Улар республика өсөн тырышаБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ Анатолий Копсов менән Тәлғәт Хурамшинға республиканың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Президент Указына ярашлы, “ГазЭнергоСтрой Газ турбиналары технологиялары” корпорацияһының газ турбиналары технологиялары йүнәлеше етәксеһе Анатолий Копсовҡа — “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн” ордены, ә “Башҡорттарҙың яҡташлығы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Тәлғәт Хурамшинға Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырылды.
Бүләкләү тантанаһы барышында Рөстәм Зәки улы уларҙың икеһе тураһында ла тик йылы һүҙҙәр әйтте.
— Мин заманында Анатолий Яковлевич етәкселегендә Хөкүмәттә эшләп алғайным. Ул үҙ ваҡытында мине министр итеп тәҡдим иткәйне, бергә эшләнек. Был бик ҡыҙыҡлы, яҡшы пландар тормошҡа ашҡан осор ине. Һеҙҙе остазым итеп күрәм, — тине Рөстәм Хәмитов. —Тәлғәт Хурамшин да — ҙур хөрмәт ҡаҙанған кеше. Тәлғәт Закир улының китабы бар, уны йыш ҡына ҡарап сығам. Китапта Башҡортостандың нефть эшкәртеү тарихы сағылдырылған. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ — нефть эшкәртеүҙе үҫтереүгә ижади ҡараш өлгөһө!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1167 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәрт-дарманды йылдар һүрелтмәйАуылыма ҡайтҡан һайын үҙәк урамдан, ул да Өфөләге кеүек Ленин исемендә, бала саҡ, йәшлек йылдарын, олатай-өләсәй, атай-әсәй, ағай-апайҙарҙың таныш, алсаҡ йөҙөн хәтерләп үтәм. Һәр замандың ел-дауылы ҡағылған Абҙағымдың урамы ҡарт кешеләй кесерәйеп ҡалғандай.
Ауыл уртаһындағы ҡарағастан буралған мәсет кенә — быуаттан ашыу ваҡыт арауығының тере, телһеҙ шаһиты. Уның манараһынан ҡараш ташлағанда, Ҡолсоғаҙы йылғаһы аръяғында, Ҡаҫмаҡты йылғаһы яры буйлап, Түңәрәк ҡарағай тирәһендә үҫеп сыҡҡан урамдар халыҡтың, йәштәрҙең бында ергә берегеп иркен йәшәүен күрһәтә, таштан һалынған ике ҡатлы заманса урта мәктәптә 300-гә яҡын уҡыусының белем алыуын хәтерләгәндә, ауылдың өмөтлө киләсәген шәйләргә була.
— Бәй, улым, һин түгелме? Ҡасан ҡайттың? Килен менәнме?.. — тигән һорауҙар, йылдар сылбырында аҙашып йөрөгән уйҙарымдан арындырып, ысынбарлыҡҡа алып ҡайтты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 988 тапҡыр // Тотош уҡырға
Барыһы ла — кеше хаҡынаБашҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим ҠӘЙҮМОВтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы йыллыҡ доклады
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға тәҡдим ителгән йыллыҡ доклад “Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында”ғы Закондың 20-се статьяһына ярашлы әҙерләнде. Докладта граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлауҙың ижтимағи әһәмиәткә эйә булған төп проблемалары сағылдырылды.
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 11-се статьяһы республиканы кешенең лайыҡлы тормошон һәм ирекле үҫешен тәьмин итеүсе шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән социаль дәүләт булараҡ билдәләй.
Граждандарҙың Конституцияла нығытылған хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын тормошҡа ашырыу өсөн республиканың власть органдары тарафынан тейешле шарттар тыуҙырылған, ошо хоҡуҡтарҙы ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек биргән механизмдар һәм алымдар булдырылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1360 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыйыуҙар сыға майҙанғаТуймазы районында ҡышҡы спорт төрҙәренә, балаларҙың сәләмәтлеген нығытыуға, мәктәптәрҙә физик тәрбиә биреүгә ҙур әһәмиәт бүленә.
— Беҙ 2008 — 2012 йылдарға хоккейҙы үҫтереү буйынса программа ҡабул иткәйнек, — ти йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе Ринат Зарипов. — Инвесторҙарҙы ла йәлеп итергә тырышабыҙ. Ни тиһәң дә, спорттың был төрө ярайһы ғына сығым талап итә. Быйыл районда 16 хоккей ҡабы йыһазландырылды. Был эштән ауыл мәктәптәре лә ситтә ҡалманы — Илсембәттә, Иҫке Туймазыла, Татар-Олҡанда, Түбән Троицкиҙа, Туҡтағолда үҙҙәренең һырғалаҡтары бар. Ә ҡалала бер нисә хоккей майҙаны йәш уйынсылар ҡарамағына бирелгән. Быйыл халыҡ йәшәгән урында физкультура һәм һауыҡтырыу эшен йәйелдереү, балалар һәм үҫмерҙәрҙе хоккей уйнауға йәлеп итеү маҡсатында “Ихата чемпиондары лига”һын ойошторҙоҡ. Яңы йылдың тәүге айында йәш уйынсыларҙың “Алтын шайба” турнирын үткәрҙек. Унда 13 команда ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 979 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙе нефтсе, үҙе көслө, үҙе уңған атайИшембай батыры Рөстәм Һатыбалов пауэрлифтинг буйынса Рәсәй кубогын яуланы.
— Мин бала саҡтан спортты яраттым. Футбол, волейбол уйнап үҫтем. Кинофильмдағы боевиктар кеүек булырға хыялланып, бокс, кикбоксинг, каратэ кеүек һуғыш төрҙәренә лә ваҡыт табып, малайҙар менән үҙ-ара шөғөлләнә торғайныҡ, — ти Рөстәм. — Ул ваҡытта бигерәк тә ошо спорт төрҙәре популяр ине. Һәр беребеҙ билдәле киногеройҙар Брюс Ли, Ван Дам, Чак Норрис булырға хыялланды. IX класты тамамлағас, һөнәрселек училищеһына уҡырға индем. Нефтсе булырға. Бында килгәс, уҡыуҙан һуң спорт залынан ҡайта белмәнем. Төрлөһө менән шөғөлләндем, шулай тегеләй-былай һуғыла торғас, берәүһен һайланым. Күнекмәләр залы икенсе өйөмә әйләнде.
Һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәй ныҡышмал егетте. Әрме сафына алыныу менән Һамар ҡалаһының пауэрлифтинг буйынса асыҡ беренселегендә ҡатнаша һәм тәүге ҙур уңышҡа өлгәшә. Үҙенән күпкә тәжрибәле спортсылар араһында өсөнсө урынды яулай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 959 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр аҙым ышанысты арттыраМотоспорт һөйөүселәр араһында уны белмәгән кеше бармы икән? Хатта сит ил боҙҙарында ла был егетте күреү менән, ауыр һулап, барыбер ул еңә инде, тип уфтана дәғүәселәре. Кем, тиһегеҙме? Әлбиттә, мотоспорт легендаһына әүерелгән, яңыраҡ һигеҙенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаған Николай Красников.
— Николай, бер ваҡыт һин, минең барлыҡ уңышымда ғаиләмдең, атай-әсәйемдең өлөшө ҙур, тигәйнең.
— Дөрөҫ. Хатта тәүге мотоциклды ла атайым машинабыҙҙы һатып алып бирҙе. Тормошомда өмөтһөҙлөккә бирелгән ҡатмарлы ваҡыттар булманы түгел. Шул саҡта янымда атайым тормаһа, кем белә, бәлки, ярты юлда ла тороп ҡалыр инем. Ул мине күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә өйрәтте, артабан да көрәшкә сығыу өсөн дәртләндерә торғайны. Бөгөн мин үҙем дә атайыма оҡшарға теләйем.
— Һиңә күп ерҙәрҙә булырға тура килә. Үҙҙәрендә ҡалырға өгөтләүселәр булдымы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 854 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төмән ҡалаһы эргәһендә һәләкәткә осраған самолет фажиғәһе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Был аяныслы хәл тураһында тәүгеләрҙән булып ишеткән Төмән аэропорты хеҙмәткәрҙәре Валерий Александров менән Александр Ануфриевтарҙың батырлығы тураһында бер нисә көн үткәс кенә билдәле булды.
Егеттәр тәҙрәнән самолеттың ҡолағанын һәм шартлағанын күреп ҡала. Километр ярым араға көрт йырып йүгереп килеп, ҡаза күреүселәргә тәүгеләрҙән булып ярҙам күрһәтәләр. Тән йәрәхәттәре алған пассажирҙарҙы хәүефһеҙ урынға сығарып, ҡулдан килгәнсә ҡотҡарыу эштәре менән булалар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынына килгәс, егеттәр йәйәүләп кире аэропортҡа китә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1198 тапҡыр // Тотош уҡырға
Умартасылыҡ серҙәре. 6-сы дәресАта йәки әре ҡорттар
Был ҡорттарҙы һоро йәки әре ҡорттар тип йөрөтәләр. Кәрәҙ күҙәнәктәрендә 24 көндә үҫеп сыға улар. Оҙонлоғо уртаса 15 – 17 мм, ә ауырлығы 200-220 мг самаһы була.
Әре ҡорттар йәйгеһен, ҡорт айырған осорҙа, бер генә эш башҡара — инә ҡорттарҙы аталандыра, умарта эсендә ғаиләлә башҡа бер ниндәй ҙә эш башҡармай. Бал күпләп килһә, эшсе ҡорттар ата ҡорттарға иғтибар итмәй, улар йәй буйы бал ашап тик ята.
Тәбиғәттән бал килеү кәмеһә, эшсе ҡорттар уларҙы умартанан ҡыуа башлай. Бигерәк тә бал һуты йыйыу тамамланһа, эшсе ҡорттар уларҙы аяуһыҙ “туҡмай”, ҡанаттарын өҙгөләп, аяҡтарын ҡырҡып, кәүҙәләрен йәрәхәтләндереп, умартанан сығарып ташлай. Был күренеште йәй аҙағында, көҙ көндәрендә күҙәтергә мөмкин. Ундай әрәмтамаҡтарҙы ҡышҡылыҡҡа ҡалдырыу һис тә кәрәкмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1093 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан” гәзите 16 март һанында һуғыш ветерандарын, уларҙың тол ҡатындарын яҡлаған закондарҙың тигеҙ үтәлмәүен, уларҙан йыш ҡына сос, өҙгөс кешеләр файҙаланыуын, ә йыуаш, өндәшмәҫтәрҙең хоҡуҡтарынан мәхрүм ҡалыуын дәлилләгән мөһим мәсьәләне күтәргәйне.
Хөкүмәтебеҙ һуғыш ветерандары тураһында хәстәрлек күрә, мул пенсия бирә, торлаҡ шарттарын яҡшырта, даими иғтибар һәм ихтирам күрһәтә. Сер түгел: торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, фатир алыу ҡайһы бер ветерандар һәм уларҙың яҡындары өсөн килемле кәсепкә әйләнде. Былтыр, мәҫәлән, Өфөлә уларға бүленгән фатирҙарҙың 80 процентына яҡындары хужа булыуын ишетеп шаҡ ҡаттыҡ. Был хаҡта элекке баш ҡала хакимиәте башлығы П. Качкаев та белдергәйне. Ғәҙелһеҙлек осраҡтары башҡа урындарҙа ла күҙәтелә, айырма тик һандарҙа ғына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 775 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл да пенсия күләме һиҙелерлек артасаҡ, тип ышандырғайнылар. Ысынлап та, 1 февралдән хеҙмәт пенсияһының күләме 7 процентҡа күтәрелеп, хаҡлы ялдағыларҙың янсығы бер ни тиклем һәлмәкләнгәйне. 1 апрелдән пенсия йәнә артасаҡ, тип вәғәҙә иткәйнеләр. Ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан пенсия күләмен индексациялау коэффициенты раҫланды.
Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, индексациялау һөҙөмтәһендә республикала ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме — 9200 һум, хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме — 8850 һум, башҡа пенсияларҙың уртаса күләме 8600 һум тәшкил итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 733 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына