
Тау инженеры һәм геолог профессиялары тураһында аҙ яҙабыҙ, аҙ һөйләйбеҙ, тейешенсә баһалап та бөтмәйбеҙ һымаҡ. Тормошта ла был үҙенсәлекле һөнәр кешеләре менән, уҡытыусы, врач, һатыусы һәм башҡа ғәҙәти һөнәр эйәләренән айырмалы, һирәгерәк осрашабыҙ. Ер ҡуйынында алтын-көмөш, баҡыр, мәғдәндең күпме, ҡайҙа йәшеренгәнен, эсәр һыуҙарға, нефть ятҡылыҡтарына юлдарҙы иң тәүге булып асҡан, тимәк, Башҡортостанда йәшәүсе һәр кемдең тормошона йоғонто яһаусы, киләсәген күҙаллаусы, тәбиғәт байлыҡтарын самалап файҙаланыуҙы көйләүсе һөнәр эйәһе иңендә тауҙай яуаплылыҡ ята.