Бәхеттәренә күҙ теймәһенХәҙер иркен, күп ҡатлы йорт һалып инеүселәрҙе ауыл һайын тиерлек осратырға була. Айырыуса йәштәр заманса, бар уңайлыҡтарға эйә торлаҡта йәшәргә тырыша. Тыштан ҡарап туйғыһыҙ, әкиәт илендәге кеүек өйҙө, семәрләп эшләнгән ҡапҡаны, күҙҙең яуын алырлыҡ төҫкә буялған ҡойманы күреп, был йортта алсаҡ, ихлас, эшһөйәр һәм күңелсәк ғаилә йәшәйҙер тигән һығымтаға киләһең һәм күп осраҡта яңылышмайһың. Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәүсе Әлиә һәм Илдус Ғәбитовтар менән танышҡас, быға тағы бер тапҡыр инандым.
Туйҙан һуң йәш ғаилә ата-әсәләре ярҙамы менән район үҙәгенән, киләсәктә урынына яңыһын һалыу ниәтендә, иҫке генә өй һатып ала. Бер нисә йыл йәшәгәндән һуң улар оло эшкә тотона: иҫкеһендә йәшәп, эргәһендә ҙур йорт төҙөй башлайҙар. Тырышҡанға Хоҙай йүнен бирә тигәндәй, Ғәбитовтар "Торлаҡ" федераль маҡсатлы программаһына эләгеп, төҙөлөшкә субсидия ла ала. Икенсе улдары тыуғас, ғаилә, әсәлек капиталын да йүнләп, өйҙө ике ҡатлы итергә тәүәккәлләй.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1328 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әлшәй районы.[/b][/right]Бирнәһенә ҡарап, ҡыҙҙың оҫталығын күҙаллаЕйәнсуралар – шәл бәйләү, әбйәлилдәр кейеҙ баҫыу менән дан тотҡан шикелле, әлшәйҙәр, дәүләкәндәр, ғөмүмән, Дим һәм Өршәк буйында төйәкләнгән башҡорттар балаҫ һуғыу буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Уның дөрөҫлөгөнә Раевка ҡасабаһында уҙған “Быуаттарҙы быуаттарға бәйләп...” республика башҡорт балаҫы фестивалендә инандыҡ.
Балаҫыбыҙ менән донъя кимәленә сыға алырбыҙмы, йәш быуын был шөғөлдө үҙ итәме, уның менән кәсеп итеү мөмкинме? Ул көндә ошо турала бер мин генә уйланмағанмындыр.
...Сара ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итеүен сағылдырыу күренеше менән асылды. Әлбиттә, был осраҡлы түгел. Борон башҡорттар ҡара ергә аяҡ баҫҡас та йәйләүгә ашыҡҡан. Бында халҡыбыҙҙың көнкүрешен тулыһынса тиерлек күҙ алдына килтерергә мөмкин ине. Башҡорт тирмәһендә тормош гөрләй. Урындыҡҡа төрлө балаҫ түшәлгән, шәл бәйләгән ҡыҙҙарҙың ҡулына күҙ эйәрмәй, ә тышта балаҫ һуғалар, бер апай ең һыҙғанып ҡымыҙ бешә, умартасы бал һурҙыра. Ситәнгә күнәк, көршәк, башҡа һауыт-һаба эленгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1107 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мең төрлө аҙап кисереп...1919 йылда Беренсе Армияның политбүлеге эргәһендә сығарыла торған ғәскәри гәзит “Ҡыҙыл Йондоҙ” идараһында эшләй инем. Тиф ауырыуынан һуң отпуск алып Туҡсоранға ҡайтҡас та, Башҡортостан хөкүмәте мине мобилизация менән Стәрлетамаҡ ҡалаһына килтертте. Ул ваҡытта әле Зәки Вәлиди хөкүмәте ине. Мин, ғәскәри кеше булыуым сәбәпле, гәзит идараһына керергә теләһәм дә, ебәрмәнеләр. Бер аҙ ваҡыт Туҡсоранда военкомлыҡ вазифаһын үтәп торорға тура килде.
Ул ваҡытта Харис Йомағолов, Исхаҡ Рәхмәтуллиндар мөхәррирлегендә август айынан башлап “Башҡортостан хәбәрҙәре” сыға башлағайны. Шунан күп ваҡыт та үтмәне, Зариф Мозафари редакторлығында сыҡты.
“Башҡортостан хәбәрҙәре” аҙна-ун көнгә бер күренеп ҡала, ҡайһы ваҡытта айына бер генә тапҡыр сыға. Шуның өҫтәүенә ул “төркөм” ҡорбаны булып йөрөй ине. Унан һуң бер аҙ ваҡыт Исмәғил Йәғәфәров етәкселегендә лә сығып алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1135 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Салауат”тың көйәрмәндәренә – Радуловтан рәхмәт“Cалауат Юлаев” хоккей командаһының плей-офтың тәүге уйындарында уҡ Ҡазандың “Аҡ барыҫ”ына баш һалыуын һәм Гагарин кубогы өсөн көрәштән төшөп ҡалыуын бөгөн бөтәһе лә белә. Шуға ла көйәрмәндәрҙе иң тәүҙә команданың киләсәге, тренерҙар штабындағы, уйынсылар составындағы үҙгәрештәр ҡыҙыҡһындыралыр. Ни тиһәң дә, “Салауат” – Континенталь хоккей лигаһында республикабыҙ исеменән сығыш яһаған берҙән-бер команда.
Иң тәүҙә, әлбиттә, Гагарин кубогына көрәш барышы тураһында һүҙ йөрөтөү яҙыҡ булмаҫ. Көнсығыш конференцияһынан финал уйындарына Силәбенең “Трактор”ын ауырлыҡһыҙ тиерлек үткән Омскиҙың “Авангард”ы сыҡты. Нисек кенә ғәжәп күренмәһен, беҙҙе теҙ сүктергән “Аҡ барыҫ” та киләһе раундта уҡ көрәштән төшөп ҡалды. Шулай уҡ “Барыҫ”ты еңеүгә күп көс сарыф иткән Магнитогорск “Металлург”ы уйынсыларының яҙмышы ла уныҡына оҡшаш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 784 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Өмөт” өмөт уятаТамашасы, ғәҙәттә, үҙенә оҡшаған тамашаны аяҡ баҫып алҡышлай. Йәштәр ундай саҡта һыҙғыра, кемдер “бис!..” йә “афарин!..” тип һөрәнләй. Ауырғазы районындағы “Алтын тирмә” халыҡ театрҙары фестивалендә сығыш яһаған Архангел районының “Өмөт” халыҡ театры коллективы спектакленең аҙағы тап ошондай мөнәсәбәткә лайыҡ булды. Спектаклгә килгән һәр кем, баш эйергә сыҡҡан артистарҙы сәхнәнән ебәрмәй, оҙаҡ ҡул сапты.
“Алтын тирмә” халыҡ театрҙары фестиваленең жюри етәксеһе Тәнзилә Ҡалмырҙинаны беҙ төш мәлендә, спектаклдәр ҡарап сыҡҡандан һуң ғына, осрата алдыҡ.
— Эш күп бөгөн, — тине ул, йылмайып. — Иртәнсәк Ауырғазы районының “Хыял” исемле сыуаш халыҡ театрының “Ҡәйнә” (авторы — Ефим Никитин), ошо райондың татар халыҡ театрының “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?” (авторы — Флорид Бүләков) спектаклдәрен ҡараныҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1094 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ижады күңелгә яҡтылыҡ өҫтәйУның әҙәбиәткә килеүе көтөлмәгәнерәк булды, тиеүселәр ҙә бар. Минең өсөн иһә Лира Яҡшыбаеваның иртәрәк яҙыша башламауы ғәжәберәк, сөнки бынан егерме йыл самаһы элек, уның тәүге хикәйәләре менән танышҡас, ҡәләменең тослоғо, тормоштағы ябай ғына күренештәрҙе лә иҫ киткес образлы, мауыҡтырғыс итеп еткерә белеүе һоҡландырғайны. Уның “Ауыл бисәһе”, “Этле ҡунаҡ”, “Ала ҡаҙ” хикәйәләрен оҙаҡ ҡына онота алмай йөрөүем хәтеремдә. Тап шул осорҙа күренекле прозаик, хикәйә оҫтаһы Рәшит Солтангәрәевтең Лира Әхмәт ҡыҙының хикәйәләренә бик юғары баһа биреүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Уның Сибай яҙыусылар ойошмаһы исеменә яҙған хатында башҡорт әҙәбиәтенә бик талантлы прозаик килә тигән юлдары иҫтә ҡалған. Һуңғараҡ ғалимдар Р. Аҙнағолов, Р. Шәкүр, Ғ. Бүләкова һәм башҡалар бик матур һүҙҙәр әйтте, Башҡортостан китап нәшриәтендә һәм үҙнәшер менән сыҡҡан китаптарын халыҡ ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый башланы — яҙыусы өсөн ошонан да ҙурыраҡ баһаның булыуы мөмкинме һуң?!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1467 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төньяҡ Кореяла Ким Ир Сендың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр. Ошо айҡанлы тоталитар режимлы дәүләткә сит ил журналистары саҡырылған.
Уларға Ерҙең "Кванменсон-3" исемле яһалма юлдашын күрһәткәндәр. Чхольсан өйәҙендәге космодромда урынлашҡан аппаратты тиҙҙән Йыһанға оҙатмаҡсылар, ул метеорологик элемтә ғәмәлдәрен башҡарасаҡ. Шулай уҡ юлдаш аша илдең ике Бөйөк Юлбашсыһы Ким Ир Сен менән Ким Чен Ир тураһында йырҙар башҡарыласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 926 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәлки, яҡын киләсәктә иҫерек килеш рулгә ултырған водителдәрҙе ғүмерлеккә автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итә, ә транспорт сараларын конфискациялай башларҙар. Ошондай закон проектын Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы ҡарауына тәҡдим итмәкселәр.
Эш шунда: ҡанундар ҡатыраҡ була барһа ла, уларҙы һанға һуҡмаусылар кәмемәй. Рәсәйҙә 40, 50, 60 йылға тиклем автомобилгә идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән кешеләр бар. Ә Кемерово ҡалаһындағы бер егеттең "хоҡуҡһыҙлыҡ стажы" 86 йылға еткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 968 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ишембай ҡалаһында 20 йәшлек егет әсәһенә ваҡытында эш хаҡын түләмәгән етәксенән үҙенсә үс алмаҡсы булған: затлы автомобиленең тәгәрмәстәрен тишкән, капотына менеп һикергән.
Психиатрҙа иҫәптә тороусы егет әсәһенә, ярҙам итеү урынына, мәшәҡәт кенә өҫтәгән: зыянды тулыһынса ҡапларға тура киләсәк. Әле енәйәт эшен ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1063 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ял көнөндә, Йылайыр районының Солтанморат ауылында янғын сығып, өс кеше һәләк булған.
Ут һүндереүселәр 1930 йылғы пенсионерҙың, 1963 йылғы ирҙең һәм 18 йәшлек ҡыҙҙың мәйетен тапҡан. 80 йәшлек хужабикә төрлө тән йәрәхәте менән дауаханаға оҙатылған. Белгестәр фажиғәнең сәбәптәрен асыҡлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 957 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына