“Алтын йөҙ” тәҡдим итә“Тәмәкеһеҙ республика”, “Стартҡа хоҡуҡ — хәрәкәттә”, “Башҡортостан Республикаһының халыҡ Хөкүмәте”, “Ауыл кешеләре өсөн медицина-диагностика үҙәге”, “Һәүәҫкәрҙәр хоккей лигаһы” — быларҙың барыһы ла Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең өсөнсө сығарылышы уҡыусыларының киләсәктә республикала тормошҡа ашырырға тәҡдим иткән проекттары. Уларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙе тыңланы.
Проекттар буйынса фекер алышыу республика Президентының Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең сығарылыш уҡыусылары менән осрашыуы ваҡытында булды. Әлеге мәктәп Башҡортостанда эш башлағаны бирле, өс сығарылыш булып, уны йөҙ кеше тамамланы. Уларҙы үҙ-ара “алтын йөҙ” тип тә йөрөтәләр икән. Республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай залында үткән осрашыуҙа мәктәпте тамамлаусылар менән Рөстәм Хәмитовтан тыш
Ком: 1 // Уҡынылар: 725 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шарттар бөтәһе өсөн дә тигеҙБашҡортостан татарҙары төбәк милли-мәҙәни автономияһының III конференцияһында ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған байтаҡ мәсьәләне көн үҙәгенә сығарҙы. Улар республика етәкселеге һәм йәмәғәтселек тарафынан аңлау һәм яҡлау табыуға өмөт итә.
Өфөнөң "Нур" татар дәүләт театры бинаһында ойошторолған ҙур сарала Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан 300-ҙән ашыу делегат, власть органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дин әһелдәре ҡатнашты. Уларҙы сәләмләп, Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов республика етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың тәбрикләү хатын уҡып ишеттерҙе.
“Башҡортостан — Рәсәйҙә иң күп милләтле төбәктәрҙең береһе, — тиелә ҡотлауҙа.
Ком: 1 // Уҡынылар: 842 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәйҙәр ВӘЛИЕВ: “Беҙ асыҡлыҡ яҡлы”Кисә редакциялағы иртәнге кәңәшмә ҡыҙыҡлы осрашыу менән башланып китте. Беҙгә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев килде. Сәбәбе лә беҙҙең өсөн һөйөнөслө ине: ул “Башҡортостан” гәзите редакцияһына Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына депутаттар, ил Президентын һайлау кампанияларын ғәҙел яҡтыртҡан өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Осрашыу форсатынан файҙаланып, ул комиссияның эше, һайлауҙарҙың һөҙөмтәләре һәм алда көтөлгән ваҡиғалар тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе.
— Был вазифала эшләй башлағанымдан бирле өс һайлау үтте, — тине ул. — 2011 йылдың мартында — муниципаль берәмектәргә, декабрҙә Дәүләт Думаһына депутаттар һайланыҡ, ә быйыл мартта Рәсәй Президенты өсөн тауыш бирҙек. Әммә был — башҡарылған эштәрҙең бер өлөшө генә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 787 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғы яҡланасаҡБашҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 51-се ултырышында Рафаил Ғибәҙуллин республикала эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил итеп тәғәйенләнде.
Депутаттар фекеренсә, ул эшҡыуарлыҡ өлкәһен бик яҡшы белә, уға компетентлыҡ һәм профессионаллек хас. Рафаил Вәғит улы — Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Өфө дәүләт нефть техник институтын һәм Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған, социология фәндәре докторы. 2005 йылдан — “Стройинвест” инвестиция компанияһының генераль директоры.
Ҡарар ҡабул ителгәндән һуң ул Эшҡыуарҙар хоҡуғы буйынса вәкил антын ҡабул итте, үҙенә күрһәтелгән ышаныс өсөн Башҡортостан Президентына һәм депутаттарға рәхмәт әйтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1110 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бүләккә – сабатаЭйе, гәзит уҡыусым, һин яңылышманың, Сәлимйән оҫта ата-бабаларыбыҙҙы ҡаты һалҡындарҙан һаҡлаған, йәйен-ҡышын крәҫтиәндең, ярлы-ябағаның аяғынан төшмәгән сабатаны бүләккә, иҫтәлеккә тарата, яҡташ шағирыбыҙ Атнабай әйтмешләй, “сувенир итеп һата”. Ни өсөн, тип ғәжәпләнәһе түгел. Берҙән, йүнселдәр заманы, икенсенән, һанаулы пенсияһына аҙмы-күпме өҫтәмә лә ул. Әммә халыҡ йолаларын, мәҙәниәтен һаҡлауға лайыҡлы өлөш индергән, һикһәнде ҡыуһа ла, тынғылыҡ белмәгән ауыл аҡһаҡалының төп маҡсаты — боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, кәсептәрҙе йәштәргә еткереү.
Күп балалы ябай крәҫтиән ғаиләһендә үҫә, ата-әсәһенән ағас эшенә өйрәнә ул. Колхоз, йорт-ҡура мәшәҡәтенән бушаған арала ғына балта-бысҡыға тотонһа ла, ҡулы килешеп торғанғалыр, боронғо һөнәрҙе тиҙ үҙләштерә.
Ком: 1 // Уҡынылар: 841 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөрйән районы.[/b][/right]Ижадында илаһи мәлИң бөйөк ижад эйәһе Аллаһы Тәғәлә һәр ижадсы күңеленә ҡомар, матурлыҡҡа һоҡланыу тойғоһо, сәм, эске бер һиҙемләү, башҡалар бер төҫтә генә күргәнде мең балҡышта күреү һәләтен һалған.
Шуға күрә ижад кешеләрен халыҡ яратып та, сәйерһенеп тә “бер төрлөрәк” тип баһалай. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Бөйөк ижадсының бер сифатын алғанға ла улар шундайҙыр ҙа.
Баһадир кәүҙәле, йөҙөнән йылмайыу китмәгән, үҙ еренә ныҡлы баҫып, бер ергә лә ҡабаланмағанлығын һәлмәк кенә баҫыуы менән иҫбатлаған “Бөрйән айыуы” — яурынына һәр саҡ юл сумкаһы менән фотоаппаратын аҫып йөрөүсе Флүр Ғазин да — шулар иҫәбендә.
“Шоңҡар”ҙар тап уның үҙенә генә тәғәйен “Флүрография” тигән рубрика булдырып, Флүрҙең күңел донъяһын күп ҡатлам халыҡҡа еткереүгә өлгәшкәйне инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 761 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Башҡортостан" - Баҡалы районындаАлександр АНДРЕЕВ, район хакимиәте башлығы: “Беҙҙә хеҙмәттең тәмен тойоп, тормоштоң йәмен белеп йәшәйҙәр”

Районыбыҙҙа төрлө милләт — башҡорт, татар, урыҫ, сыуаш, мари, мордва, украин, белорус, удмурт — халҡы берҙәм һәм татыу ғаилә булып көн итә. Һуңғы ваҡытта ауылдарҙа ал-ял белмәй тырышҡан, берҙе биш итергә ынтылған кешеләрҙең артыуы айырыуса шатландыра. Шуға ла баҫыуҙарыбыҙҙа иген уңа, хужалыҡтарҙың ихатаһында мал-тыуар ишәйә, төйәгебеҙ күркәмләнә. Шәхси эшҡыуарлыҡҡа тотоноусылар арта, мәҫәлән, кемдер таҡта ярыу ҡоролмаһы һатып ала, икенселәре теплицала йәшелсә үҫтерә. Күптәр ауыл хужалығы техникаһына хужа, ҡура тултырып, мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә. Иң мөһиме — булдыҡлылар, шәхси хужалығында етештергән тауарҙы
һатып, табыш алырға өйрәнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 897 тапҡыр // Тотош уҡырға
Данлы яугир — Ҡаһым түрәДүрт йыл элек Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназия-интернатының бер төркөм уҡыусыһы менән бергә Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылына барып ҡайтырға тура килде. Шунда тыуып үҫһәм дә, яҡын туғандар ауылда ҡалмағанлыҡтан, күптән булғаным юҡ ине. Әлеге интернатты 50-се йылдар аҙағында тамамлаған, ауылда йәшәгән саҡтағы ут күршебеҙ, тарих фәндәре докторы, профессор Рим ағай Йәнғужин йөрөп-юллап ауылда Ҡаһым түрә иҫтәлегенә стела эшләтеүе хаҡында һөйләгәйне. Мине лә интернат уҡыусылары менән ошо стела ҡыҙыҡһындырғайны.
Мәҙәниәт йорто эргәһендә Ҡаһым түрә хаҡында һөйләгән мәғлүмәтте балалар иғтибар менән тыңланы, видеоға ла яҙҙырып алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2417 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Хандар эсемлеге” халыҡтыҡына әүерелерҺуңғы йылдарҙа ауыл хужалығының йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү, ҡымыҙ етештереүҙе арттырыу, ер йөҙөндәге иң сихәтле эсемлектәрҙең береһе — ҡымыҙ менән мөмкин тиклем күберәк халыҡты тәьмин итеү маҡсатында республикала байтаҡ саралар күрелә.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2013 йылға тиклем ҡаралған “Һөт йылҡысылығын үҫтереү, бейә һөтө (ҡымыҙ) етештереүҙе арттырыу” программаһына ярашлы ауыл хужалығы кооперативтары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, рәсми теркәлеп эшмәкәрлек алып барған шәхси хужалар былтырғы күрһәткестәр буйынса һауылған һәр литр ҡымыҙ өсөн 14 һум самаһы дотация алды. Былтырғы йыл өсөн ҡымыҙ етештереүгә республика фондынан 21 миллион, федераль ҡаҙнанан 28,4 миллион һум аҡса бүленде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1353 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөн республиканың 33 районында яҙғы баҫыу эштәре киң ҡолас менән бара. Әле 26 мең гектар майҙанда эш теүәлләнгән, 24 мең гектарҙа яҙғы һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сәселгән. Саҡмағош районы аграрийҙарының тырыш хеҙмәте күптәргә өлгө.
Бишбүләк, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш һәм Федоровка райондары эшсәндәре лә һабанда һынатмай. Быйыл иһә Башҡортостан буйынса барлығы 2 миллион 152 мең гектар майҙанда яҙғы баҫыу эштәре башҡарыласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 992 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына