7 МАЯ
ПОНЕДЕЛЬНИК
ПЕРВЫЙ КАНАЛ

05.50, 06.10 “Любовь земная”
06.00 Новости
07.50 “Армейский магазин”
08.25 “Дисней-клуб”
08.45 “Смешарики. Пин-код”
09.00 “Маршал Рокоссовский. Любовь на линии огня”
09.15 “Информационный канал”
10.00 Новости
10.25 “Дачная поездка сержанта Цыбули”
11.40 “Офицеры”
Ком: 0 // Уҡынылар: 1634 тапҡыр // Тотош уҡырға
Борайҙарҙың эше ырайКүңелле Борай юлдарынан йөрөү: тирә-йүн таҙа, бер ерҙә сүп-сар күрмәҫһең. Юлыбыҙ – Оло Баҙраҡҡа, унда Ленин исемендәге хужалыҡтың үҙәге урынлашҡан. Райондың баш агрономы Ялҡын Ғималетдинов автомобиль тәҙрәһе аша уңда-һулда ҡалған баҫыуҙар менән таныштыра, ниндәй эштәр теүәлләнгәнен барлай.
– Бәғзеләр халыҡты ҡоро йыл килә тип ҡурҡыта. Көндәрҙең кинәт йылытып ебәреүе лә усаҡҡа ҡуҙ өҫтәп ебәргәндәй булды. Миңә ҡалһа, ҡоролоҡ тураһында һөйләргә иртәрәк әле: ерҙә дым етерлек. Иртә менән мул ысыҡ төшә, кисә гөрләтеп ямғыр яуып үтте. Тимәк, сәскән орлоҡ шытымы яҡшы булырға тейеш, – тип ул шат кәйефе менән бүлеште.
Ком: 0 // Уҡынылар: 980 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙең рәссам еңдеБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы, 2012 йыл республикабыҙҙа “Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы” тип иғлан ителгәйне. Республиканың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы йылдың эмблемаһына конкурс ойошторҙо. Комиссия ҡарары менән “Башҡортостан” гәзитенең биҙәлеш мөхәррире Нәсих Хәлисовтың эмблемаһы иң яҡшыһы тип табылды. Хәйер, бының шулай булырына өмөтләнгәйнек тә, сөнки рәссамыбыҙ алтынсы йыл инде башҡаларға беренселекте бирмәй.
– Конкурс иғлан ителгәс, эмблеманы биш вариантта эшләп алып барҙым. Символдарҙы һайлағанда, тәү сиратта йылдың төп мәғәнәһенә таянып эш итәһең, һүҙҙәрҙе һүрәт аша һынландыраһың.
Ком: 2 // Уҡынылар: 1124 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан”һыҙ йәшәү — йәшәү түгелГәзитебеҙҙең 14 апрель һанында “Башҡортостан”ға алдан яҙылыусылар араһында үткәрелген лотереяның йомғаҡтары иғлан ителгәйне. Еңеүселәр араһында Учалы районының Рәсүл ауылынан Радик Шәмиғолов та бар. Был һүрәттә һеҙ уның, редакция бүләк иткән электр сәйнүген өҫтәлгә ултыртып, һөйөклө ҡатыны Мөслимә апай менән сәй эсеп ултырған мәлен күрәһегеҙ.
— “Башҡортостан” гәзитен бала саҡтан уҡыйбыҙ, — ти хужабикә. — Атай-инәйемдәр ҙә, ҡәйнәм дә ғүмер буйы алдырҙы. Беҙ ирем менән үҙаллы тормош ҡорғас, йортобоҙға алдыра башлағаныбыҙға ғына ла илле йыллап булалыр. “Башҡортостан”һыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәйбеҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 687 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иғтибар үҙәгендә – Силәбе өлкәһеВладимир Павлович Емельянов, Копейск ҡала округының депутаттар йыйылышы рәйесе:

— Был сараны ысын мәғәнәһендә байрам тип әйтеп була. Барыбыҙ ҙа төрлө милләт вәкилдәре булһаҡ та, бер илдә йәшәйбеҙ. Элекке осорҙа бөтәһен дә “совет халҡы” тип йөрөттөләр. Хәҙер иһә һәр кем үҙ тамырын юллай — шуныһы ҡыуаныслы. Үҙ халҡыңдың үткәнен белеү, ата-бабаларҙан күсә килгән традицияларҙы һаҡлау йәш быуынды тәрбиәләүҙә оло әһәмиәткә эйә.
Бынан дүрт йыл самаһы элек Башҡортостандың Дәүләкән ҡалаһында булырға тура килгәйне. Башҡорттарҙың үҙ тамырҙарын бик тәрәндән белеүе һоҡландырҙы. Был рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыуға совет иленең сәйәсәте лә ҡамасауламаған. Милли аш-һыу әҙерләү үҙенсәлектәрен, йолаларын ҡәҙерләп быуындан быуынға тапшырған халыҡ икәнлектәренә инандым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1233 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөрө районында Рөстәм Хәмитов “Бөрө орлоҡтары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә яҙғы баҫыу эштәренең барышы менән танышты.
Предприятие иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар орлоғо етештерә. Ул республикала, шулай уҡ күрше төбәктәрҙә һатыла.
Хужалыҡта 290 гектар майҙанда яҙғы культуралар сәселгән. План 49 процентҡа үтәлгән. Эштә 11 берәмек техника ҡатнаша. Башҡортостан Президенты сәсеү барышы менән ҡыҙыҡһынды. Хужалыҡ льготалы хаҡ буйынса яғыулыҡ һатып алған, орлоҡ етерлек, ашлама бар, ошо көндәрҙә яуған ямғыр ҙа файҙалы буласаҡ.
Рөстәм Хәмитов сәсеүҙе тамамлау ваҡыты хаҡында һораны. “Көндәр аяҙ торһа, эште бер аҙна эсендә тамамларға мөмкин”, — тип белдерҙе механизаторҙар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 824 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республиканың башҡарма власть органдары менән Башҡортостанстаттың хеҙмәттәшлеге тейешле кимәлдә түгел, тигән фекерҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. Кисә Хөкүмәт йортондағы кәңәшмәлә тап ошо турала һөйләшеү булды. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов, республиканың министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре ҡатнашты.
— Беҙгә берҙәм эшмәкәрлектең ҡулай моделен һайлау кәрәк. Башҡортостанстат эшкәрткән барлыҡ аналитик мәғлүмәт башҡарма власть органдары, иҡтисад һәм социаль өлкә эшмәкәрлеген яҡшыртыуҙа ҙур роль уйнарға тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов.
Ком: 0 // Уҡынылар: 605 тапҡыр // Тотош уҡырға
Олатай ҙа яҡын туған[/b]

— “Юрист кәңәштәре” рубрикаһында уҡып белеүебеҙсә, фатирҙы бүләк итеп ҡалдырыу иң уңайлы һәм ҡулай юл. Яҡын туғандар араһында милек бүләк иткәндә һалым түләнмәй тигәнһегеҙ, шуға урынлы һорау тыуҙы: олатай ейәнсәре өсөн кем булып иҫәпләнә? Яҡын туғанмы, әллә алыҫмы? Олатаһы фатирын бүләк итһә, һалым түләү кәрәкме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 647 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотлайбыҙ!Бәләбәй районының Малиновка ауылында йәшәүсе тоғро дуҫыбыҙ, ышаныслы иптәшебеҙ Мәғдән Камалетдин улы Саҙретдиновты 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Ябай ҙа, кешелекле лә, ғәҙел дә Бәләбәй егете менән яҡындан танышып, бына нисәмә йылдар бер-беребеҙҙең хәлен белешеп, көйөнөс-һөйөнөстәрҙе уртаҡлашып, аралашып йәшәүебеҙгә бик шатбыҙ. 1986– 1988 йылдарҙа ғүмерҙең алтынға бәрәбәр, матур бер өлөшөн, ҡабатланмаҫ сәмле, дәртле йәшлек йылдарын Свердловск юғары партия мәктәбендә уҙғарыу һәммәбеҙ өсөн дә мәңгегә иҫтә ҡалырлыҡ гүзәл мәл булды. Ошо дуҫлыҡ, берҙәмлек уты йылдар үткән һайын һис һүрелмәй, киреһенсә, баҙыҡланып, ялҡынланып көсәйгәндәй генә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 644 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетболы лигаһы чемпионатының супер финалы тамамланды.
“Өфө-Арена” боҙ һарайында алма төшөрлөк тә урын юҡ. Барыһы ла тын алмай тиерлек чемпионаттың финал ярышын күҙәтә. Тәүҙә ҡыҙҙар алышты — Силәбенең “Драгонс”ы менән Иркутскиҙың “Байкал”ы. Уйын башынан уҡ үҙҙәренең таһыллығы менән айырылып торған Силәбе һылыуҙары дәғүәселәрен еңеп ҡуйҙы. Шулай итеп, тиҙҙән Төркиәлә үтәсәк ярышҡа улар юлланасаҡ.
Егеттәр араһында төп бүләк өсөн Новосибирск ҡалаһының “Исток” командаһы менән Өфөнөң “Шоңҡар”ы көс һынашты. Ике команда уйынсылары ла сос, көслө күренә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 605 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына