Тал сыбығылай нескәАҠШ-та йәшәүсе 70 йәшлек пенсионер Кэти Юнг донъяла иң нескә ҡатын-ҡыҙ тип иҫәпләнә: уның биле – 38,1 сантиметр самаһы.
Ҡатын 28 йәшкә тиклем ике бала тапҡан, унан һуң корсет кейә башлаған. Буй-һынды һомғолландырыусы был ҡулайламаны ул тәүлегенә ярты сәғәткә генә сисә.

Ком: 0 // Уҡынылар: 56 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мандарин һатам тиһәң...Сит ил автомобилен маҡта ла үҙебеҙҙекендә йөрө!
Ни тиһәң дә, ул йомоштарҙы йомошларға, хужалыҡ эштәрен башҡарырға ярҙам итә, ныҡлы, етеҙ. Миҫал өсөн, баҙарға мандарин алып барып һатырға мөмкин. Кавказ республикаларының береһендә йәшәгән кешеләр шулай эшләй ҙә "Жигули" ға, мәҫәлән, 700 килограмм татлы емеш һыя.

Ком: 0 // Уҡынылар: 56 тапҡыр // Тотош уҡырға
1971 йылда геологтар Төркмәнстан ҡомлоҡтарының береһендә газ скважинаһы ҡаҙыған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар ер аҫтындағы бушлыҡҡа юлыҡҡан.
Һөҙөмтәлә ҡоролмалар, эшселәре менән бергә, ҡапыл хасил булған соҡорға ҡолаған. Соҡорҙоң да ниндәйе бит әле: диаметры – 60, тәрәнлеге – 20 метр! Әммә хәл-ваҡиға бының менән генә тамамланмай. Убылған ер тишегенән тәбиғи газ сыға башлаған. Тирә-йүнде насар еҫ менән ағыуламаҫ өсөн эшселәр уны тиҙ генә яндырырға ниәтләгән... һәм соҡор төбөнә ут ташлаған. Ер аҫтында газ запасының ҙур икәнлеген генә иҫәпкә алмағандар шул: бына инде дүрт тиҫтә йылдан ашыу бушлыҡ яна ла яна, миллиардлаған кубометр тәбиғи яғыулыҡ әрәм була. Әммә уны туҡтатырлыҡ әмәл юҡ. Кешеләр был урынды "Тамуҡ ишеге" тип атай.

Ком: 0 // Уҡынылар: 55 тапҡыр // Тотош уҡырға
Булғас, шундай булһын!Герцог кеүек мөһабәт кәүҙәле хайуанды башҡа осратмаҫһың – ул донъялағы иң ҙур ат тип иҫәпләнә.
Бейеклеге – 2 метрҙан ашыу. Герцог көнөнә 9 килограмм аҙыҡ ашай, 90 литр һыу эсә. Шулай уҡ уны 2 литр үлән сәйе менән һыйлайҙар.

Ком: 0 // Уҡынылар: 75 тапҡыр // Тотош уҡырға
Магазиндан сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алғы килә. Теләктең һәр саҡ ысынбарлыҡ менән тап килмәгәнен, һатыусыларҙың яраҡһыҙ тауарын нисек тә булһа осорорға тырышҡанын яҡшы беләбеҙ. Отолмаҫ өсөн нимә эшләргә? Юл бер – әлбиттә, мәғлүмәтле булырға кәрәк.

Ҡара емеш һатып алабыҙ

Ул мотлаҡ ҡара төҫтә булырға тейеш. Күкһел икән, тимәк, емеште көкөрт газдары менән ҡорттарға ҡаршы эшкәрткәндәр тигән һүҙ. Газ иһә витаминдарҙы тарҡата. Әйткәндәй, файҙалы матдәләр һөйәкле емештә күберәк була. Көнөнә 5 — 7 ҡара емештән күберәкте ашарға ярамай, юғиһә артыҡ килограмдар йыйыуығыҙ ихтимал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 51 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 95 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ