Битараф булмайыҡ!Февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Интернет йәмәғәтселеге һәм блогерҙар менән осрашҡан ваҡытында берәү Өфөнөң һәм республиканың тарихи йөҙөн һәм тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларын һаҡлау мәсьәләһен күтәргәйне. Ул саҡта был хаҡта ҡыҙыу ғына һөйләшеү булғайны, кисә шуның дауамы итеп Президент республика архитекторҙары һәм тарихсылары менән осрашыу үткәрҙе. Ултырыштың Милли музейҙа ойошторолоуы ла символик мәғәнәгә эйә ине.
Архитектура һәйкәлдәрен һаҡлау мәсьәләһе көнүҙәк һәм йәмғиәт өсөн ифрат мөһим. Һандарға мөрәжәғәт итһәң, ошолар асыҡлана: республикала 5 меңләп мәҙәни ҡомартҡы бар, уларҙың 44-е федераль һәм 1300-ө төбәк әһәмиәтендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 999 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр кемдең үҙ ҡиблаһыНаркотиктар әйләнешен контролләү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы, журналистар өсөн сәфәр ойоштороп, тилерткес матдәләрҙән бөтөнләй баш тартырға, эскелек һаҙлығынан сығырға ҡарар итеүселәрҙе һауыҡтырыусы үҙәктәр эше менән танышырға саҡырғас, бер ниндәй икеләнеүһеҙ риза булдыҡ.
Иң мөһиме — теләктең көслө булыуы
Ғәҙәттә, батып барыусыны ҡотҡарыу уның үҙенең эше, тиҙәр.
Реабилитация үҙәктәре буйлап йөрөгәндә шуға аныҡ миҫал менән осраштыҡ.
Бер нисә йыл элек республикала наркотик матдәләргә бәйлелек тыуған кешеләрҙе иҫкәртеү һәм реабилитациялау менән шөғөлләнеүсе йәмәғәт ойошмалары ассоциацияһы булдырылғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 790 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыҙылъярҙа Чапай рухы йәшәйГраждандар һуғышының легендар геройы Василий Иванович Чапаевтың батырлығын һүрәтләгән кинофильмдарҙа бер нисә быуын малайҙары тәрбиәләнде. Уйнағанда Чапаев булыр өсөн күптәр танау ҡанатҡансы һуғышыр ине…
25-се уҡсылар дивизияһы командиры Василий Иванович Чапаев Башҡортостан биләмәләрен аҡтарҙан азат итеү өсөн үҙен аямаған. 1919 йылдың июнендә Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылында бер нисә көнгә күсмә ялан штабы урынлаштырыла. Был йорт ауыл халҡының аҡсаһына, священник Бельских ғаиләһе өсөн 1880 йылда төҙөттөрөлгән. Өс ишекле өй заманында бында иң ҙуры тип һаналған. Шуға күрә аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа уны штаб итеп файҙаланған. Революциянан һуң ул мәктәп, элемтә бүлексәһе, китапхана ла була.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1050 тапҡыр // Тотош уҡырға
Талант һәм фиҙаҡәрлекУндай артистар тураһында яҙыу — ҙур яуаплылыҡ, сөнки ижады хаҡында һөйләгәндә тотош бер дәүер телгә алына, башҡорт театры тураһында фекер туплана, шәхес булараҡ ижад донъяһы барлана... Һирәк осрай торған талант һәм фиҙаҡәрлек өлгөһө ул Башҡортостандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илшат Йомағоловтың милли сәнғәтебеҙҙәге ҡаһарманлығы. Театр тураһында уйланһаң, бик һирәктәр үҙенең ижад юлын тап уның кеүек талантына йөкмәтелгән бурысты лайыҡлы атҡарып, һәр миҙгелен эҙләнеү, камиллыҡ юлында үткәреүен ап-асыҡ аңлайһың. Бигерәк тә бөгөн Илшат ағай кеүек маҡсатына тоғро ҡалып, яратҡан эшенә ғүмеренең һуңғы һулышына тиклем тоғро хеҙмәт итеүселәр кәмеүен тояһың.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1627 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә республикаға Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин килеп ҡайтты. Ул тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре тәү сиратта хәл итәһе мәсьәләләргә арналған ултырыш үткәрҙе. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡылынған законһыҙ ғәмәлдәр тураһындағы ғаризаларҙы ентекле тикшерергә бойорҙо, һуңынан халыҡты ҡабул итте.
Мөрәжәғәттәр нигеҙендә ике енәйәт эше асылған. Уларҙың береһе үҙ-үҙенә ҡул һалыусы кешегә ҡағылһа, икенсеһе сифатһыҙ медицина хеҙмәтләндереүенә ҡайтып ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 772 тапҡыр // Тотош уҡырға
На период весенних сельскохозяйственных работ в компании ОАО “Газпром Нефтехим Салават” создана круглосуточная горячая линия “Посевная-2012”.
Любые вопросы об отгрузке минеральных удобрений можно задать по телефону 8 (3476) 39-11-55 (круглосуточно) или отправить на
e-mail:posevnaya@snos.ru.
Ком: 0 // Уҡынылар: 745 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәфит Зәйнишев ҡәрҙәш (“Эш һөйөргә өйрәтте”, “Башҡортостан”, № 44, 2012 йыл) совет иленең ыңғай яҡтарын иҫкә ала, СССР тарҡалыуында әлеге лә баяғы Аллен Даллесты һәм Борис Ельцинды ғәйепләй. Был бер яҡлы һәм үтә ябай ҡараш хаҡында һүҙ ҡуйыртып тормайым.
Совет заманының кире яҡтарын да һанап сығырға уйламайым. Шуны әйтмәксемен: тоталитар система тарафынан халыҡҡа һеңдерелгән ҡоллоҡ рухы һаман да йәшәй әле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 880 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 11 апрелдә “Башҡортостан” гәзите редакцияһында баҫмабыҙ менән даими хеҙмәттәшлек иткән юрист, “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары Таһир Мансуров ҡатнашлығында “тура бәйләнеш” ойоштороласаҡ.
Юрисҡа һорауҙы хат менән 272-35-20 телефоны аша йәки һорау@mail.ru электрон адресына алдан ебәрергә мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 739 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әле республиканың педагогик йәмғиәте өсөн ҡыҙыу осор — башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса иң көслөләр асыҡланыуға “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2012” конкурсы “старт алды”.
Егерме икенсе тапҡыр үткәрелгән мәртәбәле бәйге, республика мәғариф министры урынбаҫары Артур Суринды иҫкә алып, бер минутҡа тын ҡалыуҙан башланды.
Конкурста 59 уҡытыусы һынау тота. Уларҙың араһында алты көслө зат вәкиле бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 997 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл 1 мартҡа республиканың 26 ойошмаһында эш хаҡы буйынса бурыс күләме 74,3 миллион һум тәшкил иткән. Шуларҙың 48,1 миллион һумы, йәғни бурыстың 60 проценттан ашыуы, бөлгөнлөк һәм ябыу ғәмәлдәре ҡулланылған 15 предприятиеға тура килә.
Эш хаҡы буйынса бурысты түләү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара координация советы ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов хәбәр итеүенсә, былтыр советта бурыслы 37 ойошма етәкселәренең сығышы тыңланған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 874 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына