Һалдат тормошо тәртиптән башлана Нисек икән ул ысын армияла хеҙмәт итеү? Был һорау ҡатын-ҡыҙҙың күпселеген һәм төрлө сәбәптәр буйынса хәрби хеҙмәт үтмәгән ир-атты бик ҡыҙыҡһындыра. Журналист танытмаһының мөғжизәүи көсө бар — күптәр өсөн бикле урындарға ла инеп була уның менән. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан уны хәрби бинаға үтеү маҡсатында тағы бер мәртәбә һынаныҡ.
“Армияға эләгеү” һис еңел булмай сыҡты. Өфөләге Затон биҫтәһендә урынлашҡан 6795-се ғәскәри часҡа инеү өсөн, алдан һөйләшеп килешһәк тә, әллә нисәмә һаҡ аша үтергә тура килде. Эскә лә оҙатып йөрөүсе менән генә инәбеҙ. Был аңлашыла ла: әлеге часть — стратегик билдәләнештәге объект бит.
Ҡыҙыҡһынып, бар нәмәне күреп ҡалырға тырышып, тирә-яҡҡа ҡараусы минән айырмалы, ваҡытында хәрби хеҙмәт үткән фотохәбәрсе Айрат Нурмөхәмәтов өсөн бында яңылыҡ юҡ та кеүек. Һынын туп-тура тотоп һаҡта тороусыларҙы, йәшел хәрби кейемдә иҙән йыуып йөрөүселәрҙе, күмәкләшеп йүгереп үтеп китеүселәрҙе ауыҙ асып күҙәтһәм дә, уның өсөн был ғәҙәти армия тормошо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 91 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атайыма оҡшарға тырышамУның менән сикһеҙ ғорурланам. Атайым аҡыллы, көслө, ҡыйыу.
Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән ул. Тырышып уҡыған, спорт менән шөғөлләнергә яратҡан. Ауыл мәктәбенән һуң Сибайҙа, унан Рязандәге Һауа-десант училищеһында белем алған.
Артабан атайыма Төньяҡ Кавказдағы ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашырға тура килә. Бында ла ул үҙен ҡыйыу, ғәҙел кеше булараҡ таныта.
Атайым 2002 йылдан алып Өфө кадет корпусында эшләй. Рота командиры ул. “Бында белем алған малайҙар ысын ир-егет булып үҫә”, — ти атайым. Ҙурайғас, мин дә хәрби кеше булырға, кадет корпусында эшләргә теләйем. Атайым һымаҡ, йәштәрҙе илһөйәр итеп тәрбиәләйәсәкмен.
Ком: 0 // Уҡынылар: 86 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йәш мортазинсылар” еңелмәҫ!Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Балалар сәнғәт мәктәбе эшләй. Уҡыусылар бында ҡурай, баян, фортепьянола уйнарға өйрәнә, рәсем төшөрә, тынлы музыка ҡоралы һәм хореография ансамблдәрендә шөғөлләнә.
Сәнғәт мәктәбенең “Аҡбуҙат” исемле ҡурайсылар һәм “Осҡон” бейеү ансамблдәре “өлгөлө” исемен йөрөтә. Улар районда ғына түгел, республикала үткәрелгән сараларҙа ла уңышлы сығыш яһай.
“Осҡон” күптән түгел Ейәнсурала үткән төбәк бейеү конкурсынан еңеү менән ҡайтҡан. Улар сәхнәгә “Йәш мортазинсылар” һәм ҡалмыҡ халыҡ бейеүҙәрен алып сыҡҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 83 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмере көрәштә үтте21 февралдә Алыҫ Көнсығыштағы, Монголиялағы яуҙарҙа, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡаһарман Мөхәмәт Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл тулды. Уның тормош юлы үҙе үк ҙур батырлыҡҡа тиң.
Боронғо башҡорт ауылы Йомран-Ибраһимда (әле Ҡырмыҫҡалы районына ҡарай) донъяға килә ул. Ата-әсәһе тәүге балаларына, ауылдашы һәм туғаны Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың хөрмәтенә, Мөхәмәт тип исем ҡуша.
Малай ифрат теремек, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә. Яҡшы уҡый. Мәктәпте тамамлағас, Йоматау ауыл хужалығы техникумында белем алып, баш агрономдың ярҙамсыһы булып эш башлай. Ауылдарҙа колхоз ойоштороу буйынса агитация алып барыуҙа әүҙем ҡатнаша.
Бер аҙҙан яҙмыш елдәре Мөхәмәт Ибраһимовты Ленинград тарафтарына илтә. Бында ул, махсус курс үтеп, малсылыҡ белгестәре берекмәһендә эш тәжрибәһе туплай. Унан кире Өфөгә ҡайта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 69 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бар ине шәп саҡтар! Университетты тамамлағас, Совет Армияһы офицеры булараҡ, Төньяҡ ғәскәрҙәр төркөмөндә хеҙмәт иттем. Беҙҙең часть туғандаш (ул ваҡытта, ысынлап та, шулай ине) Польша ерендә урынлашҡайны. Заманында СССР тип аталған бөйөк илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, шул иҫәптән Башҡортостандан да, хәрби хеҙмәткә саҡырылғандар байтаҡ ине унда. Яҡташтарым айырыуса шәп егеттәр иҫәбендә булды: үҙҙәре көслө һәм ҡыйыу, аҡыллы һәм тәртипле. Мин уларҙың береһен, Туймазы районы егете сержант Раян Баһауетдиновты, ҙур теләк менән үҙемә ярҙамсы — автовзвод командиры урынбаҫары — итеп алдым. Раян да, башҡа хәрбиҙәр ҙә хеҙмәттә һынатманы; күнекмәләрҙә шартлы “дошман”ды гелән еңеп сыға инек.
Подразделениемдағы ошондай һоҡланғыс егеттәр хаҡында шул осорҙа шиғыр яҙғайным.
Ком: 0 // Уҡынылар: 75 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ