Итальяндарҙан өйрәнәһе барРеспубликала сәнәғәт ойошмалары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Италия эш төркөмөнөң XX ултырышы дауам итә.
Италия һәм Башҡортостан йүнселдәренең үҙ-ара тығыҙ эшмәкәрлеген көйләүҙе маҡсат итеп ҡуйған сарала республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаны. Дөрөҫ, республикала Италия эшҡыуарҙары әлегә күп түгел. Ләкин киләсәктә хеҙмәттәшлекте үҫтереү зарур. Айырыуса химия, нефть эшкәртеү, урман сәнәғәте, мебель етештереү тармағы, шулай уҡ торлаҡ һәм юл төҙөлөшө ике яҡ өсөн дә файҙалы буласаҡ.
– Башҡортостанға инвестиция индереүҙән хәүефләнәһе юҡ.
Инвесторҙар өсөн беҙ уңайлы шарттар булдырабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Ком: 0 // Уҡынылар: 984 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәләүез районы.[/b][/right]Ҡаҙаныштар юғары булһа, байрам да күңеллеХалҡыбыҙҙа элек-электән яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас, һабан байрамы — Һабантуй уҙған. Йоланан ситләшмәй, быйыл да мал ҡышлатыу, сәсеү, баҫыуҙарҙы химик эшкәртеүҙән һуң, бәрәкәтле Мәләүез ерендә ҙур тантана үтте.
Иртүк һабантуй майҙаны йыр-моң, уйын-көлкөгә күмелде. Етеш тормошҡа ишара — аҙыҡ-түлек, сауҙа рәттәре эшләне, күңел асыу программалары башланды, эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиеларының продукцияларынан күргәҙмә теҙелде, төрлө милләт вәкилдәре тирмәләрендә аш-һыу әҙерләнде, самауыр йыр һуҙҙы. Бил бирмәҫ батырҙар ярыш алдынан быуындарын яҙҙы, үрәпсеп ярһыған аттар старт бирелеүен көттө, район-ҡаланың үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә йөрөүселәр репетиция уҙғарҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1292 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иғтибар үҙәгендә — БҮЗДӘК РАЙОНЫЙәштәрҙең йәнәш булыуы кәрәк
Ауыл ерендә табиптар етешмәй. Шул уҡ ваҡытта йәш белгестәрҙең, пенсия йәшендәгеләр менән йәнәш эшләп, бай тәжрибәгә өйрәнеп ҡалыуы зарур. Кадрҙарға бәйле проблемалар тураһында һүҙ алып барғанда Бүздәк үҙәк район дауаханаһының баш табибы Айрат Шәймулла улы Хәзиев үҙҙәрендә ошо мәсьәләгә етди ҡарауҙарын белдерҙе.
— Медицина хеҙмәткәрҙәре араһында пенсия йәшендәгеләрҙең күп булыуы, йәштәрҙең уларҙың урындарын алырға ашыҡмауы — күптәнге проблема. Һис шикһеҙ, быуындар алмашыныуы булырға тейеш. Хәҙер заманса ҡорамалдар менән эш ителә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә яңы проекттар тормошҡа ашырыла һәм юғары технологиялар ҡулланыуға өҫтөнлөк бирелә. Быларҙың барыһы ла эште яңыса ойоштороуҙы талап итә һәм белемле йәш табиптарға ихтыяжды арттыра. Әлбиттә, диплом алыу ғына әҙер белгес булыуҙы аңлатмай, тәжрибә туплау өсөн кәм тигәндә биш йыл эшләргә кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1005 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алтын — ерҙән, ғалим илдән сығаӨфөнөң Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан Башҡорт дәүләт университетының төп бинаһына барып ингәс, уң яҡҡараҡ боролоп бер ни тиклем атлағас, “Беренсе проректор, профессор Ғәлимов Б.С.” тигән ишектәге яҙманы бик күптәр хәтерләйҙер. Мин дә ауылдашымдың хәл-әхүәлен белергә тип тиҫтә йылдар элек йыш ҡына инеп сыға торғайным. Кемдәр генә кермәй уның бүлмәһенә. Шулай булмай, бындағы бөтә уҡыу-уҡытыу барышы, көндәлек ағымдағы эштәр Баязит атҡарған вазифаға килеп тоташа бит. Ә бының ниндәй күләмдә, ваҡыт, башҡарылған хеҙмәт йәһәтенән ниндәй көсөргәнешле булыуын 2004 йылда Баязиттың үҙенән һорашып яҙып алғайным.
“Бөгөн университетта 20 меңдән ашыу студент белем ала, — тине ул. — Барлығы бер меңгә яҡын уҡытыусы эшләй. Шуларҙың 150-һе фән докторы, 460-тан ашыуы фән кандидаты исемен йөрөтә, 680 аспирант бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1095 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡояш алып килделәрКүптәнге йолабыҙ буйынса, 1 июнь алдынан редакциябыҙ хеҙмәткәрҙәренең балалары араһынан иң бәләкәстәрҙе йыйып алдыҡ.
Йылмаяҡ май ҡояшы ҡалала йәшәгән һәр кемде, бигерәк тә кескәйҙәрҙе ауылға саҡыра башлай. Балаларыбыҙҙың күбеһе олатай-өләсәһе янына китеп өлгөргән, саф һауала рәхәтләнеп ял итә икән. Әлегә ҡалала ҡалған бәләкәстәр менән беҙ ҙә “йәмле йәйгә” — мажаралы бала саҡ иленә ҡайтып урағандай булдыҡ. Улар, һәр йылдағыса, редакциябыҙға иртә менән ҡояш эйәртеп килеп, “эшлекле” коридорҙы уйын майҙансығына әйләндерҙе. Быйыл I класты тамамлаған Ләйсән генә, “бала-саға”ға иҫе китмәйенсә, үҙ эше менән булды. Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында тәүге уҡыу йылын тик яҡшы билдәләргә тамамланы ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1008 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ташлыларҙа ҡунаҡта“Тамыр” телеканалы йәнә бер ҙур байрам менән һөйөндөрҙө. Унда шөғөлләнгән балалар Бауырһаҡ апай, Фәрхәт ағай, әкиәтсе Ләйсән апай менән бергә Әлшәй районының Ташлы ауылында булып ҡайтты.
“Балалар — балаларға” исемле мәрхәмәтлек акцияһы сиктәрендә үткәрелгән байрам ифрат күңелле үтте. Әлшәйҙәр ҡунаҡтарҙы ҡолас йәйеп ҡаршыланы. Осрашыу уйын-көлкө, йыр-моңға бай булды. Әлбиттә, бүләкһеҙ килмәгәйне “Тамыр”ҙар — Ташлы мәктәбе уҡыусылары хәҙер яратҡан тапшырыуҙарын өр-яңы телевизорҙан ҡараясаҡ!
— Беҙҙең иң тоғро, иғтибарлы тамашасыларыбыҙ ауылда йәшәй, — тине телеканалдың етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина. — Дуҫтарыбыҙға рәхмәт әйтергә, уларҙы тағы ла дәртләндереп ебәрергә тип килдек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 977 тапҡыр // Тотош уҡырға
200 йыллыҡҡа бүләкКескәй дуҫтарым! “Любизар” йырының тарихын белергә теләйһегеҙме? Рәхим итегеҙ — һеҙҙең өсөн күптән түгел “Любезники, любизар” исемле китап донъя күрҙе!
Белеүегеҙсә, быйыл 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығы билдәләнә. Яңы китапта һеҙ “Любизар” йырының тарихы менән генә танышып ҡалмай, һүҙҙәрен дә уҡырһығыҙ. Яуҙа атай-олатайҙарҙың нисек ҡоралланыуы, кейеме хаҡында белеү айырыуса ҡыҙыҡлы булыр. Мәғлүмәт башҡорт һәм урыҫ телдәрендә бирелгән, тимәк, һеҙгә ике телде өйрәнеүҙә ярҙам буласаҡ. Иң ҡыҙыҡлыһы шул — китаптағы һүрәттәрҙе үҙегеҙ буяй алаһығыҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 937 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яратам, яратмайым...Әхтәр дачаға барған һайын, донъяһын онотоп, велосипедта йөрөй. Ата-әсәһе лә тыймай, сөнки, ҡалалағы һымаҡ, машина аҫтында ҡалыр тип ҡурҡаһы юҡ. Үҙ иркендә йөрөй бирә.
Был юлы, ниңәлер, улай булманы. Юл буйы уйға батып килгән малай, ҡапҡаны асҡас та, бер ҡайҙа һуғылмайынса, туп-тура сәскә түтәленә табан атланы.
Аҡ сәскәләрҙең шаулап үҫеп ултырған сағы. Уртаһы һары, тар ғына аҡ таждарҙан торған тетмәкәй япраҡлы үҫемлектәр ҡояш нуры аҫтында балҡый. Әхтәр уларҙың береһен өҙөп алды ла, бер кемгә иғтибар итмәй, таждарҙы өҙөргә тотондо:
— Яратам, яратмайым, яратам, яратмайым...
Дилә апаһы уның янына килде:
Ком: 0 // Уҡынылар: 975 тапҡыр // Тотош уҡырға
— Дәүләт имтиханындағы баһа мәктәптә уҡыу осорондағы уртаса күрһәткестәрҙән байтаҡҡа юғарыраҡ булған осраҡта Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренең ҡайтанан ҡаралыуы ихтимал, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов БЮТ телеканалындағы “Власть менән һөйләшеү” тапшырыуында.
Бынан тыш, Салауат Сәғитов имтихан тапшырыу шарттарын боҙған өсөн штрафтың 200 мең һумға тиклем арттырылыуы һәм йәмәғәт күҙәтеүселәренең күбәйеүе хаҡында хәбәр итте.
— Федераль Рособрнадзор вәкилдәре республикала Берҙәм дәүләт имтиханын күҙәтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1185 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мин хәҙер алтмышты ашатлап үткән кеше. Ғүмер буйы эргәмдә тәмәке тартҡан кешеләр булды, ләкин үҙем бер ваҡытта ла был яман ғәҙәткә ылыҡманым. Әле йәштәрҙең тәмәкене күпләп тартыуы бигерәк борсой. Айырыуса өй мөйөштәрендә ҡыҙҙар көйрәтеп торһа, енем ҡуба. Шул ваҡытта гел: “Ауыҙығыҙҙы торонбаш менән өтөр кеше юҡ икән!” – тип әсенәм. Ошоға бәйле бынан илле йыл элек булған ваҡиға хаҡында гәзит уҡыусыларға бәйән итмәксе булдым. Бәлки, кемгәлер һабаҡ булыр.
Һаҡмар ҡуйынына һыйынып ҡына ятҡан бәләкәй ауылда тыуып үҫтем. Бөтөн ауыл малайҙары бергә уйнаныҡ. Ҡыш булһа, сана шыуабыҙ, саңғынан төшмәйбеҙ. Яҙ етеп, ер асылһа, тотош донъя беҙҙеке – ҡырҙан ҡайтмайбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1044 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 48 Алға
Бит башына


Закон индивидуальный инвестиционный счет https://www.alfacapital.ru/individual/iis/.