9 АПРЕЛЯ
ПОНЕДЕЛЬНИК
ПЕРВЫЙ КАНАЛ

05.00 “Доброе утро”
09.00 Новости
09.05 “Контрольная закупка”
09.40 “Женский журнал”
09.50 “Жить здорово!”
10.55 “Модный приговор”
12.00 Новости
12.20 “Банды”. Драма
Ком: 0 // Уҡынылар: 1148 тапҡыр // Тотош уҡырға
Чемпион ағасы бармы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 976 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үткәндәргә алып ҡайттыГәзитебеҙҙең 95 йыллығы уңайынан юбилей саралары башланды тиһәк тә була. Кисә ошо уңайҙан редакциябыҙҙа үҙенсәлекле фотокүргәҙмә асылды. Ошоғаса ойошторола килгәндәренән айырмалы, был юлы күргәҙмәнең сәбәпселәре лә, геройҙары ла үҙебеҙ булдыҡ.
"Башҡортостан" гәзитенә — 95" тип атала күргәҙмә. Үҙенсәлекле фотолар теҙмәһе коллективтың бар булмышын сығылдыра. Айырыуса тарихи фотоларға ҙур урын бирелгән. Редакциябыҙҙа оҙаҡ йылдар эшләп киткән ағай-апайҙарҙың йәш саҡтары, хөрмәтле ветерандарыбыҙҙың коллектив фотолары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Айырыуса легендар фотохәбәрсе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Анатолий Виноградовтың ижади эштәрен олоһо ла, кесеһе лә кинәнеп ҡараны. Шунан нисек үткәндәргә ҡайтып булмай тип әйтәһең инде? Фотоһүрәттәр хәтирәләрҙе яңыртты, йәшлеккә алып ҡайтты, тағы бер тапҡыр ветерандарыбыҙ менән (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе арабыҙҙа юҡ инде) "осраштырҙы", күңелле эш мәлдәрен иҫкә төшөрттө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1125 тапҡыр // Тотош уҡырға
Байҡыбашта бар ике йортИфрат матур көн. Аяҙ зәңгәр күктә ҡояш йылмая. Тышта йылы, рәхәт. Күптәнге ниәтемде тормошҡа ашырыу өсөн бынан да ҡулай көн булмаҫ, тип юлға йыйына башланым. Теләгем — районыбыҙҙың төпкөл ауылдарының береһен күреү.
Машина елдәй елә. Аҡ шәлдәрен ябынған төҙ шыршылар, зифа ҡайындар оҙата бара. Килә торғас, таҙартылған киң юл тар һуҡмаҡҡа ҡалды. Ярылып ятҡан сана эҙенә ҡарап ҡына ҡайҙалыр урман эсендә тормош барҙыр тип тоҫмалларға мөмкин.
— Ана, һинең “мерседес”ың килә, — тип шаяртты шофер ағай, урман эсенән ат күренгәс.
Рәхмәт яуғыры, хужа ҡаршы алырға килгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 931 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхет эҙләп ситкә китмәгән– Атай-әсәйем ғүмер буйы колхозда эшләне, мин дә мәктәптән һуң ҡайҙалыр бәхет эҙләп ситкә китмәнем, – ти Миәкә районының Крупская исемендәге ауыл хужалығы кооперативының алдынғы һауынсыһы Людмила Микишкина. – Бына 35 йылға яҡын туған хужалығымда намыҫлы хеҙмәт итәм. Шөкөр, беҙҙә эшләгән кешене хөрмәт итә беләләр.
Йәмғиәттең Һуҡкүл һөтсөлөк фермаһы алдынғылар рәтендә, йыллыҡ күрһәткестәре лә яҡшы ғына. Бында мал һанын арттырыу, тоҡомсолоҡто яңыртыу буйынса ла ҙур эш алып барыла.
– Аҙыҡҡа ҡытлыҡ юҡ. Төрләндереп биргәс, һөт мул, – ти Людмила. – Бергә эшләгән әхирәттәрем Нина Федотова, Мария Азанова һәм Люция Тихонова ла юғары күрһәткестәргә эйә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 877 тапҡыр // Тотош уҡырға
Маһирлыҡҡа ни етә!“Ул — һәйбәт уҡытыусы, теманы төплө итеп аңлата. Алсаҡ, мөләйем кеше. Матур, килешле итеп кейенә. Дәрестәре ҡыҙыҡлы үтә”, — ти Гүзәлиә Миңнулла ҡыҙы тураһында һигеҙенселәр.
Гүзәлиә Миңнулла ҡыҙы Дуланова баш ҡалабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында физиканан белем бирә. Тәжрибәле, абруйлы уҡытыусы Яңы йылды матур уңыштар менән ҡаршыланы. Әйҙәгеҙ, хеҙмәт емештәренә күҙ һалайыҡ әле. Юғары категориялы мөғәллимә быйыл тәүгә “Йыл уҡытыусыһы” республика бәйгеһендә ҡатнашырға йөрьәт итә һәм баш ҡаланың Киров районы мәктәптәре уҡытыусылары араһында икенсе урынды ала. Гүзәлиә Миңнулла ҡыҙы “Дәрестәрҙә информацион технологиялар ҡулланыу” номинацияһында уңышҡа өлгәшә.
Әлбиттә, еңеү бер көндә генә яуланмай.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1146 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тормошо гөл-сәскәлә– Башҡарған эштәрең, уйлаған уйҙарың ҡартайғас туранан-тура йөҙөңдә, сәләмәтлегеңдә сағыла икән, тигән һығымта яһарға мәжбүр итте тормош тәжрибәм. Шуға күрә зарланып йәшәүгә ҡарағанда, донъяны йәмлерәк итергә ынтылыу, ҡарашыңды матурлыҡҡа йүнәлтеү хәйерлерәк, – ти 1-се республика психиатрия дауаханаһының шәфҡәт туташы Рәзидә Баһауетдинова.
Үҙе лә ошо һүҙҙәрен раҫлап йәшәй. Тормош ҡәҙерен белгәнгә күрә эштәре уң уның. Мәҫәлән, кемебеҙ Рәзидә Хәниф ҡыҙы кеүек ҡырҡ йәшендә медицина колледжында белем алырға дәрт итер ине икән?! Еңел булмаған эшендә алсаҡ ҡатынды коллегалары ла, пациенттар ҙа хөрмәт итә. “Күңеле йомшаҡтың ҡулы ла йомшаҡ”, – тип маҡтап бөтә алмайҙар, ул наҙлап үҫтергән матур гөлдәргә ҡарап ҡыуаналар.
Өйөндә иһә уңған ханым ожмах баҡсаһы үҫтергән, тиерһең!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1160 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ут өләште шағирБашҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында үткән ижад кисәһенә килгәс, 90-сы йылдар иҫкә килеп төштө. Ул саҡта ла шиғриәт байрамдарына халыҡ эркелеп йөрөй торғайны. Әлеге кисәлә лә олоғара залдың шығырым тулы булыуын күреп һөйөндөм. Бәлки, кешеләр ысын шиғриәткә, шағир һүҙенә сарсағандыр!?
Оҙата сығып, йылы тупһаларҙа
Әйтте миңә күпме кешеләр:
— Ниңә улай бигерәк ашығаһың,
Ут алырға килгән күршеләй?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1089 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңғыраны “Урал ауазы”“Ай, Уралым, Уралым,
Күгәреп ятҡан Уралым!
Нурға сумған түбәһе,
Күккә ашҡан Уралым!” —
тип йырлап ебәрҙе сит илдән килгән ҡунаҡ. Үәт, халыҡ ҡул сапты! Төркиәнең милли музыка ҡоралдары ансамбле етәксеһе Ирфан Гюрдалдың был сығышы күптәрҙең күңеленә хуш килде. Ҡалмыҡстандың Милли оркестры ла, башҡорт композиторы Нур Дауытовтың әҫәрен башҡарып, тамашасыларҙы һөйөндөрҙө.
Өфөлә үткән оркестрҙар һәм музыка ҡоралдары ансамблдәренең “Урал ауазы” I халыҡ-ара конкурс-фестивале ошондай күркәм сығыштарға бай булды. Оло сара тәүгегә ойошторолоуға ҡарамаҫтан, өс тиҫтәнән ашыу ижади коллективты йыйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1287 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хоҡуҡтарығыҙҙан файҙаланығыҙКүп балалы ғаиләләргә торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙә льгота ҡаралған. Ай һайын түләнеүсе компенсацияға түбәндәге ишле ғаиләләрҙең хоҡуғы бар:
— ауылда йәшәгән дүрт һәм унан да күберәк балаһы булған;
— ҡалала йәшәгән өс һәм унан да күберәк балалы аҙ тәьмин ителгән;
— ауылда йәшәгән, аҙ тәьмин ителгән һәм бәлиғ булмаған өс бала тәрбиәләүселәр.
Компенсация юллау өсөн ошо документтарҙың булыуы кәрәк:
а) шәхесте раҫлағаны;
б) ғаилә хәле тураһында белешмә;
в) балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлығы;
Ком: 0 // Уҡынылар: 943 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына