандың көньяғында йәшәгән башҡорттарҙы милли-мәҙәни йәһәттән туплау, башҡорт телен өйрәнеүгә һәм һаҡлауға, милли мәҙәниәтте, йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүгә булышлыҡ итеү, Башҡортостан Республикаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм сит илдәрҙәге башҡорт йәмәғәт ойошмалары менән киң бәйләнеш булдырыу.
Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн үҙәк активының тырышлығы менән мәҙәни-мәғрифәт саралары даими уҙғарыла.
Мәҫәлән, 2008 йылдың февралендә һәм 2011 йылдың мартында Ош ҡалаһында башҡорт яҙыусыһы Йәүҙәт Ильясовтың (1929—1982) ижадына арналған “Ильясов уҡыуҙары” ойошторолдо. 2008 йылдың майында үҙәк тәүге тапҡыр шәжәрә байрамы үткәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1304 тапҡыр // Тотош уҡырға
Асыҡ дәрес... Мәктәп йылдарында уның мәғәнәһенә төптән төшөнөп тә етмәй инек әле. 45 минутҡа һуҙылған сираттағы һынау ине ул күптәр өсөн. Кемде һынайҙар — һинеме, уҡытыусыңдымы — уныһы икенсе мәсьәлә.
Йылдар үтеү менән тормошобоҙ үҙе лә асыҡ дәрес ҡанундарына яраҡлаша башланы кеүек. Һынауҙар, кемдеңдер алдында яуаплылыҡ, көсөргәнеш... Тәнәфескә саҡырған “ҡыңғырау” тауышы ғына ишетелмәй. Әйтерһең дә, “дәрес”тә ҡаралған тема — мәңгелек. Ә бит, уйлап ҡараһаң, тормошта бер көнлөк мәсьәләләр юҡ. Шул уҡ мәғариф тармағын ғына алып ҡарайыҡ. Уның маҡсаты — ижади ҡарашлы, айыҡ аҡыллы, рухлы, сәләмәт шәхес тәрбиәләү. Быға иһә уҡытыу-тәрбиә тармағының эҙмә-эҙлекле һәм өҙлөкһөҙ камиллашыуы һөҙөмтәһендә генә өлгәшергә мөмкин. Ғаилә — балалар баҡсаһы — мәктәп — юғары уҡыу йорто — тормош фәлсәфәһе ошо сылбырҙа нығына төҫлө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1626 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы 2011 йылдың башында күпләп социаль фатир төҙөү һәм республика халҡының торлаҡ мәсьәләһен һөҙөмтәле хәл итеү маҡсатында булдырылғайны. Фонд ярҙамында йыл һайын 3 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ төҙөп, файҙаланыуға тапшырыу бурысы ҡуйылды.
Үткән бер йылда күҙаллаған саралар тормошҡа ашырылғанмы, торлаҡ баҙарында ниндәй үҙгәреш һиҙелә, ниндәй проблемаларҙы хәл итәһе бар? Фондтың попечителлек советы Республика йортонда үткәргән ултырышта һөйләшеү ошо мәсьәләләргә арналды.
Ултырышты асып, Башҡортостан Президенты торлаҡ төҙөлөшө проблемаһының әле һаман көнүҙәк булыуын билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 817 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 47-се ултырышында парламент Рәйесе Константин Толкачев "2011 йылда Башҡортостан Республикаһы ҡануниәте тураһында" тигән доклад менән сығыш яһаны.
— Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың эшмәкәрлеге 2011 йылда Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан Президенты Мөрәжәғәтнамәләренә бәйле бурыстар, республикала Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы сиктәрендә үткәрелгән саралар менән билдәләнде, — тине Константин Толкачев. — Парламенттың республика ҡануниәтен камиллаштырыу буйынса стратегик маҡсаттары, нигеҙҙә, үтәлде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1070 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр һөнәри байрамда тармаҡтың йыл дауамында башҡарған эшенә йомғаҡ яһала. Таможня хеҙмәткәрҙәре өсөн дә шулай. Былтырҙан улар яңы шарттарҙа эшләй башланы. Был Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡаҙағстан сиктәрендә таможня постарын алыуға бәйле. Ғөмүмән, әлеге мәлдә Рәсәйҙә таможня закондарын камиллаштырыу бара. Яңы Таможня кодексы үҙ көсөнә ингәнсе үк Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәрҙәре бөтә терминалдарҙың да өҙөклөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү өсөн ҙур көс һалды.
Былтыр барлыҡ постар аша 25705 декларацияланған тауар үткәрелгән. 2010 йыл менән сағыштырғанда, экспорт 5,5 процентҡа кәмегән, ә импорт 20 процент самаһына үҫкән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1212 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нязепетровск ҡалаһында “Родные просторы. Тыуған яҡ” тигән гәзит сыға башланы.
Элек бында башҡортса бер ниндәй мәғлүмәт сараһы булмаған. Гәзит ҡаланың башҡорт зыялылары башланғысы менән донъя күрә — урындағы “Нязепетровск хәбәрҙәре” гәзите редакцияһына ярҙам һорап тап улар мөрәжәғәт иткән.
“Родные просторы. Тыуған яҡ” ай һайын дүрт битле булып донъя күрәсәк. Унда был төбәктә ғүмер итеүсе башҡорттарҙың мәҙәниәте, йолалары, бөгөнгө яҙмышы хаҡында мәғлүмәттәр баҫыласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1021 тапҡыр // Тотош уҡырға
Билдәле булыуынса, былтыр көҙ Силәбе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты етәксеһе итеп Морис Йосопов һайланғайны. Ваҡыт — һынау, тигәндәй, ҡыҫҡа ғына осорҙа ул үҙен ышаныслы һәм оҫта етәксе итеп танытты, алдан билдәләнгән барлыҡ эштәрҙе тормошҡа ашырыуға өлгәште. Өлкә башҡорттары ҡоролтайының үткән йылға йомғаҡ яһау һәм киләһе осорға бурыстар билдәләү маҡсатындағы ултырышы яңы етәксе рәйеслегендә уҙҙы.
Силәбе ҡалаһының Шәйехзада Бабич исемендәге китапханаһына өлкәнең төрлө тарафтарынан башҡарма комитет ағзалары йыйылғайны. Ултырышта шулай уҡ Арғаяш районы хакимиәте башлығы Исрафил Вәлишин, Силәбе ҡалаһының Дуҫлыҡ йорто директоры Юлиә Лапидус ҡатнашты. Уҙған йылда башҡарылған эштәр тураһында доклад тыңланды. М.Х. Йосоповтың сығышында билдәләнеүенсә, айырыуса Арғаяш районында урындағы хакимиәт менән башҡорт ҡоролтайы араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1312 тапҡыр // Тотош уҡырға
Перволоцк районында өс кенә башҡорт ауылы бар. Уларҙың барыһы ла Оло Соран йылғаһы буйында урынлашҡан. Иң үрҙә — Ҡотлөмбәт, 20 саҡрым түбәндәрәк — Ғабдрафиҡ, тағы ла аҫтараҡ — Ҡунаҡбай. Ауылдар бәләкәй: һәр ҡайһыһында 70 — 80 генә өй. Халыҡ уларҙан күпләп күсенеп, сит төбәктәрҙә, башҡа район һәм ауылдарҙа төпләнгән.
Һуңғы йылдарҙа балалар кәмегәнлектән, Ғабдрафиҡта мәктәп юҡ, балаларҙы урыҫ ауылына автобус менән йөрөтөп уҡыталар. Ҡунаҡбайҙа башланғыс мәктәп һаҡлана, өлкәнерәк йәштәге уҡыусылар белем алыуын Преторияла дауам итә. Ҡотлөмбәттә генә урта мәктәп бар. Уны 1991 йылда үҙебеҙ асҡайныҡ, эшләүенә инде — 20 йыл. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул да бөтөүгә табан бара. Заманында бында 180 — 200 бала белем алһа, хәҙер 40 уҡыусы ғына иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа ата-әсәләрҙең күбеһе балаларын сит мәктәптәргә — Өфө, Күмертау, Ишембай, Ырымбур гимназия һәм лицейҙарына — бирә башланы. Сәбәбе нимәлә?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1182 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 48 Алға
Бит башына