Сканворд
Ком: 0 // Уҡынылар: 958 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өмөт менән һалына һәр бөртөкЙәнә ергә яҙ килде, тирә-йүнгә йән инде, йәм өҫтәлде. Игенсе өсөн ерҙең ҡарҙан әрселеүе, ҡышҡы йоҡоһонан уянған ҡара ергә аяҡ баҫыу — шатлыҡлы ла, борсолоулы ла уйҙар тыуҙырған, мәшәҡәт арттырған мәл, оҙон ҡыш буйына әҙерләнгән иң яуаплы һәм һынау осоро ул.
Благовар районы баҫыуҙарын байҡағанда шуға инанылды.
Беҙ барғанда Ҡармасан йылғаһы буйындағы тау битләүендәге майҙанда эштең ҡыҙған сағы ине. Һурыҡҡан ошо урынды һайлап, бойҙай сәсергә төшкәйне “Благовар” тоҡомсолоҡ заводы” дәүләт унитар предприятиеһы механизаторҙары.
Яҙғыһын баҫыуҙы әллә күпме техника иңләүен, һөрөлгән, бураҙна ярылған ҡара ерҙе күрергә ғәҙәтләнгәнбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1176 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сығымдарҙы һөт менән ҡымыҙ ҡаплайАлты йыл элек төҙөлгән “ЛучАгро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте өсөн ҡыҙыу мәл етте — 2,5 мең гектар сәсеүлекте эшкәртеү һәм орлоҡ һалыу бурысы тора.
— Культивация эшенә Ибраһим Мәжитов менән бергә төшкәйнек. Кисә үҙебеҙгә йөкмәтелгән бурысты тамамланыҡ. Әле һоло сәсә башланыҡ, — тип ашығыуын белдерҙе йәш механизаторҙарҙың береһе.
Ә бына тырма таҡҡан тракторҙарҙы йөрөтөүсе Рөстәм Төхвәтуллин менән Хөрмәт Ҡунаҡҡужинды һис туҡтатырмын тимә — үҙ эшенә мөкиббән бирелгәндәр. Хужалыҡтың ҡалған механизаторҙары бүтән эш менән мәшғүл.
Ғөмүмән, яҙғы баҫыу эштәре хаҡында был бәләкәй хужалыҡта алдан хәстәрлек күргәндәр. Ҡырҡ тонна һоло, шул тиклем үк арпа орлоғо әҙерләнгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 926 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәрмәкәйҙә сәфәрҙәРайон хакимиәте башлығы Ғафуан ШӘЙХЕТДИНОВ: "Халыҡ көсө таш яра"
Йәрмәкәй районына һыу ҡайтҡан саҡта аяҡ баҫтыҡ. Бер болғанмай һыу ҙа тонмай, тиҙәр. Диңгеҙҙәй йәйрәп ятҡан һәм ажғырып аҡҡан йылғалар тынысланған. Әйтерһең дә, көслө ташҡын булмаған. Ә ентекләберәк ҡараһаң, ер өҫтөн нимәнеңдер һыпырып үткәнен шәйләргә мөмкин. Тотош ауыл йәки район үҙәгенең бер өлөшөнөң һыу аҫтында ҡалыуын күҙ алдына килтерерлек тә түгел хатта. Ғәҙәттә, дауылдан һуң был урын ҡыйралышты хәтерләтә. Ә беҙ шуның нәҡ киреһен күрҙек. Халыҡ ихатаһын, эргә-тирәһен таҙартырға сыҡҡан, олоһо ла, кесеһе лә экологик өмәгә әүҙем ҡушылған. Ул көндө кемдер нигеҙен нығыта, өйөн елләтә ине, икенселәр ҡолаған ҡоймаһын йүнәтә, ҡыҫҡаһы, эш етерлек. Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Ғафуан ШӘЙХЕТДИНОВ менән әңгәмәләшкәндә уның үҙен тыныс тотоуына иғтибар иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 991 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ белмәгән Америка— Американан килгән анау ханым уҡытыусылар менән рәхәтләнеп башҡортса һөйләшә, — тине эргәлә ултырған арҙаҡлы башҡорт ағайҙарыбыҙҙың береһе Фәнис Исхаҡов, Башҡорт дәүләт драма театрына Рәми Ғариповҡа арналған тамашаны ҡарарға килгәндә.
Мин, журналист булараҡ, түҙмәй, танышырға ашыҡтым.
— Линдси, — тип ул үҙенең исемен әйтте һәм, — башҡортса Ләйсән була, — тип тә өҫтәне. (Линдси һүҙенең мәғәнәһе сафландырыусы тигәнгә тап килә икән. Ләйсән дә — яҙҙың иң тәүге ҡояшлы ямғыры. Ул да тирә-яғыбыҙҙы сафландыра, таҙарта бит).
Америка-Башҡорт интерколледжында эшләп йөрөүсе Линдси Пигей менән яҡындан танышырға теләгемде белдерҙем. Телефондар менән алмашыуға “Февраль. Буран...” тамашаһы башланып та китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1862 тапҡыр // Тотош уҡырға
Талпандың ҡорбанын һағалар мәлеЙыл һайын яҙлы-көҙлө халыҡҡа талпан энцефалитына бәйле хәл тураһында мәғлүмәт һәм табиптарҙың иҫкәртеүен еткерәбеҙ. Бәләкәй генә бөжәккә ҡарата иғтибарҙың кәмемәүе юҡҡа түгел — ул килтергән бәлә ифрат ҙур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлем осраҡтары ла була.
Ошо көндәрҙә уҙған матбуғат конференцияһында бер төркөм белгес йәнә талпандарҙың әүҙемләшеүенә бәйле төбәгебеҙҙә йәшәүселәрҙе иҫкәртеүҙе үтенде. Былтыр бөжәк 17 мең кешегә ҡаҙалған, уларҙың 30 проценты — балалар, ә энцефалиттан зыян күреүҙең 48 осрағы теркәлгән. Элегерәк инфекция йөрөтөүсе талпандар 39 районда күҙәтелһә, хәҙер 42-һендә осрай. Күрше өлкә һәм республикалар менән сағыштырғанда, беҙҙә хәл имен иҫәпләнә, ти табиптар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 864 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡорото ла ҡорото!Хәйбулла тарафтарында боронғо аш-һыу әҙерләү оҫталары хаҡында һүҙ ҡуҙғатып, “Хәлимә инәйҙең ҡоротона тиңләшеүсе табылмаҫ!” тигән яуапты ишеткәс тә, уның менән танышырға Мәмбәт ауылына юлландыҡ.
Оҙаҡ йылдар сауҙа өлкәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Хәлимә Ҡәйепова күркәм йортта йәшәй. Күптән түгел вафат булған ҡарты Ғилметдин олатайҙы юҡһынһа ла, бошоноп ултырырға яратмай. Күңеле тулып китһә, ҡул эштәрен ала йә яратҡан аш-һыуын хәстәрләргә тотона. Ҡорот тигәндән, ни өсөн тап Хәлимә инәйҙең ҡоротон яратып ҡабул итә һуң хәйбуллалар? Ай-һай, берәй сере барҙыр. Юҡҡа ғына баҙарға килеүселәр, уны эҙләп табып, заказ бирергә тырышмаҫ ине. Килеүемдең сәбәбен аңлатҡас, Хәлимә Усман ҡыҙы һәр эште күңел һалып башҡарырға кәрәклеген төшөндөрҙө, бигерәк тә һөт ризыҡтарын әҙерләүҙә иғтибарлы булыу талап ителгәнен аңлатты.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1163 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәйләмдәрҙә — йәйғор төҫөКейеҙ баҫыу, милли нағыштар менән йортто биҙәү — халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәренең береһе. Йылдар үткән һайын уны үҙ итеүселәр һирәгәйә барыуға ҡарамаҫтан, күп ауылдарҙа әле лә ҡул эштәре менән шөғөлләнеүсе инәйҙәребеҙ байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе – Хәйбулла районының Сәғит ауылында йәшәүсе Тәнзилә Шакирова.
Тәнзилә Дүртөйлө районында тыуып үҫкән. Хәйбулла тарафтарына яҙмыш ҡушыуы буйынса, дөрөҫөрәге, береһенән-береһе бәләкәй дүрт улын алып, иренән ҡасып китергә тура килә уға. Яңғыҙ ҡатын Мәмбәт ауылында төпләнә, улдарын бер үҙе үҫтерә. Күңелен баҫыу өсөнмө, әллә ҡышҡы оҙон төндәрҙе тиҙерәк үткәреү теләгенәнме, ҡулына бәйләм тота.
Ком: 0 // Уҡынылар: 755 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нур эйәһе НурзиәХәтерләйем, 70-се йылдарҙа телевизор беҙҙең ауылда ике-өс йортта ғына була торғайны. Берәй спектакль йә кино була ҡалһа, ауылдың йәше-ҡарты шул телевизорлы йортҡа ағыла. Бигерәк тә Сибай башҡорт дәүләт драма театры ҡуйған спектаклдәрҙе ҡарарға килеүселәр күп була торғайны. Шул тиклем яраттыҡ сибайҙарҙың “уйынын”. Йә рәхәтләнеп көлдөрҙө, йә күҙҙәргә йәш төйөлдөрҙө улар.
Бына шул саҡта уҡ тамашасы һөйөүен яулап өлгөргән, хәҙер инде Башҡортостандың халыҡ артисы Нурзиә Әбдрәшитованы белмәгән, ул тыуҙырған образдарҙы хәтерләмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Мәҫәлән, “Айһылыуҙың айлы кистәре”ндә — Хәнифә, “Ай тотолған төндә”лә — Тәңкәбикә, “Аҡҡош йыры”нда — Әлимә, “Бисәкәй”ҙә — Утлыбикә, “Аҡ ҡалфаҡ”та — Раушания... Иҫегеҙгә төштөмө?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1942 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Сағыл” камиллыҡҡа әйҙәйКиләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйып, уларға өлгәшеүгә, донъяны тағы ла матурыраҡ итеп ҡороуға, балаларына тәрбиә биреүгә көсөн, дәртен һалған Эльвира менән Айвар Миңлеғоловтарға һоҡланмаған кеше юҡтыр. Ғаилә Үрге Йәркәй ауылында йәшәй, икеһе лә район мәҙәниәт йортонда эшләй.
Серле ҡарашлы, һомғол буйлы Эльвира Миңлеғолова — Бишҡурай ауылынан. Уның ата-әсәһе Венера менән Марсель Ғилдановтар өлгөлө ғаилә һанала. Уларҙы эшһөйәр, уңған кешеләр булараҡ хөрмәт итәләр.
— Сәхнә юлын һайлауымда ғаиләбеҙҙең дә йоғонтоһо барҙыр тип уйлайым, сөнки атай-әсәйем халҡыбыҙ сәнғәтенә ғашиҡ кешеләр, элек үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарында сығыш яһай торғайнылар. Мин дә бәләкәйҙән бейергә яраттым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 761 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына