Бөйөк Еңеүгә - 67 йыл
Ком: 0 // Уҡынылар: 694 тапҡыр // Тотош уҡырға
Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов: “Милләттәр берҙәмлеге Еңеүгә килтерҙе”“...Әле булһа ла күңелемдә тетрәнеү менән 1941 йылдың ҡара июнь иртәһен иҫкә алам. Ҡәһәрле һуғыш беҙҙең бөйөк илде баҫып алыуҙы, унда бер ғаиләләй татыу йәшәгән халыҡтарҙы бөтөрөүҙе һәм ҡолға әйләндереүҙе, Мәскәү, Ленинград, Киев кеүек ҡалаларҙы ер йөҙөнән юйыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны... Һәм, әлбиттә, 1945 йылдың сикһеҙ бәхетле май иртәһе һәр саҡ хәтеремдә балҡый. Был иртә донъяла Бөйөк Еңеүҙең һәм тотош кешелек өсөн ҙур үҫештең тантаналы Таңы булараҡ ҡабул ителде. Мин һәм яуҙаш дуҫтарымдың һәр береһе азатлыҡ өсөн һуғыштың изге маҡсатына бар йөрәгебеҙ менән ышандыҡ. Аҡылдың иҫәрлекте еңеүе, Яҡтылыҡтың — ҡараңғылыҡты, Азатлыҡтың — иҙеүҙе, Яҡты киләсәктең үткән ҡараны баҫыуы кеүек үк Еңеүҙең иң юғары идеалдарына табындыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1549 тапҡыр // Тотош уҡырға
Владимир Путин —өсөнсөгә Рәсәй ПрезидентыБөйөк Еңеү байрамы алдынан Владимир Путин рәсми рәүештә Рәсәй Президенты вазифаһын ҡабул итте.
Ҙур Кремль һарайының Андреевский залында үткән тантанаға төрлө тармаҡтан өс мең тирәһе кеше — Дәүләт Думаһы депутаттары, Рәсәй Хөкүмәте ағзалары, Конституция Суды судьялары, дәүләт власының башҡа федераль органдары вәкилдәре, төрлө тармаҡ эшмәкәрҙәре саҡырылғайны. Сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Дәүләттең элекке башлығы Дмитрий Медведев, Рәсәйҙең һуңғы йылдарҙағы үҫешенә төплө анализ яһап, баһа бирҙе, халыҡтың күпселегенең яҡлауын тапҡан Владимир Путиндың ил менән лайыҡлы идара итеренә ышаныс белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 874 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үлемһеҙ йыр нисек яҙылған?Шайморатов генерал
Ҡ. Даян һүҙҙәре
З. Исмәғилев музыкаһы
Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал;
Ат уйнатып, алда бара
Шайморатов генерал.
Совет иле өсөн яуҙа
Кисте һыуҙы, уттарҙы;
Дошмандарға ябырылғанда,
Утлы дауыл ҡуптарҙы.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1493 тапҡыр // Тотош уҡырға
«Ҡара генерал» ҡыҙының хәстәрҙәреҺулдан уңға: Роза Даян ҡыҙы, Даян Баян улы, Розаның ире – отставкалағы майор, летчик Рифҡәт Миңлислам улы Рәхмәтуллин, артҡы рәттә – легендар шәхестең бүләсәре Сюзанна менән ейәнсәре Альбина.
Ошо йылдың һалҡын феврале беҙҙең аранан арҙаҡлы шәхесте – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Чехословакия геройы Даян Мурзинды алып китте. Отставкалағы полковник, РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы, Өфө ҡалаһынан тыш, Чехия һәм Словениялағы 16 ҡаланың почетлы гражданына Бөйөк Еңеүҙең 67 йыллығын байрам итеү насип булманы. Ғүмерен ил азатлығына, уның яҡты киләсәгенә һәм халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған данлыҡлы ҡаһармандың йәне йәннәттә булһын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 872 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һандуғас — тыныс тормош ҡошоТаң атҡанда һандуғастарҙың өҙҙөрөп һайрауына уянып китте ул. Түҙмәне, мамыҡ шәлен иңенә һалып, өй алдына сыҡты. Баҡсала йырсы ҡоштар кемуҙарҙан аяҙ иртәгә һөйөнөп-һөйөнә. Әминә яҡын барып уларҙы борсомаҫҡа булды. “Һуңланы быйыл ҡошҡайҙар, яҙ һалҡыныраҡ килде шул. Әйҙә, рәхәтләнеп һайраһындар”, — тип уйланы.
Төнөн яуып үткән йылы ямғырҙан һуң тотош донъя сафланып, пакланып ҡалғандай тойола. Ер өҫтөнән еңелсә пар күтәрелә. Тәбиғәттең матурлығына, хозурлығына һоҡланып байтаҡ баҫып торҙо сал сәсле ҡатын.
Һандуғастар моңо, иртәнге тыуған яҡ гүзәллеге күңелен ҡуҙғатып ебәрҙе. Ул да булмай, урамдың арғы осонда кемдәрҙер гармун тартып йырлап уҙҙы.
Ком: 1 // Уҡынылар: 875 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илеш яугире ҒилмеғаянБөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң күп йылдар үтте, һыуҙар аҡты, әммә күңел яралары, Ғилмеғаян Мөхәмәтйәнов әйтмешләй, һаман төҙәлмәй...
Ғилмеғаян Мирғәлим улы Һеңрән ауылында унынсы бала булып донъяға килә. Шуға ла тормоштоң әсеһен-сөсөһөн иртә татырға тура килә. Ул ғынамы? 1933 йылда атаһына кулак мөһөрө тағып, төрмәгә ябалар. Өҫтәүенә, барлыҡ мөлкәтен тартып алып, ҡыш өҫтөндә яҡын кешеләрен урамда ҡалдыралар. Нишләһен, ғаиләһе ауылдың бер осондағы ташландыҡ өйҙә урынлаша: иҙән-тәҙрә туҙған, ишек сереп бөткән. Балалар ситән үреп, үҙҙәренсә йортто рәткә килтерә. Әммә ул ғына ярҙам итмәй — һыуыҡтан, аслыҡтан Ғилмеғаяндың өс ир туғаны вафат була. Ҡалғандар “бирешмәҫкә, нисек тә ауырлыҡҡа түҙергә” тигән маҡсат ҡуйып, көн күрә башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 713 тапҡыр // Тотош уҡырға
Онотолмай һуғыш михнәттәре...Йәмле май айы тәбиғәткә йәшеллек, күңелдәргә наҙ бүләк итеүе менән айырыуса яҡын. Шулай ҙа майҙың иң оло байрамдарының береһе — Еңеү көнө барыбыҙ өсөн дә иң ҡәҙерлеһе. Илебеҙҙә һуғыштың әсе еле ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡтыр, шунлыҡтан хәтер һәм ғорурлыҡ көнөнә әүерелгән был датаны олоһо ла, кесеһе лә көтөп ала. Айырыуса һуғыш һәм тыл ветерандары.
Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәүсе Ғәйфулла Ғәбитов Еңеү көнөн айырыуса бер тулҡынланыу менән ҡаршылай. Йылдан-йыл һуғыш яугирҙәре сафының һирәгәйә барыуы, һуңғы ваҡытта фронтта алған яраларҙың үҙен белгертеп, һулҡылдап һыҙлауы ветерандың йөрәген әрнетә. Яу яланын бергә үткән иптәштәре йылдан-йыл аҙая. Ул үҙе лә Әбйәлил районында данлы 112-се кавалерия дивизияһында алышҡан берҙән-бер иҫән ҡалған һуғыш ветераны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1308 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бөгөнгө менән йәшәйбеҙ, үткәндәрҙе онотмайбыҙ”Тәтешле районы үҙәгендә йәшәүсе һуғыш ветераны Хәйрулла Шәйхуллиндың йортона барып инеү менән аптырашта ҡалдыҡ. Күсенәләр икән. Унда — төйөнсөк, бында — әйбер.
– Бәй, ҡунаҡтар килгән! Беҙ бабай менән әйбер барлап йөрөгән булабыҙ. Ҡалай уңайһыҙ булды. Үтегеҙ, хәҙер сәйемде яңыртам, – тип Мәймүнә инәй етеҙ баҫып өйгә инеп китте. Ул арала Хәйрулла олатай ҙа ҡаршы алырға сыҡты.
– Оло кешенең күңелен күреп, Еңеү алдынан хәл белергә килгәнегеҙгә рәхмәт. Бына яңыраҡ Нефтекама ҡалаһынан фатир алдыҡ, ҡайһы бер әйберҙәрҙе шунда күсермәксе булып йөрөйбөҙ, – тип өйгә саҡырҙы ул. Мәймүнә инәй йүгереп йөрөп сәй әҙерләй ине инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 679 тапҡыр // Тотош уҡырға
Разведчик СәйфуллаҠыҙыл Армия частарына дошмандың тын алышын, ҡайҙа хәрәкәт итергә тейешлеген, көсө күпмелеген хәбәр итеп тороусы төркөмдәр, отрядтар була. Улар үҙәккә кәрәкле мәғлүмәт еткереп кенә ҡалмай, ә фашистарҙың техникаһын һәм һалдаттарын юҡ итеп һиҙелерлек зыян да килтерә. Разведка төркөмдәренә иң сос, ҡыйыу, ауыр мәлдә юғалып ҡалмаҫлыҡ егеттәрҙе генә һайлап алалар. Шулар араһында беҙҙең данлы яҡташыбыҙ, Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылында тыуып үҫкән Сәйфулла Хәмит улы Мәжитов та була.
Үҙенең һуғыш йылдарында күргән-кисергәндәрен һөйләп ул: ”Барыһын бергә туплаһаң, бик шәп кинофильм килеп сығасаҡ”, — ти. Ысынлап та, уның һөйләгәндәре үҙе бер тарих, кисергәндәре, яҙыусы Әмир Әминев яҙғанса, “мең дә бер ғазап”. Эйе, яҡташ яҙыусыбыҙ уның хаҡында тап ошондай исемле документаль повесть ижад итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 707 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына