Илсе уҡытыусылары матбуғатһыҙ йәшәмәҫкә ҡарар иттеБашҡортса матбуғат баҫмаларын күбеһенсә ауыл ерендә алдырып уҡып барыуҙары бер кемгә лә сер түгел. Ә ауылда иң юғары мәҙәни ҡатлам – уҡытыусылар. Тимәк, халыҡтың мәҙәни кимәлен күтәреүҙә лә тап улар әүҙем ҡатнаша ала (бәлки, ҡатнашырға бурыслылыр ҙа). Учалы районының Илсе урта мәктәбендәге һөйләшеү шул йүнәлештә барҙы.
Ауыл мөғәллимдәре яҡлап, ҡатнашып тормаһа, милли матбуғаттың яҙмышы аяныслы. Үҙ сиратында, милли матбуғат та мәктәпте күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Хәйер, мәғариф темаһына арналған мәҡәләләрҙең “Башҡортостан” гәзите биттәренән төшмәүенә һәр беребеҙ шаһит.
...Тиҫтәләрсә йыл уҙғас, бала саҡ уҙған урындар бәләкәсәйеп, тоноҡланып ҡалған һымаҡ тойола. Әммә туған мәктәбем элеккесә иркен, яҡты, нурлы булып күренде. Тик уҡыусылар һаны ныҡ кәмегән – 148 бала белем ала бында, ә беҙ 400 малай һәм ҡыҙ уҡыныҡ. Бөгөнгө ашхана менән музей ул саҡта хыял ғына ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 807 тапҡыр // Тотош уҡырға
Игенсе тигән даны барХужаның уңғанлығы тупһаһынан күренә, тиҙәр. Ҡуғанаҡбаш ауылына терәлеп торған һөтсөлөк фермаһына яҡынлашҡанда, алда матур күренеш асылды: мал ихатаһында өмә бара ине. Кемеһелер – көрәк, кемдер һепертке тотҡан. Тәртип, таҙалыҡ булдырыуға иртән үк тотонғандар, инде эште тамамларға йөрөйҙәр икән. Малсыларҙың кәйефе шәп. Тиҙҙән улар төшкө ашҡа ҡайтыша башланы. Шул арала кооператив рәйесе Хантимер Тимерхан улы ла күренде.
– Һаумыһығыҙ, һеҙҙә бөгөн өмә икән.
– Эйе, йыл да, мал көтөүгә сыҡҡас, ферманы тәртипкә килтерәбеҙ, таҙартабыҙ. Шунһыҙ булмай, барыһы ла – үҙебеҙ өсөн.
Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы рәйесенең дә кәйефе күтәренке. Шулай булмай ни: егәрле коллектив менән етәкселек итә, малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә билдәле уңыштары бар, районда иң алдынғылар иҫәбендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1324 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙ башыңа төшмәһә...Бер кем дә киләсәген кеше көнлө булырмын, мәрхәмәтлелеккә мохтажлыҡ кисерермен тип күҙалламай. Ана шундай ауыр, һыныр сиккә еткән саҡта үҙеңә мөнәсәбәттең һәр ҡайҙа ла ыңғай булмауын күрәһең. Элекке шахтер Михаил Петров та ауырлыҡ менән күҙмә-күҙ ҡарашырмын тип һис кенә лә уйламағандыр.
Ул аяғынан мәхрүм ҡалған, инвалид коляскаһы менән ҡайҙа тиклем бара ала — донъяһы шунда сикләнә. Тиҫтәнән ашыу операция үткәреүгә ҡарамаҫтан, даими хирургик ярҙам талап иткән сир уны бөтөнләй аяғынан яҙҙыра. Байрам алдынан, 5 майҙа, коляскалағы Михаил Петров Рәсәй һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикова һәм Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашыу талабы ҡуйып, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай бинаһы алдында аслыҡ иғлан иткәйне. Инвалид автотранспорт саралары менән тәғәйен ярҙам күрһәтеүҙе һорай, медицина тикшеренеүе үтеүҙәге кәртәләргә ҡәнәғәтһеҙлек белдерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 815 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөрәктәребеҙ йылыһын өләшһенБашҡортостандың Журналистика ветерандары берекмәһе Бөйөк Еңеүҙең 67 йыллығы айҡанлы фронтовик ветерандар менән осрашыу ойошторҙо.
Берекмә советы секретары Валентина Назарова әйтеүенсә, әле Башҡортостанда 19 фронтовик журналист йәшәй. Уларҙың күптәре ярҙамға мохтаж.
Фронтовиктар менән осрашыу Өфөнөң Матбуғат йортонда үткәрелде. Сараның рәсми өлөшө Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған журналистар мемориалы эргәһендә башланды. Ветерандар бер минутҡа тын ҡалып хәрби дуҫтарын иҫкә алды, һәләк булған яугирҙәрҙең исеме яҙылған мемориалға сәскә һалды.
Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков ҡунаҡтарҙы Еңеү көнө менән ҡотланы, уларға ныҡлы һаулыҡ, тыныс күк йөҙө, бәхет һәм именлек теләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 831 тапҡыр // Тотош уҡырға
Умартасылыҡ серҙәре. 10-сы дәресКәрәҙҙә буш урын булмай
Иҫкергән кәрәҙҙәр
Яҙғы-йәйге осорҙа ояла яҡынса алты быуын йәш ҡорт тәрбиәләп сығарыла. Һәр сығарылыштан һуң күҙәнәктәрҙең төбөндә бер аҙ ҡорт тиҙәге, ә стеналарҙа ҡарышлауыҡтар ятҡан һауыт ҡабыҡтары тороп ҡала. Ҡорттар уларҙы таҙартып ала, әммә күҙәнәктәрҙән ҡорттарҙың бихисап быуыны сығыуы арҡаһында кәрәҙ һорғолт һәм көңгөрт төҫ ала. Яҙын инә ҡорт йомортҡаларын һорғолт кәрәҙҙәргә ихласыраҡ һала, ләкин тоҡом уларҙа бәләкәй булып үҫешә һәм йәшәп китеү һәләтлеге аҙыраҡ була. Көңгөрт кәрәҙҙәрҙә тиҙ арала балауыҙ көйәһе күбәләктәре, ҡарышлауыҡтары үрсеп китә. Көңгөрт кәрәҙҙәр зарарлы ауырыуҙар таралыуға булышлыҡ итә, ҡорттар ҙа йышыраҡ айырыусан була. Шуның өсөн кәрәҙҙәрҙе ояла ике йыл торғандан һуң, йәғни ҡорттарҙың 10–12 быуыны үҫеп сыҡҡас (иң оҙағы — өсөнсө йылға), алыштырырға кәрәк. Иҫкеләрен башҡаса тотонмайҙар, балауыҙға иретеп алалар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 916 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡатын-ҡыҙҙа — тормош тотҡаһыИлдәге үҙгәртеп ҡороуҙар сауҙа өлкәһен дә урап үтмәне. Һөҙөмтәлә Башпотребсоюз ҡарамағындағы магазиндарҙың байтағы ярым буш ҡалды йәки ишектәренә йоҙаҡ эленде. Шулай ҙа ҡайһылары, заман ауырлыҡтарына бирешмәй, эшен дауам итә. Билдәле, ҡайҙа хужаһы йүнсел — шунда йәнләнде эш. Шуларҙың береһе — Бүздәк ҡулланыусылар йәмғиәте. Бөгөн ул аяғында ныҡ баҫып тора, бурысын тейешенсә атҡара һәм элекке данын һаҡлай икән, бында бер ниндәй сер ҙә, ғиллә лә юҡ. Ыңғай үҙгәрештәр етәксенең булдыҡлылығына, заман талабын аңлап эш итеүенә, бай тәжрибәһенә һәм берҙәм коллектив туплай алыуына ғына бәйле.
Район ҡулланыусылар йәмғиәтенә бына 15 йыл инде Клара Яфаева етәкселек итә. 1997 йылда уны идаралыҡтың рәйесе итеп һайлайҙар, артабан совет рәйесе булараҡ та үҙен һынатмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 703 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәғариф эшенең уртаһында ҡайнаны1984 йылдың апрелендә КПСС Үҙәк Комитеты халыҡ мәғарифын тамырынан үҙгәртеп ҡороуға йүнәлтелгән “Дөйөм һәм профессиональ белем биреүсе мәктәптәрҙе реформалауҙың төп йүнәлештәре тураһында” тигән ҡарар ҡабул иткәйне. Уны киләһе ике биш йыллыҡ эсендә тормошҡа ашырыу планлаштырылды, ә ҡайһы бер йүнәлештәрен атҡарыу 2000 йылға тиклем ҡаралғайны.
Мәктәп реформаһы партия етәкселегендә бөтә ил, бар халыҡ менән тормошҡа ашырылырға тейеш ине. Үҙәк Комитеттың ҡарары атҡарыласаҡ үҙгәрештәрҙең йүнәлештәрен, тормошҡа ашырылыу шарттарын, бөтә ведомстволарҙың, ойошмаларҙың бурыстарын аныҡ итеп билдәләгәйне. Ҡыҫҡаһы, мәктәп реформаһын үтәү буйынса ғәйәт ҙур эштәр билдәләнгәйне.
Мәғариф министрлығында мәктәпте реформалауҙың бар йүнәлештәре буйынса эш ҡайнап торҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1403 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер һайлаған, әммә берәгәйле...Римма Мамлиеваны ҡыҙыу эш мәлендә тап иттек. Хәйер, эш көнөнөң ҡайһы сәғәтендә буш ваҡыты була икән? Әйтеүе ауыр. Районда нисә ҡатын-ҡыҙ бар, уларҙың барыһы ла ҡасан да булһа ауырыуҙы ҡарау бүлмәһенә аяҡ баҫҡан йәки баҫасаҡ тиһәң дә, арттырыу булмаҫ. Ҡатын-ҡыҙ башҡа табиптарға күренер алдынан мотлаҡ ошонда булып, анализ бирергә тейеш. Шуға ла күптәр өсөн ул әллә ҡасандан үҙ кеше. Башҡаларға әйтергә ҡыйынһынған серҙәрен дә ошонда сисәләр. Ышанғанға күрә һәм мотлаҡ аңлау табасаҡтарына өмөтләнеп.
Римма Фәрит ҡыҙы — Бүздәк ауылы ҡыҙы. Медицина хеҙмәткәре булыу хыялы ла бәләкәйҙән тыуған. Өфөләге медицина училищеһында белем алғас, үҙҙәренә ҡайтҡан һәм хеҙмәт юлын Бүздәк районының үҙәк дауаханаһында башлаған. Бына өс тиҫтә йылдан ашыу һайлаған һөнәре буйынса эшләй — ауырыуҙы ҡарау бүлмәһе акушеры.
Ком: 0 // Уҡынылар: 876 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ит бешмәһә, бит бешә...Эх, тәбиғәт ҡосағында шул тиклем рәхәт! Быйыл яҙ бик иртә килде, бөгөндән 30 градусҡаса ҡыҙҙыра. Ошо күңелле, йылы мәлдәрҙе файҙаланып ҡалырға ашығайыҡ. Йәйге ялды шашлыҡһыҙ күҙ алдына ла килтереүе мөмкин түгел. Бөгөн беҙ уны нисек эшләргә, нисек дөрөҫ итеп ут яғырға һәм башҡа файҙалы кәңәштәр бирмәксебеҙ. Эште усаҡ яғыуҙан башлайыҡ.
Ут менән һаҡ булығыҙ!
15 майға тиклем Башҡортостанда махсус режим билдәләнгән, был осорҙа урманда усаҡ яғыу һәм ҡаралты тирәһендә сүп-сар яндырыу тыйыла. Янғын һәм урман инспекторҙары көсәйтелгән тикшереүгә сығасаҡ, ә урмандар авиация ярҙамында күҙәтеп тороласаҡ. Ҡушылмаған урында ут яҡҡан өсөн ҙур штраф ҡаралған. Ябай кешегә тыйылған урында ут яҡҡан өсөн 2-4 мең һум, вәкәләтле кешеләргә — 15 меңдән 30 меңгәсә, ә юридик шәхестәр өсөн 400 меңдән 500 мең һумғаса штраф йәки эшмәкәрлеген 90 көнгә тиклем туҡтатып тороу янай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 988 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәрфуға ҡарсыҡ ҡунаҡ көтә. Онотмаҫ өсөн аш-һыу бүлмәһенең ишегенә “Ҡәһүә бирергә онотмаҫҡа!” тигән яҙыу йәбештереп ҡуя. Ике әхирәте килеп өҫтәл артына ултырыша. Хужабикә ҡәһүә сығара. Эсәләр. Шунан Мәрфуға ҡарсыҡ аш бүлмәһенә сығып теге яҙыуҙы күрә лә тағы ҡәһүә сығара. Бер аҙҙан яҙыуҙы тағы күреп, тағы ҡәһүә ултырта. Шулай ете тапҡыр ҡабатлана.
Әбейҙәр ҡайтырға сыға. Шунда береһе икенсеһенә:
— Ниңә Мәрфуға беҙгә ҡәһүә эсерҙе лә эсерҙе икән?
Ком: 0 // Уҡынылар: 771 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Аллаға шөкөр, йәшел үләнгә баҫтыҡ...” — ти өлкәндәр яҙ еткән һайын. Оҙон, һалҡын ҡыш хәлде ала шул. Элекке заманда йәшел үлән халыҡты аслыҡтан һаҡлап ҡалған, туйындырған, көс биргән. Бөгөнгө етеш тормошта үләнгә артыҡ иғтибар биреп бөтмәһәк тә, уларҙың шифаһы быуаттар дауамында һыналған һәм дәлилләнгән. Ҡыш буйы хәлһеҙләнгән организм өсөн витаминдар һәм көс кәрәк. Ә бит улар аяҡ аҫтында ғына. Тап әле йыйырға кәрәкле үләндәр һәм уларҙан нимә эшләргә була? Ошо һорауҙарға яуап эҙләйек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1213 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда айлыҡ уртаса эш хаҡы 18 427,4 һум тәшкил итә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов алып барған Республика социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия ултырышында хәбәр ителеүенсә, был йәһәттән илдең башҡа төбәктәре араһында ҡырҡынсы урындан да аҫҡараҡ тәгәрәгәнбеҙ.
Фәҡирлектә йәшәүселәр һаны ла арта ғына бара. Мәҫәлән, 2009 йылда хеҙмәткәрҙәрҙең 7 процент самаһы йәшәү минимумынан түбәнерәк эш хаҡы алһа, былтыр ундайҙарҙың һаны 12,2 процентҡа еткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 649 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығын үҫтереүгә ҡаҙнанан бүленгән аҡса күләме ҙур, быға тиклем ундай кимәлдә иғтибар булғаны юҡ ине әле, – тине Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин. Был турала ул Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы коллегияһының ултырышында белдерҙе.
Ысынлап та, был һүҙҙәр дөрөҫлөккә тап килә. Быйыл тармаҡтағы хәлде яҡшыртыу буйынса республика программаларын финанслау һиҙелерлек артасаҡ. Быны һандар ҙа дәлилләй. Мәҫәлән, коммуналь объекттар төҙөүгә — 740,9 миллион һум, коммуналь хужалыҡты ҡышҡы миҙгелгә әҙерләүгә 617,4 миллион һум бүлеү күҙ уңында тотола.
Ком: 0 // Уҡынылар: 551 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты педагогы Туйсина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 502 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙә — яңы Президент. Хәйер, дүрт йыл элек был вазифала һигеҙ йыл эшләп алған Владимир Путинды яңы тип әйтеү бик дөрөҫ тә түгел. Һәр хәлдә ил халҡы сираттағы тапҡыр Владимир Владимировичҡа ышаныс белдерҙе һәм иң юғары вазифаға уны һайлап ҡуйҙы. Ә Дмитрий Медведев эшен Премьер-министр булараҡ дауам итә. Халыҡҡа нимә көтөргә? Ғөмүмән, Рәсәйҙең киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ? Ошо һорауҙар буйынса айырым эксперттарҙың һәм халыҡ фекерен белештек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 530 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына